• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Главные вкладки

  • Просмотр(активная вкладка)
  • Редактировать

Видео

Опубликовано Яхина Гулия Робертовна вкл 23.03.2025 - 9:59
Яхина Гулия Робертовна
Автор: 
Яхина ГР

Видео

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл proekt_sentyabr_novyy.docx35.31 КБ

Предварительный просмотр:

Проектың үткәрелеү ваҡыты: 2 аҙна – йыл

Проекттың актуаллеге:

Һәр бер кеше өсөн актуаль булған тема – тәбиғәт. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға беҙҙе уратып алған тәбиғәт донъяһын асырға ярҙам итеү.

Һәр проект өлкәндәр һәм балаларҙың эшмәкәрлегенең ҡыҙыҡлы формаларын эҙләү һәм уйланыу булып тора, был проектта ҡатнашыусыларҙың, йәғни балаларҙың ижади һәм экологик донъяға ҡарашын сағылдырыу.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләтен, фантазияның үҫеше һәм ҡул моторикаһын формалаштырыуға булышлыҡ итә.

Проекттың маҡсаттары:

  • көҙ көнө тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе “күрә” белеүҙәренә ирешеү;
  • беҙҙе уратып алған донъяны эстетик яҡтан ҡабул итеүҙе формалаштырыу;
  • балаларҙың ижади һәм телмәр үҫешенә булышлыҡ итеү;

Проекттың бурыстары:

1. Бирелгән күренеште сағыштырыу һәм төркөмдәргә айырып ҡуйыу оҫталыҡтарын үҫтереү; күреү иғтибарлыҡтарын, һиҙемләү мөмкинлекләрен үҫтереү; һөйләү телмәрен үҫтереү.

2. Тәбиғәткә мөхәббәт һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, матур көҙ күренешенә һоҡланыу хисен тәрбиәләү.

3. Һүҙлек байлығын арттырыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

- танып - белеү үҫеше: тәбиғәттәге миҙгел үҙгәрештәре, уларҙың сәбәптәре тураһында белемде киңәйтеү; һынлы сәнғәт төрҙәре тураһында белемде камиллаштырыу; рәссамдар менән таныштырыуҙы дауам итеү.

- телмәр үҫеше: проект темаһы буйынса балаларҙың һүҙлек запасын әүҙемләштереү һәм байытыу, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү, тәҡдим ителгән материал буйынса хикәйәләр төҙөү һәләтен формалаштырыу; көҙ тураһында шиғырҙарҙы уҡыу.

- художество-эстетик үҫеш: шиғриәт һәм музыка әҫәрҙәре менән танышыу.

Проектың этаптары:

1. Әҙерлек этабы.

– Проектың темаһын һайлау: маҡсатын, бурыстарын ҡуйыу;

– Проектың перспектив – тематик планын төҙөү.

  • Темаға ҡағылышлы мәғлүмәттәр йыйыу һәм сығанаҡтар туплау.
  • Ата-әсәләр өсөн консультациялар эшләү.

2. Төп этап.

– Әңгәмәләр.

– Күҙәтеүҙәр алып барыу.

– Дидактик уйындар уйнау.

– Күргәҙмә.

– Уйындар уйнау.

– Йырҙар өйрәнеү.

  1. Практик этап

Белем биреү өлкәләре. Балалар эшмәкәрлеге төрҙәре.

1. Социаль-коммуникатив үҫеш:

Сюжетлы-ролле уйындар: “Йәшелсә магазины”, “Сәскәләр магазины”

- Дидактик уйындар: “Был нимә?”, “Айырып һал”, “Йәшелсәләр һәм емеш-еләктәр”, “Нимә артыҡ”, “Парын тап”, “Ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе тап”.

- Хеҙмәт: көҙ темаһына төркөмдө биҙәү, майҙансыҡтан япраҡтарҙы йыйырға ярҙам итеү.

2. Тәбиғәт менән танышыу:

Әңгәмәләр: “Бәшмәктәр”, “Көҙгө урман”, “Емеш-еләктәр”, “Йәшелсәләр”, “Ауыл һәм ҡалала көҙ”, “Ауылдағы көҙгө баҡса”

3. Художествалы-эстетик үҫеш:

- һүрәт төшөрөү: Көҙгө ағас, Урманда көҙ

- әүәләү: Бәшмәктәр, Терпе

- аппликация: Алтын көҙ, Минең ағасым

  1. Телмәр үҫеше:

- Әкиәттәр: “Ләйсән ямғыры”, “Шаян бесәй”.

- Шиғырҙар: А. Йәғәфәрова “Көҙгө урман”, Р. Ураҡсина “Имән”, Г. Юнысова“Көҙ килгән”, Г. Юнысова “Көҙгө ел”, З. Ҡотлогилдина “Көҙгө урман йыры”, А. Йәғәфәрова “Йомарт көҙ”.

  1. Музыкаль әҫәрҙәрҙе тыңлау: “Йыл миҙгелдәре”, “Ямғырҙар”, “Көҙ килде”.
  2. Физик үҫеш: Уйындар: Ҡаҙҙар, Көҙгө япраҡтар, Кемдә күберәк йәшелсә,
  3. Ата-әсәләргә консультациялар: “Көҙгө күҙәтеү”, “Көҙ көнө баланың һаулығын нисек һаҡларға?”, “ Көҙ көнө баланы балалар баҡсаһына нисек кейендерергә?".

Переспектив-тематик план “Көҙ”.

1-се аҙна

Сараларҙың атамалары

Яуаплы

Дүшәмбе

1. Тәбиғәт менән танышыу: Әңгәмә: “Бәшмәктәр”

2. Дидактик уйындар: “Был нимә?”

3. Телмәр үҫеше: Шиғыр: Р. Ураҡсина “Имән “

4. Музыкаль әҫәрҙәрҙе тыңлау: “Йыл миҙгелдәре”

Яхина Г.Р.

Шишәмбе

1. Социаль-коммуникатив үҫеш: Сюжетлы-ролле уйын: “Йәшелсә магазины”

2. Телмәр үҫеше: Әкиәт: “Шаян бесәй”.

3. Дидактик уйын: “Ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе тап”

4. Телмәр үҫеше: Шиғыр: Г. Юнысова“Көҙ килгән”

Яхина Г.Р.

Шаршамбы

1. Художествалы-эстетик үҫеш: һүрәт төшөрөү: Көҙгө ағас

2. Телмәр үҫеше: Шиғыр: Г. Юнысова “Көҙгө ел”

3. Тәбиғәт менән танышыу: Әңгәмә: “Ауыл һәм ҡалала көҙ”

Яхина Г.Р.

Кесейома

1. Тәбиғәт менән танышыу: Әңгәмә: “Емеш-еләктәр”

2. Дидактик уйын: “Айырып һал”

3. Телмәр үҫеше: Шиғыр: З. Ҡотлогилдина “Көҙгө урман йыры”

4. Физик үҫеш: Уйын: Көҙгө япраҡтар

Яхина Г.Р.

Йома

1. Художествалы-эстетик үҫеш: әүәләү: Бәшмәктәр

2. Дидактик уйын: “Парын тап”

3. Телмәр үҫеше: Шиғыр: А. Йәғәфәрова “Йомарт көҙ”.

Яхина Г.Р.

2-се аҙна

Сараларҙың атамалары

Яуаплы

Дүшәмбе

1. Тәбиғәт менән танышыу: Әңгәмә: “Ауылдағы көҙгө баҡса”

2. Телмәр үҫеше: Әкиәт: “Ләйсән ямғыры”,

3. Художествалы-эстетик үҫеш: аппликация: Алтын көҙ

4. Физик үҫеш: Уйын: Кемдә күберәк йәшелсә

Яхина Г.Р.

Шишәмбе

1. Физик үҫеш: Уйын: Ҡаҙҙар

2. Художествалы-эстетик үҫеш: һүрәт төшөрөү: Көҙгө ағас

3. Дидактик уйын: “Йәшелсәләр һәм емеш-еләктәр”

Яхина Г.Р.

Шаршамбы

1. Тәбиғәт менән танышыу:

Әңгәмә: “Йәшелсәләр”

2. Музыкаль әҫәрҙәрҙе тыңлау: “Ямғырҙар”.

3. Социаль-коммуникатив үҫеш: Сюжетлы-ролле уйын: “Сәскәләр магазины”

Яхина Г.Р.

Кесейома

1. Телмәр үҫеше: Шиғыр: А. Йәғәфәрова “Көҙгө урман”

2. Художествалы-эстетик үҫеш: аппликация: Минең ағасым

3. Дидактик уйын: “Нимә артыҡ”

Яхина Г.Р.

Йома

1. Художествалы-эстетик үҫеш: әүәләү: Терпе

2. Музыкаль әҫәрҙәрҙе тыңлау: “Көҙ килде”

3. Тәбиғәт менән танышыу: Әңгәмә: “Көҙгө урман”

Яхина Г.Р.

  1. Проектты йомғаҡлау: Балалар һәм ата-әсәләр менән берлектә ҡул эштәренән күргәҙмә яһау.

Проекттың һөҙөмтәһе:

- Балаларҙың һүҙлек запасы байыны;

- Ата-әсәләр проектҡа теләп ҡатнаштылар – күргәҙмә;

- Тема буйынса белемдәре киңәйҙе, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырҙылар;

- Ижади һәләттәрен үҫтерҙек.

Башҡортостан республикаһы Өфө ҡалаһының “Аҡбуҙат”

75-се башҡорт балалар баҡсаһы”

Муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы

6-сы телмәр төҙәтеү төркөмөнөң

сентябрь айына ҡыҫҡа ваҡытлы проекты

Эшләне: Яхина Г.Р

.


  • Снять отметку "Мне нравится" (1) 
Поделиться:

Рисуем подснежники гуашью

Скворечня

Упрямый зяблик

Как напиться обезьяне?

Гном Гномыч и Изюмка. Агнеш Балинт