Асфандиярова Сумбуль Алламуратовна

Сайт учителя башкирского языка и литературы

Тормош ғәмәлдә өс мөғжизәгә ҡоролмош. Береһе- мөхәббәт, икенсеһе- батырлыҡ, өсөнсөһө - сабырлыҡтыр. Әмир Гәрәев

Профессия: учитель башкирского языка и литературы и русского языка и литературы

Профессиональные интересы: оптимальное использование современных технологий в образовательном процессе, использование ИКТ на уроках

Увлечения: чтение книг, спорт, история

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: с. Биккулово Бижбулякского района

Место работы: МОБУ СОШ с. Каныкаево

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/asfandiyarova-sumbul
Һанға һуҡмай халҡыңдың үҙ изге телен, Башҡа телдә алмаҡ булһаң әгәр белем, Һин үҙең бит юғалтыусы бәхетеңде, Үҙ халҡыңдың киләсәген, рухын, түлен!
Рауил Ниғмәтуллин

Үҙемдең сайтымда һеҙҙе осратыуыма бик шатмын! Я очень рада приветствовать всех на своём сайте!  smiley

О себе

Эшләргә лә, йәшәргә лә
Xаҡым бар минeң -
Сөнки eрҙә һөйгән йәрҙәй
Xалҡым бар минeң.
         (Р. Ғарипов)
 
Мин Баймаҡ районы йәмле Һаҡмар буйында Ҡыуат ауылында тыуғанмын. Атай-әсәйем беҙҙе, 8 баланы,тәрбиәләп уҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. 1989-1994 йылдарҙа БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика бүлегендә уҡыным. Эш стажым 22 йыл. Уҡытыусы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Буш ваҡытымда китап уҡырға, йөҙөргә, санғыла йөрөргә яратам. Әлеге ваҡытта Бишбуләк районы Ҡаныҡай урта дөйөм биреү мәктәбендә эшләйем. Балалар менән йыл да төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алабыҙ.  Уҡыусыларымда тыуған телебеҙгә, еребеҙгә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләргә тырышам. Бишбүләк районы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе булып торам.

 

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Бәләкәй саҡтан әкиәттәр тыңлап үҫтем. Апайҙарым һөйләгән әкиәттәр минең фантазиямды байыта ине. Хыялым менән мин иң матур батша ҡыҙы ла, батырҙарға бил бирмәҫ көрәшсе ҡыҙ ҙа, һылыуҙарҙан -  һылыу Һыуһылыу ҙа була торғайным. Аҡбуҙаттарҙа ла елә, болоттар өҫтөндә лә оса, һәм тағы әллә ниндәй хыяли донъяла йәшәй инем. Уҡый башлағас, китаптар донъяһына сумдым. Үҙебеҙҙең өйҙәге  китаптарҙы, гәзит-журналдарҙы бер тында уҡып сығып, мәктәп, ауыл клубы китапханаһына йәбештем. Бөйөк яҙыусылар З. Биишева, Һ. Дәүләтшина, Я. Хамматов, Н. Мусин, Д. Бүләков, И. Ғиззәтуллин китаптары бәләкәс йөрәгемдә ныҡлы урын алды. Хәҙер инде уларҙың геройҙары менән йәшәй башланым. 

Университетта уҡыған йылдарымда рус, сит ил яҙыусылары менән ныҡлап таныштым. Улар минең рухи донъямды сикһеҙ байытты, бүтән киңлек-офоҡтарҙы асты. Нәфис әҙәбиәт менән бер рәттән психологик, дини китаптар ҙа ҡыҙыҡлы була башланы. Һәм шулай эҙләнә торғас, дингә баҫтым. Минең өсөн яңы донъя асылды. Иң файҙалы ғилем - дини ғилем икәнлеген аңланым. Тормоштоң мәғәнәһен, асылын таптым.

Мой взгляд на мир

Донъялыҡтың фани икәнлегенә инанғанмын. Ниндәй генә ауырлыҡ, мәшәҡәттәр килеп сыҡһа ла, был ваҡытлыса тип еңел генә үткәреп ебәрергә тырышам. Үҙемде һәр саҡ киләсәк күҙлегенән ҡарайым. Ошо ауырлыҡтарҙың берәй биш йылдан мөһимлеге ҡалырмы? Ә шундай ваҡыттарҙа бәлки берәй кешене хаҡһыҙ рәнйетеп ҡуйһам? Һәм шул хәҙис минең гел күңелемдә: мосолмандың теленән дә, ҡулынан да бер кем дә, бер нәмә лә зыян күрергә тейеш түгел.

Моё портфолио

Бөтә тиҙ донъя малы, мәңге тормай, 

Белем бөтмәй, юйылмай һәм серемәй.

Шәйехзада Бабич

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: