Методик семинар (аңлатма)
материал на тему

Хажеева Минзилә Ғәлиулла ҡыҙы

Методик семинар участника конкурса "Педагог года - 2016".

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon metodik_seminar.doc53 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципаль конкурс «ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ-2016”

Учалы ҡалаһы Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт       теле  һәм  әҙәбиәте  уҡытыусыһы  Хажеева М.Г.

Методик  семинар

Тема: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең  сифатын үҫтереүҙә  компьютер технологияһын ҡулланыу»

Аңлатма

Эшемдең маҡсаты:

- дәрескә ҡарата ыңғай мотивация формалаштырыу;

- башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- белем алыу процесында уҡыусыларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итеү.Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар  ҡуйылды:

- предмет буйынса материалды яҡшы үҙләштереүҙе тәьмин иткән  эффектив компьютер технологияһын практикала ҡулланыу;

Яңы ФДББС-ты  талаптарында ла инновацион алымдар менән,эҙләнеп белемеңә таянып өйрәнеүгә,белем алыуға өҫтөнлөк бирелә.   Беҙ компьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Кешелектең үҫеше донья закондарына ярашлы бара.Ә бөгөн ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөнә баҡма,был үҫеш компьютер технологияһы менән туранан-тура бәйле.Хәҙерге заманда беҙ унһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Уҡытыусы- ижади шәхес булараҡ,күп уҡырға әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә яңылыҡтар менән таныш булырға ғына түгел,ә яңы педагогик технологияларҙың иң кәрәклеһен һайлап алып үҙләштереп эшләй белергә тейеш. Компьютер техлогияларының өҫтөнлөгө –күргәҙмәлек,мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш(текст,төшөрөлгән графика,слайдтар),анимация(хәрәкәтсәнһүрәттәр,видео),стереотауыш(музы-ка,төрлө тауыштар) берлегендә бирелеү.Технологияның принцибы-компьютерҙа,Интернет селтәрендә айырым бер программа менән генә эшләү генә түгел,ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу.Һәр уҡыусы активлығын,ижади һәләттәрен аса,күрһәтә алырлыҡ уҡытыу методтары һайларға тейеш уҡытыусы. Әйтергә кәрәк,балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу  тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара.Уҡыусылар доньяны танып белеүҙә компьютерҙың мөмкинселектәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына.Хәҙер был - заман талабы ла.Тик компьютерҙы урынлы һәм дөрөҫ ҡуллана белергә лә кәрәк.Компьютер ҡулланып уҡытыу  традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә.Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн уңайлы сара:был осраҡта баһа обьектив ҡуйыла,уҡытыусының ваҡыты экономиялана,аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей,уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты  үҫешә.Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн ҡулай,сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға,уларҙың белем кимәленән сығып,артабан үҫешергә мөмкинлек бирә.Тик  шуны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк;уҡытыу процесында компьютер уҡытыусыны алмаштырмай,ул тик балаларҙы уҡытҡанда файҙаланылған,уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген  көсөйткән бер сара ғына булып тора.Сөнки уҡытыу эшендә иң мөһиме-  уҡытыусының өлгөһө,уның тәрбиәүи йоғонтоһо.Компьютер иһә быны атҡара алмай.

Компьютерҙы дәрестә төрлө формала файҙаланыу:

демонстратив планда;

индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);

интерактив  таҡтаны файҙаланыу ( күнегеүҙәр эшләү).Шулай уҡ Уҡытыусы интернет селтәрендә  оҫта файҙалана белергә тейеш.Викидияны ҡулланып беҙ уҡыусыларға ҡыҙыҡһыныу һәм интернет селтәренән  төрлө мәғлүмәт алыу мөмкинлеген күрһәтәбеҙ.Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә ҡарап нисек ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.

 1. Электрон белем биреү технологияһын ҡулланып эш итеү (электрон дәреслектәр, электрон һүҙлектәр, интерактив тестар ҡулланыу)

Электрон дәреслектәр  бик күп эш төрөн йыйған техник әсбап. 5-се кластарҙа Усманова М.Ғ.,Ғәбитованың З.М, электрон дәреслектәрен  ҡулланам. Бында  дәрес темаһына тура килтереп төрлө видеоматериалдар, һүҙлектәр,интерактив  тестар, һүрәттәр табып була.

2. ИКТ технологиялар ҡулланыу ( был эш төрө  төрлө презентациялар, проектар төҙөү үҙ эсенә ала)

Презентация уҡыусыларҙың танып белеү һәм  ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү өсөн бик уңайлы эш төрө тип таптым.

Проектар төҙөү шулай уҡ уҡыусыны  ижади яҡтан үҫтерә, ул үҙ фекерендә торорға, үҙ алдына ҡуйған маҡсатына  ирешергә өйрәтә. Һәм иң мөһиме, был эш төрө уҡыусыларҙың  телмәрҙәрен үҫтерә.

3. Дистанцион белем биреү технологияһы ҡулланыу (төрлө сайттарға мөрөжәғәт итеү, дистанцион бәйгеләр, дистанцион аҙналыҡтар үткәреү)Дистанцион белем алыу хәҙерге заман балаларына бик күп төрлө белем алыу ресурстары һәм технологиялары тәҡдим итә.Хәҙерге ваҡытта бөтә донъяла балаларҙың интелектын үҫтереүсе яңы алымдар эҙләнә.Ошо алымдарҙың береһе-дистанцион белемде үҫтереү булып тора.Практикала ошондай дистанцион төрҙәр ҡулланыла:күп профилле  олимпиадалар,конкурстар,уйындар,викториналар.Беҙҙә  уҡыусылар менән  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогик университеты тарафынан ойошторолған дистанцион олимпиаданың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаһында икенсе йыл ҡатнашабыҙ .Олимпиадаларҙың төп маҡсаты – үҫешеүгә һәм ижади эҙләнеүгә этәргес биреү. Шулай уҡ уҡыусыларҙың фәнгә, белем алыуға ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡһыныу уяна, тип икеләнмәйсә әйтә алам.. Электрон һәм дистанцион уҡытыу – заман талабы.. Һуңғы йылдарҙа үҙемдең көндәлек эшемдә интернет селтәре мөмкинселектәрен киңерәк ҡулланам.  Сайт төҙөнөм, уны күбеһенсә һәләтле уҡыусылырға өҫтәмә эш  биреүҙә ҡулланырға уйлайым. Сайтҡа ссылка: nsportal.ru/hazheeva-minzilуa-galiullovna.

Беҙҙең мәктәптә һәр кабинетта нотбук ҡуйылған , шуға ла беҙҙә бер дәрес тә компьютерһыҙ үткәрелмәй. Бар кластар ҙа сымһыҙ (Wi-Fi) интернетҡа тоташтырылған. Һәр компьютерға башҡортса шрифтар ҡуйылған  был туған телебеҙҙә эшләргә һәм белем алырға ҙур мөмкинселек бирә.

Дәрестә,түңәрәктәрҙә төрлө темаларға  презентация бәйгеләре үткәрәм. Башҡорт теле дәрестәре патриотик рухлы,тылсымлы,серле булһа  уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта. Дәрестәрҙә  Википедияны ҡулланыу артыҡ булмаҫ, сөнки Википедия аша уҡыусыларға ҡыҙыҡһыныу һәм төрлө мәғлүмәт бирә алабыҙ. Беренсе  тапҡыр эшләгәндә уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә ҡарап нисек ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.

Шулай уҡ бар кластарҙа ла һәр дәрес буйынса  электрон журнал тултырабыҙ. Интернет аша пароль менән журналды асып, ата-әсәләр балаларының бар предметтан да алынған билдәләре менән таныша ала. Унда өйгә эш тә яҙып барабыҙ.Был эштә уҡыусыларҙың уҡыуға иғтибарын арттыра.

Дәрестә компьютер ҡулланыу – дәрес буйы уҡыусы компьютер артында эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Сөнки компьютер артында оҙаҡ ултырыу  уҡыусының һаулығына зыян килтереүе мөмкин ,уҡыусы китап менән дә эш итә белергә тейеш.Компьютерҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нисек ҡуллана башларға?

Ябайҙан ҡатмарлыға күсеү принцибы менән эшләй башлау дөрөҫөрәктер, моғайын.

Уҡыусыға ниндәйҙер бер бәләкәй тексты компьютерҙа йыйырға тәҡдим итеү. Һәр өҙөк һәм һөйләм уҡыусыларҙың үҫеш кимәленә тап килергә тейеш.Төрлө текстар башҡарыу.Быларҙан тыш бирелгән һүҙҙәр буйынса һөйләмдәр төҙөү, тексты редакторлау һәм башҡа төрлө эштәр башҡарып була.Шулай уҡ балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәлендә лә компьютерҙы әүҙем ҡулланып була.Дөйөмләштереп әйткәндә, компьютер дәрестәренең ыңғай һәм кире яҡтарын әлегә аныҡ ҡына билдәләүе ауыр, сөнки ошондай дәрестең планын ныҡ уйлап эшләгәндә, уҡытыусы үҙенең белем кимәлен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙе һәр ваҡыт дауам иткәндә, компьютер уҡытыусының ныҡ ҙур ярҙамсыһы буласаҡ.

Дәрестән тыш ,беҙ уҡыусылар менән бергә түңәрәк ултырыштарында презентациялар өҫтөндә эшләйбеҙ,видеороликтар төшөрәбеҙ  төрлө интернет  конкурстарға  ебәрәбеҙ. Ә инде сайтта “видеолар” бүлегендә  аҡһаҡалыбыҙ Мостай  Кәримдең  шиғырҙарын уҡыусыларым Ибатуллин  Урал  һәм Сырлыбаева  Юлиәнең  һөйләүендә тыңларға  була.

Йомғаҡлап әйткәндә,компьютер технологияһын ҡулланыу:1.Телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.2.Уҡыусының үҙ аллы эшләү  һәләтен үҫтерә.3.Уҡытыу сифатын күтәрә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

Азнагулов Р.Г. Научные основы методики башкирского языка.

- Уфа: БГУ, 2004.

Концепция модернизации российского образования на 2010-2015г.г.

-М., 2010.

Концепция национального образования в Республике Башкортостан.

- Уфа, 2009.

Иҙелбаев М.Х. Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр//Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2012. - №9, 6-10-сы б.б.

Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.  Башҡорт телен һәм  әҙәбиәтен заманса уҡытыу. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2008.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методик семинар

Информацион чаралар кулланып укытучының һәм укучыларның фәнни-иҗади эшен оештыру...

Методик семинар. Презентация.

Информацион чаралар кулланып укучыларның һәм укытучыларның фәнни-иҗади эшләрен оештыру...

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә информацион технологияләрне куллану. Методик семинар.

Соңгы елларда безнең илебездә компьютер тормышыбызның бөтен өлкәләренә дә үтеп керде. Укытучы профессиясе дә уку эшчәнлегендә компьютер технологияләреннән файдалануны таләп итә. Информацион технология...

Методик семинар

Математикадан методик семинар...

Методик семинар (презентация)

Методик семинар (презентация) участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Методик семинар

ФДББС ын кулланып, татар телен укыту...

Методик семинар

ФДББСын куллану...