Мирхайдарова Гульнара Рифгатовна

сайт учителя башкирского языка и литературы

Мы должны сами верить в то, чему учим наших детей. - В. Вильсон

Профессия: учитель

Профессиональные интересы: сочиняю стихи, много читаю

Увлечения: сочиняю стихи, гуляю с ребенком - вот мое большое увлечение

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Уфа

Место работы: МАОУ лицей № 155

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/gulnara-5
Чтобы быть хорошим преподавателем, нужно любить то, что преподаешь, и любить тех, кому преподаешь. -
В. Ключевский

Я  люблю детей и, общаясь с ними на башкирском языке, развиваю у них творческое мышление, активную умственную работу. На уроках и внеклассных мероприятиях  прививаю своим ученикам любовь к историческому прошлому родного народа, его культурным и духовным ценностям.

О себе

Я  окончила Башкирский государственный педагогический институт в 1996 году по специальности «Филология»;

квалификация- учитель башкирского языка и литературы, культуры Башкортостана.

Свою педагогическую деятельность  начала с 1996 года в школе №1 Ленинского района г.Уфы ,

   десятый год работаю учителем башкирского языка и литературы

в МАОУ лицей №155 Октябрьского района г. Уфы.

 1 квалификационная категория, стаж работы в школе 18 лет

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Мы без книги, как без рук.
Книга – это первый друг.
Ведь без книги, как без света.
Как без доброго совета.

Кто с книгой по жизни шагает,
Кто с нею умеет дружить,
Тому эта книга всегда помогает
Учиться, работать и жить.

Книга все тебе расскажет,
С ней беседа не наскучит,
Край родной она покажет
И любить тебя научит.

Мудрый не тот, кто много знает, а тот, кто знает, что нужно.

Книга – это дорога от сердца к сердцу.

Кто учится без книг, тот решетом воду черпает.

Книга – путь к знанию для человека.

Знания – лучшие богатства.

Мой взгляд на мир

Мир — это все, что заключено здесь. Жизнь, смерть, люди и все остальное, что окружает нас.

Мир необъятен и непостижим. Мы никогда не сможем понять его. Мы никогда не разгадаем его тайну.

Поэтому мы должны принимать его таким, как он есть, — чудесной загадкой.

Мои достижения

Грамота от профсоюза работников народного образования (Учитель года)

Почетная грамота РУНО(Учитель года)

Благодарственное письмо  2009 (за подготовку призера районног конкурса)

Благодарственное письмо ГУНО 2009(НПК)

Благодарс. письмо 2008 (Урок  года)

Благод. письмо за подготовку призера районного конкурса  творческих работ уч-ся “Салавату Юлаеву посвящается”2009

Почетная грамота за активное учас . в празд. “Шәжәрә бәйрам”2009

Благодарственное письмо за помощь в орган. и  проведении олимпиады по башкирскому языку и лит. 2010  МОРБ 

Благодарственное письмо за высокий уровень экспертизы конкурсных работ районного проекта “Восхождение” 2010

Почетная грамота за большой вклад в воспитание подрастающего поколения,…Администр. Октябрьского района г.Уфа  2010

Благодарственное письмо за “Шежере байрам” Администр. Октябрьского района г.Уфа  2011

Благодарственное письмо за за активное участие в орг. и провед. летней оздроро. компании . Администр. Октябрьского района г.Уфа  2010

 

Моё портфолио

Башҡорт (дәүләт) теле дәрестәрендә  яңы алымдар  ҡулланып  уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү.

         Төп маҡсатым - яңы алымдар ҡулланып уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү һәм ижади аңын формалаштырыу.

Ҡуйылған маҡсаттан сығып бурыстар билдәләнә. Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

-Уҡыусыларҙың предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлығын арттырыу;

-Ҡулланылған алымдар ярҙамында дәрес алдына ҡуйылған ҡыусыларҙың белем кимәлен күтәреүгә өлгәшеү;

-Уйындар аша балаларҙың логик һәм аналитик төплө фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереү;

- Яңы алымдар аша уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү;

- Башҡорт халҡының тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, йолаларын һәм күренекле шәхестәрен өйрәтеү, уларға ҡарата оло хөрмәт тәрбиәләү.

      Һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Ошо һәләтте ваҡытында күрә белеп, артабан үҫтереү.  Шул осраҡта ғына уҡыусыларыбыҙ  киләсәк тормошта үҙ урынын таба алырына ышаныс бар .                                                  

     Балаларҙың һәләтен асыу – күп яҡлы һәм ҡатмарлы эш. Ул төплө әҙерлек, алдан планлаштырыуҙы һәм системалы эш алып барыуҙы талап итә. Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң. Был эш дәрестең һәр этабында дауам итә. Был әҙәбиәт дәресеме,тел дәресеме,  һәр дәрестә лә баланың ижади һәләтен үҫтерергә мөмкин.  Уҡытыусы баланың һәр фекерен ихтирам итеп, уны тыңларға, йүнәлеш  бирергә һәм үҫтерегә тейеш. Шулай уҡ баланың хыялына юл асырлыҡ ситуациялар булдырыу ҙа бик мөһим.

    Ижади эҙләнеүҙәр, күп йылдар буйына тупланып килгән педагогик тәжрибәне ҡулланып эш итеү – һәр уҡытыусының профессиональ кимәле. Был заман талабы. Ошо талаптарға эйә булмайынса һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәр биреп булмай.

       Академик М.П. Щетинин “Ҡолас етмәгәнде ҡосоу” китабында былай ти: “Белемгә генә таянып, баланы белемле итеү мөмкин түгел…”. Китаптар күплеге, дәрестәр төрлөлөгө генә баланы аңлы, зиһенле, зирәк итә алмай. Бында иһә ниндәй ҙә булһа икенсе, традицион булмаған юлдарҙы эҙләү мөһим. Яңы алымдар ҡулланып эшләү, яңы үрҙәргә килтерә. Үҫеп килгән быуынға сифатлы белем һәм тәрбиә биреү-был уҡытыусыларҙың  иң мөһим йүнәлештәренең береһе.

      Ватан һүҙе беҙҙең һәр беребеҙгә лә яҡын төшөнсә. Ошо һүҙҙе ишетеү менән беҙгә тыуып үҫкән еребеҙ күҙ алдына килеп баҫа. Ә тыуған еребеҙ үткән бай тарихы, киләсәге, теле  һәм мәҙәниәте менән ғорур яңғырай. Эйе, Башҡортостан - башҡорт  халҡының  тыуған  тарихи  төйәге.  Төп  халыҡ  булыуы  менән  бергә  республикаға  исем  биргән  халыҡ  йәшәй  бында. Һәр кеше үҙ туған телен, үҙе йәшәгән илдең телен өйрәнергә хоҡуҡлы. Беҙҙең Башҡортостан

 

күп милләтле республика. Һәр милләт балаһы  дәүләт теле булараҡ башҡорт телен һәм рус телен, шулай уҡ үҙ туған телен өйрәнә. Бының өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Күп тел белеү - береһенә лә зыян килтермәй, ә киреһенсә ул шәхесте белемле, аңлы, тәрбиәле итә,  һәм башҡа милләт теленә ихтирамын күрһәтә.

    Бала үҙе йәшәгән тыуған еренең меңәр йылдар буйы һаҡланып килгән тарихын мираҫ итеп ҡабул итеп алмаһа, өйрәнмәһә, күп милләтле тыуған еребеҙҙең яңы гражданинын тәрбиәләү мөмкин түгелдер ул.

      Икенсе милләт балаларына телде өйрәтеү бик еңелдән түгел.  Бының өсөн күп дәреслектәр, методик ҡулланмалар бөгөнгө көндә лә сығып тора. Әсбаптар ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн әленән-әле улар өҫтөндә эш алып барыла, тулыландырыла, байытыла.

     В.А.Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”,- тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телгә ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү һәм ижади һәләтен үҫтереү  өсөн уҡытыусы һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары  ҡулланырға  тейеш. Бының өсөн уҡытыусы күп эҙләнергә тейеш.

     Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән: “дәрес-аукцион”, “белем баҙары”, “бәхетле осраҡ”, “дәрес-йыйын”, “дәрес-лабиринт”, “ШТК уйыны”, компьютерҙа тест һорауҙарына яуап биреү кеүек алымдар уҡыусыларға бигерәктә оҡшай. Яңы алымдар, уйындар аша баланы тел серҙәренә, әҙәбиәт донъяһына һиҙҙермәй генә  алып инеп була. Традицион дәрестәрҙә ҡағиҙә ятлатып ҡына башҡорт теленә өйрәтеү аша ижади һәләтен үҫтереп  булмай.

      Мәктәптең төп бурысы - ысын шәхес тәрбиәләү. Ә уҡытыусының алдына ҡуйылған төп бурысы: үҙ иленә, тыуған төйәгенә, уның тәбиғәтенә, туған халҡына, уның рухи байлығына, туған теленә оло ихтирам һәм тәрән һөйөү тәрбиәләүҙән тора. Уҡытыусы дәрескә инер алдынан уның көнүҙәк мәсьәләһе булып түбәндәге һорауҙар тора: “Нисегерәк үткәрһәм ҡыҙыҡлыраҡ булыр?”, “Ниндәй алымдар ҡулланһам, ялҡытҡыс булмаҫ?”, “Ниндәй күләмдә һәм нисек өйрәтергә?”Ошо һорауҙарға яуап эҙләп уйланаһың, өйрәнәһең, уҡыйһың. Алтын бөртөкләп йыйылған кеүек, тәжрибә лә беренсе эш көнөнән туплана, сифаты ла көндән- көн үҫә бара. Заман да бер урында тормай, балаларҙың аң-кимәле лә йылдан-йыл  үҫешә, үҙгәрә. Шуға күрә мәғариф өлкәһендә һәр ун йыллыҡ һайын шаҡтай үҙгәрештәр булып тора: уҡыу-уҡытыуҙың йөкмәткеһе үҙгәрә, яңы программаларға ярашлы уҡыу әсбаптары ла яңартылып тора, инновацион технологиялар индерелә һ.б. Бындай ваҡытта уҡытыусы үҙенең фәнен ни тиклем яҡшы белһә, үҙ эшенең оҫтаһы булһа, уҡыусыларға белем алыу еңелерәк була. Уҡытыусы заман менән бергә атлап, уҡыусыларына заманса дәрес бирергә тейеш. Ә дәрестең сифаты уҡытыусының методик оҫталығына бәйләнгән.

     Дәрестең һәр этабында һөйләү мәҙәниәтенә, һөйләм төҙөлөшөнә иғтибар итәм.Текстағы синонимдар, антонимдар, фразеологизмдарҙы табып, мәғәнәһен асыҡлап, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтәм.

     Синоним, антоним, омоним темаларын үтеп бөткәс, теманы йомғаҡлап ҡуйыр өсөн дәрес-уйын, ШТК(КВН) үткәрергә мөмкин. Был  уйын алымы ла балалар өсөн шундай мауыҡтырғыс үтә һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Һәр команда үҙенә исем ала:  ”Синоним”, “Антоним”, “Омоним”- тип. Командаларға үҙҙәренең исемдәре, темалары буйынса  һорауҙар бирелә.

 

1-се команда

Синоним

2-се команда

Антоним

3-сө команда

Омоним

1.

Нимә ул синоним?

Нимә ул антоним?

Нимә ул омоним?

2.

Һәр команда  миҫал яҙа.

 

5 миҫал

5миҫал

5 миҫал

3.

Һүҙбәйләнештәр яҙырға.

 

Синоним+исем

Антоним +исем

Омоним +исем

4.

Һәр командаға  һүрәттәр таратып бирелә, шуларға ҡарап миҫалдар, һүҙбәйләнештәр табырға

 

5.

Карточкалар менән эш, һүҙҙәрҙе тәржемә итергә.

 

Йүгерә-саба

Башҡара-үтәй

Элек-борон

Батыр-көслө

Эҫе-ҡайнар

Алыҫ-яҡын

Ҙур-бәләкәй

Бейек-тәпәш

Иртә-кис

Килә-китә

Гүзәл-гүзәл

Зифа -зифа

Тимер-тимер

Арыҫлан-арыҫлан

Яҙ-яҙ

6

Һәр команда үҙенең темаһы буйынса 5 һөйләм яҙа.

7

Синонимдарҙың парын табып тоташтыр:

Батыр     танау

Морон    көслө

Һау         матур

Иҫән      сибәр

Антонимдарҙың парын тап:

 

Аҡ            сибәр

Насар      ҡара

Көн           эҫе

Һыуыҡ      төн

Омонимдарҙың парын тап:

 

Яҙ         бар

Кит        яҙ

Бар        тимер

Тимер    кит

8.

Һәр команда үҙенең темаһына ярашлы һүрәт төшөрә һәм аңлата.

 

        Уйындар аша дәрестә ҡулланыласаҡ һүҙҙәр еңел иҫтәрендә ҡала, дөрөҫ итеп һүҙҙәрҙе әйтергә  һәм һөйләмдәр төҙөргә, һөйләргә, ижади уйланырға  өйрәнәләр.

        Хатта дәрестә кроссвордтар, чайнвордтар, ребустар, шарадалар, башватҡыстар ҡулланып ҡына үткәрһәңдә дәрестәр мауыҡтырғыс үтә. Мәҫәлән: тәбиғәт темаһын үтҡәндә  кроссворд сисеп, бөгөнгө үтәсәк теманың исемен уҡыусылар үҙҙәре  билдәләй. (һүҙҙәрҙе тәржемә итеп  шаҡмаҡтарға яҙырға.)

1.гора

2.трава

3.бабочка

4.рябина

5.дерево

6.цветок

7.камень

 

 

 

Т

А

У

 

Ү

Л

Ә

Н

 

К

Ү

Б

Ә

Л

Ә

К

 

М

И

Л

Ә

Ш

 

А

Ғ

А

С

 

С

Ә

С

К

Ә

Т

А

Ш

 

 

 -Тәбиғәт  нимә ул? ( Теманы асыҡлау)

  -Тәбиғәткә нимәләр инә? (Өҫтәлгә һүҙҙәр һәм һүрәттәр һалына, ә уҡыусылар һүрәттәрҙе һүҙҙәре менән үҙҙәре эҙләп табып таҡтаға тәбиғәт һүҙе янына йәбештерә барһалар, был эш төрө һүҙҙәрҙе иҫтәрендә ҡалырға ярҙам итә.

                                            

                                                   Тәбиғәт

                                               (һүрәттәре менән)                                    

 

 

 

 

 

Һауа                   Йылғалар             Ағастар       Үләндәр             Ҡоштар

 Хайуандар       Йәнлектәр                Бөжәктәр                       Балыҡтар һ.б.

 

      Ижади эшләүсе уҡытыусы традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙы үҙеңдең предметыңа ылыҡтырыу өсөн  эҙләнәһең һәм уҡыусыны ла ошо эш өҫтөндә эшләргә, эҙләнергә, уйланырға әйҙәйһең. Ул нығыраҡ предмет менән ҡыҙыҡһына һәм тәрәнерәк өйрәнергә теләй башлай.

         Ошондай стандарт булмаған дәрестәрҙе киңерәк ҡулланыу уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлеккә ынтылдыра, әҙәбиәткә һәм телгә ихтирам тәрбиәләй.

       Дәрес ни тиклем эмоционалерәк, ҡыҙыҡһындырыусаныраҡ булһа, балалар ул дәрестән шул тиклем күберәк “алалар”, күберәк материал уларҙың хәтерендә ҡала. Яңы уйын-дәрес алымдарының өҫтөнлөгө шунда - синыфта вайымһыҙҙар ҡалмай, бөтәһе лә ихлас ҡул күтәрә, һәм ул күңелле үтә. Әлбиттә, бөтә нәмәне лә уйынға әйләндерергә ярамай, уҡыу бит ул ауыр танып белеү хеҙмәте. Әммә уйын барышында яңы теманы өйрәтергә мөмкин һәм кәрәк.

    Уҡытыусы өйрәнелә торған материалдың йөкмәткеһенә  ҡарап эш төрө ала. Мәҫәлән: фонетика темаһын үткәндә “Бер фонема, марш!”(хәрефтәр уйыны) тигән уйынды үткәреү бигерәктә уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу, предметҡа һоҡланыу, телдең байлығына ихтирам уята. 

Был уйында 3 команда ҡатнаша ала. Һәр командаға эш төрө бирелә.

1.Бер хәрефте өҫтәп яҙып, яңы һүҙҙәр килтереп сығарыу:

Ҡ…р                             Т…р                      К..л

Ҡ…р                             Т…р                      К…л

Ҡ…р                             Т…р                      К…л

2.Бер хәрефте алып ташлап, яңы һүҙҙәр килтереп сығар:

Экран-кран                 

Тарт-…                       Ҡарт-…                 Ута-…

Ата-…                          Төр-…                   Уҡы-…

Кит-…                          Ҡала-…                 Көрт-…

3.Бер хәрефте үҙгәртеп яңы һүҙҙәр килтереп сығар:

Шар-тар                   

Бур-…                         Бал-…                     Ял-…

Сәй-…                         Көн-…                    Йөҙ-…

Ҡал-…                          Ел-…                      Яҙ-…

(Һүҙҙәрҙе күберәк алырға мөмкин.)

    Бына шуның кеүек тағы ла әллә нисә төрлө эш, һорауҙар  алырға мөмкин. Был уйынды үткәреп, балаларҙың иҫтәрендә ҡалдырыу, һөйләү, уйлау кимәлдәрен үҫтерергә мөмкин.

     Мәҫәлән: Исем темаһын үтеп бөткәс компьютер ҡулланып тест һорауҙарына яуап бирергә мөмкин. Шулай уҡ, башҡорт теленең морфология, синтаксис, фонетика темалары менән  танышҡанда ла башҡа компьютер ҡулланырға  була. Мәҫәлән:

1.Исем нимәне аңлата?

А.предметты             

Б.эште

В.күләмде

2.Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

А.кемдең? нимәнең?

Б.кем? нимә?

В.ниндәй? нисек-

3.Күплек ялғауы ҡушылған исемдәрҙе табығыҙ

А.балалар,малайҙар,урмандар.

Б.баланың, малайҙар, урмандың.

В.балала, малайҙа, урмандар.

4.Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе билдәләгеҙ

А.Ағиҙел, Ҡариҙел, алма

Б.Ат, Өфө, Стәрлетамаҡ

В.Ямантау, Дим, Салауат

5.Килеш менән үҙгәргән исемдәрҙе билдәләгеҙ.

А.әсәйемдең, апайымдың, ҡустымдар

Б. китапты, дәфтәрҙе, уҡыусыны

В. кешеләр, болондан, ҡаланан

6.Зат менән үҙгәргән исемдәрҙе табығыҙ.

А.китабым,  киләләр.

Б.күлдәгем, эшләйҙәр

В.ҡалағың, сынаяғы

Һ.б. ошондай тест  һорауҙары әҙерләргә мөмкин. 

          Ғөмүмән алғанда, тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхес тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Бының өсөн күп уҡыуҙар, эҙләнеүҙәр, асыштар, белгәндәрҙе берләштереү  талап итә.

     Ә рифмалаш һүҙҙәрҙе эҙләп табыу уҡыусыларҙа шиғыр яҙыуға ынтылыш уята. “Алтын көҙ” темаһына бына шундайраҡ юлдарҙы бирергә була:

Тирә-яҡҡа алтын көҙ килгәс

……..  .

Көндәр һыуыта башлағас

…………  .

 

Уҡыусылар бигерәктә  ҡыш темаһын яратып ҡабул итәләр һәм һәр уҡыусы үҙенсә матур-матур шиғырҙар ижад итергә әҙер тора.

Мәҫәлән:

Ябалаҡлап  яуған ҡарҙар

……………..  .

Өй башына, ҡыйыҡтарға

……………..  .

Аҡ ҡайында –ап-аҡ суҡтар

………………  .

Тәбиғәттең сафлығына

……………….  .

 

 

       Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һүҙлек эшенә иғтибар итеү балаларҙа һүҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм уның бәҫен, ҡәҙерен аңлауға килтерә. Һәр дәрестә төрлө һүҙлектәр менән эшләргә өйрәнәбеҙ.

     Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡылған әҫәрҙәргә иллюстрациялар яһау, ролдәргә бүлеп уҡыу, драма әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, шиғырҙарҙы тасуири итеп ятлау, ирекле темаға ижади иншалар яҙыу һәм башҡа эштәр уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.   

         Әҙәбиәт дәрестәрендә  арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош һәм хеҙмәт юлын, бөйөк яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ижадын өйрәнеүгә айырым туҡталмай булмаҫ. Сөнки ул төрлө яҡлап отошло.  Ә был  йәш быуынға ысын патриот булып үҫергә ярҙам итә. Улар хаҡында рефераттар яҙҙырыу, эҙләндереү, былар барыһы ла уларға ижади эшләргә этәргес булып тора. Уҡыусылар ошо йүнәлештә  үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа  ҙур теләк менән ҡатнаша.

     Әҙәбиәт дәрестәрендә интерактив таҡта менән эш итеү ҙә уҡытыусы өсөн бик отошло.   Бигерәктә,  яҙыусыларҙың тормошо һәм  ижады  менән таныштырыу ваҡытында хронологик таблицаларҙы интерактив таҡтанан аңлатыу  еңелләштерә. Мәҫәлән: Мостай Кәримдең тормош юлы менән таныштырабыҙ икән, хронологик таблица аша теманы уҡыусыға еткерергә мөмкин. Бындай юл аша теманы һәм даталарҙы уҡыусы тиҙ иҫендә ҡалдыра.

Дата

Ваҡиғалар

1919

Шишмә районы келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған

1935

Тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө рабфагында уҡый. һ.б.

 

         Ә иһә компьютер менән дәрестәрҙе үткәреү бигерәктә уҡыусыларға мауыҡтырғыс булып тора. Хәҙерге көндә ул - заман талабы. Ләкин бөтә дәрес буйына компьютер менән эшләү дөрөҫ түгел, ә бары 10-15 минут ҡулланыу ҙа етә. Компьютерҙы урынлы һәм дөрөҫ файҙалана белергә лә кәрәк.

 

·         Туған телдәр буйынса республика форумында ҡатнашып  9 класс уҡыусыһы Ғабсаликова Әҙилә Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

·         “Меридиан” үҙәге үткәргән викторинала Мирхәйҙәров Айҙар 2-се урынға лайыҡ булды.

·         “Салауат Юлаевҡа арналған”  ижади эштәр конкурсында Мирхәйҙәров А.   2-се урынды алды.

·         Республика көнөнә арналған конкурста Мирхәйҙәров А. үҙенең иншаһы менән 3-се  урынды алды;

·         Ә  үҙе ижад иткән шиғыры менән Исхакова Карина 1-се урынға лайыҡ булды.

·         “Башҡортостаныңды беләһеңме? -тигән конкурста 11 класс уҡыусыһы Кашапова Резеда 2-се урынға;

·         Мирхәйҙәров Айҙар 3-се урынға лайыҡ булдылар.

·         “Урал батыр” конкурсында Мигранов Марсель 3-се урынға лайыҡ булды.

·         “С их именами названы улицы” ғилми-ғәмәли конференцияһында Семенчук Дарья  2-се урынға лайыҡ булды.

·          Башҡортостан тарихы  һәм мәҙәниәте  буйынса үткәрелгән олимпиадала Еникеева Әлиә 1-се урынға лайыҡ булды.  Ә Николаева Ксения , Байбакова Элина,  Хурамшина Светлана призерҙар булдылар.  Һ.б.

      Балаларҙың был уңыштары осраҡлы түгел. Уның нигеҙендә уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың ныҡышмалы хеҙмәте, тырышлығы ята. Ә иң мөһиме – балалар үҙ эштәренең һөҙөмтәләрен күреп ҡыуана. Улар күңелендә киләсәккә ышаныс тыуа, белем һәм һөнәр алыуға ынтылыш көсәйә, ҡыҙыҡһыныу арта.

     Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән уҡыусыларым данлыҡлы яҡташтар өлгөһөндә киләсәктә

Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылырҙар, үҙ төйәгенең  ҡәҙерен белерҙәр

 һәм тормошта үҙ урындарын табырҙар, тип ышанам.

    Алдыма ҡуйған маҡсаттарыма  ирештем тип уйлайым, уларҙы  түбәндәге һөҙөмтәләремдән күрергә мөмкин.

Мои публикации:
Родной язык и литература
Филологические науки
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: