Главные вкладки
Галлямова Ильгиза Миннахматовна
Сайт учителя башкирского языка и литературы
Профессия: учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: Люблю участвовать в разных олимпиадах, конкурсах.
Увлечения: Спорт
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Уфа
Место работы: МБОУ "Лицей №1"
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/ilgiza-minnahmatovna
О себе
Мин 1985 йылдың 24 мартында Башҡортостаныбыҙҙың матур төйәктәренең береһендә Ейәнсура районың Сәғит ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Исемемде атайым миңә Илгизә тип ҡушҡан. Исеме есеменә тура килеп тора тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Мин Башҡортостан һәм төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итергә, ундағы йәшәгән халыҡтың мәҙәниәте, йолалары менән танышырға яратам. Был һөйөү бала саҡтан атайым менән сит өлкәләргә йөрөүҙән башланып китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1994 йылда атайым вафат булды, әсәйем дүрт балаһы менән тороп ҡалды. Ҡаты һынауҙарға бирешмәй, әсәйебеҙ, бөтәбеҙҙе лә уҡытып сығарырға тырышты. Мәктәптә һәр ваҡыт өлгө булараҡ йөрөнөк, әсәйебеҙҙең битенә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ. 2002 йылда мәктәпте гел "4” һәм "5” билдәләренә генә тамамлағас, Башҡортостанға, халҡыма, әҙәбиәтемә, телемә булған һөйөүем мине башҡорт филологияһы факультетына алып килде. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Шатлығымдың иге-сиге булманы. Бына уҡыуҙар башланып китте, ләкин уҡыуымдың беренсе йылы бик ауырға тура килде. Ят кешеләр, уҡытыусылар, ҙур ҡала - быларҙың бөтәһенә лә өйрәнеп китеүе ҡыйын булды. Шулай биш йыл үтеп тә китте. Башҡорт филологияның факультеты йүнәлеш буйынса мине Өфө ҡалаһының беренсе мәктәбенә юлланы. Эшләй башлаған көндән бирле биш йыл уҙҙы. Ошо йылдар эсендә күҙ йәштәре лә түгелде, ҡыуаныстар ҙа булды, күп дуҫтарым барлыҡҡа килде. Ҡыйын саҡтарҙа уларҙың йылыһына наҙланып, иркәләнеп тағы эшкә тотоноуҙар ҙа булды. Ә эшемдең иң яҡты, мөләйем сағы, әлбиттә, - ул балалар. Улар менән бергә шатланаһың, ҡыуанаһың, ҡайғылырын уртаҡлашаһың, бейеклектәргә күтәреләһең... Бәлки, ошолор ул иң оло бәхет – балалар менән бергә "үҫеү”, йәшәү. Тимәк, уҡытыусылар - иң бәхетле кешеләр.
Ошо мөғжизә бинаһында беренсе йылдан башлап башланғыс синыфтарҙа "Ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыуҙа уйын формаларын ҡулланыу” темаһы өҫтөндә эшләй башланым, сөнки балалар тормошонда уйын ҙур урын алып тора.Уйындар ярҙамында мин һәр баланың һүҙҙәрҙе белеүен, бирелгән һорауҙарҙы аңлай алыуын һәм уларға дөрөҫ яуап биреүен, башҡорт теленә генә хас булған өндәрҙе ишетеүен һәм әйтелеше өҫтөндә эшләйем. Артабан был темамды киңәйтергә булдым һәм ошолай тип атаным: "Ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыуҙа заманса технологиялар аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү”. Әлбиттә, уйын аша башҡорт теленә өйрәтеү балалар өсөн ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс, балалар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә еңел. Был технологияларҙан баш тартып булмай, уларҙы әлеге көнгәсә ҡулланам һәм ҡулланасаҡмын, ләкин күберәк ватансылыҡ темаһына баҫым яһайым. Сөнки ғаиләбеҙҙе, мәктәбебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, республикабыҙҙы яратмаһаҡ, белмәһәк, Тыуған ил тип көймәһәк – беҙҙең Ватаныбыҙ булырмы икән һуң?! Әгәр ҙә беҙ уҡытып сығарған уҡыусыларыбыҙ эш эҙләп сит илдәргә китә башлаһалар, беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәһе булырмы икән?! Бына ошо хаҡта уйланыуҙар артабан да эшләүгә этәрҙеләр.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты