Минең ғаиләм
план-конспект урока (4 класс)

Галлямова Ильгиза Миннахматовна

Минең ғаиләм темаһына дәрес-конспект.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon minen_gailm-_dres-_konspekt_4_klass.dultshina_i.m.doc317 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: “Минең ғаиләм”

Маҡсаттар:1)Уҡыусыларҙы ғаилө темаһына бағышланған яңы һүҙҙәр менән таныштырыу;

2)Ғаилә ағзаларына, яҡындарына ҡарата йылы мөнәсәбәт, яғымлылыҡ, ихтирам тойғоһо уятыу;

3)Телмәрҙәрен байытыу, үҫтереү, шымартыу.

Йыһазландырыу:ғаилә ағзалары төшөрөлгән һүрәттәр, һүҙҙәр яҙылған картинкалар,  күнегеү яҙылған  карточкалар.

                                                         Дәрес барышы.

I.Ойоштороу.

Иҫәнләшеү.Дәрескә әҙерлекте тикшереү.

Интерактив таҡтаға яҙылған  шиғыр менән дәресте башлап ебәреү.

(1-се слайд).

  Өҫтәл артында Айбулат

                                              Ашап ултыра бутҡа.

                                              Сынаяҡты йә ҡалаҡты

                                              Ул гел яңылыш тота.

                                              Бутҡаға сынаяҡ тыға,

                                              Сәй ҡоя тәрилкәгә,

  Һауыт-һаба Айбулатты

Тотондо тәрбиәләргә.

   Шиғырҙы тәүҙә үҙ аллы уҡыу, аҙаҡ һауыт-һабаларҙы табып  тәржемәһен атау, хор менән  уҡыу.

II.Өйгә эш тикшереү.

  Һауыт-һабалар темаһы буйынса һәр партаға дүрт юллыҡ шиғырҙар таратылған. Уҡыусылар шул шиғырҙарҙы тасуири уҡырға һәм ниндәй һауыт-һаба хаҡында һүҙ барғанлығын дөрөҫ әйтергә тейештәр.

Шиғырҙар һәм яуаптары.

 Миндә  бешкән сәй бик тәмле,

Тик үҙең бешеп ҡуйма.

Сәйҙе ҡойсо сынаяҡҡа,

Тәрилкәгә һин ҡойма” (Сәйнүк)

(2-се слайд). 

Тотҡамдан ғына тот мине,

Сәйеңде эс  - һыуытма.

Сәй эсеп туйғас һин мине

Йыуырға ла онотма” (Сынаяҡ)

(3-сө слайд). 

Уң ҡулыңа тот та мине

Аша аш , аша бутҡа.

Ашты аша ҡабаланмай,

Аш ҡайнар – бешә утта.(Ҡалаҡ)

(4-cе слайд). 

Алдан уҡ киҫәтәм һине,

Ҡырҡылып ҡуйма тағы.

Яңылыш тотһаң ҡырҡып ала

Йөҙөмдөң үткер яғы.(Бысаҡ)

(5-се слайд). 

Минең менән сәнсеп ҡап һин

Картуфты йәки итте.

Күҙеңә тейҙереп ҡуйма,

Тот һаҡ ҡына, бик ипле!(Сәнске)

(6-сы слайд). 

Табаҡтағы бар аш-һыуҙы

Миңә бүлеп һалалар.

Үҙ өлөшөн ашап бөтә

Бик тәртипле балалар.(Тәрилкә).

(7-се слайд). 

III. Яңы тема.

Өйгә эш буйынса һығымта эшләп, уҡыусыларҙы яңы тема менән таныштырыу.

Минең ғаиләм. Моя семья.

Теманы ғаиләлә кемдәр бар, иң өлкәне кем тигән һорауҙар менән башлайбыҙ һәм әңгәмә аҫтында яңы һүҙҙәр яҙабыҙ:

Олатай – дедушка

өләсәй – бабушка

атай – папа

әсәй – мама

ағай – брат

апай – сестра

ҡусты – братишка

һеңле – сестренка

ейән – внук

ейәнсәр – внучка

Һүҙҙәрҙе яҙып бөткәндән һуң хор менән ҡабатлау.

(8 се слайд). 

VI.Физкультминутка.

V.Нығытыу.

1.Һүрәттәргә һүҙҙәр тап! Уйыны

(9-сы слайд). 

  Таҡтаның бер яғына ғаилә ағзалары яҙылған һүҙҙәр теҙелгән , икенсе яҡта ғаилә ағзалары төшөрөлгән һүрәттәр.Уҡыусылар шул һүрәттәр янына һүҙҙәрҙә килтереп ҡуйырға тейештәр.Кем хаталана шуның баһаһы түбәнәйә.

2.Ғаилә  ағзалары тураһында шиғырҙар уҡыу,  кем тураһында һүҙ барғанлығын аңлатыу.Айырым һүҙҙәрҙең тәржемәһен һорау.

Әсәйем икмәк бешерһә,

Икмәге була тәмле.

Икмәк еҫе аңҡып торһа,

өйөбөҙ була йәмле.

Табаларҙы майлай апай,

Ул онға батып бөткән.

Сәпәкәй итә ҡустым,

Әйтерһең, шуны көткән.

                 

3.Ике бағаналағы  һүҙҙәрҙе тоташтырып  “Ғаиләлә кемдәр нимә эшләй?” тигән һорауға яуап бирегеҙ.(Соедините слова и отвечайте на вопрос “Кто чем занимается в семье?”)

әсәй                                   ашарға бешерә

олатай                               ҡурсаҡ уйнай

һеңле                                 икмәк телә

 атай                                   бәйләм бәйләй

 өләсәй                               машина уйнай

ҡусты                                  телевизор ҡарай

VI.Өйгә эш биреү.

Яңы һүҙҙәрҙе ятларға .

VII.Баһалау

VIII.Хушлашыу.

        

                               

Ғәлләмова Илгизә Миңнәхмәт ҡыҙы.        


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мини-презентация. Как создать мини-сайт?

В данной презентации представлена информация о том, что такое мини -сайт, как его создать, зачем?...

Методическая разработка "Создание мини-проекта "Широкая масленица"(паспорт мини-проекта)

Возраст детей начальной школы является благоприятным для формирования культурно-нравственных основ через изучение устного народного творчества и декоративно-прикладного искусства посредством проектной...

Минем гаиләм-минем шәҗәрәм

"Минем гаиләм-минем шәҗәрәм" темасына тәрбия  сәгате конспекты...

Минем туган ягым, минем мәктәбем, минем профессиональ эшчәнлегем

Кили башлангыч мәктәбендә       1992 нче   елдан эшлим. Педагогик эш стажым – 27 ел.Укытучы буларак тормыш девизым- Укучылар өчен һәр дәрес ачыш, һәр дәрес...

И минем туган авылым, и минем туган җирем!

Туган авыл темасына багышланган сыйныф сәгатенең план-конспекты....