• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Сочинение “Кеше китә – йыры ҡала”

Опубликовано Габдуллина Зиля Галимяновна вкл 09.09.2019 - 21:03
Габдуллина Зиля Галимяновна
Автор: 
Габдуллин Раушан

На республиканский конкурс сочинении                                                 “Медаль за бой, медаль за труд из одного металла льют”

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл сочинение18.65 КБ

Предварительный просмотр:

На республиканский конкурс сочинении                                                 “Медаль за бой, медаль за труд из одного металла льют”

Сочинение

 “Кеше китә – йыры ҡала”

 

Габдуллина Раушана Марселевича ученика 4 класса муниципального общеобразовательного бюджетного учреждения средняя общеобразовательная школа с.Урманаево муниципального района Бакалинский район Республики Башкортостан

                                  Учитель башкирского языка и литературы

                                Габдуллина Зиля Галимяновна

Кеше китә – йыры ҡала.

     Йылдар уҙа, доньяға яңы быуындар килә. Кешелек доньяһына ҡайғы – хәсрәт килтергән Бөйөк Ватан һуғышы тәмамланыуына ете тистә йыл ваҡыт уҙһа ла, уның әсе ҡайтауазы әле бөгөн дә үҙен һиҙҙереп тора. Һуғыш тип әйтеүгә, минең күҙ алдыма емерелгән йорттар, аҡтарылып бөткән болондар, йәтим тороп ҡалған балалар килеп баҫа.

     Әйе, рәхимһеҙ һуғыш илебеҙҙең халҡына әйтеп бөткөһөҙ ҡайғы – хәсрәт килтерә. Йәп – йәш егеттәр, ҡыҙҙар туған ерҙәрен һаҡлау өҫөн фронтҡа китәләр. Мин үҙем дә, атай – әсәйем дә, олатай – өләсәйем дә был һуғыш осорон күрмәнек. Ә менә минең ҡарт олатайым һуғыштың әсеһен дә, сөсөһөн дә күргән. Мин әсәйем һөйләгәндәрҙән сығып үҙемдең ҡарт олатайым тураһында һөйләгем килә.

         - Мин олатайҙарҙа йыш ҡына ҡунаҡта була инем, һәм уның орден-миҙалдарын барған һайын һорап ала инем дә йыш ҡына уның ҡайҙарҙа һуғышыуы, ни өсөн орден – миҙалдар бирелеүе һәм Бөйөк Еңеүҙе ҡайҙа ҡаршылауы тураһында һөйләүен үтенә инем.

    “ Ҡыҙым, менә әле ҡасан ғына өй эсе балалар шау- шыуынан гөжләп тора ине. Хәҙер өй эсе буп-буш. Ҡай арала үҫеп еттеләр ҙә, ҡай арала таралаштылар. Ғүмер тигәне менә шулай үтеп китә икән ул . Ә һуғышта минуты бер кеше ғүмере кеүек тойолған саҡтар күп була ине. Бик ауыр булды, әмма беҙ еңдек, донья халыҡтары алдында йәшәүҙең үлемдән көслөрәк һәм ғәҙеллектең яуыҙлыҡтан өҫтөнөрәк булыуын раҫланыҡ.”- тигәйне ул тип һүҙен дәүәм итте әсәйем.

Минең ҡарт олатайым Идрисов Ҡәнәфи Фәхретдин улы 1926-сы йылдың 19-сы сентябрендә Баҡалы районы Мостафа ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып доньяға килә. Улар биш бала үҫәләр ике малай һәм өҫ ҡыҙ. Ошо ауылда эш һөйөүсән, тырыш һәм аҡыллы егет булып үҫә. Уның ҙур хыялы була – уҡытыусы булыу. 8-се синыфты гел «5»ле билдәләренә тамамлап Бәләбәйгә уҡытыусылыҡҡа уҡырға инә. Һуғыш башланыу, оло ағаһы Шаһабетдинды һуғышҡа алыныу арҡаһында ул уҡыуын ташлап кире ауылға әйләнеп ҡайтырға мәжбүр була. Ауылда урта мәктәпте яҡшы билдәләренә генә тамамлай. Ул баянда ла уйнай, бик матур һүрәттәр яҫай, шиғырҙар яҙа торған була. 1943-сө йылдың июнендә аттестат алыу менән 17 йәше лә тулмаған бер нисә егетте һуғышҡа алып китәләр. Ошо һабый ғына килеш ул һуғыштың асыһын да, сөсөһөн дә күрә.

     Уларҙы башта шоферлыҡҡа уҡыталар һәм ул һуғыш бөткәнсе шофер булып йөри.

  •  Күперҙән сыҡҡанда күперҙе шартлаттылар,шунда командир менән мин генә иҫән ҡалдыҡ, ә машина арбаһындағы бөтә солдаттар ҙа үлеп бөттөләр – тип һөйләгән. Шул шартлауҙан ҡаты контузия алған.

    Олатайымдың орден-миҙалдары бик күп ине, тип һүҙен дауам итте әсәйем. Мин унан улар тураһында һөйләүен үтенгәс, һүҙен дауам итеп :”Миҙалдар ғына кешенең ысын йөҙөн асып бирмәй әле,- ти ине ул –Рәхмәт уны алған кешеләргә, түштәрендә йөрөткәндәргә, иң маҡтаулы иң хөрмәтле кешеләр улар. Тик минең бер ниндәй миҙал күрмәйенсә, батырлыҡ эшләп киткән кешеләрҙе лә күргәнем бар. Бер миҙгел эсендә тормошон, керһеҙ намыҫын йәшәү менән үлем үлсәүенә ҡуйған иҫемһеҙ батырҙар. Беҙ бына фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡанда игендәрҙе юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу өҫөн көндөң һәр сәғәтен ҡырҙа үткәргән тыл хеҙмәтсәндәре батыр түгелмени. Улар ҙа миҙалға,хөрмәткә, иғтибарға лайыҡ. Кешенең кешелеклеге, ысын йөҙө түшендәге миҙалдар һаны менән генә билгеләнмәй,  “   - тигәйне олатайым шул ваҡытта, тине әсәйем.

        Ошо дәһшәтле һуғышта ҡарт олатайым бер тапҡыр ҡаты яралана һәм ике тапҡыр контузия ала. Ул Герман еренә тиклем барып етә һәм Бөйөк Еңеүҙе Берлин шәһәрендә ҡаршылай.

Һуғыштан һуң да әле ул туған илгә хеҙмәт итеп ҡала һәм туған ауылына 1947-се йылда ғына ҡайта.

    Ауылға ҡайтып ул ауыл Советы сәркәтибе булып бик күп йылдар эшләй. Контузиялар үҙенекен итә, олатайҙың башы бик ауыртыу арҡаһында ул еңелерәк эшкә родиоүҙәккә эшкә күсә. Тынғы белмәҫ хеҙмәт һәм һуғыш ветераны, пенсияға сыҡҡас та, эшләүен дауам итә.

            Ҡарт олатайым Ҡәнәфи менән ҡарт өләсәйем Насиха өҫ бала тәрбийәләп үҫтерәләр, уларға белем алырға, тормошта үҙ юлдарын табыуҙа булышыусы һәм терәк булғандар.

         Әйе, ғүмер уҙа. Ҡарт олатайыма әле ошо гүҙәл тормошобоҙҙоң матурлығын күреп, балаларының рәхәтен күреп йәшәйһе лә йәшәйһе ине лә бит. Ләкин ул 76 йәшендә был доньянан беҙҙе ташлап баҡыйлыҡҡа күҫте. Ҡарт өләсәйем әле лә иҫән-һау. Ҡарт олатайымдың һуғышта төшкән фотоһүрәттәре, орден-миҙалдары, һуғыштан яҙған бернисә хаты, ҡыҙыл армия кенәгәһе бөтәһе лә өләсәйемдә һаҡлана.

« Кеше китә, йыры ҡала» тиҙәр бит. Ҡарт олатайыма бик иҙге, һәйбәт, ярҙамсыл кеше булған тип һүҙен тамамланы әсәйем.

    Әйе шул һәйбәт кешенең яҡшылыҡтары онотолмай быуындан-быуынға күсә килә. Мин дә үҙемдең ҡарт олатайым тураһында балаларыма һөйләп еткерәсәкмен. Ысынлап та,        “Кеше китә, йыры ҡала” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән шул.


Поделиться:

Композитор Алексей Рыбников

Два петушка

Музыка космоса

Знакомимся с плотностью жидкостей

Мороз и заяц