• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Мостай Кәрим – бөйөк башҡорт шағиры.

Опубликовано Йомағолова Гөлсәсәк Рәил ҡыҙы вкл 04.11.2019 - 12:56
Йомағолова Гөлсәсәк Рәил ҡыҙы
Автор: 
Ниғмәтуллина Элина

Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе.  Ул башҡорт шиғриәтенең иң яҡты йондоҙо булып балҡыны. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tezis.nigmatullina_e.a.5_a.docx13.13 КБ

Предварительный просмотр:

Номинация «Башҡорт теле».

Мостай Кәрим – бөйөк башҡорт шағиры.

                    Ниғмәтуллина Элина Азаматовна, 5-се А класс уҡыусыһы

           Өфө ҡалаһы Киров районы 34-се урта белем биреү мәктәбе.

       Ғилми етәксеһе: Йомағолова Г.Р. , башҡорт теле уҡытыусыһы.

Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы.

Теманың актуаллеге. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе.  Ул башҡорт шиғриәтенең иң яҡты йондоҙо булып балҡыны. 2014 йылда күренекле шағирҙың  95  йыллыҡ юбилейы булып үтте. Уҡыусыларын ҡыуандырып, әленән әле  уның  әҫәрҙәре, шиғырҙары нәшер ителә. Шағир ижадында шиғыр  һәм  поэма жанры ныҡлап урын алған. Әҙип был  жанрҙарҙа бик  уңышлы  эшләй, үҙенең  күңел  кисерештәрен, күңел хистәрен аса. 

Эҙләнеүҙең маҡсаты. Шағирҙың тормош юлын һәм ижадын уҡып сығып һәм өйрәнеп, уның ижадын  осорҙарға  бүлеү. Тәүге осор ижадында әҫәрҙәренең төп темаларын билдәләү.


Поделиться:

10 зимних мастер-классов для детей по рисованию

Астрономы получили первое изображение черной дыры

Компас своими руками

Весёлая кукушка

Прекрасная арфа