Хажеева Минзилә Ғәлиулла ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

Телен һөйгән - илен һөйә.

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Увлечения: Китап уҡыу, театрҙарға йөрөү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Учалы ҡалаһы

Место работы: Учалы ҡалаһы 10-сы урта мәктәбе

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/hazheeva-minzilya-galiullovna
Бала күңелен аҡ ҡағыҙ тиҙәр. Тормош юлында осраған һәр кем уға ниндәйҙер һабаҡ, тәжрибә сығанағы. Иң көслөһө, әлбиттә, атай менән әсәй тәҫире. Ләкин кемдең ниндәй булып үҫеүенә, хатта яҙмышына уҡытыусы йоғонтоһоноң да ҙур булыуы бәхәсһеҙ.

Минең маҡсатым - һәр уҡыусыға ижади мөмкинлектәрен табырға ярҙам итеү, үҙенең көсөнә ышандырыу. Балаға уның барлыҡ эштәрҙе булдыра алырҙай шәхес икәнен күрһәтеү.

О себе

Мин Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Мин көн һайын класҡа инәм. Минең алда - күҙҙәр-күҙҙәр... Улар төрлөсә ҡарай: ҡыҙыҡһынып, ҡурҡып, битараф... Һәр ҡайһыһында - үҙенсәлекле донъя сағылышы. Мин ошо донъяларҙы саҡ ҡына асырға, уларға үҫергә, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итергә тейеш.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Туған телебеҙҙә ижад ителгән әҫәрҙәр күңелемә яҡын.Сөнки кеше үҙ туған мөхитендә генә милли рухлы, аңлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, ҡотло итеп тәрбиәләнә. Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй"роман-эпопеяһын ҡыуанып та,илап та ҡайтанан-ҡайта уҡыйым.Был китапҡа  тотош быуат һыйған.

Моё портфолио

Милли үҙаңы булған, халҡының менталитетын үҙенә алған, туған телен яратҡан, уның менән ғорурлана белгән, телгә һәм халыҡҡа тоғролоҡло ижади шәхес тәрбиәләү һис шикһеҙ, туған тел дәресенән башлана.

Мои публикации:
Администрирование школы
Внеклассная работа
Материалы для родителей
Общепедагогические технологии
Работа с родителями
Разное
Родной язык и литература
Сценарии праздников
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: