| Вложение | Размер |
|---|---|
| 156 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Салауат районы 1- се һанлы Малаяҙ урта мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Эҙләнеү эшенең темаһы:
«Башҡорт мифологияһында
һыу образы”
Башҡарҙы: 1-се һанлы Малаяҙ
урта мәктәбенең
7-се класс уҡыусыһы
Юлдашбаева Гөлнәзирә Әсләм ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Байрамғолова Гөлнур Рәүеф ҡыҙы
Малаяҙ-2016
Эҙләнеү эшемдең темаһы: Башҡорт мифологияһында һыу образы
Йөкмәткеһе
Инеш
Башҡорт халыҡ йолалары — быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы. Фәһемле кәңәштәр, тапҡыр, йор һүҙҙәр, изге уйҙар, ынтылыштар беҙҙе, һәр саҡ киләсәккә әйҙәй. Мәҫәлән, балаларҙы тәбиғәтте яратырға өйрәтәбеҙ, ә тәбиғәттең гүзәллеген һәр миҙгелдә уҙғарылған байрамдар, йолалар аша биреү уларҙың хәтерендә нығыраҡ урын биләй. Эйе, халҡыбыҙ йолалары – милләтебеҙҙең гүзәл рухи хазинаһы ул. Уларға ныҡлы иғтибар биреү һәм һәр йоланы дөрөҫ атҡарыу, аңлау мөһим.
Башҡорт халҡы борондан тәбиғәт ҡосағында үҙен уның балаһы итеп тә, хужаһы итеп тә тойоп йәшәгән. Беҙҙең ҡанбабалар тәбиғәт күренештәренә ҡарап, үҙҙәренең көнкүрешен юраған,йыл, миҙгел,көн торошон билдәләгән.Тәбиғәт- кешенең сәләмәтлек, туҡланыу,ғөмүмән, йәшәйеш сығанағы.
Тәбиғәт тигәс, иң беренсе, саф һыулы шишмәләр,бай тарихлы йылғалар,күлдәр күҙ алдына баҫа.
Һыу!.. Аллаһы Тәғәләбеҙҙең кешелек донъяһына биргән иң ҙур хазинаһы ул. Был мөғжизә ни бары өс хәрефтән генә тора. Тәү ҡарашҡа яп-ябай һүҙ, ә ниндәй оло көс-ҡөҙрәткә эйә! Ҡөрьәнде, Күкте, Ерҙе, Ер йөҙөндәге барлыҡ тереклекте бар ҡылыусы, йәшәтеүсе Аллаһы Тәғәләбеҙҙең тәхете лә Һыу өҫтөндә, ти дин белгестәре.
Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас ҡына беленә, ти халыҡ әйтеме. Ер ҡуйынынан көмөш балдаҡтар сығарып сылтырап аҡҡан шишмәләр кемгә генә ҡәҙерле түгел икән? Беҙҙең бала саҡ та, гүйә, шунан башлана ине бит.
Шишмәләр тәбиғәткә йән өрөүсе булараҡ, борон-борондан бик ҡәҙерле булған. Уның һыуын эсеп сафланғандар, дауаланғандар. Шуға күрә кешеләрҙең тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуы, урман-ҡырҙарҙы, йылғаларҙы таҙартыу эштәрен ойоштороу хәҙерге көндә лә бик актуаль.
Шулай итеп, тикшеренеү объекты - мифологик һыу образы, уның тәбиғәт донъяһындағы урыны.
Эҙләнеү эшемдең маҡсаты: онотола барған йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, уны балаларға ѳйрәтеү; халыҡ йолаларына ҡыҙыҡһыныу арттырыу,тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; мифологияла һыу образын өйрәнеү; һыу тураһында материалдар туплау.
Эш структураһы :
-тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән,ҡушымтанан тора.
I. Һыуға бәйле ғөрөф-ғәҙәт
Йола, тыйыуҙарға бәйле халыҡ ырым-ышаныуҙары — реаль күрһәтмә, ҡурҡытыу түгел, ә философия.
“Һыу — ҡатын сығанағы”, ти халыҡ. Тыуҙыра, туйҙыра, таҙарындыра, дауалай ул. Һин һыуға ҡараған мәлдә унда тулы сағылаһың. Ул һине һәр саҡ күрә. Һине белә ул. Ул тере, тере булғанға һиңә йыуынғанда ла, эскәндә лә, уйланғанда ла ләззәт килтерә. Әҙәмдең ише — һыу. Ҡәҙер итһәң генә ул һине тыңлай, шифайәт ебәрә, донъяңды гөл итә. Ҡәҙер итмәһәң...
Ҡатын сығанағы — һыу. Шуға ул барыһын да ыңғайлата ала. Һыуҙы ала бел, тота, уға бурыс ҡайтара ла бел.
***
Ҡояш ҡалҡмайынса һыу алырға ярамай. Им-том итергә генә, дауаға алыу мөмкин. Ҡояш нуры төшмәгән һыу уянмаған була. Һыу алғанда “бисмилла” әйтеп, ипләп кенә, тыныс күңел менән алырға кәрәк. Уның күңеле, аҡылы бар.
Ҡояш байығас, һыуға барырға, крандан ағыҙып алырға ла ярамай — һыу пәрҙәләнгән була, йоҡлай. Әгәр шулай тура килһә, һыуҙан рөхсәт алырға кәрәк. Әйтә торған һүҙе бар:
Эй, Һыу инәһе!
Әссәләмәғәләйкүм!
Аҡбуҙатлы ҡунаҡ килгән,
Самауырға һыу кәрәк!
Һыу бир, “өлөшөм”, — тиермен!
Йәки:
Һыу инәһе! Һыу бир,
Көндөҙ килеп булманы!
Ҡояш байығанда һыу алһаң, артыңды ҡамсылау кәрәк, ти ололар. Үҙенең мәғәнәһе бар. “Әгәр һыу алғанда рөхсәт алмаһаң йәки һыуға өлөшөн һалмаһаң, Һыу инәһе артыңдан эйәрә. Шуға борон кешеләр үҙебеҙҙе үҙебеҙ “ҡамсылай” инек, ҡайтыр юлда һыйыҡ сыбыҡ алабыҙ ҙа ҡамсылайбыҙ, тиҙәр. Ҡояш байығас, һыу алып ҡайтһаҡ, атай:
— Ана, ҡайтты һеҙҙең менән, һөйләшә хатта, — тиер ине.
— Кем?
— Һыу эйәһе!
— Беҙ бит ишетмәйбеҙ!
— Һеҙҙеңсә һөйләшмәй ул! — ти. — Ана, хәҙер өйгә инеп ултыра.
Ул йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә кеше булып өйгә инеп ултыра икән. “Һеҙҙең һыуығыҙ тәмһеҙ!” — тип илай, ти. Тауышы ишетелһә, шунда уҡ мылтыҡтан атҡандар. Ҡоро дары менән. Шаулап сығып китер булған да, тиҙәр.
Һыу самаһын тот — шифалы булыр
Мунсала йыуынғанда ла, бәләкәй сабыйҙы пакландырғанда ла, мәйет йыуғанда ла, кер сайҡағанда ла, иҙән йыуғанда ла һыу самаһын белеү кәрәк. Артығын тотонһаң, кейәһен (зыянын) күрәһең. Һәр ғәмәлдә пакланырға өс ҡаҙаҡ һыу етә. Мунса эйәһе: “Минең өлөшөмә керҙе”, — тип кешегә бошоноу ебәрә, ти.
Һыу инерҙән алда...
Кисен һыу йоҡоға тала. Төнөн һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Тик бер генә төндө һыу инергә ярай: ай тулған мәл — июндең 21-23-тәренә тура килгән төн ул. Ошо ваҡыт борон түлһеҙ ҡатындар, ҡыҙҙар һыу ингән. Йәш ҡатындар һыуҙан түл, бала һораған. Төнөн һыу ингән кешенең енес көсө кәмей, зәхмәт, китмәҫ ауырыу ҡағыла.
“Һыу инер алдынан ҡапыл-ғара йүгереп, шабырлап барып керергә ярамай. “Әҙәм һыуы (тире) минән оло түгел”, ти икән һыу. Һыу инәһе асыулана, быуындан ала, ти. Ул бит һинән, минән, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән дә оло. Рәтен белеп һыу донъяһын ихтирам итеү кәрәк”. Тирҙе һыу яратмай. Туҡтап сәләм бир, тирең кипһен, күңелең ултырһын. Һыу “ризалығы” тип, тәүҙә бер бәләкәй таш, еп йәки томбойоҡ япрағы һалаһың:
Һыу инәһе!
Иҫәнлек-һаулыҡҡа,
Таҙалыҡҡа һыу инәм,
Мине тотма — шуны тот,
Сир-сырхауымды йот! —
тиһең. Бер бөртөк сәсеңде лә шулай һыуға саҙаҡа итеп һалып була”.
“Тере һыу тылсымы — ғүмер ырымы”
“Һәр көн иртән тулы кәсә йә стакан менән һалҡын һыу эсергә кәрәк. Ил башына, ғаилә башлығына, үҙеңә һаулыҡ теләп, исемеңде әйтеп “бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип, аяғүрә тороп баҫып эсәһең. Тик яҡшы теләк теләйһең, һәр ағзаңа һаулыҡ юрайһың. Беҙҙең ата-бабанан, борондан килә был йола. Һыу һинең теләкте ишетә, шуға гел изге теләк, һүҙ, юрау әйт”.
Баланы мунса индергәндә, миндек менән сапҡанда әйтемләп торалар:
Һап! Һап! Һап! Һап!
Мунса ташы, бүрәнә башы,
Атаң киҫкән утын түгел,
Инәң яҡҡан мунса түгел,
Айыу, бүре балаһы!
Айыуҙай аға бул,
Бүреләй буға бул!
Ата-инәле –
Алтын ҡанатлы бул!
Минең ҡулым түгел,
Ғәйшә, Фатима (батман*, тиҙәр ҡайһы саҡ) ҡулы!
Ят та йоҡла,
Тор ҙа уйна!
Һап! Һап! Һап! Һап!
Олоно “оло” тип әйт,
Бабаны “баба” тип әйт,
Әбейҙе “әбей” тип әйт,
Ағайҙы “ағай” тип әйт,
Үҙеңдән олоно “ағай” тиң,
Үҙеңдән олоно “апай” тиң.
Һап! Һап! Һап!
С-у-у-п! Тьфү! Тьфү! Тьфү! — тип, баланың арҡаһынан аҫтан өҫкә табан һыуҙы һурып алып, ситкә төкөрөргә кәрәк. Шулай сир, күҙегеү бөтә. Бала матур үҫә. Һыу менән бергә кешегә иң яҡшы сифаттар “беркетелә”.
***
Мунса һыуына кер йыумайҙар, юғиһә, кеше өлөшө хаҡына зыян килә йәки мал үрсемәй. Бер мунсала ике рәт йыуынырға ярамай. Бөтмәгән булһа, һыуҙың иҫкеһен түгеп, яңынан ташыйҙар.
“Ярға сыҡҡан боҙ — Тәңре бүләге”
Боҙ оҙатыу йолаһы
Боҙ киткәнен ҡарап ҡалырға кәрәк. “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” — тип балалар ҡысҡырып йөрөй. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйтергә, һаулыҡ һорарға кәрәк.
Ямғыр саҡырыу
Башҡорттарҙа ямғыр саҡырыу йолаһы бар. Уны халыҡ йыл ҡоро килгәндә ҡулланған. Мәҫәлән, “Ямғыр бутҡаһы” тигән йола байрамы ваҡытында ямғырҙы саҡырғандар.
Оло инәйҙәр тау башына менеп ваҡ таш йыйып алып төшә. “Доға уҡып, әйтеү әйтеп уларҙы һыуға һалып ҡуялар. Тағы ла намаҙ уҡыйҙар. Ямғыр бер-ике көн яуғас, ул таштарҙы кире тауға мендерәләр”.
Аңлатма. Таш — борон-борондан бик ҙур тылсым сығанағы. Ныҡлығы, оҙаҡ йылдар буйы формалашыуы уны серле билге, үҙенсәлекле, хикмәтле белек йомғағы булараҡ ҡабул иттерә. Таш культы — башҡорттоң бик боронғо аманаты. Ә инде ҡояшта — Тәңрегә яҡын урында — тауҙа ятҡан таш, һыуға һалғас — һыу саҡырып ятыуына ишара.
***
Ямғыр саҡырыу өсөн борон ҡорбан салынған, уны “теләк салыу”, “ямғыр ҡорбаны” тигәндәр. Аят уҡылғас, ҡорбан ите бешкәнсе, өлкәндәр ямғыр намаҙы уҡый. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ айырым ултыра.
Һәр ике бәндә ихлас булырға тейеш. Ил, Ер-һыу хәлен һорап, доғала ултырғанда бөтөн йөрәгенән ҡушылып торорға бурыслы. Борон был йолаға сығыусылар кисен ниәт итеп ятһа, иртән ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейем кейенеп барған.
Һыу буйында һыу һибешеү була. Йәше, ҡарты, олоһо, кесеһе, хатта мулла үҙе лә — елән осон булһа ла һыуҙа сылатырға тейеш. Бер-береһен һыуға ташлау бөтөн ауылда ҡыҙыҡ уйынға әүерелгән. Йола хаҡы буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш түгел. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға, түтәлдәргә һыу һибелгән. Күнәктән һоҫоп сәсрәткәндә теләк әйтелгән. Балаларҙы инәйҙәр ауыл буйлап йүгерткән: “Барығыҙ, ямғыр теләгеҙ! Йәш кешенең теләге йәшендәй етеҙ, етер еренә етә!” — тигәндәр.
Балалар һамаҡлай:
Ямғыр, яу, яу, яу!
Иген үҫһен тау, тау,
Ваба сире булмаһын,
Астан халыҡ үлмәһен,
Яу, ямғырым, яу, яу!
Ҡара тәкә һуйырмын,
Башын һиңә ҡуйырмын,
Майын үҙем ашармын,
Тояғын һыуға һалырмын,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Бәрәмәстән, ҡоймаҡтан
Яу силәктән
Яу иләктән! Яу! Яу!
Шулай итеп, бала һамағында бик боронғо йолалар — һыуға ҡорбан салып бағышлауҙар сағыла.
Һыу һибешкәндә тик ир менән ҡатынға һыу һибешергә ярамай — аралары һыуына. Ауыл буйлап йүгереп, шаулашып балалар ҡайтыуға ямғыр яуыр булған, сөнки йолала әҙәм ихлас була.
Ҡар һыуына барыу тураһында
Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп- сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡырым тирәһе алыҫлыҡта булған.
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған.
Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға “ябылһа” (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай.
“Ҡар һыуынан ғөсөл ҡойондоҡ, икенсе ҡарға тиклем сирләмәйбеҙ тип. Аҙна буйы эсә инек, шифаһын алып”. “Мунса тышын, мейес, келәт аҡланыҡ, ҡар һыуына аҡбур иҙеп. Бөтөн өҫ кейемдәрен керле булмаһа ла сайҡап ҡуя инек ҡар һыуына. Шулай ҡәҙерле булды ул. Әбейҙәр, ҡартинәйҙәр шулай эшләй ине. Беҙ ҙә шулай иттек”, тип иҫләйҙәр өләсәйҙәр.
Ҡар һыуының юғары биологик активлы һыу икәне билдәле.Томск ҡалаһы ғалимдары 1958-1961 йылдарҙа кешеләр, хайуандар, үҫемлектәр күҙәнәктәрендә уйландырырлыҡ тәжрибәләр үткәреп, был иҫбатлауҙы нығытты. Сысҡандар менән үткәрелгән тәжрибәлә, енси үрсемгә ныҡ тәьҫир итеүе билдәләнде. Ә ирегән ҡар һыуы эскән тауыҡтар, ябай һыу эскән тауыҡтарға ҡарағандә ике тапҡыр күберәк йомортҡа һалғандәр. Бойҙайҙың уңышы 56 % ҡа, ҡыярҙыҡы 250% ҡа күтәрелгән. Төрлө йәштәге биш ауырыуҙы дауалағанда лә ыңғай һөҙөмтәләр биргән. Ҡандағы холестерин кәмегән, матдәләр алмашыныуы көсәйгән.
II. Ф.Ғ.Хисаметдинованың “Башҡорт мифологияһы һүҙлеге” менән ентекле танышып сыҡҡас, һыу темаһына ҡағылышлы түбәндәге мифик заттарҙың һәм күренештәрҙең аңлатмаларын яҙып алдым:
Һыу эйәһе аҡ төҫтәге кейем кейгән, тылсымлы таяҡлы ҡарт тип иҫәпләгән боронғолар. Һыу эйәһе көн һайын үҙенең биләмәләрен ҡарап сыға, кис еткәс яр ситенә сығып ултыра. Кешеләрҙе ҡурҡыныс тураһында иҫкәртеп, һыу аҫтына алып китеүе лә бар. Һыу эйәһенә оҡшамаған эш эшләү (һыу бысратыу һ.б.) бәхетһеҙлеккә килтерә. Башҡорттар һыу эйәһенә оҡшарға тырышҡандар. Мәҫәлән, һыуға беренсе тапҡыр барғанда, туй йолаһы буйынса ҡыҙ һыу юлында буш күнәк күтәрмәй. Һыуға ҡыҙ тәңкә йә икмәк һала: «Минең өлөшөмдө бир», – ти. Һыу эйәһен асыуландырыу ҡоро ерҙе һыу баҫыуҙарға килтерә. Илгә бәлә- ҡаза килер булһа, йылға-күлдәр ныҡ таша. Ямғырҙарҙың яуыу-яумауы ла һыу эйәһенең ҡулында, тип ышанғандар боронғолар. Кешеләрҙе һыу эйәһенә ҡорбан итеп һыуға ташлау ошонан килеп сыҡҡан да инде. Һыу эйәләренең аттарҙа йөрөргә яратыуы билдәле булған.Төн еткәс, һыу өҫтөндә атттарҙа сапҡандар, аттарҙың ялдарын тарап үргәндәр.
Ә һыу инәһен (Һыу ҡыҙы, Һыубикә, Һыуһылыу) матур һылыу ҡыҙ тип тә уйлағандар.Төн еткәс, таң алдынан йылғаның йәки күлдең яр ситенә ялтыр тәңкәле кейемдә сығып алтын тарағы менән оҙон сәстәрен тараған. Был турала “Аҡбуҙат”,”Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарында әйтелә.
Ағын Һыу. Ағын һыуға һоҡланып ҡарарға ярамай, һуңынан тота, ти. Быума менән ауырыған кешенең кейемдәрен ағын һыуға ташлайҙар, сире китһен тип. Ағын һыу яҡшыһын да, насарын да бирә. Ағын һыуға һоҡланып ҡарарға ярамай.
Йылға - ул ерҙең өҫкө һәм аҫҡы ҡаттарын тоташтырыусы мифологик урын. Уның хужаһы- һыу эйәһе. Илгә бәлә-ҡаза килер булһа, йылға-күлдәр ныҡ таша.
Йәншишмә. Тере һыулы шишмә. Йәншишмәнән һыу эстең – / Миңә ҡаршы көс иттең,/ Мәңге йәнең алалмам,/ Һине үлек итәлмәм. (“Урал батыр” эпосынан)
Ҡойонған һыу. Бәләкәй бала йыуындырған һыу. Күҙ тейһә, имсе әбей уҡынып таң һыуын алып баланы ҡойондора. Ҡойонған һыуҙы баҫылһын тип юлға һибәләр.
Ҡойондорған һыу. Бала тынысһыҙ булһа, илаһа, ҡойондорған һыуҙы ҡыҙыл эңерҙә берәйһенән ҡырға түктерәләр.
Ҡойо һыуы. Ҡойо һыуы изге тип иҫәпләгәндәр.
Ҡойо эйәһе I. Ҡойо эйәһенә тип ҡойоға тәңкә һалалар ине. Бәхет, именлек бирә тип. Ҡоҙоҡ эйәһе.
Ҡойо эйәһе II. Шишмә эйәһе.
Ҡот һыуы. Ҡот һыуы менән баланың битен, күҙен йыуалар, өс йотомон эсерәләр.
Ҡушылған һыу име. Килен булып төшкән кеше тыуған ерен һағынғанда, ике ерҙең һыуын ҡушып теләк теләгәндәр.
Ҡыҙыл һыуҙары ҡуш-ҡуш,/ Иҙел һыуға иш-иш./ Тәнгә булһын хуш-хуш,/ Ҡорт, ташты тиш-тиш.
Таңһыубикә – таң хужабикәһе, эйәһе. Таңһыубикә, миңә таң һыуы бир, - тип һыу һорап алғандар боронғолар. Таң һыуы.
Таңһыу алыу. Таң менән йылғанан таңһыу алып, шуны өшкөрөп ҡот ҡойғандар.
Таңһыу име. Магик имләү сараһы. Таңһыуҙы көн тыумаҫ борон алабыҙ, – тип һыуға барғандар.
Сайҡалған һыу. Насар, бысраҡ һыу. Сайҡалған һыуҙы кеше йөрөмәгән ергә сығарып түгәләр.
Сайпылыу. Һыуға башлау йолаһында килен һыуын сайпылтмай ғына алып ҡайтырға тейеш, сайпылтһа, бәхете китә.
Сайынды. Тәҙрә быялаһын, ише тотҡаларын сайған һыу. Балаға күҙ тейеп илаһа, сайынды менән битен, башын һөртәләр.
Сайынды һөртөү. Күҙ тейһә, ишек тотҡаларын сайып күҙеккән кешегә сайынды һөртәләр.
Сит һыу. Таныш булмаған ҡурҡыныс һыу. Сит һыуға барғанда һыу эйәһе риза булһын тип тәңкә һалалар.
Һыу юлы. Киленгә һыу күрһәтеү йолаһы. Ҡыҙ һыу юлында буш күнәк күтәрмәй. Һыуға ҡыҙ тәңкә йә икмәк һала: «Минең өлөшөмдө бир», – тип һыу эйәһенән үҙ өлөшөн һорай.
Сәс ағыҙыу. Һыуға сәс ташлау. Һыу ташҡанда ауырыуҙың сәсен ҡырҡып алып ағыҙалар, сире китһен, тип.
Ошо ағын һыуға сир-сор ағып кит,/ Күңеле паҡланһын, күҙҙәре асылһын,/ Ҡолағы ишетһен,/ Ауырыу башы һау булһын,/ Сәсен ҡырҡып ташлайым!/ Ағын һыуға ташлайым!»– тип, ошо һамаҡты әйтеп, сәсенең осон ғына киҫеп ташлағандар. Шулай сир ағып китә икән.
Таң һыуы.Сәскә күҙ тейһә, таң һыуы менән йыуғандар. Таң һыуы алғанда ошо әпсенде әйткәндәр:
Ни алам,/ Таң һыуы алам,/ Күҙ төшкәнгә,/ Күҙ тейгәнгә.
Тере һыу. Тереһыу кешегә һәм тирә-йүнгә мәңгелек йәшәү бирә тип ышанғандар. Тере һыу менән үле һыу.
Томбойоҡ. Һыу эйәһе сәскәләре. Томбойоҡ сәскәләрен ололар: «Һыу инәһе сәскәләре» тип өҙмәҫкә ҡуша торғайнылар.
Һыу. Йәшәү сығанағы, таҙарыныу ысулы. Ерҙән оло булмаҫһың, һыуҙан таҙа булмаҫһың (әйтем). Ут та бәлә, һыу ҙа бәлә, ут менән һыу булмаһа, тағы ла бәлә (әйтем)
Һыу ағымы. Ауырыу эйәләренең йыйылған урыны. Ҡола яланға күс, һыуҙың ағымына күс.
Һыу алыу. Һыу алыу йолаһы. Ҡояш байығас һыу алырға ярамай. Шул ваҡыт һыу инәһе яҡын була, тота тиҙәр. Алырға тура килһә: «Ҡунаҡ төштө, ҡунаҡ төштө, һыу бир», – тип алырға кәрәк.
Һыу батшаһы. Һыу эйәһе;
Һыу башлатыу. Киленгә һыу күрһәтеү йолаһы. Килен билбауын сискән ҡыҙ икенсе көн таң менән еңгәһенә һыу башлатырға килә.
Һыу зәхмәте. Һыуҙан килгән ауырыу. Шишмә һыуына таңда барырға ярамай, һыу зәхмәте тейә, тиҙәр.
Һыу инәһе. Һыуҙың әсәһе.
Ер инәһе ерән һаҡал,/ Һыу инәһе һыуған һаҡал. .
Һыу исемдәре.Һәр ваҡыт һыуҙың дүрт исемен әйтеп алырға: Вәсәҡҡәһем, Раббаһым, Шарабаһым, Тәһүрә.
Һыу ҡыҙҙары. Айҙың ун дүртендә ете төн уртаһында күл өҫтөндә һыу ҡыҙҙары сәстәрен тарай.
Һыу ҡыҙы. Көмөш тешле Һыу ҡыҙы, һыу бир. (әйтем)
Һыу өшкөрөү. Ауырыуҙан ҡотолоу өсөн, тел-теш баҫһа, һыу өшкөрөп ҡойонғандар.
Һыу пәрҙәһе. Ҡояш байығас һыу пәрҙәһен яба икән, шуға кисен һыу алырға ярамай.
Һыу саҡырыу. Яуын яумаһа, һыу саҡырабыҙ.
Һыу сарпыуы. Һыуэйәһенән ауырыу.
Һыу сәсәге. Ауырыу исеме . Һыу сәсәге сыҡһа, ярма менән тоҙ алып имләгәндәр.
Һыу ташыу. Һыу ташыуҙың үҙенең тыйыуҙары бар. Төндә һыу ташыу сир килтерә.
Һыу теләү. Һыу теләп торһон тип элек һаҙҙың уртаһына мал башы ҡуйғандар.
Һыу тотоу. Таныш булмаған йылғала кеше һыу инһә, эсһә, тәненә төрлө нәмә сыға. Уны һыу тотоуы тиҙәр. Йылға һыуын эсеп кешенең эсе ауыртһа, Һыу тотҡан, тиҙәр. Һыу тотмаһын тип, һыуға сәс, һүренте һалалар.
Һыу урлау.Ҡаты күҙле кешенең һыуын урлап күҙ тейгән баланы имләгәндәр.
Һыу үгеҙе. Һыу эйәһе. Танып бер- бер артлы дүрт кешене алды. Һыу үгеҙе алды.
Һыу хужаһы. Һыу эйәһе. Ҡояш байығас, һыу хужаһынан ғәфү үтенеп, рөхсәт алып һыу алабыҙ .
Һыу һалышыу. Ямғыр саҡырыу йолаһы.
Һыу һатыу. Туй йолаһынан һыу һатыу.
Һыу һибешеү. Һыу һалышыу.
Һыуһылыу. Мифик зат, оҙон сәсле матур ҡыҙ.
Һыу эйәһе. Ҡара сәсле ҡатын һүрәтендә килеп сыға. Һыу эйәһе ҡысҡырһа, кеше ала, тиҙәр.
Һыу юлы. Һыу юлдарым оҙон булһын, ғүмеркәйем аҡҡан һыуҙай саф һәм таҙа булһын.Һыуға башлау.
Һыу юлы күрһәтеү. Киленгә һыу юлы күрһәтеү булды. Һыу алырға барғанда килен һыуға тәңкә ташлай ине .
Һыуға ағыҙыу.Күҙ тейһә, баланың кейемен өҫтөнән йыртып алып ауылдан түбән һыуға ағыҙалар.
Һыубикә. Һыу эйәһе Һыубикә, һыу бир (әйтем)
Һыуға башлау. Киленгә һыу күрһәтеү йолаһы.
Һыуға ҡарау. Ауырыуҙан ҡотолоуҙың магик ысулы. Ағын һыуға ҡарап ултырһаң, сирең китә, тиҙәр.
Һыуға ташлау. Ямғыр теләүҙең магик ысулы.
Һыуҙан ҡағылыу. Һыуҙан ауырыу. Мине һыуға ырғыттылар, ауырыным. Имсе әбей һыуҙан ҡағылған, тип таш менән имләне.
Шишмә. Ер күҙе, төрлө йолаларҙы үткәреү һәм табыныу урыны, ер аҫты һәм өҫтөн бәйләүсе урын.
Шишмә эйәһе. Таңда шишмәнән һыу алһаң, шишмә эйәһе тота, тиҙәр.
Йомғаҡлау.
Кешеләр борон-борондан тәбиғәт күренештәренә үҙҙәре теләгәнсә йоғонто яһарға тырышҡандар. Шул ынтылыштар айырым ҡағиҙәләрҙең тыуыуына сәбәп булған. Был йола күренештәре кеше аңын мифологик ҡараштар биләгән тәүтормош дәүерҙәрендә үк барлыҡҡа килә башлаған. Хөрәфәттәр, серле заттарға ышаныу, им-том, әпсенләү,.тәбиғәт дауалары, теләктәр, һынамыштар, юрауҙар бирелгән. Һыу кешене ғүмер юлында оҙата: тыуым, бала бағыу, бала бәпләү, туй, кешене ҡайтмаҫ юлға оҙатыу күренештәре менән тығыҙ бәйләнештә бирелә. Кешеләр төрлө сихри заттарға ышана. Улар донъяны өс ҡатлы тип иҫәпләгән: Күк, Ер, Һыу, Ер аҫты.
Сир –зәхмәттән арындырыу өсөн һыуҙы ҡулланалар.Һыу менән бәйле им-том, арбауҙар, ырым, алғыш әйтеү, ғөрөф- ғәҙәттәр ҙә күп урын алған. Был аңлатмаларҙан күренеүенсә, кешеләр һыуҙы ҡулланыусы ғына, уның көсөн, файҙаһын күреүсе генә булып йәшәмәгән. Кешеләр һыу менән килешеп йәшәргә тырышҡан. Һыуҙы ололағандар, данлағандар, уға оҡшарға тырышҡандар икәнлеге лә асыҡ күренә.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1.Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек. Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б.
2.Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры.-Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте,1995.-560 бит.
3.Абдрафиҡова Ә.Б. «Ҡар һыуына барыу йолаһы» .Өфө,1987.
4. Ғөбәйҙуллина ф. Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары. Өфө.Китап.2011.
ҠУШЫМТА:
Тикшеренеү ваҡытында оло быуын кешеләренән һыу темаһына ҡағылышлы мәҡәлдәр яҙып алдым:
Аҡҡан һыу кире ҡайтмай.
Аҡҡан һыу юлын табыр.
Аҡҡош күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр.
Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа.
Ағыр һыуҙың ҡәҙере юҡ.
Ағымға ҡаршы йөҙөү ауыр.
Аҡҡан һыу кире ҡайтмай.
Аҡҡан һыу юлын табыр.
Аҡҡан һыуҙа монтар юҡ.
Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа .
Аҡмаһа ла тама.
Ағиҙел ҡаты аҡһа ла, ҡомо ҡалыр;
. Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер һыйыр.
Ағиҙелдең башы — Ирәмәл.
Алйотҡа әйткән кәңәшең ағып киткән һыуға тиң.
Бер болғанмай һыу ҙа тонмай.
Балыҡ һыу өҫтөндә уйнаһа, ямғыр була.
Иләктә һыу тормаҫ, тинтәктә һүҙ тормаҫ.
Үткән ғүмер - аҡҡан һыу.
Изгелек ит тә, һыуға ташла –халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер. Күлде ҡамыш матурлай, ирҙе намыҫ матурлай.
Ҡомо юҡ һыу булмаҫ, яғаһы юҡ тун булмаҫ, законы юҡ ил булмаҫ.
Иҙел күрмәй итек сисмә.
Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.
Күлде ҡамыш матурлай, ирҙе намыҫ матурлай.
Иләк менән һыу ташымайҙар.
Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.
Һыу бешеү менән май төшмәҫ.
Һыуға инмәй йөҙөргә өйрәнеп булмай.
Шәп аҡҡан йылға тиҙ ҡорор.
Бер үк һыуға ике инмәйҙә
Һыйлағанда һыу булһа ла эс.
Игенсе ямғыр теләй, юлсы аяҙ теләй.
Ямғыр булһа, йәнең тыныс.

Рождественский венок

Нора Аргунова. Щенята

Упрямый зяблик

"Разделите так, как делили работу..."

Круговорот воды в пакете