• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Эссе. Урал батыр- минең яратҡан геройым

Опубликовано Байрамғолова Гөлнур Рәүф ҡыҙы вкл 28.04.2020 - 10:13
Байрамғолова Гөлнур Рәүф ҡыҙы
Автор: 
9 класс уқыусыһы, Әбҡәҙеров Рәис
Батырҙар, бәлки, кире ҡайтмаһа ла, тыуыр батырҙарға өмөтләнәйек...

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ural_batyr_esse.doc51 КБ

Предварительный просмотр:

                                                               

                                 Башҡортостан Республикаһы

                          Салауат районы муниципаль район

                Малаяҙ ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

              муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы

                             

                                        Эссе

               Урал батыр- минең яратҡан геройым

                       

                                                                       Башҡарҙы: 1-се һанлы Малаяҙ

                                                                         урта мәктәбенең

                                                                                    9 Б класы уҡыусыһы

                                                                          Әбҡәҙеров Рәис

                                                                 Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте                          

                                                                                   уҡытыусыһы

                                                                         Байрамғолова Г.Р.

         

                           

                                          Малаяҙ-2016

                                                            Батырҙар, бәлки, кире ҡайтмаһа ла,
                                                               тыуыр батырҙарға өмөтләнәйек...

   Герой. Батыр. Ҡыйыу. Ҡаһарман...
Кемдәр улар?
Ҡайҙа тыуғандар һәм үҫкәндәр? Ниндәй батырлыҡ күрһәткәндәр һәм ниндәй награда алғандар икән?

Ғөбәйҙуллиндар, Матросовтар шикелле күкрәгең менән дошман амбразураһын ҡаплаумы, әллә үҙең ас саҡта һуңғы һыныҡ икмәгең менән бүлешеүме? Кешеләр төрлө – төрлө булған кеүек, батырлыҡ та күп төрлө шул. 

Батырлыҡ һүҙенең төп мәғәнәһен һәр кем үҙенсә аңлай.

Минеңсә ,батырлыҡ кешенән сикһеҙ ихтыяр көсө, тәүәккәллек, үҙ-үҙеңде аямауҙы талап   итә. 

  Батырлыҡ ул – рухи матурлыҡ… Шуға күрә лә халҡыбыҙ кеше күңеленең рухи бөйөклөгөн юғары баһалаған .Батырҙарҙың ҡылған изге эштәре, данлы исемдәре әкиәттәргә күскән, йырҙарҙа йырланған. Шул оло  батырҙарыбыҙ алдында элекке осор кешеләре генә түгел,  хәҙерге быуатта йәшәүселәр ҙә баш эйәләр.
Эйе, борон-борондан башҡорт ере үҙенең батырҙары менән дан тотҡан. Урал, Салауат, Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, Кинйә, Алдар, Аҡай, Шәғәле Шаҡман һәм башҡалар... Был исемлекте әле оҙаҡ ҡына дауам итергә була.     Улар минең хәтерҙә көс-ҡеүәте ташып торған олпат кәүҙәле, йыуан беләкле, киң күкрәкле, үткер ҡарашлы, изге һәм йомшаҡ күңелле, ғәжәйеп көскә эйә булған ир-заттары тип һаҡланған. Гел ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө эҙләүсе шәхестәр. Уларҙың яҙмыштары һәм ҡылған батырлыҡтары төрлө булһа ла, төп маҡсаттары бер – халыҡҡа ярҙам итеү, уны мәкерле батша, дейеү йә юлбаҫарҙар иҙеүе кеүек бәләләрҙән ҡотҡарыу...

   Бала саҡтан шул батырҙар тураһында әкиәттәр, легенда-риүәйәттәр, шиғырҙар уҡып үҫтем.                                                                                                                

Шуларҙың береһе- «Урал батыр» эпосы һәм ундағы төп герой- Урал батыр.
Был эпос- баш
ҡорт халыҡ эпостарының иң ҙуры һәм иң күренеклеһе икәнен аңланым.

Үҙ халҡы, милләте, тарихы менән ғорурлана алған, халыҡтың йыр – моңон күңеленә һеңдергән, тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек күргән, халыҡтың рухы, маҡсаты, уй – хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән һәм туған теленең ҡәҙерен белеп, уның тотош байлығына эйә булып, шул телдә уйлаған, хыялланған, ижад иткән, үҙенең бар булмышын халҡына бағышлаған кеше генә Шәхес була ала. Был эпос халыҡ аңындағы бөйөк рухлы, ныҡлы ихтыярлы, изгелекле, яуызлыҡҡа ҡаршы бөтә ғүмере буйынса көрәшеүсе һәм еңеүсе Урал батыр образын тыуҙырыуы менән ҡиммәт. Урал батырҙың көрәш маҡсаты бөгөнгө заман өсөн дә әһәмиәтле. Был- кешелектең йәшәү мәғәнәһе, ер тормошо, тыныслыҡ проблемаһы. Ер йөҙөндәге һәр кешенең бурысы – был донъяла үҙенә лайыҡлы урын табыу, дөйөм кешелектең йәшәйешен, үлемһеҙлекте дауам итеү.

Эпосты уҡып сыҡҡас, мин шуны асыҡланым:“Урал батыр” эпосында батыр һәм халыҡ мөнәсәбәте – төп темаларҙың береһе. Ул халыҡтың әхлаҡи ҡараштарының, ынтылыштарының батыр һынында сағылыуында, эпос геройының халыҡ хыялдарын тормошҡа ашырыуында, уның мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуында күренә. 

 Урал батыр - эпостың баш ҡаһарманы. Урал - халыҡ күрергә теләгән идеал — батыр образы.

Уралдың бөтә эштәре, батырлыктары кешелеккә үлемһезлек эҙләү мотивы менән бәйле. Ул — беренсе сиратта, бөтә ырыуҙы символлаштырыусы ата-әсә һүҙен тотҡан, йолаларҙы ихтирам иткән батыр. Урал кесе йәштән ырыу йолаларын тайпылышһыҙ үтәй, билдәле бер йәшкә етеп, үҙ ҡулы менән йәнлек тотмайынса, ата-әсәһе аулап килтергән йәнлектәрҙең йөрәген, башын ашамай, ҡабырсаҡҡа һалынған ҡанды ауыҙ итмәй, бөтә тыйыуҙарҙы теүәл үтәй. Урал ғәҙеллекте, ярҙамсыллыҡты алға ала, ырыу, кешеләр, бөтә халыҡ мәнфәғәтен үҙ мәнфәғәтенән өҫтөн ҡуя, ҡыйырһытылғандарҙы, иҙелгәндәрҙе яҡлап көрәшә. 

  Был эпоста Уралды ҙур физик көскә эйә, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы, ябай, аҡыллы батыр итеп күрәм. Ул хатта дошмандарын да ҡапыл ғына үлтереп бармай, уларға уйларға, ҡылған ҡылыҡтарын үлсәп ҡарарға, төҙәлергә форсат бирә. Урал батыр Ҡатил батшаны ла, уның ярандарын да кешеләрҙе һәләк итеүҙән баш тарттырырға өгөтләп ҡарай. Тәҡдимдәре кире ҡағылғас ҡына, ул дошмандарын аяуһыҙ юҡ итә. Урал батыр борондан йәшәп килгән «ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ» тигән принцип буйынса эш итә. Ул Шүлгән туғанын  да тура юлға баҫтырырға тырышып ҡарай, халыҡҡа ҡаршы сыҡмаҫҡа өндәй, әммә Шүлгән яуызлыҡтан арына алмай.

 Ҡобайырҙа Урал батырҙың ағаһы Шүлгән менән бергәләп, арыҫландарға атланып, үлемһеҙлек килтереүсе Йәншишмә һыуын эҙләп сәйәхәткә сығыуҙары миңә бик оҡшаны. “Атанан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа”. Бер үк ғаиләлә тәрбиәләнгән Урал менән Шүлгәндең характерҙары ҡапма-ҡаршы. Икеһе лә һау-таҙа, көслө, арыу-талыуҙы белмәйҙәр, ләкин береһе- көр күңелле, кешелекле, тик яҡшылыҡ теләүсе, изгелеккә ынтылыусы, халыҡ өсөн йәнен-тәнен аямаусы, тәбиғәткә үлемһеҙлек бүләк итеүсе. Ул аҡыл менән эш итә. Үҙенең ҡылған ыңғай һәм кире ҡылыҡтары хаҡында уйлана. Шүлгән иһә үҙен генә ҡайғыртыусы, ергә үҙе генә хужа булырға теләүсе эгоист булараҡ һүрәтләнә. Шүлгәндең характерында ата һүҙен тотмау, үҙ һүҙлелек, мин-минлек, алдашыу, мәкерлек ,яуызлыҡ, көнсөллөк кеүек кире сифаттар асыҡ сағыла. Хәҙерге көндә лә бер ғаиләлә шундай ҡапма-ҡаршы характерлы туғандар осрай.

  Эйе, Урал батыр эпоста көслө итеп һүрәтләнә, сөнки уның дошмаңдары ла - иләмһеҙ ҙур, имәнес аждаһа, дейеү, йыландар һәм башҡалар.

  Уралдың улдары ла ғәжәп көслө, ҙур кәүҙәле батырҙар. Уның сере шунда: эпос һәм уны ижад итеүсе халыҡ үҙ батырын яман көслө, ғәләмәт ҙур яуыз дошмандарға ҡаршы торорлоҡ, уларҙан өҫтөнөрәк ҡаһарман итеп күрергә теләгән. 

 Урал үҙенең улдарына, халҡына ла тәбиғәт матурлығын һаҡлауҙы васыят итеп әйтә. Был васыят - бөтә халыҡҡа аманат ул. Киләсәк быуын- беҙҙең быуын өсөн бик тә фәһемле һүҙҙәрҙе еткерә Урал  – бала бөтә яҡтан камил,  идеал образ булырға тейешлегенә баҫым яһай.

 Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ, Иҙел ата һүҙен тота – кешелеккә хеҙмәт итеүгә бөтә көсөн һала.

 Тыуған ер,тыуған тупраҡ, тыуған ауыл, атай йорто – һәр кем өсөн изге төшөнсәләр. Кешеләге бөтөн изгелек тыуған ерҙән, атай йортонан, изге шишмәләрҙән башлана. Урал образы ошондай маҡсатҡа яуап биреүсе булараҡ ҡиммәтле. Донъя йәмен, донъя именлеген үҙ ғүмеренән дә артыҡ күргән батыр үҙенә тип йыйылған тере һыуҙың тамсыһын да йотмайынса тирә-йүнгә бөркә. Халҡын үлемһеҙ, ер-һыуын мәңге аҫыл итеп күрергә теләгән батыр халыҡ бәхете, ил ҡото, мәңге йәшәйеш өсөн йәнен фиҙа ҡыла.

 “Урал батыр” эпосының иң мөһим ҡануны – ул батырҙың халыҡ өсөн көрәше. Халҡыбыҙҙа борон-борондан йәшәп килеүсе донъяуи ҡараштар шуны һөйләй: ил улы үҙ иле  өсөн йәнен-тәнен аямаҫҡа, уның бәхете өсөн яу сабырға тейеш. Халыҡ эпоста – батырҙың тоғро юлбашсыһы, уның тәрбиәсеһе, йәшәү мәғәнәһе. Ә батыр – халыҡтың уй-ышаныстарының, хыялдарының сағылышы, уның аҫыл улы. 

« Уралдыӊ төп маҡсаты – кешене яуыҙлыҡтан ҡотҡарыу, барын яҡлашыу, сөнки яҡшылыҡ – илгә ҡот. Яҡшы исем ҡалдырырға тырышыу. Башҡорттар шәжәрә төҙөп, ундағы затлы нәҫелдәрен айырып атап, балаларға өлгө итеп ҡуйған. Һәр кеше үҙенеӊ эшен дауам итерлек нәҫел ҡалдырыу хәстәре күрергә бурыслы. Үҙеӊде  аӊлап, саф күӊел менән йәшәүҙән дә оло бәхет юҡ. Яҡшылыҡ ҡылыу – һәр быуындыӊ изге бурысы. Шул саҡта ғына кеше ерен, илен йәмләп, ҡәрҙәштәрен, үҙен бәхетле итеп йәшәй ала. Кеше тыуған ерендә, ҡәрҙәштәре араһында, йорт – ил эсендә генә кешегә әйләнә, ҡәҙер күреп көн итә»

Яҡшылыҡ – мәңгелек. Кеше ғүмере йылдар иҫәбе менән түгел, ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдырған изгелек, яҡшы эштәр менән үлсәнә. Эпос – бына ошо хәҡиҡәтте иҫбатлаусы ҡомартҡы.

 Яңы геройҙар тыуһын ѳсѳн элекке геройҙарға иғтибарлы булырға кәрәктер.

“Урал батыр”- ҡобайыр,

 Уны белгән ҙурайыр,

 Аҡыл алыр, дан алыр,

 Бөтә донъя таң ҡалыр!- ти халыҡ.


Поделиться:

Лиса и волк

Сорняки

Твёрдое - мягкое

Весенняя сказка

Хрюк на ёлке