Инша
Вложение | Размер |
---|---|
insha-olatayym_hm_teatr.doc | 345.5 КБ |
МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Муниципальное казенное учреждение «Отдел образования» Администрации муниципального района Краснокамский район Республики Башкортостан
На районный конкурс сочинений «Пою мою Республику»,
посвященный Дню Республики Башкортостан,
100-летию образования Республики Башкортостан и
100-летию со дня рождения Народного поэта Башкортостана Мустая Карима
Олатайым һәм театр.
Выполнил: Гаянов Данир, обучающийся 6 класса
Муниципального бюджетного общеобразовательного
учреждения «Средняя общеобразовательная школа
д.Новая Бура» муниципального района
Краснокамский район Республики Башкортостан
(МБОУ СОШ д.Новая Бура МР Краснокамский район РБ)
Учитель: Гаянова Лена Мизхатовна
2019 г.
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы муниципаль
район Хакимиәтенең «Мәғариф бүлеге» муниципаль ҡаҙна учреждениеһы
Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына, Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған «Республикамды данлайым» иншалар конкурсына
Олатайым һәм театр.
Башҡарҙы: Ғаянов Данир,
Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы
«Яңы Бура ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү
учреждениеһының 6-сы класс уҡыусыһы
Уҡытыусы: Ғаянова Лена Миҙхәт ҡыҙы
2019 йыл
Театр һүҙен ишеткәс, ниндәйҙер ҙур, бейек йорттар күҙ алдына килеп баҫа. Бындай биналар ҙур ҡалаларҙа ғына бар. Ә беҙҙең өсөн театр ул- ауыл мәҙәниәт йорто. Ошо клубта барлыҡ саралар, концерттар, спектаклдәр үтә. Яңы Бөртөк ауылының мәҙәниәт йорто элек-электән районыбыҙҙа билдәле клубтарҙың береһе. Ауылдың иң-иң “артистары” кистәрен йыйылышып концерт, спектаклдәр ҡуялар.
Минең олатайым, Миҙхәт Динмөхәмәтов, ысын артист булмаһа ла 21 йәшенән сәхнәлә. Төп һөнәре шофер, эштән арып ҡайтһа ла ул мәҙәниәт йортона йөрөгән һәм хәҙер ҙә ҙур теләк менән йөрөй. Бөгөнгөһө көндө лайыҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан әле лә бер спектаклдән дә ҡалғаны юҡ. Мәҙәниәт йортонда күрһәтелгән бер генә спектакль дә олатайымдан башҡа ҡуйылмай.
Фирҙәүес Динмөхәмәтов етәкселек иткән мәҙәниәт йорто һәр ваҡыт районда, республикала уҙғарылған сараларҙа ҡатнашып төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Улар район данын яҡлап спектакль менән Борай районына баралар һәм беренсе урынды яулап ҡайталар.
Олатайымдың бер тартмала фото, диплом, грамоталары һаҡлана. Ҡуйылған һәр спектаклдән һуң ул гел бүләк менән ҡайта. Маҡтау ҡағыҙҙары араһында “Иң оҫта башҡарыусы”, “Иң яҡшы образды асыҡлаусы”, “Иң оҫта ирҙәр ролен башҡарыусы” тигәндәре бар. Олатайым әйтә: “Был бүләктәр миңә бик ҡәҙерле, бында минең йәшлек, ғүмер юлым. Илле йыл эсендә күпме ролдәр башҡарылған”, - ти. Ысынлап та, кем генә булмаған минең олатайым сәхнәлә: врач та, уҡытыусы ла, яусы ла, яугир ҙа, немец офицеры ла.... Ҡуйылған күп кенә спекталдәрҙә олатайым төп ролдәрҙе башҡара. “Һәр бирелгән роль башҡарыусыға хас килергә, һәм ул үҙ ролен ысын күңел менән башҡарырға тейеш”, -ти олатайым.
Олатайымдан:
- Һин нисек һәр бер пьесала бөтә һүҙҙәрҙе лә ятлап бөтөрөргә өлгөрә инең?! Бына өй эшенә бик ҙур булмаған шиғырҙар ятлап килергә ҡушалар, тиҙ генә хәтерҙә ҡалдырып булмай ҙа ҡуя?!,- тим.
-Һай, улым, һеҙ бит шул телефон менән гел бер булаһығыҙ. Ә сәхнә ул шундай тылсымлы бер донъя... Минең бер ваҡытта ла һүҙҙәр ятлап ултырғаным булманы, күңелемдән бөтә ваҡиғаны бер үткәреп сығыу ҙа етә, ҡалғанын репетиция ваҡытында үҙенән-үҙе килеп сыға. Руль артында буламмы, йорт эштәрен башҡараммы – гел шул герой ролендә булам – һүҙҙәрен, ҡылыҡтарын ҡат-ҡат күңелемдән кисерәм., - ти ул.
- Олатай, спектакль барышында мәрәкә хәлдәр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар була торғайнымы?, - тип артабан һорауҙарымды яуҙырам.
- Һай улым, улар һәр сығыш һайын булып ҡына тора инде ул. Бер ваҡыт шулай ике ролде уйнарға тура килде, береһе - ялтас башлы кеше. Ҡабаланып сығып, паригымдың алдын артҡа кейгәнмен, сәхнәгә сығыу менән бөтә халыҡ йығылып китеп көлә башланы, ҡаршымда минең менән уйнаған Фәриҙә апайың да һүҙҙәрен дә әйтә алмай бөгөлә-һығыла көлә, ярай тиҙ генә үҙ-үҙен ҡулға алып, килеп мине ҡосаҡлаған булып, паригымды төҙәтеп ҡуйҙы., - тип һөйләне олатайым.
Уҙған йыл март айында олатайымдар йәш драматург Илнар Мәғдәновның “Һуңғы өмөт” тигән пьесаһын ҡуйып ауылдаштарыбыҙҙы һөйөндөрҙөләр.Унда ла олатайым төп герой - уңышлы бизнесмендың яҙмышын уйнаны. Һәр ваҡыттағыса йылы ҡабул иттеләр уның сығышын.
Ауылыбыҙҙың билдәле шәхестәрен һанап киткәндә, минең олатайымдың да исемен атайҙар. Мин уның менән сикһеҙ ғорурланам. Ул минең өсөн үрнәк. Олатайыма ҡыҙыҡлы ролдәр теләп ҡалам.
Һулдан беренсе минең олатайым Миҙхәт Динмөхәмәтов.
Һулдан уңға: Фирдәүес Динмөхәмәтов, Миҙхәт Динмөхәмәтов
Һулдан уңға: Миҙхәт Динмөхәмәтов, Лилиә Хөббилова
Астрономический календарь. Март, 2019
Компас своими руками
Машенька - ветреные косы
У меня в портфеле
Четыре художника. Осень