Творческая работа ученицы посвящена исследованию развития жанра “Хитап” в башкирской литературе.
ХИТАП (араб.), литературный жанр, поэтический монолог-обращение, адресованный народу или отдельной социальной группе и выражающий оценку общества и нравственных явлений жизни. На формирование жанра оказали влияние творческие традиции йырау и сэсэнов. Основной особенностью Хитап является дидактическая направленность. По содержанию и функции близок к кубаиру.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 51.63 КБ |
Башҡорт поэзияһында хитап жанрының үҫеше
Хөсәйенова Зәлифә
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
I. | ИНЕШ. | |
II. | ТӨП ӨЛӨШ. Башҡорт поэзияһында хитап жанрының үҫеше. | |
2.1. | Сәсәндәр – хитап жанрына нигеҙ һалыусылар. | |
2.2. | Мәғрифәтселәр ижадында хитап жанры. Мифтахетдин Аҡмулла һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев – хитап жанрына тос өлөш индергән мәғрифәтселәр. | |
2.3. | XX быуат башындағы әҙәбиәтебеҙ тарихында хитап жанры: | |
| ||
| ||
| ||
| ||
2.4. | Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хитап жанрының үҫеше. | |
2.5. | Бөйөк Ватан һуғышынан һуң һәм совет йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу осоронда хитап жанры. | |
2.6. | Хитап жанрын бөгөнгө көндә дауам итеүсе шағирҙар. | |
III. | Минең үҙем ижад иткән хитаптарым . | |
IV. | Йомғаҡлау . | |
V. | Ҡулланылған әҙәбиәт. | |
Ҡушымта (минең үҙем ижад иткән хитаптарым)………………. |
I. ИНЕШ
Ғ. Хөсәйенов билдәләүенсә, хитап (ғәрәпсә – өндәшеү) – халыҡҡа махсус рәүештә мөрәжәғәт итеп яҙылған әҫәр. Уның яҙма поэзия жанры булараҡ формалашыуында ауыҙ-тел әҙәбиәтебеҙ вәкилдәренең (йырау һәм сәсәндәрҙең) ижад традициялары ҙур роль уйнай. Урта быуаттарҙа, айырыуса XVII-XVIII йөҙ йыллыҡтарҙа, сәсәндәрҙең халыҡ алдындағы шиғри әйтештәре, поэтик оран – мөрәжәғәттәре һәр саҡ яҙма әҙәбиәттән алда йөрөй һәм мөһимерәк урын биләй. Артабан, XIX быуатта, башҡорт шағирҙары үҙ заманында сәсәндәр ижадында киң үҫеш алған, хитап жанрын яңы шиғриәт тупрағына «күсереп ултырта» һәм ижади үҫтерә башлайҙар. Аҡрынлап ул Сафуан Яҡшығолов, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич һәм, әлбиттә, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек шағирҙар ижады йөҙөндә манифестацион - публицистик характерҙағы шиғриәтебеҙҙең асылын билдәләүсе төп жанрға әүерелә.
Хитап жанры XX быатта ла, шулай уҡ бөгөнөгө көндә лә үҙенең актуаллеген юғалтмай: шағирҙар йәмғиәтебеҙ тормошонда иң мөһим, хәл иткес ваҡиғалар ваҡытында әленән-әле халыҡҡа мөрәжәғәт формаһында ижад итәләр, туған телебеҙҙе, ер-һыуыбыҙҙы, илебеҙҙе һаҡларға, яҡларға өндәйҙәр. Бына шуға күрә лә инде мин хитаптарға иғтибарымды йүнәлттем, шағирҙарыбыҙҙың оран-мөрәжәғәттәрен өйрәнеп, үҙемде лә ошо жанрҙа һынарға ҡарар иттем.
Ғилми-тикшеренеү эшенең актуаллеге:
Беренсенән, ниндәй генә осор әҙәбиәтенә күҙ һалһаҡ та, сәсәндәр, шағирҙар йәмғиәт тормошондағы мөһим һәм хәл иткес ваҡиғалар барышында халыҡҡа поэтик мөрәжәғәт менән өндәшәләр, илде, телде, ер-һыуҙы һаҡларға, яҡларға саҡыралар.
Икенсенән, хитаптар идея - тематик йөкмәткеһенең фәһемлелеге яғынан хәҙерге заман йәштәрендә белем алыуға ынтылыш, тыуған илгә һөйөү, туған телгә хөрмәт, күңел сафлығы тәрбиәләүсе жанр.
Өсөнсөнән, был жанрҙың башҡорт поэзияһында үҫеш юлдары ныҡлап тикшерелмәгән һәм ғилми хеҙмәттәр баҫылып сыҡмаған.
Ғилми-тикшеренеү эшенең маҡсаты:
Башҡорт поэзияһы тарихында хитап жанрының иң оператив һәм продуктив жанр булыуын иҫбатлау.
Ғилми-тикшеренеү эшенең бурыстары:
1. Хитап жанры тураһында киңерәк мәғлүмәт туплау.
2. Ижад менән шөғөлләнеүсе йәштәр араһында хитап жанры менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы арттырыу һәм артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Тикшеренеү эшенең теоретик әһәмиәте:
1. Ғилми-тикшеренеү эшен алдағы уҡыу йылында төрәнәйтеп өйрәнергә һәм рус шағирҙарының халыҡҡа өндәү-мөрәжәғәттәре менән сағыштырып, уларҙың уртаҡ яҡтарын билдәләргә мөмкин.
2. Ғилми-тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен артабан поэзия жанрына ҡағылышлы тикшеренеүҙәрҙә ҡулланырға мөмкин.
Тикшеренеү эшенең ғәмәли әһәмиәте:
Тикшеренеү һөҙөмтәләрен (материалдырын) башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ғәмәли материал рәүешендә ҡулланырға була.
I. Төп өлөш. Башҡорт поэзияһында хитап жарнрының үҫеше
1.1. Сәсәндәр – хитап жанрына нигеҙ һалыусылар.
Мин үҙемдең ғилми эшемде яҙыр алдынан хитап жанрының Урта быуат (XII – XVI) әҙәбиәтендә, XVI – XVIII быуаттар әҙәбиәтендә (йырауҙар, сәсәндәр ижадында), XIX быуат әҙәбиәтендә (мәғрифәтселәр ижадында), XX быуат һәм хәҙерге әҙәбиәттәге үҫеш юлын ҡарап үттем.
Мәҫәлән, Урта быуат әҙәбиәтендә мин Ҡотб, Хәрәзми, Кәтип, Сараи, Ҡолой кеүек авторҙарҙың шиғриәт ҡомартҡылары - әҙәп-әхлаҡ, өгөт-нәсихәт өлгөләре менән таныштым. Шулай уҡ Һабрау, Асан-Ҡайғы, Ерәнсә, Ҡобағыш, Ҡарас, Байыҡ, Буранбай-Йәркәй кеүек йырауҙар, сәсәндәрҙең ижадында ла мөрәжәғәт формаларының күҙәтелеүенә иғтибар иттем.
Тикшеренеүҙәрем һөҙөмтәһендә шуны белдем: әҙәбиәтебеҙ тарихында сәсәндәр хитап жанрының формалашыуына һәм артабанғы үҫешенә нигеҙ һалғандар. Һүҙ оҫталарының шиғри әйтештәре, поэтик мөрәжәғәттәре башҡорт әҙәбиәтендә ҙур урын биләп тора. Сәсәндәр борон илгә яу килгәндә йәки ил – йорт эсендә ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр килеп тыуғанда шиғри һүҙ, ҡобайыр менән йыйындарҙа халыҡҡа мөрәжәғәт итер булғандар. Мәҫәлән, Салауат Юлаевтың «Салауат телмәре» йәки «Бүгәсәүгә ҡушылып …», Байыҡ сәсәндең халыҡҡа француз илбаҫарҙарына ҡаршы яуға сығырға саҡырып әйткән ҡобайырҙары быға миҫал булып тора.
Шулай уҡ Байыҡ Айҙар сәсән дә үҙенең поэзияһында француздарға ҡаршы яуға китеүселәрҙең иҫән ҡайтыуҙарын теләп оҙатып ҡалыусыларға бай, тәрән йөкмәткеле йыр сығара:
«Әрмеләргә китә, ай, башығыҙ,
Буҙ балалар, инде хушығыҙ.
Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп,
Иҫән йөрөп ҡайтһын башығыҙ».
Башҡортостандың халыҡ сәсәне Сәйет Исмәғилев тә үҙенең ижадында хитап жанрын бик оҫта ҡуллана. Ул «Минең йырҙарым» тигән шиғырында ҡыҙы-улдарына былай тип мөрәжәғәт итә:
«Йырым тыуып тора йөрәгемдә,
Тыңлағыҙ һеҙ, ҡыҙым-улдарым.
Ишетегеҙ, ҡала, ауылдарым,
Сәскәләргә сумған ҡырҙарым».
Уның «Салауат батыр» шиғыры ла бик үҙенсәлекле. Сәсән башҡорт халҡының бөйөк батырына өндәшә:
«Эй,Салауат, батырым,
Үҙ халҡыңды йыйғанһың...».
Сәсәндәрҙән һуң хитап әҙәбиәтебеҙҙәге иң популяр поэтик жанрҙарҙың береһенә әүерелде. Бигерәк тә Мифтахетдин Аҡмулла мөрәжәғәттәре ғәжәп бай тәрбиәүи йөкмәткеһе менән айырылып торҙо.
2.2. Мифтахетдин Амулла һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев - хитап жанрына тос өлөш индергән мәғрифәтселәр
М.Аҡмулла хитаптары - ысын мәғәнәһендә гражданлыҡ ялҡыны, тәнҡит рухы менән һуғарылған ижад емештәре. Мин мәғрифәтсенең «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», “Замана ғалимдарына”, “Егетлек хасиәте – мәғрифәттә”, “Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе”, “Нурғәли хәзрәткә асыҡ хат”, “Инсафлыҡ”, “Йырау”, “Бәхет”, “Һауаланма”, “Кәңәш”, “Нуржанға” хитаптары менән таныштым. Улар фольклорҙың афористик жанрҙары, традициялары менән тығыҙ бәйләнгән. Шағирҙың әҫәрҙәре - йәмғиәттәге кире күренештәргә, кеше кәмселектәренә ҡаршы көрәш рухы. Улар ижтимағи тормоштоң фән, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә прогрессив үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн ҡыйыу сығыш яһау идеяһы менән һуғарылған. Үҙенең көрәшеүсе шиғриәт концепцияһын Аҡмулла наҙан муллалар, ҡомһоҙ байҙар, төрлө власть әһелдәре менән бәхәстә раҫлай (“Замана ғалимдарына” хитабы).
Аҡмулла бөйөк Салауат Юлаевтан һуң беренсе тапҡыр «башҡорттарым» тип мөрәжәғәт итә һәм хитап жанрының үҫеү тарихында иң сағыу әҫәрҙәрҙең береһен тыуҙыра.Унда шағир халҡын вайымһыҙ ғына ҡиәфәттә ялҡытҡыс өгөт-нәсихәт уҡыусы сифатында түгел, ә хәстәрлекле атайҙарса аң-белемгә, һөнәргә дәртләнеп, янып-талпынып өндәүсе агитатор ролендә сығыш яһай, шиғыр юлдарына мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған ялҡынлы хис-тойғоларын, әсенеү-һыҡраныуҙарын һәм өмөттәрен һала:
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Йомғаҡлап әйткәндә, М. Аҡмулланың хитаптарында өгөт-нәсихәт, аҡыллы кәңәш халыҡҡа тапҡыр фекер, ғибрәтле хәл, тасуир аша еткерелә, үтемле һүҙ рәүешен ала.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың «Васыят һәм нәсихәт», «Нәсихәт», «Бәйет», «Дуҫҡа», «Йомран иле» хитаптары әҙәбиәтебеҙҙә ҙур урын алып тора. Поэзияға әҙип беренсе сиратта аң – белем һәм әхлаҡи тәрбиә дәреслеге итеп ҡарай. Шуға ла уның «Нәсихәт», «Бәйет», «Васыят һәм нәсихәт» кеүек тәүге шиғырҙарында өгөт – нәсихәт өҫтөнлөк итә. Шағир, кешенең йәмғиәттәге урыны һәм дәрәжәһе байлыҡ менән түгел, ә башҡарған эше, белем һәм әхлаҡ кимәле менән билдәләнергә тейеш тип, үҙ халҡын ғилемгә, юғары мәҙәниәткә һәм әхлаҡ сифаттарына эйә булырға өндәй:
“Васыятым былдыр һеҙгә, балаларым,
.....Ишетегеҙ хәлдәрем бар саҡтарымда”.
Мәғрифәтсе «Дуҫҡа» тигән шиғырында яҡындарынан айырылғандарҙы, ни тиклем ауыр булһа ла, янып - көйөп бармаҫҡа, сабыр булыу кәрәклегенә төшөндөрә.
Шулай итеп, Өмөтбаев әҙиптәрҙең барыһына ҡарағанда ла үҙ халҡына һәр ваҡытта ла яҡын тора. Бөтә күңеленән башҡорттарҙың һәр йәһәттән алға китеүен теләп, үҙенең өгөт-нәсихәттәргә, васыяттарға, аҡыллы кәңәштәргә бай хитаптарын ижад итә.
2.3. XX быуат башындағы әҙәбиәтебеҙ тарихында хитап жанры.
Сафуан Яҡшығоловтың милли рухлы хитаптары.
Башҡорт поэзияһының үҫеш юлында Сафуан Яҡшығоловтың да милли рухлы хитаптары күренекле урын тота. Ул туған халҡын башҡа алдынғы халыҡтар менән тиң булыр өсөн М. Өмөтбаев, М. Аҡмулла шикелле уҡырға, аң-белемгә өндәй. Алға китештең, прогрестың мөһим сараһын шунда күрә.
«Башҡорт ағаларыма хитап» әҫәре лә ошондай уҡ рухта яҙылған. Шағир туған халҡын башта вайымһыҙлыҡ йоҡоһонан уянырға саҡыра:
«Һәр урында төрлө милләт ҡуҙғалыша,
Мәғариф, тәрәҡҡигә юлдар аса,
Һеҙҙәр йоҡлап ятаһыҙ һаманғаса,
Ниңә уянмайһыҙ һаман, башҡорттарым?”
С. Яҡшығоловтың тағы ла “Ҡурай”, “Йәшлек дәрте”, “Башҡорттарҙың боронғо ҡәберстанынан бер сада”, “Башҡорт хәлдәре”, “Донъя тәгәрмәсе”, “Дим буйы” исемле хитаптары билдәле.
Мәғрифәт, ғилем – прогрестың төп юлы шул тигән идеяны уҙғара әҙип үҙенең хитаптарында. Әммә был фекер менән генә килешеп ҡалмай, халыҡтың артта ҡалыуының төрлө сәбәптәрен эҙләй. Был хаҡта уйланып, туған халҡының бөгөнгө хәленә, киләсәгенә ҡараш ташлай, тарихҡа байҡау яһап, замана кешеләренә мөрәжәғәт итә, уяу, белемле булырға саҡыра.
Ғәлә Хоҙаяров һәм Кәшфи Ҡәрипов ижадында хитаптар.
Ғәлә Хоҙаяров һәм Кәшфи Ҡәрипов кеүек шағирҙарҙың ижадында ла башҡортлоҡ рухы менән һуғарылған хитаптарҙы осратырға мөмкин. Ғ.Хоҙаяров үҙенең «Башҡорт халҡына хитап» әҫәрендә башҡорт халҡына былай тип өндәшә: «Күңелегеҙ төшкән түбәнгә, ҡайҙа асыҡ күңелегеҙ, Кеҫәгеҙҙә бер тин дә юҡ, ҡайҙа байлыҡ көнөгөҙ?» «Күҙ йәштәрем», «Шағирҙарға» әҫәрҙәре лә хитап жанрының күркәм үрнәктәре булып тора.
К. Ҡәриповтың “Һөйәм”, «Яҙ килә» шиғри әҫәрҙәре билдәле. “Яҙ килә” хитабында туғандарына, дуҫтарына тиҙҙән яҙҙың шәп, матур көндәре етеүен, һәр әҙәмдән ҡайғы - хәсрәттәр китеүен белдерә, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылырға саҡыра.
Мәжит Ғафури – ялҡынлы хитаптар авторы
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҙа бихисап хитаптар ижад иткән. Ул тимер юлын беренсе мәртәбә күреп, үҙенең уй-тәьҫораттарын «Себер тимер юлы йәки милләттең хәле» әҫәрендә тулҡынланып һүрәтләй. Был юл тирәһендә ултырған татар, башҡорт халҡының бер нимә аңламай, ишан тирәһенә барып мөрит булыуҙан бушамай, хөрәфәт эсендә йәшәүҙәрен күреп, үҙ поэтикаһында:
«Кил милләтем, һәнәр, ғилемгә тырышайыҡ,
Бил бәйләп, майҙанға сығышайыҡ», - тип яҙһа,
“Шатлыҡ” шиғырында ул илгә демократик ирек, хөррирәт көндәре килеренә ныҡлы ышанып, халыҡта көрәшкә ҡуҙғалырға өндәй:
«Ҡулыбыҙҙан бығау, сынйыр алынғанда,
Ҡуҙғалайыҡ, әфәнделәр, беҙ тиҙерәк!».
Октябрь революцияһы айҙарынан алда ғына Карнилов фетнәһе айҡанлы яҙылған «Аждаһа» шиғырында:
«Эһле хөрриәт, тағы ҡуҙғалығыҙ!..
Баш күтәрмәксе була дошманығыҙ…»,
тигән юлдар менән тағы ла халыҡты азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәрелергә саҡыра.
Шағирҙың ялҡынлы пафос менән һуғарылған «Күңелгә», «Хөрриәткә ҡаршы тороусыларға», «Ирекле көндәр», «Ҡурҡмағыҙ», “Юҡтырһың да алла”, “Кем ул”, «Башҡа мәмләкәттәрҙә», «Ҡыҙыл байраҡ», «Бир ҡулыңды» кеүек заман мотивтары менән һуғарылған, лозунгылы әҙәрҙәре лә хитап жанрын үҫтереүгә айырыуса булышлыҡ итте.
Шәйехзада Бабич – үҙенсәлекле хитаптар ижад итеүсе шағир.
Атаҡлы башҡорт шағиры, ижады өсөн янып, ғилемгә ынтылып, мәғрифәткә табынып йәшәгән Шәйехзада Бабичтың да хитаптары ғәжәп бай һәм күп төрлө поэтик палитра менән айырылып тора. Уның «Әйҙә, милләт!», «Башҡорт халҡына көйлө хитап» әҫәрҙәре - Башҡортостан тарихындағы Граждандар һуғышы осоронда туған халҡыбыҙға патриотик рух, гражданлыҡ пафосы менән һуғарылған поэтик мөрәжәғәт өлгөһө. Унда хис-тойғолар ҙа, һоҡланыуҙар ҙа, самаһыҙ саҡырыу- өндәүҙәр ҙә юҡ. Уның ҡарауы шағир башҡорт азатлыҡ хәрәкәтенең етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди эшмәкәрлегенә объектив баһа бирә. Уның эш - ҡылыҡтарының гуманистик асылын халыҡҡа төшөндөргәнен һиҙәбеҙ:
«Башҡорт халҡы, һиңә бер һүҙ әйтәм,
Минең әйткән һүҙҙе тыңлаһаң», -
тигән мөрәжәғәт һүҙҙәре был әҫәрҙең, ысынлап та, хитап жанры икәнлеген дәлилләй.
«Йәшәһен эшселәр» шиғырының төп фекере исемендә үк бирелгән. Әҫәр йәмғиәттең көслө, әммә иҙелгән синыфтарының береһе – эшселәргә өндәү формаһында яҙылған. Шағир эшселәрҙе берләшергә саҡыра, «ирек сулпандары» булыр революцион эшселәргә маҡтау йырын сығара.
«Тәмҫил киҫәге», «Күҙеңде ас», «Ҡурайҡайға» әҫәрҙәре лә хитап жанрына хас үҙенсәлектәргә эйә.
2.4. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хитап жанрының үҫеше.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында публицистик лирика, героик эпос, мөрәжәғәт Рәшит Ниғмәти поэзияһының иң көсөлө сифаттарының береһенә әүерелде. Уның поэзияһында кешеләрҙе үҙ илен һаҡлау өсөн көрәшкә саҡырыусы, дошманға ҡаршы нәфрәт хисе тәрбиәләүсе өгөт-нәсихәт лирикаһы өҫтөнлөк итә. Шағирҙың “Үс ал, патриот! », “Күберәк нефть, иптәштәр!”, “Баҫыуға, туғандар!” кеүек шиғырҙары – тап ана шундай өгөт-нәсихәт лирикаһы улар.
Яҡшы бел:илдең һәм тормоштоң ныҡлығы –
Колхозда, совхозда башаҡтар туҡлығы!
Һәр бөрөтөк – ул пуля, граната һәм ҡылыс
Һәр бөртөк Гитлерға бомбалай ҡурҡыныс!
Ана шулай метафорик образлы, тапҡыр һүҙле, лозунғылы стилле ул шиғырҙар.
Р. Ниғмәтиҙең был төр лирикаһында иң көслө шиғырҙарының береһе – “Әсә һүҙе”. Мәрхәмәтле әсәнең үҙ улын Тыуған илде һаҡлау көрәшенә оҙатҡанда әйткән һүҙҙәре Тыуған ил-әсәнең үҙ халҡына әйтер һүҙе булып яңғырай.
Ә инде “Үлтер, улым, фашисты” поэмаһында Тыуған ил азатлығы өсөн көсөңдө аямау, дошманға нәфрәт хистәре халыҡты көрәшкә саҡырыусы Ватан ораны төҫөн ала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мостай Кәрим үҙенең сағыу шиғри мөрәжәғәттәрен ижад итте. Уның “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры иңгә шинель һалған совет кешеләренең ил алдында поэтик анты булып яңғыраны.
Шулай уҡ “Башҡорт халҡының фронттағы улдарына хаты” пафослы бер героик поэмаға әүерелде, ул һалдаттар өсөн йыр ҙа, бойороҡ та булды. Ә инде “Башҡорт халҡына яуап хат” әҫәре – яуғирҙарҙың мәргән һәм етеҙ һүҙҙәрен тыуған халҡына еткергән шиғри сәләме ул. М. Кәримдең был коллектив поэма-хитаптары манифестацион-публицистик лириканың уникаль күренеше булып тора. Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти һәм М. Кәрим хитап жанрының артабанғы үҫешенә ҙур өлөш индергән шағирҙар.
2.5. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң һәм совет йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу осоронда хитап жанры.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң һәм совет йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу осоронда хитап жанры үҙенең икенсе һулышын ала. Был осорҙа Р. Бикбаевтың «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!», «Халҡыма хат», Т. Йосоповтың «Яҙ моңдары» поэмалары, Ҡ. Аралбаевтың «Батыр яраһы» поэмаһы, «Батырҙар ораны (оратория либреттоһы)» һәм «Уйлан, бала!» шиғырҙары, А. Игебаевтың «Оран һала Ер-Әсә» патетик поэмаһы, Т. Ғәниеваның «Илгә һүҙем», Ф. Туғыҙбаеваның «Эй, яҙмышым минең – Башҡортостан», «Аҡмулла», шулай уҡ Б. Байымовтың «Ситтәге милләттәштәргә» шиғырҙары совет йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу осоронда ҙур резонанс яуланылар.
Туған халҡыбыҙҙың талантлы шағиры, ялҡынлы һүҙ оҫтаһы, ораторы Рауил Бикбаев – 80-се йылдар ағымында хитап жанрын артабан үҫтереүсе. Шағирҙың киң резонанс тыуҙырған манифестацион – публицистик характерҙағы әҫәрҙәре көнүҙәк проблемаларҙы сағылдыра.
“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһында шағир, тыуған – үҫкән ер – һыуҙарыбыҙҙың ҡороуы, ағыуланыуы, Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенең ярлылана барыуы тураһында борсола, уларҙы таҙа итеп һаҡларға саҡыра. Поэмала тура формала хис-тойғолар ҙа, өндәүҙәр ҙә юҡ, ләкин шиғри телмәрҙең төп маҡсаты – кешеләрҙең ғәмһеҙлектән, битарафлыҡтан ҡотолоп, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау юлдарына баҫыуына йоғонто яһау:
“Намыҫ таҙа булһа,
Уяу булһаҡ,
Көн һаҡланыр,
Моң һаҡланыр,
Ер – һыуҙарыбыҙ имен, таҙа булыр».
«Халҡыма хат» поэмаһында Р. Бикбаевтың халыҡҡа шиғри хат менән мөрәжәғәт итеүен күрәбеҙ. Тыуған еребеҙ, тәбиғәтебеҙ кеүек туған телебеҙҙең дә алдағы көндә юғалыу ихтималлығы, башҡорт балаларының туған теленән аҡрынлап яҙа барыуы тураһында хафалананып уйлана. Әсә телен белмәгән бала туған халҡын да танымаҫ, моңһоҙ бәндәгә әүереләсәк. Әсә теле үлгән ерҙә Тыуған ил, халыҡ та бөтөүе ихтимал, тигән фекреҙе халыҡҡа еткерергә тырыша шағир:
«Был донъяла телдең ҡороуҙары
Яманыраҡ даръя ҡороуҙан».
«Әсәйем хаҡында өс шиғыр» әҫәрендә шулай уҡ шағир ҡәҙерле әсәһенә йылы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә, үҙенең оло ихтирамын күрһәтә.
Мәҫәлән, Т. Йосопов Үҙенең “Яҙ моңдары” поэмаһында атайҙар хәтеренә тоғро булырға саҡыра, әхлаҡ һәм гражданлыҡ яуаплылығын күтәрә.
“Оран һала Ер-Әсә” тигән патетик поэмала күренекле шағир А. Игебаевтың тауышы фажиғәле оранға әйләнә. Уның был хитабында дәртле, шат моңдар менән бер ҡатарҙан, яраланған ҡошсоҡ йырына хас, һағышлы, хатта әрнеүле өндәр ишетелә.
Хитап башҡорт поэзияһының Ватан һуғышынан һуң һәм совет йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу осорондағы үҫеш юлында иң киң ҡулланылған һәм иң продуктив жанрҙарҙың береһенә әүерелде.
2.6. Хитап жанрын бөгөнгө көндә дауам итеүсе шағирҙар
Хитап жанрына бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙә яңы һулыш биргән шағирҙараҙан Р. Бикбаевты, Ҡ. Аралбаевты, Т. Ғәниеваны, Ф. Күзбәковте, Ф. Сираевты, Ә. Әсәҙуллинаны һанап үтергә мөмкин. Улар үҙҙәренең мөрәжәғәт формаһында ижад ителгән әҫәрҙәре менән көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә, уҡыусының иғтибарын әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә йүнәлтә.
Бөгөнгө көндә халҡыбыҙға мөрәжәғәт һүҙе менән өндәшкән сәсәндәребеҙ ҙә аҙ түгел. Улар үҙҙәренең уйланыуҙарын ҡобайыр, бәйет, мөнәжәт юлдарына һалып, ил, тел, милләт яҙмышына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп сыға. Гәзит, журналдар уҡыу һөҙөмтәһендә мин шундай һүҙ оҫталарының береһе – Әбйәлил сәсәниәһе Вәсилә Садиҡова әҫәрҙәре менән таныштым. Уның ижадында мөнәжәттәр ҙур урын биләй. «Кеше хәле», «Эй, илаһым, сабыр бирсе», «Ҡәләм», «Әлиф, ләм, мим ине ғилем» мөнәжәттәре – сәсәниә ижадының иң аҫыл өлгөләре. Вәсилә Садиҡова үҙенең мөнәжәттәрендә барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәләләрҙе яҡтырта. Иман, әҙәплелек, сабырлыҡ кеүек сифаттарҙың асылын ябай ғына һүҙҙәр менән аңлатып, нисек итеп кеше күңелен насар уйҙарҙан, ҡылыҡтарҙан таҙартыу юлдарын әйтеп бирә һәм михырбанлы, ғәҙел булырға саҡыра.
Шулай уҡ мин тикшеренеү эше менән шөғөлләнгәндә “Ағиҙел” бер ни тиклем “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡан шиғырҙарға байҡау яһаным. Бигерәк тә Ф. Күзбәковтың “Берләшәйек, төркиҙәр!”хитабы минең күңелемә үтеп инеп, мәңгегә хәтеремдә ҡалды тип әйтһәм дә, яңылыш булмаҫ:
Иң-иң ауыр хәлеңдә
Таянысың ер, тиҙәр.
Бөгөнөбөҙ хаҡына
Берләшәйек, төркиҙәр!
Уның бөтә төрки халҡына берҙәм булырға саҡырып яҙған ялҡынлы, патриотик мөрәжәғәте миңә алдағы көндәрҙә лә хитаптар яҙырға теләк уятты.
III. Минең үҙемдең ижадымда хитаптар
Мин үҙем дә буш ваҡыттарымда ижад менән шөғөлләнәм, шиғырҙар яҙам. Үткән уҡыу йылында башҡорт әҙәбиәте дәресендә М. Аҡмулланың ижады менән танышҡас, мин «Тиҫтерҙәремә хитап» исемле шиғыр яҙған инем. Ул ошондай мөрәжәғәт һүҙҙәрҙән ғибәрәт:
Тиҫтерҙәрем минең, өндәшәмен һеҙгә,
Был донъяла белем кәрәк бөтәбеҙгә:
Аҡмуллалар, Ғафуриҙар һәм Бабичтар
Мираҫ итеп ҡалдырғандар һәммәбеҙгә.
Ғилми-тикшеренеү эшемдә хитап жанрын тулыраҡ өйрәнгәс, бик тулҡынланып тағы ла бер шәлкем мөрәжәғәттәр ижад иттем. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан уҡыусыларҙың Кесе ҡоролтайына бағышланған “Әйтер һүҙем бар” исемле шиғырымды түбәндәге юлдарҙан башланым:
Эй, туғандар, әйтер һүҙҙәремә
Ҡолаҡ һалығыҙ зинһар!
Хәҙер мәктәптәрҙә уҡыуға һалҡын ҡарашлы, дәрестәргә әҙерләнмәй йөрөүсе, тик компютер менән мауығыусы уҡыусыларҙың күбәйеүе күҙәтелә. Шуға ла мин үҙебеҙҙең гимназияла белем алған уҡыусылырға “Уҡыусыға хитап”, “Балаға хитап” шиғри мөрәжәғәттәремде тәҡдим иттем. Мәҫәлән, “Уҡыусыға хитап” шиғырымды мин гимназистарҙы ата-әсә һүҙен тыңлап йәшәргә, үҙҙәренең бәхет ҡапҡаларын япмаҫҡа, ғилем киңлектәрен яуларға саҡырып яҙҙым:
...Бәхет ҡапҡаларын үҙең ябырһың,
Белем кәрәклеген аңламаһаң.
Гимназияла уҡытыусыларыбыҙ һәр дәрестә беҙҙә тыуған илебеҙгә, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләйҙәр, матурлыҡты күрә белергә, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтәләр. Тәрбиә темаһына бағышланған хитаптарым:
“Васыят”, “Бәләкәс дуҫыма”.
“Бәләкәсем, мин өндәшәм һиңә,
Иғтибар ит әйткән һүҙемә.
Кәңәштәрем ҡояш нуры кеүек
Үтеп инһен һинең күңелеңә...”, тигән шиғри юлдар аша бәләкәс дуҫтарымды тәбиғәткә һаҡсыл, мәрхәмәтле булырға, болондағы сәскәләрҙе өҙмәҫкә, матурлыҡты күрә белергә өйрәтергә тырыштым.
Беҙ бөгөн тыныс, матур тормошта йәшәйбеҙ, ләкин илебеҙҙә етем балалар һаны арта бара. Уларҙың барыһы ла үкһеҙ етем түгел бит. Ҡыҙғансҡа ҡаршы, күп балалар хәмер менән мауыҡҡан ата-әсәләр арҡаһында етем ҡала. Ҡалабыҙҙа ла эскеселеккә дусар булған ата-әсәләр аҙ түгел. Шуға ла мин ошо үҙемде борсоған һорауҙарымды ата-әсәләргә мөрәжәғәт формаһында сағылдырҙым:
Ғаилә һәм бала тураһында
Өндәшәм мин йыйып ҡыйыулыҡ.
Ғаилә бәхете - балалар яҙмышы…
Ваҡыт еткән кәңәш ҡорорлоҡ.
Йәшәтәр араһында ла эске, тәмәке тартыу кеүек заман сирҙәренең күҙәтелеүе күңелде борсой. Гимназияла ошо насар ғәҙәттәргә ҡаршы үткәрелгән бер сараға бағышлап “Йәштәштәргә мөрәжәғәт” исемле мөрәжәғәт ижад иттем.
IV. Йомғаҡлау
Мин әҙәбиәт дәрестәрендә хитап жанрының замандың иң мөһим проблемаларына йөҙ борған, тормош һулышын сағылдырған жанрҙар сафында булыуына иғтибар иттем. Шуға ла үҙемдең фәнни - тикшеренеү эшемде был жанрҙың башҡорт поэзияһында үҫеш юлдарын тикшереп, уның иң һөҙөмтәле һәм оператив жанр булыуын иҫбатлауға бағышланым.
Башҡорт поэзияһы тарихында хитап жанры ҙур урын биләй. Сәсәндәрҙән башлап, Мифтахетдин Аҡмулла «Башҡорттарым,уҡыу кәрәк!» тип һүҙ асҡан, Шәйехзада Бабич үҙ халҡына «Башҡорт халҡына көйлө хитап» менән мөрәжәғәт иткән, Мәжит Ғафури халыҡты ғилемгә, дәррәү эшмәкәрлеккә өндәгән, Сафуан Яҡшығолов һәм Ғәлә Хоҙаяровтар үҙҙәренең хитаптары менән тәрбиәүи функцияны ла үтәгәндәр. Күпселек хитаптарҙың йөкмәткеһе башҡорттарға ерҙәрен һатмаҫҡа, ерһеҙ ҡалып яфа сикмәҫкә өндәү формаһында ижад ителгән. Мәғрифәтселәрҙең халыҡҡа мөрәжәғәттәре иҫкелеккә, кеше кәмселектәренә ҡаршы көрәш рухы, фән һәм мәғариф өлкәләрендә прогрессив үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн ҡыйыу сығыш яһау идеяһы менән һуғарылған. Үҙҙәренең тойғоларына ирек ҡуйып, наҙан, ҡуштан муллаларҙы, байҙарҙы аяуһыҙ тәнҡитләгәндәр, халыҡты күңел сафлығына эйә булырға саҡырғандар. Шуға ла хитаптар йәмғиәүи һәм тәрбиәүи характерлылар.
Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу осоронда ла шағирҙар патриотик рух менән һуғарылған хитаптарға мөрәжәғәт иткәндәр.
Бөгөнгө көндә лә йәмғиәтебеҙ тормошондағы иң хәл иткес ваҡиғаларҙа - социаль, иҡтисади, экологик һәм әхлаҡи – әҙәп мәсьәләләр ҡаралған ваҡытта - шағирҙар үҙҙәренең манифестацион – публицистик характерҙағы көнүҙәк проблемаларҙы сағылдырған мөрәжәғәттәре менән сығыш яһайҙар.
Шулай итеп, хитап – әҙәбиәтебеҙ тарихында ҙур үҫеш юлы үтеп, иң популяр поэтик жанрҙарҙың береһенә әүерелгән.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә шундай һығымтаға килдем: хитаптар – әҙәбиәттә иң оператив жанр, сөнки йәмғиәт тормошондағы иң көсөргәнешле, хәл иткес ваҡиғалар ваҡытында шағирҙар иң беренсе нәүбәттә халҡыбыҙға мөрәжәғәт һүҙе менән өндәшәләр, ил, тел, милләт яҙмышына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп, ҡыйыу рәүештә үҙҙәренең уй-фекерҙәрен, борсолоуҙарын еткерәләр. Пафослы, патриотик рухлы был мөрәжәғәттәр халыҡтың аңына, күңеленә тиҙ генә үтеп инә һәм тәрбиәүи функция үтәй, йәғни иң продуктив (һөҙөмтәле) жанрға әүерелә. Хитаптар - улар илде, телде, ер-һыуҙы һаҡларға, яҡларға, ғәҙеллеккә ынтылып йәшәргә саҡырып, өндәп яҙылған әҫәрҙәр.
Ижад менән шөғөлләнгән тиҫтерҙәремде лә был жанрҙа үҙҙәрен һынап ҡарарға саҡырам, хитаптар аша йәш быуынға иң изге уй-тойғоларҙы, илһөйәрлекте еткерергә, ғөмүмән, уларҙы кешелектең иң гүзәл сифаттарына эйә булырға өндәргә мөмкин.
V. ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
ҠУШЫМТА
МИНЕҢ ҮҘЕМ ИЖАД ИТКӘН ХИТАПТАРЫМ
Тиҫтерҙәремә хитап
Тиҫтерҙәрем минең, өндәшәмен һеҙгә,
Был донъяла белем кәрәк бөтәбеҙгә:
Аҡмуллалар, Ғафуриҙар һәм Бабичтар
Мираҫ итеп ҡалдырғандар һәммәбеҙгә.
Һәр ерҙә лә үрнәк булайыҡ беҙ,
Оло быуын булһын беҙҙән ҡәнәғәт.
Уҡыйыҡсы гимназиябыҙҙа тик тырышып,
Ғорурланһын күреп беҙҙе уҡытыусылар
Яҡшы шарттар булдырылған өсөн
Әйҙәгеҙсе, уларға әйтәйек, ҙур рәхмәт!
***
Әкиәт һарайылай йортобоҙҙоң
Матурлығын һәр саҡ һаҡлайыҡсы,
Һоҡландырып ҡала халҡын,
Гөл сәсәкәгә күмәйексе!
Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар
Эй, туғандар, әйтер һүҙҙәремә
Ҡолаҡ һалығыҙ зинһар!
Ябай ғына хаҡиҡәткә,
Бирегеҙ һеҙ иғтибар.
Яҙмыш шулай ҡушҡандыр:
Халҡым бик күпте күргән.
Әммә ауыр саҡтарҙа ла,
Башын түбән эймәгән.
Бирешмәгән дошмандарға,
Азатлыҡҡа ынтылған,
Кисерһә лә йәберләүҙәр,
Ғорурлығын һаҡлаған.
Халҡым бик күпте күргән:
Уттар һәм һыуҙар кискән.
Әммә һаҡлап илен,телен,
Йәш быуынға тапшырған.
Эй, туғандар, онотмайыҡ бөгөн Ололарҙың васыятын. Һаҡлайыҡ беҙ телебеҙҙе, Илебеҙҙе, еребеҙҙе!
Тирә-яҡҡа нурлы көй сығарып Яңғыраһын моңло ҡурайым! Ошо йәмле, дәртле көйҙө тыңлап, Ғорурланһын киләсәк быуыным!
Гөрләп сәскә атһын Башҡортостан, Яңғыраһын туған телебеҙ! Һәр бер ерҙә ишетелеп торһон Көйлө-моңло башҡорт телебеҙ!
Эй, туғандар, онотмайыҡ бөгөн Ололарҙың васыятын. Һаҡлайыҡ беҙ телебеҙҙе, Илебеҙҙе, еребеҙҙе!
Уҡыусыға хитап
Белем кәрәк уҡыусылар, уҡыу кәрәк,
Белем - ул һәр кешегә тоғро терәк.
Юғалмаҫҡа, адашмаҫҡа ауыр юлда
Аңлы булып,уҡыусылар, йәшәү кәрәк.
Әгәр наҙанлыҡ юлын һайлаһаң,
Ата-әсә һүҙен тыңламаһаң,
Бәхет ҡапҡаларын үҙең ябырһың,
Белем кәрәклеген аңламаһаң.
Әгәр оло һүҙен һин тынлаһаң,
Ғилем киңлектәрен яулаһаң,
Асыҡ булыр һиңә һәр бер ишек -
Белем ҡәҙерҙәрен аңлаһаң.
***
Ынтылырға кәрәк, дуҫым, белемгә,
Ул аса бик күп йоҙаҡтар.
Туған телде,ерҙе кәрәк һөйөргә,
Улар бирә осор ҡанаттар.
Васыят
Халыҡта һаҡлана аманат,
Боронғонан ҡалған васыят:
Туған ерҙе һаҡлағыҙ,
Туған яҡты данлағыҙ,
Ололарҙы тыңлағыҙ,
Өмөттәрен аҡлағыҙ.
Бер кемде алдамағыҙ,
Яманлыҡтар ҡылмағыҙ,
Насар эштәр арҡаһында
Яңғыз ҡала күрмәгеҙ.
Туған телде һөйөгөҙ,
Уны яҡлай белегеҙ.
Иле барҙың теле бар,
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ.
Балаға хитап
Һыҙылып ал таң ата, йоҡоңдан тор!
Тәбиғәттең хозурлығын күр.
Ата-әсәңдең белеп ҡәҙерҙәрен
Ең һыҙғанып эшкә тотон.
Төрлө һөнәр-кәсепкә өйрән,
Уйнап-көлөп кенә йөрөмәйенсә.
Һәр эштән дә бул һин ҡәнәғәт,
Буштан-бушҡа көйһөҙләнмәйенсә.
Бәләкәс дуҫыма
Бәләкәсем, мин өндәшәм һиңә,
Иғтибар ит әйткән һүҙемә.
Кәңәштәрем ҡояш нуры кеүек
Үтеп инһен һинең күңелеңә.
Иғтибар ит: донъя шундай матур!
Ҡоштар нисек һайрай, шатланып.
Һаумы, дуҫым ! - тиҙәр улар һиңә,
Тыңла һин уларҙы, туҡталып.
Еребеҙ йәмле! Ошо матурлыҡты
Кәрәк булыр һиңә һаҡларға.
Тәбәиғәттә артыҡ бер нәмә юҡ,
Иғтибар ит йәнлек – ҡоштарға.
Өҙмә сәсәкәләрҙе ҡосаҡ – ҡосаҡ,
Үлән-япраҡтарҙы ҡоротма!
Улар ҙа бит тәбиғәт балаһы
Һинең кеүек, дуҫым, онотма!
Күрә белһәң, һаҡлай белһәң генә
Тыуған ерҙә матурлыҡ артыр.
Мәрхәмәтле булһаң, тәбиғәт тә
Һине һаҡлар, яҡлар, яратыр.
Һүҙем бар
Һүҙ башында ғәфү үтенәм һеҙҙән,
Ишетәһегеҙме ағай-апайҙар?
Олатайҙар, ғәзиз өләсәйҙәр,
Һәммә әсәйҙәр һәм атайҙар?
Мин йәш әле. Ләкин тынғы бирмәй
Бер уй күңелемә, белһәгеҙ.
Сиселмәҫлек төйөн түгелдер ҙә,
Кем сисергә тейеш – билдәһеҙ.
Ғаилә һәм бала тураһында
Өндәшәм мин йыйып ҡыйыулыҡ.
Ғаилә бәхете - балалар яҙмышы…
Ваҡыт еткән кәңәш ҡорорлоҡ.
«Атай йорто» тигән яҡты усаҡ
Тартып торһон ине ғүмергә.
Эй, әсәләр! Һеҙҙең наҙығыҙға
Бала мохтаж ғүмер-ғүмергә.
Һәр ғаиләлә һаҡланырға тейеш
Атайҙар абруйы һәм ул даны…
Һәр бер бала ғорурланып яҙһын
«Беҙҙең ғаилә» тигән иншаны.
Эй, апайҙар! Тап төшөрмәйексе
Ғәзиз әсә тигән исемгә.
“Ҡайт, әсәй!» - тип бала иламаһын,
Башын һалып тәҙрә төбөнә.
Йәштәштәргә мөрәжәғәт
Йәшлек ике килмәй бит,
Кәҙерҙәрен беләйек!
Һәр бер көнөн, һәр миҙгелде
Гүзәллекә төрәйек!
Тәртип боҙоу,эскелеккә
Берүк урын ҡалмаһын,
Тәмәкеләр,наркотиҡтар
Йәш гүмерҙе боҙмаһын.
Ынтылайыҡ хыялды
Ысынбарлыҡ итергә,
Алға куйған маҡсаттарҙы
Барыһын да үтәргә.

Одна беседа. Лев Кассиль

Три орешка для Золушки

Рисуем одуванчики гуашью (картина за 3 минуты)

Можно от Солнца уйти...

Чайковский П.И. "Детский альбом"