Кеше ғүмерен юҡҡа ғына аҡҡан һыуға тиңләмәйҙәр. Көндәлек тормоштоң борсоу-мәшәҡәттәре, шатлыҡ-һөйөнөстәре менән көн артынан көн үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала әҙәм балаһы.
Ләкин тәбиғәт күренештәренән айырмалы булараҡ, кеше уҙған ғүмеренә боролоп ҡарай, үткән тормошон барлай, эш-ғәмәлдәрен баһалай, хаталарын төҙәтә ала. Шуныһы менән бәхетле ул. Шундай бәхетлеләрҙең береһе тураһында һөйләргә теләйем. Геройым ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 32 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль райондың “Иглин ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
“Зөһрә Рәхмәтуллина – районымдың ғорурлығы”
Фәнни-эҙләнеү эше
Төҙөнө: Зәйнуллина Вәсилә,
6Б класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Зәйнуллина Гөлназ Ришат ҡыҙы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Иглин –2024
Йөкмәткеһе
Инеш өлөш.
Йомғаҡлау.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
ИНЕШ ӨЛӨШ
Кеше ғүмерен юҡҡа ғына аҡҡан һыуға тиңләмәйҙәр. Көндәлек тормоштоң борсоу-мәшәҡәттәре, шатлыҡ-һөйөнөстәре менән көн артынан көн үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала әҙәм балаһы.
Ләкин тәбиғәт күренештәренән айырмалы булараҡ, кеше уҙған ғүмеренә боролоп ҡарай, үткән тормошон барлай, эш-ғәмәлдәрен баһалай, хаталарын төҙәтә ала. Шуныһы менән бәхетле ул. Шундай бәхетлеләрҙең береһе тураһында һөйләргә теләйем. Геройым ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
Эҙләнеү эшенең темаһы: “Зөһрә Рәхмәтуллина – районымдың ғорурлығы.”
Эҙләнеү эшенең маҡсаты: Зөһрә Рәхмәтуллинаның тормошо һәм ғилми эшмәкәрлеген өйрәнеү.
Бурыстар:
1. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы тураһында информация йыйыу.
2. Зөһрә Рәхмәтуллинаның хеҙмәттәре менән яҡыныраҡ танышыу.
Эҙләнеү эшенең объекты: Зөһрә Йыһанур ҡыҙының тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге.
Тикшереү методтары: эҙләнеү, тикшеренеү, әңгәмә.
Актуаллеге: Иглин районының арҙаҡлы кешеләренең тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу. Үҙ халҡына әсә телендә хеҙмәт күрһәтә алырлыҡ әҙерлеге булмаған кешене, ул ниндәй генә дәрәжәле эштә булмаһын, бер нисек тә юғары мәҙәниәтле кеше тип әйтеп булмауы хаҡында уйланыу. Туған телеңдә матур итеп һөйләшә белеү.
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары: эште башҡарыу өсөн ғалимдың тормошо, эшмәкәрлеге тураһында китаптар, матбуғат мәҡәләләрен, интернет-ресурстар ҡулландым.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте: йыйылған материалдар артабан да файҙаланыла ала.
Тикшереүҙең структураһы: инеш өлөштән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора, презентациянан тора.
I. Төп өлөш
1.1. Рәхмәтуллина З.Я. тормош юлы.
Зөһрә Рәхмәтуллина 1961 йылдың 26 августында Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында урта хәлле ғаиләлә тыуған. Ун йыллыҡ мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһын һәм 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын «рус теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген университет кафедраларының береһендә лаборант булып башлай, артабан бүлек инженеры вазифаһын башҡара. 1986 йылда этика, эстетика һәм культрология кафедраһының аспирантураһына уҡырға инә. Уны 1991 йылда тамамлай һәм шул уҡ кафедрала ассисент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй.
1996 - 1999 йылдарҙа БДУ-ның философия кафедраһында докторантурала уҡый һәм, уны тамамлағас, ошо уҡ кафедрала доцент һәм кафедра мөдире була.
2000 - 2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО кафедраһы, артабан этика, эстетика һәм культрология кафедраһы мөдире, профессор.
2004 - 2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры була.
Башҡортостан Республикаһының хөкөмәт һәм Мәғариф министрлығы тарафынан “Ауыл мәктәптәре” тигән программа ҡабул ителә. Беҙҙең яҡташыбыҙ мәғариф министыры булып эшләгән осрҙа Зөһөрә Йыһанур ҡыҙы Иглин районына мәктәптәр төҙөтөү буйынса ҙур өлөш индерә. Ошо “Ауыл мәктәптәре” программаһын тормошҡа ашырып, районда ете мәктәп төҙөтөргә ярҙам итә. Үҙенең тыуған ауылы Түбәнге Ләмәҙ урта дөйөм биреү мәктәбенә төкөтмә төҙөтә: иркен ашхана, спорт залы, дүрт класс – кабинет һәм интернат барлыҡҡа килә.
2006 - 2010 йылдарҙа ул тағы ла Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетында этика, эстетика һәм культрология кафедраһы (ЮНЕСКО кафедраһы) мөдире.
2010 - 2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.
2011 йылда «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе кандидаттарының федераль исемлеге буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Вәкәләттәре 2011 йылдың 4 декабренән башлана. Зөһрә Рәхмәтуллина Думаның мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
2016 йылдың 18 сентябрендәге һайлауҙа Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2016 йылдың 26 авгусындағы указы менән Зөһрә Рәхмәтуллина II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән наградланды.
2021 йылдың 18 ноябренән — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры вазифаһын үтәй.
1.2. Зөһрә Рәхмәтуллина - йәмәғәт эшмәкәре.
Зөһрә Рәхмәтуллина — Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы. Философия, мәҙәниәт һәм тәрбиә мәсьәләренә арналған 400-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы.
Хеҙмәттәре:
• Культура общения и взаимопонимания - Учебное пособие.
• Этикет как ценность культуры. — Уфа: Гилем, 2004.
• Башкирская традиция (социально-философский анализ). — Уфа, 2000.
• Милләт күрке — әҙәп. — Өфө, 1998.
2015 йылдың 28 апрелендә Өфөлә үткән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезында Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе итеп һайланды.
Башҡортостандан депутат булараҡ, Зөһрә Рәхмәтуллина республикала йыш була: һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө кимәлдә үткәрелгән күп төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ул билдәле шағир һәм публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның тыл һалдаттарына арналған китабының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙғарылған исем туйында ҡатнашты.
2021 йылдың 18 ноябрдә Зөһрә Рәхмәтуллина Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына директор итеп һайланды.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостандағы тәүге һәм берҙән-бер учреждениеһы. Институт шәрҡиәттең классик йүнәлеше — төркиәт буйынса комплекслы тикшеренеүҙәр алып бара. Уның үҙенсәлеге шунда: бында башҡорт халҡының бай мәҙәниәте, теле, тарихы, этнологияһы өйрәнелә.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы ижад менән дә шөғөлләнә. Уның ижады һуңғы йылдарҙа сәскә ата, үҫешә. Проза әҫәрҙәре, шиғырҙары, йырҙары менән ул тамашасы, тыңлаусы, уҡыусы иғтибарын һәм ихтирамын яулай. Йырҙарына профессиональ башҡарыусылар видеоклиптар төшөрә, улар зәңгәр экрандарҙан күрһәтелә, йырҙары радиола даими яңғырап тора. Уның бик нескә күңелле булыуы менән бер рәттән иҫ киткес көслө етәксе, рухлы һәм бик тә грамоталы икәнлеге хөрмәткә лайыҡ.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре:
1.3. Туған телемдә һөйләшәм.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина - Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы. Ул һәр саҡ тамырҙары менән ғорурланып йәшәй, туған телендә матур һөйләшә, шиғырҙар яҙа. Тормош юлының күп өлөшө ҡала мөхитендә үтһә лә, ҡыҙында ла, ейәнсәрҙәрендә лә туған телгә һөйөү уятыуға өлгәшкән.
Туған телде белеү, аралашыу, уҡыу, яҙыу, йырлау – тормош һәм тәбиғәт законы. Туған телде һаҡламаған үҙен дә һаҡламаҫ, тигән боронғо башҡорттар. Минең бәләкәй генә ейәнсәрҙәрем башҡортса белә. Ҡыҙым, уларҙың әсәһе, рус, инглиз телдәрен яҡшы, итальян һәм француз телдәрен аралашыу кимәлендә белеүе менән түгел, ә ҡала шарттарында туған телен белеүе менән ғорурлана. Ниңә? Беҙ, ата-әсәһе, балабыҙға туған телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү һалыуға өлгәшкәнгә. Тел ғүмере ғаиләлә тыуа: ата-әсә уны балаға өйрәтә, улар иһә эстафета буйлап артабан тапшыра.
Мин балаларым башҡортса иҫ китмәле моңло, наҙлы, йомшаҡ телдә аралашҡанға сикһеҙ ғорурланам. Ҡыҙыбыҙ иҡтисадсы, доцент, юғары уҡыу йортонда эшләй, тик телде өйрәнеү методикаһына ҡыҙыҡһыныу (ә уның принциптары бөтә телдәр өсөн бер төрлө) лингвистикаға бәйле түгел: бөгөн уның башҡорт телен өйрәнеү буйынса 22 дәресен Ютубта ирекле ҡарарға мөмкин (Инстаграмда һылтамаһы). Ә иң ҡыҙығы: был дәрестәрҙе уҡыйҙар, фекерҙәре менән уртаҡлашалар, уға рәхмәт һүҙҙәре яҙалар! Һәм мин дә ҡыҙыбыҙға рәхмәтлемен: ата-әсә ҡулынан эстафетаны ҡабул итеп, үҙ балаларына тапшырғаны өсөн!” – тип яҙа Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
.
Йомғаҡлау.
Шулай итеп, беҙ туған республикабыҙ өсөн күп көсөн һәм хеҙмәтен һалған билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллинаның тормошо һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә бер аҙ байҡау яһаныҡ. Уның бик нескә күңелле булыуы менән бер рәттән иҫ киткес көслө етәксе, рухлы һәм бик тә грамоталы икәнлеге хөрмәткә лайыҡ, шулай уҡ ғаиләһендә балаларҙы тәрбиәләүе, уларҙы рухи яҡтан нығытыуы тураһында белдек.
Ил, тел, халыҡ яҙмышына ла битараф түгел беҙҙең ғалим. Бөгөнгө заманда ерен дә, телен дә һаҡлағанда ғына милләт һаҡлана.Шуға күрә, телеңде лә, ереңде лә юғалтмау милләттең мөҡәддәс бурысы, киләсәктәге йәшәйештең зарури талабы.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, жюри ағзалары!
Мин 6Б класс уҡыусыһы Зәйнуллина Вәсилә. Минең фәнни-эҙләнеү эшемдең етәксеһе Зәйнуллина Гөлназ Ришат ҡыҙы. Эҙләнеү эшемдең темаһы: “Зөһрә Рәхмәтуллина – районымдың ғорурлығы”.
Эҙләнеү эшемдең маҡсаты: Зөһрә Рәхмәтуллинаның тормошо һәм ғилми эшмәкәрлеген өйрәнеү.
Бурыстар:
1. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы тураһында информация йыйыу.
2. Зөһрә Рәхмәтуллинаның хеҙмәттәре менән яҡыныраҡ танышыу.
Эҙләнеү эшенең объекты: Зөһрә Йыһанур ҡыҙының тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге.
Тикшереү методтары: эҙләнеү, тикшеренеү.
Актуаллеге: Иглин районының арҙаҡлы кешеләренең тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу. Үҙ халҡына әсә телендә хеҙмәт күрһәтә алырлыҡ әҙерлеге булмаған кешене, ул ниндәй генә дәрәжәле эштә булмаһын, бер нисек тә юғары мәҙәниәтле кеше тип әйтеп булмауы хаҡында уйланыу. Туған телеңдә матур итеп һөйләшә белеү.
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары: эште башҡарыу өсөн ғалимдың тормошо, эшмәкәрлеге тураһында китаптар, матбуғат мәҡәләләрен, интернет-ресурстар ҡулландым.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте: йыйылған материалдар артабан да файҙаланыла ала.
Тикшереүҙең структураһы: инеш өлөштән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора, презентациянан тора.
Зөһрә Рәхмәтуллина 1961(бер мең туғыҙ йөҙ алтмыш беренсе) йылдың 26 (егерме алтынсы) августында Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған. Ун йыллыҡ мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһын һәм 1985 (бер мең туғыҙ йөҙ һикһән бишенсе) йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын «рус теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген университет кафедраларының береһендә лаборант булып башлай, 2000 – 2002(ике меңенсе – ике мең икесе ) йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО кафедраһы, артабан этика, эстетика һәм культрология кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.
Башҡортостан Республикаһының хөкөмәт һәм Мәғариф министрлығы тарафынан “Ауыл мәктәптәре” тигән программа ҡабул ителә. Беҙҙең яҡташыбыҙ мәғариф министыры булып эшләгән осрҙа Зөһөрә Йыһанур ҡыҙы Иглин районына мәктәптәр төҙөтөү буйынса ҙур өлөш индерә. Ошо “Ауыл мәктәптәре” программаһын тормошҡа ашырып, районда ете мәктәп төҙөтөргә ярҙам итә. Үҙенең тыуған ауылы Түбәнге Ләмәҙ урта дөйөм биреү мәктәбенә төкөтмә төҙөтә: иркен ашхана, спорт залы, дүрт класс – кабинет һәм интернат барлыҡҡа килә.
2016 (ике мең ун алтынсы) йылдың 18(ун һигеҙенсе) сентябрендәге һайлауҙа Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланды.
2021 ( ике мең егерме беренсе) йылдың 18( ун һигеҙенсе) ноябренән Зөһрә Рәхмәтуллина Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы философия, мәҙәниәт һәм тәрбиә мәсьәләренә арналған 400-ҙән(дүрт йөҙҙән) артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы. Ул ижад менән дә шөғөлләнә. Уның ижады һуңғы йылдарҙа сәскә ата, үҫешә. Проза әҫәрҙәре, шиғырҙары, йырҙары менән ул тамашасы, тыңлаусы, уҡыусы иғтибарын һәм ихтирамын яулай. Йырҙарына профессиональ башҡарыусылар видеоклиптар төшөрә, улар зәңгәр экрандарҙан күрһәтелә, йырҙары радиола даими яңғырап тора. Уның бик нескә күңелле булыуы менән бер рәттән иҫ киткес көслө етәксе, рухлы һәм бик тә грамоталы икәнлеге хөрмәткә лайыҡ.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина - Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы. Ул һәр саҡ тамырҙары менән ғорурланып йәшәй, туған телендә матур һөйләшә, шиғырҙар яҙа. Тормош юлының күп өлөшө ҡала мөхитендә үтһә лә, ҡыҙында ла, ейәнсәрҙәрендә лә туған телгә һөйөү уятыуға өлгәшкән. “Туған телде белеү, аралашыу, уҡыу, яҙыу, йырлау – тормош һәм тәбиғәт законы. Туған телде һаҡламаған үҙен дә һаҡламаҫ” – ти Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.

Рисуем пшеничное поле гуашью

Рукавичка

Всему свой срок

Ласточка. Корейская народная сказка

Бенгальские огни