Рәүеш дәрәжәләре

Асфандиярова Сумбуль Алламуратовна

дәрес конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_plany_21_mart.docx24.21 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрестең темаһы:  Рәүеш дәрәжәләре.

Маҡсат:  Рәүеш дәрәжәләре тураһында белешмә биреү, уларҙы айыра белергә өйрәтеү; эҙмә-эҙлекле фекерләү ҡеүәһен арттырыу; һөйләү телмәрен үҫтереү; волонтер йылы, волонтерҙар тураһында белешмә биреү,  улар тураһында аңлатыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:  Шәхси:  тапҡырлыҡ, зирәклек сифаттары булдырыу, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен яҡшыртыуға ынтылыш уятыу.

Предмет: рәүеш дәрәжәләре тураһында белемде үҙләштереү, уларҙы айыра белеү.

Метапредмет:  

         - коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусыһәм    тиңдәштәре менән    аралашыуҙы ҡоро, үҙ фекереңде аныҡ һәм тулы еткереү, төркөмдәрҙә килешеп эшләү, телдән һәм яҙма формала яуап биреү, башҡаларҙың фекерен тыңлай һәм ҡабул итә белеү;

  • танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: лексик-грамматик уйын барышында һорауҙарға дөрөҫ яуап табыу, йомаҡтар сисеү, ҡағиҙә үҙләштереү
  •  регулятив-универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя белеү һәм планлаштырыу, башҡарылған эштәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү, хаталарҙы табып төҙәтеү, алдағы дәрескә өй эшен планлаштырыу, үҙ эшенә анализ.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

I.Ойоштороу моменты. Этаптың маҡсаты

 Уҡыусыларҙың дәрескә ойошҡанлығын һәм әүҙемлеген булдырыу, аралашыу һәләтен камиллаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.

Дәрескә психологик комфорт атмосфераһы, хеҙмәттәшлек, ижадташлыҡ өсөн тейешле аралашыу стиле, тоны булдырыу.

Хәйерле көн!

Матур үтһен көнөгөҙ,

Яҡшы үтһен дәресебеҙ!

Тик уң булһын эшегеҙ,

Яманлыҡтан ҡараймаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

Сәләмләйбеҙ һауаны,

Именлек булһын өсөн!

Сәләмләйбеҙ Ер-әсәне

Беҙҙе туйҙырған өсөн!

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы,

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Слайд 1.

Эшкә әҙерләнеү.

Число яҙалар.

3 мин

II.Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу.  Этаптың маҡсаты

Уҡыусыларҙың уй-теләген һәм иғтибарын яңы белемде үҙләштереүгә, белем юлдарын табыуға йүнәлтеү.

Әйҙәгеҙ әле, балалар, таҡтаға күҙ һалайыҡ.

Башватҡыс сисеү.

Слайд 2.

Һеҙгә НИСЕК ЭШЛӘЙҘӘР? Тигән һорауға яуап биреп, һүҙҙәрҙе табырға кәрәк.

Был һүҙҙәр нисек? Һорауына яуап бирәлр. Тимәк, ниндәй һүҙ төркөмө була инде улар?

РӘҮЕШ.

Эйе, был һеҙҙең үткән темағыҙ булды. Ә хәҙер вертикаль буйынса килеп сыҡҡан һүҙгә иғтибар итәйек. ИРЕКМӘН.

Ә кем була һуң ул ирекмән? Ирекмән һүҙе быйылғы йыл менән нисек бәйләнгән?  2018 йыл – Рәсәй президенты тарафынан ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Ә Башҡортостанда был йыл нимә йылы? (Ғаилә).   Ниндәй кешеләр ирекмән булып китәләрҙ    Уларға ниндәй сифаттар хас?

Был һүҙ рус теленә “волонтер” тип тәржемә ителә. Йәғни, үҙ теләге менән ярҙам итеүсе кешегә ҡарата әйтәләр. Слайд 3.

5

Мин

Слайд 4.

Ә хәҙер, уҡыусылар, экранға ҡарағыҙ. Ирекмәндәр тураһында һүрәттәр һәм һүҙҙәр бирелгән. Шул һүҙҙәрҙе тәртипкә килтереп, һөйләм төҙөп әйтергә.

  1. Ирекмәндәр берҙәм булалар.
  2. Улар сүп-сарҙы етеҙ йыялар.
  3. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡарайҙар.
  4. Бөтәһе лә шат йылмаялар.     Бында рәүештәр бармы? (Уларҙың ҡылымды асыҡлап килеүенә баҫым) Проекторҙы һүндер.

Хәҙер таҡтала һәм дәфтәрҙә һөйләмдәр яҙабыҙ. Һөйләмдәрҙе яҙғансы, бер буш юл ҡалдыралар, тема өсөн. Һәр һөйләмде бер уҡыусы яҙа.

  1. Әхирәтем минән бер йәшкә ҙурыраҡ ине.
  2. Нәсимәгә күңеллерәк булып китте.
  3. Беҙҙең студенттар ирекмән булып бик әүҙем эшләйҙәр.
  4. Гөлфиә ғәжәп матур йырлай. Теманы асыҡлайбыҙ. Тимәк, дәрестә беҙ үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ? Таҡтала схематик таблица. Маҡсаттар менән.  

Телдән бер нисә миҫал әйтәм. (Бейек, үткер, тәүҙә) Дәрәжәләргә ҡуйырға.

 

Кеше ҡайғыһына битараф булмаған, изгелекле, ярҙамсыл, ҡыйыу, әүҙем.

Уҡыусылар дәфтәрҙә яҙа.

Дәреслектән ҡағиҙәне уҡыйҙар

2 мин

4 мин

III.Яңы белемде актуалләштереү. Этаптың маҡсаты

Яңы материалды үҙләштереү өсөн эшмәкәрлектеңбилдәле ысулдарын актуалләштереү.

Парлап карточкалар менән эш. Проектлау.  

Һүҙҙәрҙе дәрәжәләргә ҡарап төркөмләйҙәр. Тикшереү.

3 мин

Ял минуты.

Ҡумыҙҙа уйнай.

Фонояҙмала “Косилка-молотилка” көйө.

Музыкаға бейеү хәрәкәттәре эшләйҙәр.

2 мин

IV. Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү. Этаптың маҡсаты

Уҡыусыларҙың яңы мәғлүмәтте тулы аңлауы һәм теманы төшөнө-е өсөн эшмәкәрлекте дөрөҫ ойоштороу.

Сюрприз. Хат. Уҡыусылар, үҙем уҡытҡан мәктәптән һеҙгә хат ебәрҙеләр. Билал исемле малай яҙған уны. (Хатты конверттан алам)

Тасуири итеп уҡыйым. Йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирәм.

Төркөмдәрҙә эш. Хатты бер нисә уҡыусы ҡысҡырып уҡый. Текста рәүештәрҙе табып, дәрәжәләрен асыҡлайҙар.

8 мин

V Өй эше тураһында мәғлүмәт, уны үтәү буйынса мәғлүмәт биреү.

 

Көндәлектәргә өй эше яҙып ҡуяйыҡ. 244-се күнегеү. Аңлатам. Киләһе дәрескә өй эшен аңлатыу,уны башҡарыу буйынса кәңәш-тәҡдимдәр биреү.

2 мин

Үҙләштереү кимәлен тикшереү, ебәрелгән хаталар буйынса фекер алышыу һәм төҙәтеңҙәр индереү

245-се күнегеүҙе дәреслектән эшләү.

Белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү кимәлен һәм сифатын асыҡлау, етешһеҙлектәрҙе билдәләү һәм төҙәтеү.

6 мин

VI. Йомғаҡлау. Үҙләштереү кимәлен тикшереү, ебәрелгән хаталар буйынса фекер алышыу һәм төҙәтеңҙәр индереү. Этаптың маҡсаты

Белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү кимәлен һәм сифатын асыҡлау, етешһеҙлектәрҙе билдәләү һәм төҙәтеү.

Беҙ бөгөн дәрестә нимәләргә өйрәндек? Дәрестең маҡсатына ирештекме?

 2

VII. Рефлексия. Этаптың маҡсаты.

Дәрес буйынса һығымта сығарыу, шәхси уҡыу эшмәкәрлеген һәм дөйөм класс эшен баһалай белеү.

Ә хәҙер кем дәрес темаһын аүланым, ти, алһыу сәскәне кәрзингә йәбештерегеҙ.

 .Матур букет килеп сыҡтымы?

Һығымта.

Кем теманы үҙләштереүҙә ҡыйынлыҡ кисергән, һары сәскә, ә кем аңламаным тип иҫәпләй, ҡыҙғылт һары сәскә йәбештерә.

2 мин

VIII. Баһалау. Һаубуллашыу.

Дәрес өсөн баһалар.

1 мин