Хәмитова Рәсиә Нурислам ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының сайты

Киләсәк беҙҙән башлана

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы яңы технологияларҙы үҙләштереү һәм уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороу .

Увлечения: Әҙәби китап уҡыу, бәйләм бәйләү,сигеү,шашка уйнау,һүрәт төшөрөү.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Ағиҙел ҡалаһы

Место работы: Яңы Ҡабан ауылының урта(тулы) дөйөм белем биреү мәктәп-интернатыны МБДББУ

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/hamitova-rasiya-nurislamovna

О себе

Мин Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Ейәнсура районындағы Буранғол ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Абзан урта мәктәбен тамамлағас,Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс синыфтар факультетын тамамлап, тыуған ауылымда биш йыл эшләгәс, ғаиләм менән яңы төҙөлөп ятҡан Ағиҙел ҡалаһы тарафтарына сығып киттек. Тәүҙә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем.Һуңынан мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары етешмәү сәбәпле, башланғыс синыфтарҙа башҡорт телен уҡыта башланым.

Ағиҙел ҡалаһында балалар күп булыу сәбәпле икешәр смена эшләнек. Бик күп көс һалырға килде. Артист та, йырсы ла, методист та булдым.Кемдер тематик план төҙөтөргә,ҡайһы бере дәрес планы төҙөргә өйрәнергә киләләр ине.Башҡорт-са дәреслектәр етешмәне. Ата-әсәләр йәки класс етәкселәре һәр ваҡыт дәрестә ултырҙылар . Шуға күрә һәр бер дәрес “асыҡ дәрес” кеүек булды. Ата-әсәләр ҡәнәғәт булып, тынысланып ҡайтып китәләр.Бер заман бер егет һаулыҡ һорашты ла “Һеҙ мине иҫләйһегеҙме,мин һеҙҙең төркөмдә уҡырға теләгәйнем, һеҙ мине алманығыҙ “татар төркөмөнә” ебәрҙегеҙ-тип үпкәһен белдерҙе.Сөнки ул ваҡытта милләткә ҡарап, төркөмдәргә бүләләр ине.

Йылдар үткән һайын уҡытыусы һөнәренең бик етди һәм яуаплы булыуын бик яҡшы аңлап, башҡорт теле буйынса икенсе юғары белем алдым.Шулай итеп,хәҙер егерме йылдан артыҡ башҡорт телен уҡытам. Минең башҡорт теле уҡытыусыһы булыуым миңә икеләтә талаптар ҡуйҙы. Һәр баланың ғүмере,киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә.Уҡытыусы уҡыусыға йәшәү серҙәрен, насар юлға аяҡ баҫмаҫҡа, ата-әсәңде ихтирам итергә,Тыуған илеңде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә, үҙ телен ысын йөрәктән яратырға,башҡа милләттәрҙе хөрмәт итергә өйрәтә.

Хәҙерге көндә Краснокама районында Яңы Ҡабан ауылында башҡорт теле уҡытыусыһы һәм интернатта тәрбиәсе булып эшләйем.Уҡытыусы-тәрбиәсе иң изге,иҫ киткес сабырлыҡ,тормошҡа һәм эшенә һөйөү туплаған кеше ул.Уға донъялағы иң ҡимммәтле, иң ҡәҙерле әйбер-бала күңеле,бала киләсәге ышанып тапшырылған. Был эштә үҙ эшен, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан,маҡсатына ирешеүсән,тәүәккәл кешеләр генә эшләй ала.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

1.Зәйнәб Биишева “Кәмһетелгәндәр”, “Емеш”. “Уяныу” трилогияһы.

2. Таңсулпан Ғарипова “Бөйрәкәй”Роман,повесть,хикәйәләр-Өфө:Китап,1997.

3.Мансаф Ғиләжев “Йондоҙҙар аҫтында һигеҙ ай” Повесть.-Өфө:Китап,2005.

4.Әмир Әминев “Бер кәмәлә” Повестар,хикәйәләр.-Өфө:Китап,2016.

5.Айгиз Баймөхәмәтов “Ҡалдырма мине әсәй!” Повесть.-Өфө:Китап,2016.

Мой взгляд на мир

Мин - уҡытыусы

 

Һандуғас теленән матур

Минең үҙемдең телем.

Тыуған телемдә йырлайым

Мин һине,Тыуған илем!

Ғ. Байбурин.

 

    Мин үҙемде бәхетлемен тип иҫәпләйем.Сөнки минең эшем бар. “Эше юҡтың – ашы юҡ” тиһәләр ҙә эш ашта түгел, ә хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта. Мин халыҡҡа хеҙмәт итәм.Егерме йылдан ашыу рус мәктәптәрендә балаларға башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итәм, тыуған илебеҙ - Башҡортостанды яратҡан шәхестәр тәрбиәләргә тырышам. Көньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорт милләтенең вәкиле булып торам.Минең йөҙөмдә,ғөрөф-ғәҙәтемдә,һәр һүҙемдә, эшемдә, ҡылығымда башҡортлоҡ ярылып ята. Шуға ла ололап “башҡорт” тип кенә йөрөтәләр.

    Минең әсәйем, балаларым, һеңлеләрем,абзыйым иҫән-һауҙар һәм бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ.Ғаиләбеҙҙә дүртебеҙҙең өсәүһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған.Туғандарыбыҙ араһында рус теле, ма-тематика, хим-биолог,рәсем уҡытыусылары бар.Ә минең инде башланғыс синыфтар һәм башҡорт теле уҡытыусыһы булыуым миңә икеләтә бурыс өҫтәй.

    Уҡытыусы һөнәренең бик етди,яуаплы эш булыуын аңлайым.Һәр эштең үҙ ауырлығы бар. Педагогик эш ауыр булһа ла,балалар менән эшләүе күңелле лә,ҡыҙыҡ та була. Уларҙан үҙең дә күп нимәгә өйрәнәһең.Уҡытыу-тәрбиә эшендә төрлө педагогик алымдар, методтар ҡулланыла. Ситуацияға ҡарап төрлө алымдар менән эшләргә тура килә. Был ниндәй алым, метод” тип уйлап ултырып булмай бит инде. Иң мөһиме дәрестә эмоциональ комфорт булдырыу.

 

Уҡытыусы эше еңел тиҙәр-

Бараһы ла, кире ҡайтаһы.

Эш ҡоралы һөйрәп йөрөйһө юҡ,

Урынында аҡбур,таҡтаһы.

 

    Көндөң икенсе яртыһында мәктәп интернатында тәрбиәсе вазифаһын үтәйем.Бында инде тәрбиәсе генә түгел,әсәй ҙә, няня ла, йыйыштырыусы ла, кәңәшсе лә, дауаханасы ла.Бигерәк тә түбән синыф балалары менән ҡыҙыҡ. Шундай эскерһеҙҙәр...

 

-Үҙемдән һуң эҙем ҡалмай,тиеп

Ваҡытмы һуң ауыр һуларға –

Йөрәккәйем ярып бирәһе бар

Ҡаршымдағы малай,ҡыҙҙарға.

Ф.Ғилметдинова “Кәңәш”

 

 

 

 

Моё портфолио

     Башҡорт телен уҡытыу менән бер рәттән уҡыусыларҙы конкурска, олимпиадаға әҙерләү  һәм ҡатнаштырыу,урын яулау ҙур әһәмиәткә эйә булып тора. Тәүге йылдарҙа  балаларҙы туған телде өйрәнеүгә ылыҡтырыу өсөн төрлө йолаларға,  миҙгелгә бағышланған фольклор байрамы үткәрә инем."Кәкүк сәйе","Ҡарға бутҡаһы","Нәүрүз байрамы".Унан һуң Салауат Юлаевҡа бағышланған йыйында ҡатнашыу,аҙаҡҡы йылдарҙа "Урал батыр"эпосын ятлау,сәхнәләштереүҙә ҡатнаша башланыҡ. Сәлимова Динара,Шакирова Лолита, Камалиева Гөлназ "Урал батыр" эпосын ятлап,район күләмендә урындар яуланылар. Кәйүмова Лиана,Камалиев Рауил,Башаров Илдан "Урал батыр"эпосын сәхнәләштереүҙә актив ҡатнашып урындар яуланылар. 

 

 

Мои публикации:
Публикации моих учеников:
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: