• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Инша " Башҡортостаным – йәннәтем."

Опубликовано Галлямова Резеда Ахматовна вкл 13.01.2019 - 13:26
Галлямова Резеда Ахматовна
Автор: 
Арыҫланова Э.

Беҙҙең Башҡортостан – гүзәл республика. Бай ул, матур ул, Башҡортостан ере! Кемдәр генә һинең ошо матурлығыңа  һоҡланмаған да, кемдәр генә һине данламаған! Башҡортостаным!  Ошо матурлығыңды һаҡлап, кемдәр генә башын һалмаған! Данлыҡлы батырҙарыбыҙ, йөҙйәшәр сәсәндәребеҙ, ерен-һыуын һаҡлаған ир-егеттәребеҙ, халҡының киләсәге өсөн борсолған азаматтар  бер-бер артлы күҙ алдына килә. Рәхмәт, тием, уларға тыуған ерем, эсәр һыуым, һулар һауам  өсөн. Матур тәбиғәтле был ерҙә тыуғаныма һөйөнәмен, йәшәгәнем өсөн ҡыуанам, ошо ерҙә йөрөгәнгә бәхетлемен һәм еребеҙҙе сит-яттарға бирмәгәнгә ата-бабаларға сикһеҙ рәхмәтлемен!
     Минең тыуған төйәгем – Башҡортостаныбыҙҙың төнъяғында урынлашҡан Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылы - ошо гүзәл еремдең бер өлөшө. Ул Бәкер тауы  аҫтында, Төй  йылғаһы буйында урынлашҡан. Тәбиғәте иҫ киткес матур, уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ. Таҙа, балыҡҡа бай Төй йылғаһы бормаланып - бормаланып ауылым уртаһынан аға. Бында йәй айҙарында балалар һыу ҡойоналар, үҙҙәренең матур тауыштары менән ҡаҙҙар, өйрәктәр йөҙә.

Йәй көнө урман кешеләрҙе үҙенә тарта. Ауылда ҡайын, нарат урмандары шаҡтый. Тыуған ауылым ҡош – ҡортҡа, еләк – емешкә, төрлө йәнлектәргә бик бай.
         Ауылымды тәбиғәте генә түгел, унда тормош көткән кешеләре лә данлай. Тырыш, егәрле, матур халыҡ йәшәй беҙҙең ауылда. Йәштәр тыуған яҡтарын ташлап китмәй, ошонда төпләнә.

2019 йыл беҙҙең Башҡортостаныбыҙ ҙа ҙур байрам. Республикабыҙ барлыҡҡа килеүгә 100 йыл. Ниндәй ҡыуаныс, шатлыҡлы ваҡиға.Байрамға бағышлап  ҡала, райондарҙа төҙөкләндереү эштәре алып барыла, төрлө кисәләр үткәрелә.

 Бөгөнгө көндә Башҡортостан – тиңдәр менән тиң булып йәшәгән күп милләтле дәүләт, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек төйәге ул.  Ошо ерҙә бер туғандай татыу булып йәшәй рус һәм башҡорт, татар һәм сыуаш, латыш һәм мордва. Бәхет, шатлыҡ, ҡайғы, һуғышта ла улар гел бергә булған. Бөтә милләт кешеләре лә үҙ йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен тотоп, үҙ телендә һөйләшеп, бер-береһе менән тығыҙ аралашып, дуҫ, татыу йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына республикабыҙ ҙур уңыштарға өлгәшер, тотороҡло, имен тормошта йәшәр, үҙаллы Башҡортостан булып ҡалыр.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл arslanova.docx177.19 КБ

Предварительный просмотр:

                                                 Башҡортостаным – йәннәтем.

        http://xn--80aalf3aen7bxbk.xn--p1ai/wp-content/uploads/2018/01/ufa2-1-1024x683.jpg

Поделиться:

Рисуем к 8 марта!

Человек несгибаем. В.А. Сухомлинский

Простые летающие модели из бумаги

Фильм "Золушка"

Астрономический календарь. Апрель, 2019