План-конспект урока. " Дикие животные" для 3 класса

Мирхайдарова  Гульнара Рифгатовна

Мирхәйҙәрова Г.Р.

Башҡорт теле

3класс

М.Ғ.Усманова, …

60-сы бит

тема: Ҡырағай хайуандар.

Өй һүрәте, ҡош-ҡорттар һәм хайуандар һүрәттәре.

 

 

                Тема: Ҡырағай хайыуандар.

Маҡсат: Башҡорт теленең специфик өндәрен  дөрөҫ әйтергә өйрәтеү;  Яңы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү; уҡыусыларҙың хәтерен, күҙәтеүсәнлеген, иғтибарын үҫтереү; Йәнлектәргә шәфҡәтлелек, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

 

       Йыһазландырыу:  Картондан эшләнгән өй һүрәте; ҡош-ҡорттар, йәнлектәр һүрәттәре; Балыҡ тотоу уйыны; карточкалар.

 

Дәрес барышы: Ойоштороу моменты.

-Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

 

Артикуляцион күнегеү:

Һыйыр беҙгә һөтөн бирә -

Кемдәр уны яратмай?!

“Мыр-мыр” килеп эсә хатта

Бесәйем менән Аҡбай.

                                  (М.Дилмөхәмәтов.)

 

Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

Һыйыр  беҙгә нимә бирә?

Кем “Мыр-мыр” тип әйтә?

Ә кем ул Аҡбай?

Ә һеҙ  үҙегеҙ һөт яратаһығыҙмы?  

 

Өйгә эш тикшереү:

Уҡыусылар , бөгөн һеҙгә ниндәй өйгә эш бирелгән ине?

-Эйе, өйҙә йорт хайыуандарын ҡабатлап килергә ине.

-Әйҙәгеҙ әле өйгә эште тикшереп үтәйек.

Бына һеҙҙең алда йорт һүрәте, ә был йортта кемдәр йәшәгәнен белеү өсөн беҙгә туҡылдатырға кәрәк.

(Бер уҡыусы өй янына килеп туҡылдай) –Туҡ-туҡ! Был йортта кем йәшәй? (Йорт ишеген асып бергәләп уҡыйҙар)

“Мө-ө-ө-ө!”

-Уҡытыусы: Был нимә?

-Уҡыусылар: Был һыйыр.

(Йорт эсенән һыйыр һүрәте килеп сыға.) Шулай дауам итә.

-Икенсе уҡыусы: -Туҡ-туҡ! Был йортта кем йәшәй?

“Бә-ә-ә-ә!”

-Уҡытыусы: Был нимә?

-Уҡыусылар: Был һарыҡ.

-Өсөнсө уҡыусы: -Туҡ-туҡ! Был йортта кем йәшәй?

“Ҡа-ҡа-ҡа!”

-Уҡытыусы:Был нимә?

-Был ҡаҙ.

-Дүртенсе уҡыусы: -Туҡ-туҡ! Был йортта кем йәшәй?

“Һау-һау-һау!”

-Уҡытыусы: Был нимә?

-Был эт.

-Бишенсе уҡыусы: -Туҡ-туҡ! Был йортта кем йәшәй?

“Мяу-мяу-мяу!”

-Был нимә?

-Был бесәй.

-Алтынсы уҡыусы: -Туҡ-туҡ! Был йортта кем йәшәй?

“Ки-ки-ри-күк!”

-Был нимә?

-Был әтәс.

Өйгә эште  бөтәгеҙҙә яҡшы үтәгәнһегеҙ, афарин.

 

Яңы тема: Беҙ үткән дәрестә йорт хайуандары менән танышып үтһәк, ә бөгөнгө дәрестә ҡырағай хайуандары менән танышасаҡбыҙ.

-Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? Йылдың ниндәй миҙгеле?  (Уҡыусылар яуабы тыңлана) Дәфтәрҙәргә числоны һәм теманы яҙып ҡуйырға.

 

Ҡырағай хайыуандарының һүрәттәрен күрһәтеү һәм исемдәрен атау.

Һүҙлек дәфтәрҙәрендә эш: (таҡтанан күсереп алалар)

Төлкө-лиса

Ҡуян-заяц

Бүре-волк

Айыу-медведь

Тейен-белка

Терпе-ежик

Арыҫлан-лев

Мышы-лось

Юлбарыҫ-тигр

 

Карточкалар менән эш. (уҡыусылар карточкалағы күплек ялғауҙары яҙылған ялғауҙарҙы таҡтаға сығып ошо уҡ һүҙҙәргә дөрөҫ итеп өҫтәп яҙалар, хаталары булһа үҙҙәренән төҙәттереү )

Төлкө-ләр,ҡуян-дар, бүре-ләр, айыу-ҙар, тейен-дәр, терпе-ләр, арыҫлан-дар, мышы-лар, юлбарыҫ-тар.

 

Физкультминутка.

 

Дәфтәрҙәрҙә яҙма эшләү.

Төлкө менән ҡуянды сағыштырыу. (Таҡтаға ҡуян менән төлкө һүрәте эленә.)

(Һорауҙарҙы уҡытыусы уҡый, яуаптарҙы уҡыусылар бағаналап таҡтаға сығып яҙа.)                 

              Төлкө                                           Ҡуян                               

                                          Холоҡтары?

                      хәйләкәр                                      ҡурҡаҡ

                                           Ниндәй төҫтә?

                       ҡыҙғылт                                          аҡ

                                       Ҡойроҡтары ниндәй?

                        оҙон                                                 ҡыҫҡа

                                        Ҡолаҡтары ниндәй?

                        бәләкәй                                            ҙур

                                        Улар нимә ярата?

 

Ә Ҡырағай хайуандар һалҡын ҡышты нисек үткәрә икән? Улар нимә менән туҡлана, нимә ярата? (Тәрбиәүи әңгәмә үткәреү.)

 

Дәреслек менән эш. 2-се синыф китабы. 60-сы бит, 1-се күнегеү.

-Эйе , ҡуян кишер ярата, төлкө тауыҡ ярата, ә айыу балыҡ ярата икән һ.б. Әйҙәгеҙ әле балыҡ тотоу уйынын уйнап  алайыҡ. (Балыҡ һүрәттәре иҙәнгә һалына, уларҙың икенсе яғында йомаҡтар яҙылған. Уҡыусылар балыҡтарҙы тотоп йомаҡтарҙы уҡыйҙар һәм бергәләшеп сисәләр.)

 

Йомғаҡлау. Һеҙгә бөгөн дәрестә  ниндәй эш нығыраҡ оҡшаны?

Төлкө һәм ҡуян тураһында нимәләр белдегеҙ? Беҙ хайуандарға ҡарата ниндәйрәк ҡарашта булырға тейешбеҙ.

 

Өйгә эш биреү. Өйҙә һүҙҙәрҙе ятларға.

 

Белемдәрен баһалау.

Дәрес бөттө. Һау булығыҙ!