Яныбай Хамматов башҡорт әҙәбиәтенең проза йүнәлешендә ҙур эҙ ҡалдырған яҙыусыларҙың береһе. Үҙ ғүмерендә автор тиҫтәнән ашыу роман яҙҙы, уның әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының тарихи юлы асыҡ сағылыш тапты.
Яныбай Хамматов башҡорт прозаһын үҙенең үҙенсәлекле әҫәрҙәре менән байыҡтырҙы. Уларҙың тематикаһы ғына түгел, проблематикаһы, киң эпик сюжеты, бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс булыуы ла авторға танылыу килтерҙе.
Әҙәбиәткә бай тормош тәжрибәһе менән килгән Яныбай Хамматов бөтә ваҡиғаларҙы ҡатмарлы хәрәкәт булараҡ дөйөмләштерергә, ысынбарлыҡты, тарихи булһынмы ул бөгөнгө көнмө, бер-нисә күренешен генә түгел, ә дөйөм планда алып, анализ яһарға тырышты. Шуға ла, яҙыусыны беҙ башҡорт әҙәбиәте тарихында киң эпик ҡоласлы әҫәрҙәр авторы тип атай алабыҙ.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 426.29 КБ |

В Китае испытали "автобус будущего"

Почему Уран и Нептун разного цвета

Три загадки Солнца

Свинья под дубом

Два морехода