• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Эссе

Опубликовано Язагулова Миннигуль Тагировна вкл 22.01.2023 - 19:14
Язагулова Миннигуль Тагировна
Автор: 
Нурида

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла...

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл keyekbay.docx15.78 КБ

Предварительный просмотр:

Мин – Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған хозур Бөрйән ерендә тыуып үҫкәнмен. Тыуған ер төшөнсәһен туған телһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Минең туған телем - башҡорт теле һәм мин үҙ телем менән ғорурланам, уны хөрмәт итәм. Үҙ туған телен белмәүсе кеше үҙенең тамырын онота, милләт вәкиле булыуҙан туҡтай. Шуға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, киләсәк быуын тыуған илендә йәшәһен,үҙ туған телендә һөйләшһен өсөн , ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән,әммә туған телен һаҡлап ҡалған. Был телдә тәүге тапҡыр ғәзиздәрҙән - ғәзиз - “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен әйткәнмен. Минең өсөн иң яғымлы, иң наҙлы һүҙҙәр ул. Туған телемдә атай-әсәйем бишек йырҙары йырлаған, өләсәйем әкиәттәр һөйләгән.   Һәр милләт кешеһе өсөн иң моңло көй – үҙенең милли көйө, ҡурай моңдары; иң матуры, иң ҡәҙерле тел – үҙ туған телең. Минең өсөн дә башҡорт теле – изге, көслө, яғымлы, ғорурланырлыҡ тел.

     Мин үҙемдең йырлы-моңло туған телемә, ғорур милләтемә ысын күңелдән бирелгәнмен. Туған тел - ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин кеүек бөйөк шәхестәрҙең әҫәрҙәрен рәхәтләнеп уҡыйым.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бертелдәндәтелемкәмтүгел —

  Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

   Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Был шиғырҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ғарипов яҙған. Ысынлап та, беҙҙең туған телебеҙ шундай наҙлы, моңло, йырлы. Телен, илен, халҡын ысын күңелдән һөйгән шағир, тағы ла:

Әсәм теле – миңә сәсән теле, -

Унанбашҡаминеңтелемюҡ, -

Йөрәгендәхалҡыбулмағандың

Кеше булырға ла хаҡыюҡ, - тип яҙа.

Был тормошта кешене вайымһыҙлыҡтан уянырға, тел яҙмышына битараф булмаҫҡа, уны ҡәҙерләргә, һаҡларға өндәй. Телде һаҡлаусы, халҡы бар милләттең генә оло хаҡы, киләсәге, бөйөклөгө барлығын йөрәккә үтерлек итеп әйтә.   Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури: “Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел; Үҙ телем – үҙ әйберем булған өсөн ярата күңел,”- тип данлай туған телебеҙҙе. Ул – мул һүҙле, хазиналы, бай тел.

       Йылдар үтеп күберәк белем туплаған һайын, туған телдең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам, уйланам.  Тыуған еремә, олатай-өләсәйемә, атай-әсәйемә, туғандарыма, туған телгә булған һөйөү ошо уйланыуҙарға этәрҙе. Әсә теленә һөйөү уятыусы, күңелемә нур һәм изгелек һалған кешем,әсәйем Миңлегөл Таһир ҡыҙы, һөйөклө  өләсәйем Зифа Ғилмитдин ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Әхтәр ҡыҙы.Өләсәйемдең иң ҙур байлығы - матурлыҡты күрә белеү, әкиәт, йомаҡтар, мәҡәлдәр, легенда – риүәйәттәр һөйләү. Туған телебеҙҙең мөғжизәле көсө хаҡында дәреслектәр аша  уҡытыусыбыҙ уның тәрәнлеген, бөйөклөгөн аңларға өйрәтә. Ул башҡорт телен үҫтереү, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә йүнәлтелгән  тематик кисәләр, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар  һәм башҡа саралар ойоштора. Иң шатланған саҡта ла, моңһоу, күңелһеҙ саҡтарҙа ла күңел ептәрен ҡуҙғатырлыҡ, хәлемде аңларлыҡ һүҙҙәр табып өләсәйем, әсәйем өндәшә. Йомарт башҡорт теленең нәфислеген, йылылығын  тыуған йортобоҙ ҙа һаҡлап тора кеүек. Сөнки беҙ бер - беребеҙ менән туған башҡорт телендә һөйләшәбеҙ, аңлашабыҙ. Әсәйем мәҡәл, әйтемдәр ҡулланып, ябай ғына аңлата, биш баланы әҙәплелеккә, иманлы, тәрбиәле булырға өйрәтә. Аралашыуҙан күңел тыныслана, аңлашыусанлыҡ тыуа, рәхәтлек тоябыҙ.

 Ошо яҙгандарыма һығымта яһап, мин башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата үҙ фекеремде әйткем килә. Башҡортостан ерендә йәшәгәс, беҙ уның телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, ихтирам итергә,уның бөгөнгөһө, үткәне менән ҡыҙыҡһынырға, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн,  тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ.  Илемдең киләсәге беҙҙең ҡулда. Минеңсә, илһеҙ ,телһеҙ милләт булмай,шуның өсөн - иң тәүҙә телде белергә, өйрәнергә кәрәк. Уны өйрәнеү- һинең тәрбиәле , уҡымышлы, әхлаҡлы булыуыңды күрһәтә. Туған телде белеү – ата-бабаларыбыҙҙан аманаттай тапшырылған изге бурыс, шуға хыянат итмәйек. Үҙ телебеҙҙе кәмһетмәйек, күңелебеҙҙе кәм күрһәтмәйек. Кеше үҙенең туған телен яҡшы белә икән, тимәк, ул ата-әсәһенә, олатай-өләсәһенә, үҙ иленә булған мөхәббәте, хөрмәте хаҡында һөйләй. Шулай булғанда ғына ул туған телен ихтирамитә, үҙ теләге менән өйрәнә ала.Мин үҙемдең туған телемде бик ныҡ яратыуым, уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алыуым менән бәхетлемен.Сөнки барлыҡ туғандарым менән туған телдә һөйләшә алам, туған телемдә йырҙар тыңлайым. Үҙ туған телен белгән һәр кем, уның бер телдән дә кәм түгеллеген, көслө лә ул, бай ҙа һәм яғымлы ла икәнлеген аңлар.


Поделиться:

На берегу Байкала

Астрономический календарь. Октябрь, 2018

Как готовятся к полетам на Луну

Астрономический календарь. Декабрь, 2018

Рисуем к 8 марта!