Лоҡманова Гөлшат Мирас ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайтына рәхим итегеҙ!

Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә. Телен һаҡлаған - илен һаҡлаған!

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа инновацион технологиялар.

Увлечения: Нәфис әҙәбиәт уҡыу, башҡорт бейеүҙәрен һәм йырҙарын башҡарыу, фото төшөрөү.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Өфө ҡалаһы

Место работы: "122-се Башҡорт гимназияһы"

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/lukmanova-gulshat-mirasovna
Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, - Унан башҡа минең илем юҡ; Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Рәми Ғарипов

Тел - ул халыҡтың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна. Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы. Уға тиң баһа юҡ. Һүҙҙең атаһы аҡыл икән, әсәһе - тел. 

Ғайса Хөсәйенов

О себе

Лоҡманова Гөлшат Мирас ҡыҙы

Тыуған йылым - 21.12.1985

Тыуған ерем - Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы

Эшләгән урыным - Өфө ҡалаһы "122-се Башҡорт гимназияһы"

Педагогик стажым - 10 йыл

Категориям - 1-се

Ғаилә хәлем - тормошта, иптәшем менән ике ул һәм бер ҡыҙ

тәрбиәләйбеҙ

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Ноғман Мусин әҫәрҙәре, Мостай Кәрим әҫәрҙәре, Зәйнәб Биишева "Яҡтыға" трилогияһы, Рәшит Назаров, Рәми Ғарипов шиғырҙары.

Мой взгляд на мир

Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын. 
Эшләгәндә,
Янып эшләһен дә, 
Ял иткәндә,
Көлһөн,
Йырлаһын! 
Һыҡранмаһын 
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны. 
Ҡыуанһын ул 
Яҡты эҙен күреп 
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының. 
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын, 
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын! 
Үҙ ҡайғыһын 
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен. 
Шундай бай, бәхетле итеп
күрәм 
Киләсәктең 
Матур кешеһен!

                                                                                               (Р.Ғарипов)                          

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: