таштарҙа-ил тарихы

Асфандиярова Сумбуль Алламуратовна

дәрестән тыш сара

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tashtarza-il_tarihy.docx21.11 КБ

Предварительный просмотр:

Таштарҙа - ил тарихы

Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Ҡыуаҡтар үҫә һәм күл буйы һүрәтләнә.

Әбей килеп сыға. (Валерия)

  • Аллаға шөкөр, йәшел үләнгә лә аяҡ баҫтыҡ. Йыуа ла,ҡуҙғалаҡ та йыяйым тип сыҡтым әле тауға. Эйй, тирә-яҡтың йәмлелеге, яҙҙың матурлығы!

Балалар шаулап сыға.

Камила:

  • Туҡтағыҙ әле, бында Мәхмүзә инәй.
  • Һаумыһығыҙ, инәй!
  • Һаумыһығыҙ, балалар. Ҡайҙан киләһегеҙ былай күмәкләшеп?
  • Беҙ тау янына уйнарға сыҡҡайныҡ.
  • Ииии, балаҡайҙарым, бик яҡшы булған. Әйҙә яҡынлағыҙ әле, мин һеҙгә бына йыуаны танып, йыйырға өйрәтәйем. Бына мин йыйған оҫҡон йыуаһы була. Ошо тау янында бик күпләп үҫә ул. Файҙаһы һанап бөткөһөҙ.

Гүзәлиә:

  • Әйҙә, туҡтап ял итеп алайыҡ. Йыуа ла йыйырбыҙ.

Лена:

  • Әйҙәгеҙ улай булғас. (Яҡынлашалар)

Азалия:

  • Мәхмүзә инәй, анау ятҡан күлде ниңә Тором күле тип әйтәләр икән?

Әсәйемдән дә һорағаным бар, белмәем тей ҙә ҡуя.

  • Әәәә, балам,улай икән. Тором күле тураһында Фатима тигән әбей элек бар ине, шул һөйләй торғайны былай тип. Граждандар һуғышы ваҡытында беҙҙең кешеләр шунда тороп һуғышҡандар. Тороп һуғышҡандар 3 көн буйы. Шунан шул ерҙәрҙе «Тороп» тип әйткәндәрҙә «Тором»ға әйләнеп киткән инде. Тором тауы ла, Тором күле лә. Беҙ йәш саҡта унда шул гильза ла, башҡа ҡоралдар ҙа табыла торғайны әле.

Азалия:

  • Әәәә, бына нисек икән.

Камила:

  • Тағы ла Ҡорман күле бар. Ул күлдә Ҡорман балығы булған- шуға Ҡорман күле тигәндәр.

Айрат:

  • Беҙҙең яҡта бигерәк күлдәр күп. Бына мин Биҡҡол ауылы эргәһендә Хәйбә күле ни өсөн шулай аталғанын беләм. Элек Хәйбә исемле бер әбей булған. Шул әбей эҫе йәй көнө еләккә барған. Шунан күлдә һыу инергә булған. Һәм шунда һыу ингәндә батҡан да ҡуйған. Халыҡ ул күлде әбейҙең исеме менән Хәйбә күле тип атап йөрөтә башлаған.

Әбей:

  • Эйе, балам,шулай. Тағы беҙҙә Ҡайнау күле, Ҡара күл, Ҡорман күле, Аҡҡош күле бар, эйеме?

Балалар: - эйе, эйе!

Әлиә:

  • Ә мин Ҡайнау күле тураһында беләм. Атайым әйтә, Ҡайнау күле тип аҫтан ҡайнаған һымаҡ урғылып сығып ятҡанға күрә әйткәндәр, ти.

Әбей:

  • Һай, рәхмәт төшкөрө, балам. Белмәгән нәмәгеҙ юҡ та инде.

Милана:

  • Ә Ҡара күлде төбө күренмәй ҡап-ҡара булып ятҡанға күрә Ҡара күл тип әйткәндәр.

Илгиз:

  • Беләбеҙ, беләбеҙ. Унда йәй көнө һыу ҙа инәбеҙ бит.

Лена:

  • Мин Аҡҡош күленең тарихын беләм. Аҡҡош күле тип йыл да ул күлгә Аҡҡоштар төшкәнгә күрә әйткәндәр. Һуңғы йылдарҙа унда тағы  аҡҡоштар төшә башлаған. Ағайым быйыл бер нисә тапҡыр күргән.

Әлиә:

  • Эйеме?

Лена:

  • Эйе, эйе.

Әлиә:

  • Вәт шәп! Их минең дә аҡҡоштарҙы күрәһем килә.

Гүзәлиә:

  • Беҙҙең ауылдың эргәһендә генә Сусҡа күле лә бар әле. Ул бик һыйыҡҡан инде. Төбө лә ләмле, бысраҡ. Балалар шунда һыу инеп сусҡа кеүек бысранып сыҡҡандар. Шуға Сусҡа күле тигәндәрә ҙә ҡуйғандар.

Барыһы ла көлөшәләр.

Илгиз:

  • Беҙҙең Биҡҡол эргәһендә Әрсәнтәй тауы ла бар. Мин ни өсөн уның шулай аталғанын беләм. Арсений исемле бер урыҫ күп йылдар шунда тирмән тотҡан, ти. Кешеләр Арсений тип әйтә алмағандар ҙа Әрсәнтәй тигәндәр. Шунан ул тауҙы Әрсәнтәй тип йөрөтә башлағандар. Беҙ ҡыш көнө Йәмил, Айрат, Гөлүзә апайым шунда тау шыуа барабыҙ.

Айрат:

  • Эйе, Илгиз ҡыш бик күңелле була торғайны. Сана ла, саңғы ла шыуа торғайныҡ.

Әбей:

  • Рәхмәт, балалар. Бөтә яҡын-тирәләге күлдәрҙең атамаларын, тарихын беләһегеҙ икән. Әйҙә, булмаһа, балалар, бер күңел асып алайыҡ.

Балалар:

  • Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Милана:

  • Мин йырларға яратам. Үҙемдең йырымды Мәхмүзә инәйгә йырлап ишеттерәйем әле.

Йыр «Баш күнәк» (Милана) 

Әбей:

  • Рәхмәт, балам. Өнөң асыҡ булһын. Бәхетле, тәүфиҡле бул!

Эльвина:

  • Гөлүзә бик матур бейей. Әйҙә, бер бейеп күрһәтәйек әле. Беҙ ҡумыҙҙа уйнайыҡ.

Гөлүзә «Түңәрәк күл» көйөнә бейей. Асҡар ҡумыҙҙа, башҡалар ҡумыҙҙа уйнай.

Әбей:

  • Эй, рәхмәт, балаҡайҙарым. Иҫән-һау булығыҙ. Бәхетегеҙгә ил-көн тыныс булһын инде.

Камила:

  • Әйҙә, тағы бер йыр йырлайыҡ.

Балалар:

  • Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Күмәк йыр «Күл буйҙары».

Гөлүзә:

Бына йыуа ла йыйҙыҡ, күңел дә астыҡ.

Һай, илегенәм, илгенәм,

Шифалы ҡымыҙҙарың,

Файҙалы, татлы балың,

Үләнең, сәскәләрең,

Тәбиғәт, дауаларың.

Һай. Саф та һауаларың,

Шифалы дауаларың!

Эльвина:

Һай, илгенәм, илгенәм,

Илгенәм һин, бер генәм,

Хуш еҫле лә гөлгенәм,

Мөғжизәле ергенәм!

 Лена:

Һине һөйәм гел генә,

Наҙлы бишек ергенәм,

Туйындырған ергенәм,

Һыйындырған ергенәм!

Айрат:

Һай, илкәйем, илкәйем

Моңло, наҙлы илкәйем,

Мәғрүр, бөйөк илкәйем,

Сал тарихлы еркәйем!

Камила:

Ҡәҙерҙәрен бел генә

Ил бит берҙән-бер генә

Серле йомғаҡ сер генә,

Ер бит берҙән бер генә,

Ҡәҙерҙәрен бел генә!

Тамамлана.

Визитка.

Бергә теҙелеп торалар сәхнәлә.

Лидер -  Валерия.

Беҙҙең исем: «Тамсылар»

Девизыбыҙ: «Тамсы тама тама күл була»

Йыр «Дим буйҙары»

Флеш-моб «Яратам һине, Башҡортостан!»