башҡорт теленән уҡыу программалары

Асфандиярова Сумбуль Алламуратовна

5-9 кластар өсөн уҡыу программалары

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 5-9_prog.zbit_.doc117.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Бишбүләк районы муниципаль районының

Ҡаныҡай  урта дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеhы

Ҡаралған:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

МБ ултырышында

________

ШМО етәксеһе

Әсфәндийәрова С.А.

протокол №1

«26»август 2017 й.

Килешелгән:

Директор урынбаҫары

_______/ Батраева Д.М.

«29»август 2017 й.

Раҫлайым:

Директор

_______/Ғиләжетдинова Ф.Ә.

Пр. №

«31»август 2017 й.

Башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы

Ҡаныҡай  урта дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеhының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Әсфәндийәрова Сөмбөл Алламорат ҡыҙы тарафынан

 төп дөйөм белем биреү кимәлендә

2017-2018  уҡыу йылына  6-9 кластар өсөн

«Башҡорт әҙәбиәте» төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар нигеҙендә (авторы: М.Б.Юлмөхәмәтов - Өфө: Китап, 2011) төҙөлдө

Ҡаныҡай - 2017


Аңлатма яҙыу

Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәптәрҙә 6-9 кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы

Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм положениелары, дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары күҙ уңында тотолдо.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт әҙәбиәте». Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Төҙөүсе: М.Б.Юлмөхәмәтов. - Өфө: Китап, 2011. – 80 бит., нигеҙендә төҙөлдө.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Бишбүләк районы муниципаль районының Ҡаныҡай  урта дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла һәм 5-7 кластарҙа 0,5 сәғәт белем биреү процесында ҡатнашыусылар формалаштырған өлөштән алынды. 8-9 кластарҙа белем биреү ойошмаһы компонентынан 0,5 сәғәт алынды.

Эш программаһы түбәндәге норматив-хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

  1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
  2.  Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
  3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3
  4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
  5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл №216-3
  6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

«Филология» буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, «Әҙәбиәт» фәне «Башҡорт теле» менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә.

«Әҙәбиәт» уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмлеген тәшкил итә.

Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора.

Башланғыс кластарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлатмалы уҡыу аша алып барыла.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы – 5-8-се кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.

Урта мәктәптең юғары – 9-11-се кластарында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.

Заман ҡуйылған талаптарҙы, әҙәбиәттең үҫеш кимәлен, әҙәбиәт белеме, педагогика һәм психология фәндәре өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы, уҡытыусыларҙың ыңғай тәжрибәһен иҫәпкә алыу нигеҙендә программаларҙы камиллаштырыу буйынса ыңғай эштәр эшләнде.

Яңы быуын дәүләт стандарттары иң тәүҙә башҡорт әҙәбиәтенән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә. 6-9-сы кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның өсөн дә программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәнеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә

5-8-се кластарҙа әҙәбиәт курсы нигеҙҙә концентр, тарихи-хронологик һәм проблемалы-тематик принциптар, ә инде 9-сы кластан тарих-әҙәбиәт нигеҙендә өйрәнеү тәҡдим ителә.

Бөгөнгө әҙәбиәтте киңерәк өйрәнеү ниәте менән, ҡайһы бер әҫәрҙәр һәм яҙыусылар ижады вариант тәртибендә тәҡдим ителде.

Программала әҫәрҙәрҙең жанрын, төп идеяһын аңларлыҡ, матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен төшөнөрлөк кимәлдә әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса төшөнсәләр тәҡдим ителде. Юғары кластарҙа улар тәрәнерәк өйрәнелә.

Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйылды. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтә.


  1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Шәхси һөҙөмтәләр:

  1. Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу.
  2. Этник һәм милли сағылышын таныу:
  • үҙалыллыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
  • мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;
  • һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
  • атай- әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға.
  1. Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу.
  2. Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу.
  3. Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау.
  4. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу.
  5. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ – әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең ьойғоларын уртаҡлаша алыу.
  6. Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  1. Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу.
  2. Уҡыу процессына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя,эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
  3. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу.
  4. Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү.

Предмет һөҙөмтәләр:

  1. Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау.
  2. Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау.
  3. Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү.
  4. Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу.
  5. Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ- ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау.
  6. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү.
  7. Танып белеү, ғәмәли, коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү.

6-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең шәхсән һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  • шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
  • танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу.

6-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре түбәндәгеләрҙән тора:

  • проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп эҙемтә бәйләнешен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
  • эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;
  • төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегеңдә файҙаланыу.

5-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  1. танып белеү сфераһында:
  • башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблеманы аңлау;
  • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
  • әҙәби әҫәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
  • әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү, әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау;
  • әҙәби әҫәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;
  1. ҡиммәт-ориентация сфераһында:
  • башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәтәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәтәре менән сағыштырыу;
  • башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡараштарын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
  • өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу;
  • автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

3. коммуникатив сферала:

  • төрлө жанрҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
  • проза әҫәрҙәрен һәм уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаиалар ҡулланып һөйләй белеү;
  • тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
  • өйрәнелгән әҫәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;
  1. эстетик сферала:
  • һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
  • әҙәби әҫәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
  • башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

Уҡыу предметының (курс) уҡыу планындағы урыны

Уҡыу планында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуға  6-сы, 7-се, 9-сы, 10–сы кластарҙа аҙнаһына 1-әр сәғәт , 8-се класта 0,5 сәғәт бүленгән, һәр класта 35 уҡыу аҙнаһы. Ата-әсәләр ғаризаһына нигеҙләнеп белем биреү процесын формалаштырыуҙа ҡатнашыусылар өлөшөнән 6-сы, 7-се кластарға 0,5 сәғәт, 8 -9-сы  кластарға 0,5 сәғәт белем биреү ойошмаһы компонентынан алынды.


  1. Уҡыу предметының (курс) программаһы йөкмәткеһе

6-сы класс

Алтын һуҡмаҡ

Ф.Ғөбәйҙуллина. “Башҡортостан флагы”. С.Әлибаев.“Мәктәп юлы”. Я.Вәлиев. “Беренсе көн” Я.Ҡолмой.Мәктәп. Р.Фәхретдин.Мәктәп.

З. Биишева. Башҡорт теле.- 1 с. Туған телдең матурлығын, нәфислеген, яғымлылығын данлау. Ҡ.Аралбаев “Башҡорт ҡоролтайына”. Р.Бикбаев “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөк

Ил ҡеүәте – икмәктә. 

Д. Бүләков “Ҡара икмәк”. Ф.Чанышева “Икмәк еҫе”. Ә. Вахитов “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһе. 

Халыҡ һүҙен ташлама. 

“Урал батыр” әкиәте. Батырҙар тураһында әкиәттәр. “Ҡариҙел”. Легенда тураһында. Бәйеттәр. Таҡмаҡтар.

Уҡытыусы! Ошо исемдән дә юғарыраҡ ниндәй исем бар!

 К.Кинйәбулатова “Уҡытыусым” Л.Яҡшыбаева “Уҡытыусы – ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә…” Р.Шаммас “Уҡытыусыға”. Ф.Иҫәнғолов “Уҡытыусы Ғүмәров”. 

Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. 

Яҙма ҡомартҡыларыбыҙ. Ҡол Ғәли. “Йософтоң матурлығы”. Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе. Сәйф Сараи. Парсалар.

 Ата-олатайҙарҙың да төйәге.

Т.Йосопов “Ай Уралым, Уралым”. Н. Иҙелбай “Салауат ташы”. Жәлил Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр.” 

Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек, Салауаттай батыр юҡ икән… 

Салауат Юлаев шиғырҙары. “Юлай менән Салауат” (эпостан өҙөк) М.Иҙелбаев. “Төш”. Образ тураһында төшөнсә. Рәми Ғарипов “Салауат батыр”. 

Башҡортостан – Гөлбостан… 

Ш.Бабич “Башҡортостан” шиғыры. Ялыҡ Бурнаҡ улы. З.Биишева “Башҡортостан”. Н.Нәжми “Башҡортостан”.

Һыҙҙырт, ҡурай, башҡорт моңдарын. 

Ҡурай (башҡорт халыҡ йыры). Нур Ғәлимов “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”. Ҡ.Аралбай “Йомабай ҡурайы”.

Әсәй күңеле – тулы ҡояш.

 А.Игебаев “Әсәйемә”. Йыһат Солтанов “Ҡәнәфер сәскәһе”. Р.Ғарипов “Әсәм ҡулдары”. Бер әсәнең зарыҡҡаны (башҡорт халыҡ әкиәте) 

Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ! 

Шайморатов генерал (йыр). Ә.Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”. Т.Килмөхәмәтов “Турайғыр”хикәйәһе. 

Тәбиғәт донъяһында. 

Г.Юнысова “Талы бөгөлөп тора”. Ф.Ғөбәйҙуллина “Умырзая”хикәйә. А.Игебаев “Сыйырсығым”.

Р.Назаров. “Офоҡтағы ҡояш”. Сәлмән Яҡупов “Ҡарабаш турғай”. 

.

7-се класс

М. Ямалетдинов. “Көрәш, кеше!”, Ғ.Дәүләди. “Ҡоролтайға барам”

Шиғырҙарҙа йәмғиәтте яңыртып ҡороу, торғонлоҡтан ҡотолоу өсөн көрәшкә саҡырыу идеяһы. Ҡоролтайҙа халҡыбыҙҙың азатлыҡ. Яҡтылыҡ көрәше традицияларына таяныу, халыҡты берләштереү, йәмғиәтте яңылыҡ, шәфҡәтлелек, гуманлыҡ өсөн яңы көрәшкә өндәү.

И. Бураҡаев “Башҡорт көсө”

Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Башҡорт ғәскәрҙәренең Сыңғыҙхан ғәскәре менән көрәше. Дошман ҡулына эләккән башҡорт яугирҙарының рухи ныҡлығын, ғәҙеллеккә, туҡанлыҡҡа. Берҙәмлеккә тоғролоғон тасуирлау. Образдарға характеристика.

Ғ.Хөсәйенов “Ете ырыу”,”Алдар батыр ҡиссаһы”

Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙәрҙә тарихҡа аңлатма биреү, халыҡтың тормош-көнкүрешен, социаль һәм милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен һүрәтләү. Аҡһаҡалдар, ил батырҙары, Алдар батыр образын һүрәтләү. Кире образдар.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»

Б.Рафиҡов “Эйәрләнгән ат”

Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре. Рогервик крепосы тотҡондарының тормошо. Образдарға характеристика.

Я.Хамматов “Төньяҡ амурҙары

Яҙыусының тормош юлы. Романда башҡорттарҙың XIX быуат башындағы тормошон һүрәтләү. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре күрһәткән батырлыҡтар. Кутузов, Ҡаһым түрә, Буранбай образдары.

Йырҙар, риүәйәттәр

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Сеңләүҙәр

Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйле булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән сеңләү жанрының да бөтөүе. Сеңләүҙәрҙең әһәмиәте.

С.Юлаев

 Тормош юлы. 1773-1774 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Салауаттың тотҡан урыны. Шағир-импровизатор. Шиғырҙары. Салауат образы әҙәбиәттә, сәнғәттә. 

Әҙәбиәт теорияһы  Импровизация һәм импровизатор. Һүрәтләү саралары. Метафора.

Йәнтүрә “ хикәйәһе

1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күрһәткән батырлыҡтар. Йәнтүрә. Аҫылбикә образдары. Уларҙың батырлыҡ. Ҡыйыулыҡ сифаттары.

Аҡмулла Тормош юлы. Ижадында мәғрифәтселек идеялары,мораль –этик проблемалар.

М.Ғафури Яҙыусының биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуҙарын күрһәтеү. Шиғырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте.

Әҙәбиәт теорияһы Шиғыр төҙөлөшө тураһында. Ритм. Рифма. Строфа.

Ш.Бабич 

Тормош юлы. Ҡурай образы аша башҡорт халҡының данлы үткәнен сағылдырыу. 

Синыфтан тыш уҡыу-1сәғәт Р.Бикбайҙың Ш.Бабич тураһындағы монографияһы.

Д.Юлтый. “Тимеркәй фәлсәфәһе”

Яҙыусының тормош юлы. Ябай кешенең фажиғәле яҙмышын. Эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағылдырыу. Тимеркәй образы. Сәмси образы.Ауыл байы Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек һыҙаттары.

Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә

Һ.Дәүләтшина  Яҙыусының тормош юлы. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Әҙәбиәт теорияһы Портрет. Повесть. Юмор һәм сатира.

Р.Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйында” поэмаһында Ағиҙел образы. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре.

М. Кәрим  Тормош юлы. ”Айгөл иле”драмаһының йөкмәткеһе,темаһы. Идеяһы. Драмалағы образдар. Художестволы үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы Драма тураһында төшөнсә.Сюжет элементтары.

Р.Өмөтбаев ”Атлы башҡорт” әҫәрендә Ватан һуғышы ваҡиғаларын, яугирҙар һәм ат образын һүрәтләү.

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

8-се класс

Ә. Моратов., Р. Бикбаев

Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылдырыу, халыҡты йәмғиәтте яңыртыуға. Демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуға, был көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы.

Ҡобайырҙар

 Ҡобайырҙарҙа XVI – XVIII быуаттарҙағы ваҡиғаларҙың сағылышы. Халыҡты хандарға , бейҙәргә ҡаршы көрәшкә өндәү идеяһы. Ҡобайырҙарҙың поэтик үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Жанр үҙенсәлеге, шиғыр төҙөлөшө. Әйтеш тураһында.

 Шафиҡ Әминев- Тамъяни 

“Урал “, “Башҡорт бабаларының тарихы” шиғырҙары.

 Мөхәммәт пәйғәмбәр. “Ҡөрьән китабы”

Р. Бикбаев «Хәҙистәр», М. Ямалетдинов «Ҡөрьән сүрәләре»

Ғ. Ибраһимов

 “Кинйә” романына өҙөк. Романда сағылдырылғаносор,социаль- тарихи шарттар, халыҡ тормошо һөм көрәшенең сағылышы.

Б.Бикбай

Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. “Ер” поэмаһында халыҡтың үҙ азатлығы өсөнбыуаттар буйы алып барған көрәшен һөм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Лирик герой образы. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре.

 “Ҡаһым түрә” драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу.

Ғ. Сәләм

Ғ.Сәләмдең биографияһы. “Шоңҡар” поэмаһының темаһы,идеяһы, йөкмәткеһе.Төп образдар. Композиция үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Поэтик синтаксис тураһында төшөнсә.

З. Биишева

“Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренең идея- тематик йөкмәткеһе.

М.Кәрим

М.Кәримдең биографияһы.”«Үлмәҫбай” поэмаһы. Башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү.

 ”Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”, “Йәшәйһе бар” шиғырҙарында кеше ғәмере,йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.

Әҙәбиәт теорияһы. Лиро-эпик поэмаларының үҙенсәлектәре.

Н.Мусин

“Йыртҡыс тиреһе” романынан өҙөк.

Р. Ғарипов

“Урал йөрәге”, “Аманат”,”Уйҙарым”

Ғ. Хөсәйенов

“Һуңғы тарпан” хикәйәте.

Әҙәбиәт теорияһы. Әйләнмә композицион сара.

Р. Бикбаев

”Башҡортостан бында башлана”, ”Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”, ”Дауыл”. “Барып етһен ине хаттарым”, “Йәншишмәбеһ ошо тупраҡта” шиғырҙарында тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге,тәбиғәтте һаҡлау проблемалары.

Т. Ғиниәтуллин

“ Мәтрүшкә еҫе”,”Әсә һәм бала” әҫәрҙәрендә ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеге, эске донъяһының сафлығы.

Н.Нәжми

Ҡ.Аралбаев

Ф.Туғыҙбаева

Ә.Әминев

Р.Камал

Х.Назар

9-сы класс

Инеш -

Мәҙәниәт системаһында әҙәбиәт. Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы.

Халыҡ ижады

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Башҡорт халыҡ ижады. Уның традицион жанрҙары.

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар.

“Урал батыр” эпосы. Уның боронғолоғо,мифологик нигеҙе. Төп идеяһы – халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршыы көрәште данлау. Урал һәм Шүлгән образдары. Ҡобайырҙың художестволы үҙенсәлектәре.

“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы. Тарих һәм халыҡ эпосы. Иҙеүкәй образы. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.

Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте

Боронғо әҙәбиәт.боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. М.Ҡашғари һүҙлеге. Ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәре. Боронғо әҙәби әҫәрҙәрҙең «Ҡиссаи Йософ» , “Буҙйегет” поэмалары.

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары. Ҡотб, Сәйеф Сараи, Хәрәзми, Хисам Кәтиб дастандары. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе, тел-стиль үҙенсәлектәре.

XVIII быуатта Башҡортостанда азатлыҡ өсөн көрәш һәм уның ауыҙ- тел, яҙма әҙәбиәттә сағылышы. Батыршаның батшаға яҙған хаты.

Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады

Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар. Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Байыҡ сәсән, Буранбай-Йәркәй сәсән, Ишмөхәмәт сәсән, Ғәбит сәсән. Уларҙың тормошо һәм ижады.

Салауат Юлаев

Яугир - шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә.

Т.Ялсығол – әл- Башҡорди

Тормошо. Сәйәхәттәре. Мәҙәни һәм әҙәби эшмәкәрлеге.

Ғәбдрәхим Усман

Тормош юлы. Башҡортостандағы ғүмере. Эшмәкәрлеге.

19-сы быуат әҙәбиәте

М.Аҡмулла

Тормошо һәм ижад юлы. Мәғрифәтсе. Ижадында халыҡ педагогикаһының сағылышы. Шиғыр оҫтаһы. Аҡмулла образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә.

М.Өмөтбаев

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Р.Фәхретдинов

Тормошо, дини эшмәкәрлеге. Журналист. Мәғрифәтсе . Тарихсы. “Сәлимә”, “Әсмә” әҫәрҙәре.

20-се быуат башында әҙәбиәт

Башҡортостанда милли әҙәбиәттең тыуыуы. Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле реализмға күсеү.

Сафуан Яҡшығолов

Яҙыусының тормош юлы һәм ижады.

Ф. Сөләймәнов

Тормош юлы. Әҙәби ижады. Әҙәби-ғилми ижадының халыҡ-ара әһәмиәте.

Мәжит Ғафури

Яҙыусының тормош юлы һәм ижады. Шиғриәте. Проза әҫәрҙәре.

Ш.Бабич

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Романтик. Сатирик.Шиғыр оҫтаһы. Башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны.