Стихотворение о любимом учителе.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 11.33 КБ |
Яратҡан уҡытыусыма.
Яратҡан уҡытыусым –
Һеҙ минең таянысым!
Белем иле серҙәрен
Миңә оҫта асыусым.
Белем шишмәһенең һыуын
Тәмләп эсерәһегеҙ.
Ҡатмарлыны бик еңел
Аңлата беләһегеҙ.
Яратҡан уҡытыусым!
Ауыр саҡта – ярҙамсым!
Минең уңыштарыма
Иң тәүҙә ҡыуаныусым.
Тормош ауырлыҡтарын
Еңергә өйрәттегеҙ.
Белгәнемде дуҫтарға
Шатланып һөйләттегеҙ.
Яратҡан уҡытыусым –
Минең изге кәңәшсем.
Күң(е)лемде дәртләндереп
Гел дә алға әйҙәүсем.
Йөрәгемдә һаҡлармын
Кәңәштәрҙең барыһын.
Минән ҡабул итегеҙ
Рәхмәттең иң ҙурыһын!

Рисуем "Ночь в лесу"

Анатолий Кузнецов. Как мы с Сашкой закалялись

В Китае испытали "автобус будущего"

Есть ли лёд на других планетах?

Пятёрки