башҡорт теленән эш программалары
Предварительный просмотр:
АҢЛАТМА ЯҘЫУ
- “Башҡорт теле”буйынса эш программаһы түбәндәге документтар нигеҙендә төҙөлдө:
- Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы (29 декабрь, 2012 йыл, № 273- ФЗ);
- Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законына (1 июль, 2013 йыл, №696-з);
- “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” Рәсәй Федерацияһы Законы (25 октябрь 1991 йыл, № 1807-1)
- “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы
(17.03.2003, № 482-з, 28.12.2009, № 192-з.)
- Төп белем биреү федераль дәүләт стандарттарының фундаменталь нигеҙе. – М: Просвещение, 2011.
- Төп белем биреү федераль дәүләт стандарттары. – М: Просвещение, 2011
- Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар З.М. Ғәбитова- Өфө: Китап,2012
- .Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр өсөн Башҡорт теленән программалар.V-X кластар өсөн.В.Ш.Псәнчин,Ю.В.Псәнчин.- Ижевск, Книгоград- 2008.
- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программа Ҡаныҡай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһының Уҡыу планына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм 5,6,8,9 кластарҙа 0,5 сәғәт, 7 класта 1,5 сәғәт белем биреү процесында ҡатнашыусылар формалаштырған өлөштән алынды.
Уҡытыу – методика комплекты түбәндәге әҙәбиәт менән тәьмин ителә :
-В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин Әсә теле ,5 класс. Өфө.Китап,2012
-Башҡорт теле. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. 6класс. Х.А.Толомбаев, Х.В.Солтанбаева, Л.С.Балапанова. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте. Өфө - 2012.
- Башҡорт теле. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. 7класс. Ә.М.Аҙнабаев, С.А.Таһирова Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте. Өфө - 2014.
3. Башҡорт теле. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. 8класс. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте. Өфө - 2014. Ф.Ф.Абдуллина, С.Б.Аҡъюлова .
4. Башҡорт теле. 8- 9-сы кластар өсөн дәреслек. В.Ш.Псәнчин, Ф.Ф.Абдуллина . Китап. Өфө - 2014.
Башҡорт теле. 9 кластар өсөн дәреслек.Ф.Ф. Абдуллина,С.Б. Аҡъюлова Китап. Өфө, 2014.
Баш ҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә, белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарих тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һалау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе ҡылыҡһырламаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе, үҙҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.
Мәктәпкә юғары мәҙәниәткә эйә булған, грамоталы, һәр яҡтан камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүсе шәхестәр әҙерләп сығарыу бурысы йөкмәтелгән.Ул мөһим бурысты заман талабына ярашлы хәл итеүҙә әсә теле ҙур роль уйнай.
Башҡорт әҙәби теле-башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә. 5-9 сы кластарҙың программаһы әсә теленән булған барлыҡ эштәрҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрҙең иң мөһиме- башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыуҙы үҙ эсенә ала.
Программала уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, туған телдең байлығын, төрлө һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы тора.
Теоретик белешмәләрҙе үҙләштереү уҡыусыларҙың тел факттарын сағыштырыу, төркөмләү, фонетик, морфологик, синтаксик, орфографик, пунктуацион һәм башҡа төрлө анализ яһау кеүек практик эштәр барышында тормошҡа ашырыла. Әсә теле уҡыусыларҙың грамоталы яҙыу һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы һөйләү телмәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла. Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнгәндә, уҡыусыларҙың ҡағиҙәләрҙе аңлы үҙләштереүҙәрен, хәтерҙә тотоуҙарын тәьмин итеү, ҡағиҙәләрҙе миҫалдар менән дәлилләй алыуҙарына, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыуҙарына ирешеү мотлаҡ шарт булып ҡала.Башҡорт тел программаһының һәр бүлеген, һәр темаһын өйрәнеү уҡыусыларҙың фекерләүен, телмәрен үҫтереүгә ярҙам итергә тейеш.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
- уҡыусыларға башҡорт теленең фонетикаһынан, лексикаһынан, һүҙьяһалыш менән грамматикаһынан, стилистикаһы менән пунктуацияһынан, шулай уҡ телдең ижтимағи тормоштағы функцияһы, телдең үҫеше хаҡында программала билдәләнгән күләмдә ныҡлы белем биреү;
- уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлелеген үҫтереү;
- уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
- уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;
- балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;
- башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата-әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.
Уҡыу предметына ( курс) дөйөм ҡылыҡһырлама
Башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел , лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ,тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен,хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү, һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу, фән булараҡ, лингвистика тураһындла тейешле белем, уның төп бүлектәрен кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау, баһалау мөмкинлеген формалаштырыу, төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компетентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.
Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы- предмет-ара статус:
коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге(телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу, телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау);
танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау,дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү,тезис килтереү,библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, уҡыу маҡсатын асыҡлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу, мәғлүмәтте системаға килтереү, киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү);
регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү, үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялауҙы тормошҡа ашырыу). Шулай итеп,башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.
Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны.
Ҡаныҡай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең йыллыҡ уҡыу планына ярашлы башҡорт теле
- 5 класта – 35 сәғәт, 6 класта – 35 сәғәт, 7 класта – 70 сәғәт, 8 класта – 17 сәғәт, 9 класта – 35 сәғәт өйрәнелә.
Тағы ла өҫтәп башҡорт теле ата-әсәләр ғаризаһы нигеҙендә 5-7 кластарҙа белем биреү процесын формалаштырыуҙа ҡатнашыусылар өлөшөнән 0,5 сәғәт алынды.
Ә 8-9 кластарҙа белем биреү ойошмаһы компонентынан өҫтәп 0,5 сәғәт алынды.
Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)
Мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, башҡорт халыҡ ижады үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткәҡарата толерантлыҡ формалаша.
Предметты өйрәнеүҙә шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре
Шәхси һөҙөмтәләре :
- башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
- башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау, туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү, үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү, үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Метапредмет һөҙөмтәләре.
1.Телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү;
Аудирование һәм уҡыу
- телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер, төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
- төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
- төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);
- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге ( матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
- һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙаллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу.
ПРЕДМЕТ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ:
- Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик реусурстары, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
- Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын аналаизлау һәм таяныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
- Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик,һүҙъяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
- Тел-һүрәтләү сараларын һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
- Туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
Һөйләү һәм яҙыу:
- алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
- тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү.конспект, аннотация) һөйләй алыу;
- төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
- телдән һәм яҙма формала үҙ фекереүде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
- төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу)үҙләштереү;
- ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик,грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
- уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу,йөкмәткенән , һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү, грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу, үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
- үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау, бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
2.Алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү, туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу, тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б.) ҡулланыу;
3.күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу, формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе .
5-се класс
Тел буйынса башланғыс кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Фонетика. Графика. Орфография. Орфоэпия. Телмәр мәҙәниәте.
Өн һәм хәреф.
Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр.
Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен үҙләштереү. Фонетик күнегеүҙәр.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендә ижектәр.
Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре.
Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү.
Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.
Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.
Лексика.
Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.
Башҡорт телендә һүҙҙең мәғәнәһе.Лексик һәм грамматик мәғәнә. Улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү
Синонимдар.
Антонимдар.
Күп мәғәнәле һүҙҙәр.
Аңлатмалы һәм ике телле һүҙлектәрҙән файҙаланырға өйрәтеү.
Премет-ара бәйләнеш. Рус теле менән бәйләү.
Башҡорт телендә һүҙьяһалыш.
Һүҙ составы. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.
Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.
Башҡорт телендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау.: Тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.
Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.
Морфология. Телмәр мәҙәниәте.
Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә.
Исем. Морфологик билдәләре. Һәм синтаксик вазифаһы. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.Исемдәрҙең яһалышы. Стилистик мөмкинлектәре. Исемгә составы һәм яһалышы буйынса анализ яһай белеү.
Ҡылым.
Мәғәнәһе. Морфологик билдәләре, синтаксик вазифаһы
Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар.Ҡылымдарҙың яһалыу юлдары. Ҡылымдың затлы формалары. Бойороҡ һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше. Шарт һөйкәлеше. Теләк һөйкәлеше.Затлы ҡылымдарҙың мәғәнәләрен, морфологик билдәләрен, синтаксик ролен билдәләй алыу күнекмәһен булдырыу. Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле.
Ҡылым, уның мәғәнәһе һәм төп грамматик билдәләре. Ҡылымдың заманы. Хәбәр һәм бойороҡ һөйкәлештәре.
Үтелгәндәрһҙе ҡабатлау.
6 класс
Әсә теле тураһында әңгәмә.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау
Лексика
Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы.
Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре. Халыҡ-ара һүҙҙәр. Профессиональ һүҙҙәр. Иҫкергән һүҙҙәр. Яңы һүҙҙәр. Диалект һүҙҙәр.
Нығынған һүҙбәйләнештәр.
Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе нығынған һүҙбәйләнештәрҙе диалект һүҙҙәрен таный белергә һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү. Һөйләмдәргә һәм текстарға лексик анализ яһау.
Исем.
Исем тураһында үтелгәнде ҡабатлау.Исемдәрҙең һан мунән үҙгәреше. Исемдең ялғауһыҙ ҙа күплек мәғәнәһен белдереүе. Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Килештәрҙең мәғәнәләре һорауҙары ялғауҙары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы һәм әйтелеше.
Исемдәрҙең хәбәрлек формаһы.
Исемдәрҙең эйәлек заты менән хәбәрлек формаһы араһындағы айырманы билдәләргә өйрәтеү.
Исемдәргә телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.
Сифат.
Сифаттың мәғәнәһе морфологик билдәләре синтаксик вазифаһы.сифаттарҙыңяһалыу юлдары.
Төп һәм шартлы сифаттар. Дәрәжәләре.
Сифаттарҙың исемләшеү осраҡтары.
Телмәрҙә синоним күсмә мәғәнәле сифаттарҙы ҡулланырға өйрәтеү.
Сифаттарға телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.
Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу.
Һандың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, һөйләмдәге вазифалары. Ябай һәм ҡушма һандар: уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙың һәм уларҙың ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы.
Һан төркөмсәләре: төп һандар, тәртип һандары, бүлем һандары, сама һандары, йыйыу һандары, кәсер һандары.
Һандарҙың исемләшеп килеү осраҡтары, ул саҡта уларҙың һан, килеш , эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул итеүе.
Һыҙыҡ аша яҙыла торған ҡушма һандарҙы дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығытыу.
Һандарға телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.
Алмаш.
Алмаштың үтәгән вазифаһы,мәғәнә үҙенсәлектәре, грамматик билдәләре. Алмаш төркөмсәләре:зат алмаштары, күрһәтеү алмаштары, һорау алмаштары, билдәләү алмаштары, билдәһеҙлек алмаштары, юҡлыҡ алмаштары.
Алмаштарҙың һан һәм килеш менән үҙгәреүе.Билдәһеҙлек һәм юҡлыҡ алмаштарының яһалышы
Бер һүҙҙе күп ҡабатлауҙан ҡотолоу өсөн телмәрҙә алмаштарҙы ҡулланырға өйрәтеү.
Ҡылым.
Ҡылым төркөмсәләре.
Исем ҡылым:мәғәнәһе һәм яһалышы
Уртаҡ ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы
Сифат ҡылым. Уның мәғәнәһе. Сифат ҡылымдың заман формалары
Хәл ҡылым. Уның мәғәнәһе, төрҙәре.
Ҡылым йүнәлештәре. Ҡылымға дөйөм морфологик анализ яһай белеү
Рәүеш.
Рәүеш тураһында төшөнсә. Мәғәнәһе, морфологик билдәләре.
Рәүеш төркөмсәләре
Рәүештең сифат менән оҡшаш һәи айырмалы яҡтары. Рәүеш дәрәжәләре.
Рәүештәрҙең яһалышы. Тамыр һәм яһалма рәүештәр. Ҡушма рәүеш. Рәүештәрҙең яһалыу юлдары
Рәүештәрҙең мәғәнәһен, морфологик билдәләрен аңлата белеү
Теркәүестәр.
Теркәүестәр һәм уларҙың телмәрҙәге функцияһы. Теркәүестәрҙең бүленеше
Теркәүестәрҙең морфологик, синтаксик ролен аңлата белеү күнекмәһе. Теркәүестәре булған һөйләмдәрҙе анализлау күнекмәһен үҫтереү.
Бәйләүестәр.
Уларҙың телмәрҙәге вазифаһы. Бәйләүестәрҙең бүленеше, уларҙың синтаксик ролен билдәләй белеү. Бәйләүестәрҙе исемдәр янында ҡуллана белеү.
Киҫәксәләр.
Киҫәксәләрҙең морфологик билдәләре. Уларҙың бүленеше, морфологик һыҙаттарын, синтаксик вазифаларын билдәләй белеү. Киҫәксәләрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү
Мөнәсәбәт һүҙҙәр.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең синтаксик роле. Телмәрҙә мөнәсәбәт һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.
Ымлыҡтар.
Ымлыҡтар тураһында төшөнсә. Ымлыҡтарҙың төрҙәре. Ымлыҡтарҙан һүҙҙәр яһалыу. Уларҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү.
7 класс
Тел тураһында әңгәмә
Лексика, фонетика, морфология, орфография буйынса үтелгәндәре кабатлау
Синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст, һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше
I. Һүҙбәйләнеш, уның һөйләмдән айырмаһы, һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре тураһында төшөнсә, һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ. һүҙбәйләнештәрҙә баҫым, һөйләмдәге һүҙҙәр араһында теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш. Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре; башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү, эйә менән хәбәр араһында ярашыу бәйләнеше. Текст һәм уның өлөштәре, унда һөйләмдәрҙең уҙ-ара бәйләнеү юлдары.
II. һүҙбәйләнештәрҙе фразеологик берәмектәр менән сағыштырырға, улар араһында айырманы танырға өйрәтеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Синтаксис һәм пунктуация хаҡында төшөнсә, һүҙбәйләнеш.
Ике составлы ябай һөйләмдәр
Ике составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйәнең ябай һәм ҡушма һүҙҙәрҙән килеүе.
Ябай һәм ҡушма хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. Кылымдарҙан, исем һәм кылымдан килгән ҡушма хәбәрҙәр. Эйә менән хәбәр араһында ярашыу бәйләнешенең үҙенсәлектәре: укыусылар яҙалар, уҡыусылар яҙа, мин килдем, беҙ килдек һ.б.
Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар, улар эргәһендә тыныш билдәләре. Өҫтәлмәлек. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Тура һәм ситләтелгән тултырыусы. Мәҫәлән, кәләм алдым; Ғәлимә менән килдем. Тура тултырыусылар билдәле һәм билдәһеҙ төшөм килештә килә ала.
Хәлдәр. Мәғәнә яғынан хәлдәрҙең төрҙәре: ваҡыт, урын, сәбәп, маҡсат, рәүеш, шарт, күләм-дәрәжә, кире хәлдәр, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Башҡорт һәм рус теле һөйләмдәрендәге һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу.
Өҫтәлмәлектәрҙе, тиң булмаған аныҡлаусыларҙы, тура һәм ситләтелгән тултырыусыларҙы телмәрҙә ҡулланырға, эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылған һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡырға өйрәтеү.
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Әйтелеү маҡсаты һәм хис-тойғоно сағылдырған хәбәр, һорау, бойороҡ һәм өндәү һөйләмдәр.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация, һөйләм. Әйтелеү маҡсатын һәм хис-тойғо биҙәген сағылдырған хәбәр, бойороҡ, өндәү һәм һорау һөйләмдәр.
- Ике һәм бер составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. ()
Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре: а) хәбәр составынан ғына тороусы бер составлы һөйләмдәр: билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, эйәһеҙ һөйләм; б) эйә составынан ғына тороусы бер составлы һөйләм: атама һөйләм.
Бер составлы һөйләмдәрҙе, уларҙы стилистик мөмкинлектәрен, үҙенсәлектәрен билдәләргә, шуға ярашлы уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.
Эйәле һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләмдәр менән алмаштыра белергә һәм уларҙы телмәрҙә файҙаланырға, тәбиғәтте тасуирлағанда, урынды, ваҡытты һүрәтләгәндә атама һөйләмдәрҙе ҡуллана белергә өйрәтеү.
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.
Тулы һәм кәм һөйләмдәр
- Тулы һәм кәм һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Кәм һөйләмдәрҙең телмәрҙәге стилистик роле. Кәм һөйләмдәрҙең бер составлы һөйләмдәрҙән айырмаһы.
- Кәм һөйләмдәрҙе ҡулланып, хикәйәләр, диалог төҙөргә, изложение яҙырға өйрәтеү. Диалогтарҙы тасуири уҡырға өйрәтеү.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле(VII класс). Ике һәм бер составлы кәм һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Йыйнаҡ һәм тарҡау бер составлы һөйләмдәр.
Тиң киҫәкле һөйләмдәр
- Интонация менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр, теркәүестәр менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр. Улар араһында тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә күплек, килеш, эйәлек заты ялғауҙарының иң аҙаҡҡы киҫәккә генә ҡушылыуы. Мәҫәлән, Китап, кәләм, дәфтәрҙәреңде портфелеңә һал һ.б.Дөйөмләштереүсе һүҙҙәре булған тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү (ҡарттар, ҡатындар, балалар - бөтәһе лә эшкә киткәндәр һ.б.). Тарҡау тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡуллана белеү, тиң киҫәктәргә дөйөмләштереүсе һүҙ һайларға өйрәтеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле. (V класс).
Синтаксис һәм пунктуация. Теркәүесһеҙ һәм теркәүесле тиң киҫәктәр, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (IV класс). Синтаксис һәм пунктуация. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.
Өндәш һүҙе, инеш һүҙе, инеш һөйләме һәм ымлыҡтары булған һөйләмдәр
Өндәш һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәрҙең мәғәнәүи үҙенсәлектәре, уларҙың һөйләмдәге урындары. Өндәш һүҙҙәр янында тыныш билдәләре. Инеш һүҙле, инеш һөйләмле һөйләмдәр. Ымлыҡтар. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Өндәш һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр, инеш һөйләмдәр һәм ымлыҡтар булған һөйләмдәрҙе, текстарҙы дөрөҫ интонация менән тасуири уҡырға өйрәтеү. Яҙыуҙа тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле. (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Өндәш һүҙле һөйләмдәр. Тыныш билдәләре. Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Өндәш һүҙле, инеш һүҙле һөйләмдәр. Өндәш һүҙ. Өндәш һүҙҙең һөйләмдәге урыны. Өндәш һүҙле һөйлөмдәрҙә тыныш билдәләре.
һөйләмдең айырымланған киҫәктәре
- Айырымланыу тураһында төшөнсә. Эйәрсән киҫәктәрҙең айырымланыуы. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Хәл әйтемдәре эргәһендә тыныш билдәләре. Айырымланған эйәрсән киҫәктәр менән айырымланған хәл әйтемдәре араһында оҡшашлыҡ һәм айырма.
- Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙе төҙөй белергә һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү. Йәнле һөйләү телмәрендә һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәрен интонация менән сағылдырырға, яҙма телмәрҙә тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеү.
Ябай һөйләмдәрҙе айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр менән алмаштыра белергә.
Предмет эсендәге бәйләнеш.Башҡорт теле. (VI класс). Хәл ҡылым. Уның төрҙәре.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр: аныҡлаусының, өҫтәлмәлектең, хәлдәрҙең айырымланыуы. Рус теле (VI класс). Хәл ҡылым. Хәл әйтеме, уның айырымланыуы
Тура һәм ситләтелгән телмәр
Тура телмәр. Тура телмәр эсендә автор һүҙҙәре. Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Ситләтелгән телмәр, уның тура телмәрҙән айырмаһы. Цитата. Уның янында тыныш билдәләре. Диалог.
Уҡығанда автор һүҙен айырып әйтә белеү. Тура телмәр һәм диалогтар булған текстарҙы, драма әҫәрҙәрен дөрөҫ интонация менән тасуири уҡыу. Тура телмәрҙе ситләтелгән телмәргә өйләндереү. Инша һәм төрлө эш ҡағыҙҙары яҙғанда цитаталар һәм эпиграф ҡулланырға өйрәтеү.
V-VII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау .
Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
- уҡыусыларға башҡорт теленең фонетикаһынан, лексикаһынан, һүҙьяһалыш менән грамматикаһынан, стилистикаһы менән пунктуацияһынан, шулай ук телдең ижтимағи тормоштағы функцияһы, телдең үҫеше хаҡында программала билдәләнгән күләмдә ныҡлы белем биреү;
- уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлелеген үҫтереү;
- уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
- уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;
- балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;
- башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата-әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.
- VII класта программа буйынса ябай һөйләм синтаксисы үтелә. Синтаксис әҙәби телдә дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу өсөн нигеҙ булып һанала. Дәреслек В.В.Давыдовтың үҫтереүсе технологияһына нигеҙләнеп төҙөлгән.
Күнекмәләр:
I. һүҙбәйләнештәргә, ике составлы ябай, бер составлы, тура телмәр булған һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау, ике составлы һөйләмдәр, тиң киҫәктәр, инеш һүҙҙәр, инеш һүҙбәйләнештәр, инеш һөйләмдәр, өндәш һүҙҙәр булған тарҡау һөйләмдәр төҙөү;
II. эйәһе, хәбәре төрлө һүҙ төркөмөнән килгән һөйләмдәр менән файҙаланыу;
III. эйәле һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләм итеп, ябай һөйләмдәрҙе айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр итеп, тура телмәрҙе ситләтелгән телмәр итеп үҙгәртеп төҙөй белеү, цитаталар менән, стилгә һәм йөкмәткегә ҡарап, синтаксик синонимдар менән файҙалана белеү;
IV. төрлө тип һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;
V. хикәйәләү тексын, тасуирлау элементтары индереп, ентекле һәм һайлап изложение яҙыу, әҙәби геройҙарҙы сағыштырып, урынды, тарихи һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын тасуирлап, әхлаҡ-әҙәп темаһына хөкөм йөрөтөү (фекер йөрөтөү) иншаһы яҙыу; төп фекеренә, темаһына ҡарап, орфографик, тыныш билдәләре буйынса, грамматик һәм телмәр хаталары булған текстарҙы камиллаштырыу.
8 класс
Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Ҡушма һөйләм.Синтаксис буйынса ике составлы һөйләмдәрҙе,тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе,айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡабатлау
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр
1.Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә; уларҙа тыныш билдәләре.
2.Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү; ул төр ҡушма һөйләмдәргә синтаксик төпсөү яһай белеү.
Эйәртеүле ҡушма һәйләмдәр
1.Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең баш һөйләмгә бәйләнеп килеү ысулдары: теркәүестәр, бәйләүестәр, килеш ялғауҙары, интонация, мөнәсәбәт һүҙҙәр.
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре, улар эргәһендә тыныш билдәләре; эйә, хәбәр , аныҡлаусы, тултырыусы эйәрсән һөйләмдәр. Хәл һөйләмдәр: ваҡыт, урын, рәүеш, күләм-дәрәжә, маҡсат, сәбәп, шарт һәм кире эйәрсән һөйләмдәр.
Хәл эйәрсән һөйләмдәренең хәл әйтемдәренән айырмаһы (практик планда).
2.Һөйләм киҫәктәрен, айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе, хәл әйтемдәрен, эйәрсән һөйләмдәрҙе, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы телмәрҙә стилистик маҡсатта ҡулланыу күнекмәләре. Ҡушма һөйләмдәргә телдән һәм яҙып синтаксик һәм пунктуацион төпсөү күнекмәһен үҫтереү.
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр
1.Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Теҙем тураһында дөйөм төшөнсә. Уларҙың стилистик роле.
2.Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәһе; шул уҡ тип һөйләмдәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәһен үҫтереү.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Синтаксик һәм пунктуация буйынса ике составлы тарҡау ябай, бер нисә ябай һөйләмле ҡушма һөйләмдәр, ҡатмарлы һөйләм төҙөлмәләренән күп эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре тураһында ҡабатлау(6 сәғәт).
Уҡытыусы уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып, V-VIII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау ойоштора.
9 класс
Тел тураһында дөйөм төшөнсә
1.Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Тел- үҫә барыусы ижтимағи күренеш. Башҡорт теле-башҡорт халҡының милли теле һәм уның башҡа ҡәрҙәш телдәр араһындағы урыны.
Әҙәби тел һәм диалект тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары. Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше. Ике теллелек.
2.Әҙәби тел нормаларын таный, уларға ярашлы һөйләй һәм яҙа белеү.
Башҡорт әҙәби теленең стилдәре
1.Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә. Әҙәби телдең стилдәре: йәнле һөйләү стиле, фәнни, рәсми( эш ҡағыҙҙары ), эпистоляр ( хаттар), публицистик стилдәр, күркәм ( художестволы) әҙәбиәт стиле. Уларҙың төп үҙенсәлектәре.
Һүрәтләү саралары- күркәм (художестволы) әҙәбиәт стиле саралары. Лексик һәм грамматик синонимдар.
2.Төрлө стилгә ҡараған текстар һайларға өйрәтеү. Стилистик яҡтан төҙөк һөм хаталы текстарҙы сағыштырып, уларға стилистик анализ яһарға өйрәтеү.( Уның өсөн газета, журналдарҙағы мәҡәләләрҙең стиль төрөн, әҙәби әҫәрҙәрҙең стиль үҙенсәлеген билдәләтеү, уларға стилистик төпсөү яһау эштәрен ойоштороу). Башҡорт теленән руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемәләр яһатыу. Башҡортса һәм русса һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу, үтелгән эштәргә таянып, һығымта яһатыу.
Телмәр төҙөгәндә, стилистик маҡсатты күҙ уңында тотоп, синоним һүҙҙәрҙе, морфологик, синтаксик синонимдарҙы дөрөҫ һайларға һәм ҡулланырға өйрәтеү. (Уның өсөн проза һәм поэтик әҫәрҙәрҙә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибендәге үҙенсәлектәрҙе, уларҙың стилистик ролен билдәләтеү күнегеүҙәре эшләтеү, проза һәм шиғри әҫәрҙәрҙә һүрәтләү тасуирлау сараларын таптырыу, уларҙың телмәрҙәге стилистик функцияларын билдәләтеү эштәрен ойоштороу, һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы талап итеүсе яҙма эштәр үткәреү). Текстарҙан һүрәтләү сараларын таптырыу, һөйләү, яҙма телмәрҙә уларҙы ҡулланырға өйрәтеү.
V-IX кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системаға һалыу
Фонетика, орфоэпия, орфография (телмәр ағышындағы төрлө фонетик күренештәрҙең, ялғауҙарҙың, ҡушма һүҙҙәрҙең әйтелеше һәм яҙылышы)
Лексика
Морфология
Синтаксис һәм пунктуация
Уҡыу процессын уҡыу - уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү.
Материаль-техник ҡулланмалар
- ноутбук
- проектор
Интернет сығанаҡ .
Башҡорт әҙәбиәте:
www. husainov.com
Өҫтәлмә әҙәбиәт:
- Г.А. Инҫәнғолова,М.Ғ.Усмаова,З.З.Солтанғолова.Башҡорт теленән диктантттар һәм изложениелар йыйынтығы.- Өфө: Китап, 2011
- Ә.Ғ.Бейешев .Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы.- Өфө: Китап, 2013.
- Т.Д. Вәлиева.Текст Өҫтөндә эшләү өсөн дидактик материалдар. .- Өфө: Китап, 2011.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр.
5-се класс уҡыусыһының белеменә талаптар:
- Телмәр мәҙәниәте- тәртип культураһы( сәләмләшеү, һаубуллашыу, танышыу, рәхмәт әйтеү , әҙәп һүҙҙәре)
- Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;
- Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре;
- Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;
- Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
- Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;
- Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.
- Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.
5-се класс уҡыусыһына белергә мөмкинселек бирергә:
- Йәмғиәт тормошонда телдең роле.
- Синтаксис, стилистика, тыныш билдәләре, текст, һөйләм, һүҙбәйләнеш, ҡушма һөйдәм төшөнсәләре.
- Фонетика, телмәр өндәре, ижек , һүҙ баҫымы, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, өндәрҙең бер-береһенә оҡшашыуы.
- Орфоэпия, төп орфоэпик төшөнсәләр
- Графика, алфавит, хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре
- Орфография. Һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, әйтелеше. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.
- Лексика. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе. Синонимдар, антонимдар, омонимдар.
- Тамыр, нигеҙ, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар.Тамырҙаш һүҙҙәр.
- Һүҙьяһалыш юлдары.
- Телмәр төрҙәре: хикәйәләү, тасуирлау, хөкөм йөрөтөү.
Уҡыу йылы аҙағына 6-сы класс уҡыусыларына белергә мөмкинселек бирергә:
- һүҙҙең грамматик мәғәнәһе; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙең һан, эйәлек, килеш, хәбәрлек менән үҙгәреүе, һөйкәлеш, зат, заман, һүҙ төркөмдәрен классификациялау принциптары, үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре;
- рус теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең, сифаттарҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы, ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы
- эпиграф төшөнсәһенең билдәләмәһе
- рәсми эш ҡағыҙҙары стиле хаҡында төшөнсә, эш ҡағыҙҙары стилендә телмәр этикеты
- һүҙҙең грамматик мәғәнәһен билдәләү
- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү
- рус теленән һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү
- ҡатмарлы план төҙөү, эпиграфты ҡуллана белеү, текст эсендәге һөйләмдәрҙе бер-береһенә алмаштар ярҙамында бәйләй белеү.
Уҡыу йылы аҙағына 7-се класс укыусыларына белергә момкинселек бирергә:
I.ике составлы, бер составлы, кәм һөйләм; һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре; эйә менән хәбәрҙең сағылыу ысулдары, тыныш билдәләренең принциптары;
II.айырымланған эйәрсән киҫәкле ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылыу ҡағиҙәләре, эйә менән хәбәр араһында һызыҡ ҡулланыу ҡағиҙәһе, һөйләмдәрҙә инеш һүҙ, инеш һүҙбәйләнеш, инеш һөйләм, ымлыҡтар булғанда тыныш билдәләренең ҡуйылышы; тура һәм ситләтелгән телмәрле, цитаталы һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Уҡыу йылы аҙағына 8-се класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр
- теҙмә ҡушма, эйәртеүле ҡушма, теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә, баш һәм эйәрсән һөйләм; эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре;
- теҙмә ҡушма, эйәртеүле ҡушма, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре;
-доклад, тезис, конспект, ғариза тураһында төшөнсәләр.
8 - се кластың аҙағына уҡыусылар түбәндәге күнекмәләрҙе үҙләштереп өлгөрөргә тейеш:
- ҡушма һөйләмдәргә телдән һәм яҙып синтаксик, пунктуацион тикшеренеү үткәрә белеү;
- үтелгән синтаксик төҙөлмәләрҙе телмәрҙең йөкмәткеһенә һәм стиленә ярашлы ҡуллана белеү;
- 8 - се класта үтелгән пунктограммаларҙы таный, таба белеү һәм тыныш билдәләренең ҡуйылышына аңлатма биреү;
- айырымланған эйәрсән киҫәкле, хәл әйтемле, тура һәм ситләтелгән телмәрле ябай һөйләмдәрҙә, шулай уҡ теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;
- йәшәгән урынды, архитектура, тарих һәм сәнғәт ҡомартҡыларын тасуирлауға нигеҙләнгән инша яҙа белеү;
- сағыштырыу юлы менән ике йәки бер нисә персонажға һәм әҙәби персонаждар төркөмөнә ҡылыҡһырлама яҙыу;
- протокол төҙөй белеү;
- изложениеларҙы һәм иншаларҙы темаһына, төп фекеренә,стиленә ярашлы камиллаштыра, уларҙа орфографик, пунктуацион, грамматик һәм телмәр хаталарын төҙәтә белеү.
Уҡыу йылы аҙағына 9-сы класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр
- тел-аралашыуҙың иң мөһим саралары;
- йәмғиәт тормошонда телдең урыны;
- тел – үҫә барыусы ижтимағи күренеш;
- башҡорт теле, уның башҡа ҡәрҙәш телдәр араһындағы урыны;
- һүрәтләү саралары;
- әҙәби тел, диалект, башҡорт әҙәби теле;
- стилистика тураһында төшөнсә, башҡорт әҙәби теленең стилдәре.