Теркәүестәр. 6 класс дәрес планы.
Предварительный просмотр:
7 класс өсөн башҡорт теленән асыҡ дәрес
тема:
“Һай, ҡумыҙы, ҡумыҙы“
“Эйәртеү теркәүестәре“
Уҡытыусы: Әсфәндийәрова Сөмбөл Алламорат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ҡаныҡай
2017
Дәрестең темаһы: “Һай, ҡумыҙы, ҡумыҙы“, “Эйәртеү теркәүестәре“.
Маҡсаттар:
1. эйәртеү теркәүестәре тураһында төшөнсә биреү.
2. һөйләмдәр тикшереү;
3.уҡыусыларҙың милли музыка ҡоралдары тураһындағы мәғлүмәттәрен киңәйтеү;
4. билдәле шәхестәр менән таныштырыу;
5.ҡумыҙҙы пропагандалау;
6. башҡорт халҡының тарихына;
7. мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;
8. уҡыусыларҙа патриотик тойғо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: слайдтар, карточкалар
Дәрес барышы:
Инеш өлөш:
-Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Ултырығыҙ.
- Уҡыусылар! Бөгөнгө беҙҙең башҡорт теле дәресен ошо матур көндө тирә яҡты бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ!
2 слайд. Ҡышҡы ҡояш, һаумы!
Ҡар-бурандар, һаумы!
Шаян елкәй, һаумы!
Дуҫҡайҙарым, һаумы!
Уҡытыусым, һаумы!
- Ә хәҙер уҡыусылар тел күнекмәләре эшләп алайыҡ:
3 слайд. ҫа – ҙа – ҙа – ҡыҙа
ҫа – ҫа – ҫа – ҡыҫа
ки – ки – ки – киҫә
ға – ға – ға – ҡаға
кү – кү – кү – күрә
кө – кө – кө – көлә
е(йе) – е(йе) – е(йе) – еңә
Төп өлөш:
4 слайд. Башҡортостан - ҡурай иле,
Башҡортостан - Урал ере,
Башҡортостан - ҡумыҙ теле,
Башҡортостан - ҡымыҙ сере.
(Ә. Үтәбай )
Башкортостан – родина курая,
Башкортостан – земля Урала,
Башкортостан – язык кубыза,
Башкортостан – секрет кумыса.
(А. Утябай )
- Шиғырҙы уҡыйбыҙ, тәржемәһенә иғтибар итәбеҙ. (Бер-ике уҡыусы айырым уҡый).
- Ә хәҙер уҡыусылар шиғыр юлдарына иғтибар итегеҙ, ниндәй музыка ҡоралдарының исеме бар? (5 слайд: ҡурай, ҡумыҙ)
-Бөгөн беҙ дәрестә ҡумыҙ менән танышабыҙ һәм эйәртеү теркәүестәрен ҡарап үтәбеҙ. Әйтегеҙ әле уҡыусылар, ҡурай ҙа, ҡумыҙ ҙа нимә ярҙамында уйнала? Ниндәй ағзаларыбыҙ ҡатнаша?
- Ирен, тел, теш, бармаҡтар, тын.
- Бына яуап бирҙек һорауға, ысынлап та уларҙа уйнаған кешенең тын юлдары иркен, күкрәге киң була. Хатта улар тын юлдары ауырыуҙарын (астма, бронхит кеүек сирҙәрҙе) дауалай. Бына шул һөйләмде матур итеп таҡтаға яҙып ҡуяйыҡ :"Ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнауҙың файҙаһы ҙур, сәнки ул тын юлдары ауырыуҙарын иҫкәртә". Хәҙер һеҙ һөйләмгә иғтибар итегеҙ, ябаймы, ҡушмамы?
- Ҡушма.
- Ике ябай һөйләмде нимә бәйләп килә?
- "Сөнки" тигән һүҙ.
Яңы тема аңлатыу:
- Бына шунан сығып балалар, бөгөнгө тема "Эйәртеү теркәүестәре". Хәҙер дәфтәрегеҙҙе асығыҙ, числоны, теманы яҙабыҙ: “Һай, ҡумыҙы, ҡумыҙы“, “Эйәртеү теркәүестәре".
- Эйәртеү теркәүестәрен ҡарап китәйек (слайд 6), үҙегеҙ өсөн күсереп яҙығыҙ.
- Ә хәҙер китаптың 83-сө битен асығыҙ, 6-сы күнегеүҙе табығыҙ. Унда нимә бирелгән? (Күнегеүҙе яҙма рәүештә башҡаралар. Һөйләмдәрҙе уҡыусылар алмашлап таҡтала яҙалар. Теркәүестәрҙе табалар, уларҙың һөйләмдәге ролен билдәләйҙәр. Теркәүестәрһеҙ уҡып ҡарайҙар, сағыштыралар. Теркәүестәрҙең һөйләмдең мәғәнәһен көсәйтеүен әйтергә тейештәр. Ошо миҫалдарға таянып үҙҙәре телдән һөйләмдәр уйлайҙар).
Физкультминутка:
- Бер, ике, өс, беҙҙә бөтә көс (ҡулдарға зарядка эшләйбеҙ).
- Күҙҙәрҙе йомдоҡ (ныҡ итеп)
Астыҡ
Йомдоҡ - астыҡ
Баштарҙы уңға,
Һулға,
Уңға,
Һулға бороп ал.
Беҙ үҫәбеҙ, беҙ үҫәбеҙ,
Урындарға ултырабыҙ.
- Ә хәҙер уҡыусылар ҡумыҙ тураһында ныҡлап танышайыҡ. Бына минең ҡулымда ҡумыҙ. Ул нисек уйнала, шуны мин һеҙгә күрһәтеп китәм. (Бер нисә еңел көй уйнап күрһәтәм).
- Уҡыусылар, һеҙ ниндәй күренекле ҡумыҙсыларҙы беләһегеҙ?
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
7 слайд.
- Миңлеғәфүр Зәйнетдинов тураһында бер нисә һүҙәйтеп китәйем. Ул виртуоз ҡумыҙсы, Мәсетле районы, Сөләймән ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған һ. б. (8 слайд)
- Ә хәҙер китаптың 83-сө битен астыҡ. "Һай, ҡумыҙы, ҡумыҙы!" тигән тексты табабыҙ.
Текст өҫтөндә эштәр:
1. Үҙ аллы уҡып сығырға;
2. Һүҙлек эше (9 слайд);
3. Текст буйынса һорауҙарға яуаптар;
4. 10 слайд, синквейн.
Йомғаҡлау:
Өйгә эш биреү:
1. Тексты тасуири уҡырға өйрәнергә;
2. Ҡумыҙҙың төрҙәре темаһына ғилми тикшеренеү эше;
3. Эйәртеүле теркәүестәргә әҙәби әҫәрҙән һөйләмдәр табып яҙып килергә.
Баһалар ҡуйыу.