• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Инша Динис Бүләковтың әҫәрҙәрендә һуғыш темаһы”

Опубликовано Байрамғолова Гөлнур Рәүф ҡыҙы вкл 28.04.2020 - 10:35
Байрамғолова Гөлнур Рәүф ҡыҙы
Автор: 
Хужина Эмилия,8
Динис Буләковтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған иншалар конкурсы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dinis_bulkovtyn_75_yyllygyna.docx41.25 КБ

Предварительный просмотр:

                Инша

Динис Бүләковтың әҫәрҙәрендә һуғыш темаһы”

(Динис Буләковтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған

            иншалар конкурсы)

     

              Башҡарҙы: Хужина Эмилия,8

              Башҡортостан Республикаһы Салауат районы    

              муниципаль районы муниципаль бюджет

              дөйөм белем биреү учреждениеһы 

              1-се һанлы Малаяҙ урта дөйөм белем биреү мәктәбе

                         Етәксеһе:  Байрамғолова Гөлнур Рәүеф ҡыҙы

                         Башҡортостан Республикаһы Салауат районы  

                         муниципаль районы муниципаль бюджет

               дөйөм белем биреү учреждениеһы 

               1-се һанлы Малаяҙ урта дөйөм белем биреү мәктәбе

               

                         Малаяҙ- 2019

   

                  Сочинение  

«Тема войны в произведениях Диниса Булякова»

 (посвящено75- летию со дня рождения Диниса Булякова).

           Выполнила: Хужина Эмилия,8 класс

           Муниципальное бюджетное  общеобразовательное учреждение

           средняя общеобразовательная школа №1 села Малояз

           муниципального района  Салаватский район

           Республики Башкортостан

           Руководитель:  Байрамгулова Гульнур Рауфовна,

          муниципальное  бюджетное  общеобразовательное учреждение

          средняя общеобразовательная школа №1

          села Малояз  муниципального района

           Салаватский район Республики Башкортостан

                    Малояз-2019

   Герой. Батыр. Ҡыйыу. Ҡаһарман...

Кемдәр улар? Ҡайҙа тыуғандар һәм үҫкәндәр? Ниндәй батырлыҡ күрһәткәндәр һәм ниндәй награда алғандар икән?

  Ғөбәйҙуллиндар, Матросовтар шикелле күкрәгең менән дошман амбразураһын ҡаплаумы, әллә үҙең ас саҡта һуңғы һыныҡ икмәгең менән бүлешеүме? Кешеләр төрлө – төрлө булған кеүек, батырлыҡ та күп төрлө шул.

  Батырлыҡ һүҙенең төп мәғәнәһен һәр кем үҙенсә аңлай.

 Минеңсә,батырлыҡ кешенән сикһеҙ ихтыяр көсө, тәүәккәллек, үҙ-үҙеңде аямауҙы талап   итә.

  Батырлыҡ ул – рухи матурлыҡ… Шуға күрә лә халҡыбыҙ кеше күңеленең рухи бөйөклөгөн юғары баһалаған . Батырҙарҙың ҡылған изге эштәре, данлы исемдәре әкиәттәргә күскән, йырҙарҙа йырланған. Шул оло  батырҙарыбыҙ алдында элекке осор кешеләре генә түгел,  хәҙерге быуатта йәшәүселәр ҙә баш эйәләр.

  Эйе, борон-борондан башҡорт ере үҙенең батырҙары менән дан тотҡан. Урал, Салауат, Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, Кинйә, Алдар, Аҡай, Шәғәле Шаҡман, Шәһит, Миңлеғәли Шайморатовтар... Был исемлекте әле оҙаҡ ҡына дауам итергә була. Улар минең хәтерҙә көс-ҡеүәте ташып торған олпат кәүҙәле, йыуан беләкле, киң күкрәкле, үткер ҡарашлы, изге һәм йомшаҡ күңелле, ғәжәйеп көскә эйә булған ир-заттары тип һаҡланған. Гел ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө эҙләүсе шәхестәр. Уларҙың яҙмыштары һәм ҡылған батырлыҡтары төрлө булһа ла, төп маҡсаттары бер – халыҡҡа ярҙам итеү, уны мәкерле батша, дейеү йә юлбаҫарҙар иҙеүе кеүек бәләләрҙән ҡотҡарыу, тыныслыҡ өсөн көрәшеү...

   Бала саҡтан шул батырҙар тураһында әкиәттәр, легенда-риүәйәттәр,  хикәйәләр, шиғырҙар уҡып үҫтем.

   Ә Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәрҙе уҡып, күпмелер дәрәжәлә һуғыштың ни икәнлегенә төшөндөм. Әммә уның ябай халыҡҡа ни тиклем ҡайғы-хәсрәт, яфа, ауырлыҡтар алып килгәнлеген, минеңсә, һуғыштан һуңғы осорҙо яҡтыртҡан, был осорҙа йәшәүселәрҙең тормошон һүрәтләп биргән әҫәрҙәр ярҙам итә.

 Шундай  әҫәрҙәрҙең береһе Динис Бүләковтың “Яралы китап” хикәйәһе.      

        Динис Бүләков йәмле Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан Мәләүез

районының Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән яҙыусы, журналист.

Ул күп кенә хикәйәләр, повестар, романдар авторы. Уның иң тәүге һәм иң аҙаҡҡы әҫәрҙәре беҙгә,балаларға, арналған. Бөтә ижады менән беҙҙең күңелдәрҙә матурлыҡҡа һоҡлана белеү осҡонон ҡабыҙырға, изгелектең ҡасан да булһа еңәсәгенә ышандырырға тырышҡан яҙыусыларҙың береһе ул.

 Уның тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: “Ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө, ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратыр ине,”-тип яҙған.

   Исемдәре һәйкәлдәргә яҙылған  батырҙар беҙҙең тыуған еребеҙҙе немец фашистарынан һаҡлап ҡорбан булғандар. 1941 йылда Гитлер ғәскәрҙәре беҙҙең илгә баҫып инеп, халыҡтың тыныс тормошон өҙә, әллә күпме ҡайғы-хәсрәт алып килә.

  Хикәйәлә  Йәтимәк ауылы халҡы тураһында һүҙ бара.Унда һуғышҡа тиклем ни бары утыҙ биш өй булған. Ауыл бөтөүгә барғанға күрә, етемлеккә ишара яһап, ауылды Йәтимәк тип атағандар. Бында халык башлыса һунарсылыҡ менән көн күргән.

  Ил алдында ауыр һынау көндәре килеп еткәс, ауыл халҡы дәррәү күтәрелгән, 34 ир-егетте яуға оҙатҡан. Утыҙ бишенсе йорттоң хужаһы Илғужа ағай һуғышҡа тиклем һунарҙа яраланып ҡайтып, донъя ҡуйған була. Әммә сәмсел ғаилә ил иңенә ишелгән аяуһыҙ һынауҙан ситтә ҡалғыһы килмәй. Ике балалы тол ҡатын, уҡытыусы,ҡәйнәһенең  ризалығын алып, фронтҡа китә, ут һыҙығына баҫа. Көслө рухлы ,ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле, илһөйәр,тура һүҙле ҡатын яу ҡырында ҡыйыу санитарка була.Иң ҡаты яуҙарҙа ла ҡурҡып ҡалмай , бик күп совет яугирҙарын һуғыш яланынан алып сыға башҡорт ҡыҙы. Улар, яңынан сафҡа баҫып, аҙаҡ әллә күпме ҡаһарманлыҡтар күрһәтә. Шулай булғас, Фәғилә апай – ысын мәғәнәһендә ҡаһарман!

 Тик бер фашист пуляһы уның ғүмерен өҙә… Уның ҡарауы, ул командирҙы ҡотҡара.

 Уның ғүмерен өҙгән пуля һәр саҡ янында йөрөткән китапты ла “яралай”. Эйе, сумкалағы “Ҡорос нисек сыныҡты?” китабы ла тишкеләнгән, яраланған була. Мәктәп музейында урын аласаҡ был китап – яугир башҡорт ҡатынының ейәне, уҡыусы Әсләм өсөн ғорурланырлыҡ рухи таяныс ҡына түгел, ә быуындар бәйләнешен нығытыр изге ҡомартҡы ла. Шуға ла малайға яуҙа һынатмаған Фәғилә өләсәһенең тауышы ишетелгәндәй: “Кешегә ғүмер бер генә бирелә…”

  Фәғилә әбейҙең батырлығы тураһында уҡығанда, минең күҙемә ла йәштәр килде. Эйе, кешегә ғүмер бер генә бирелә. Һәм һәр кеше уны лайыҡлы үтергә тейеш. Илеңә, халҡыңа хеҙмәт итһәң, изге эштәр башҡарһаң, ғүмерең бушҡа үтмәйәсәк. Фәғилә апай  ҙа ғүмерен халҡы өсөн биргән. Уны хаҡлы рәүештә батыр тип әйтергә була.

  "Ауылымдың аҡ өйҙәре" хикәйәһендә ваҡиға Ташморон ауылы халҡына бәйле. Яҙ-йәй еттеме был ауылда бөтә өйҙәрҙе тыш яҡтан ағартып ебәргән булалар. Йыл һайын күмәк өй бер булып һөйләшәләр ҙә, йәшникле арба егеп, ауылдан утыҙ саҡрым ятҡан Алатауға аҡ балсыҡҡа китәләр. Муйылдар сәскә атҡан кеүек, Ташморондоң өйҙәре лә ялтлап киткән.

   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш касафаты был ауылда ла үҙенең эҙен ҡалдыра. Ауыр йылдарҙа кемдәргәлер тормошта тигеҙ юлдар эләгә, кемдер тау- таштарҙы, юлына арҡыры төшкөн шырлыҡтарҙы йырып атлай. Шунан тормоштоң йәмен таба улар.        Әммә бына шул һуҡмаҡтарҙа аҙашып китеүселәр ҙә осрап ҡуя. Ундайҙар, аҙаҡ дөрөҫ юлға сыҡһалар ҙа, үткәндәре менән йәшәйҙәр. Хәтирәләрҙә йыуаныс, кинәнес табалар.

  Ғәйзулла ағай фронттан аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан кеше. Һуғыштың тәүге көндәренән алып, санитар булып хеҙмәт итә. Аяҡһыҙ ҡалғас,ауыр контузия ла алғас, төшөнкөлөккә бирелә. Тол ҡалған (ире Кирәмәт ағай фронтта һәләк була) Мәхмүзә апай менән  тормошон бәйләгәс кенә ,ул үҙен-үҙе ҡулға ала һәм һәйбәт тормош көтә башлай.

  ”Йәшәү кешегә бер генә бирелә. Шуға  кешесә йәшәп ҡалырға кәрәк”,- тип әйтә Ғәйзулла ағай ҙа.

 "Ауылымдың аҡ өйҙәрендә"ге аҡ балсыҡ та тормошто паклап, рухи камиллыҡҡа саҡырып торғандай була..

Ике хикәйәнең дә төп геройҙары —бөгөнгө тормошто төҙөүсе көслө рухлы матур кешеләр.

 Эйе, илебеҙҙе дошман алғанда, бер кем дә ҡул ҡаушырып ултырмаған. Бәләкәйе лә, олоһо ла, ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яуға киткән һәм, дошманды ҡыйратып, илебеҙҙе ҡотҡарған. Беҙ уларҙы бер ҡасан да оноторға тейеш түгел. Үҙҙәре үлһә лә, исемдәре халыҡ хәтерендә мәңге йәшәргә тейеш. Ә яуҙа йөрөп иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарының, бөгөнгө көндә беҙҙең арала булғандарының ҡәҙерен белеп, ярҙам итеп торорға кәрәк.

  Динис Бүләковтың ижад юлы ҡыҫҡа булһа ла, ул бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы, әҫәрҙәрендә онотолмаҫлыҡ образдар тыуҙырҙы. Беҙ, уҡыусылар, уның яҙғандарын һәр саҡ яратып уҡыясаҡбыҙ.

 


Поделиться:

Заповеди детства и юности

Как напиться обезьяне?

Рисуем "Ночь в лесу"

Вода может клеить?

Крутильный маятник своими руками