Дәрес конспект "Дуҫ бәлә килгәндә һанала"
план-конспект урока (5, 6 класс)

Лоҡманова Гөлшат Мирас ҡыҙы

1.дуҫлыҡ тураһында яңы һүҙҙәр үҙләштереү;

2. телмәр һәм һүҙлек байлығын үҫтереү;

3.бер-береңә, дуҫтарға ҡарата  һөйөү,  ихтирам, яҡшы мөнәсәбәттәр тәрбиәләү.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема:  Дуҫ бәлә килгәндә һанала.  Друг познается в беде.

Маҡсат:

1.дуҫлыҡ тураһында яңы һүҙҙәр үҙләштереү;

2. телмәр һәм һүҙлек байлығын үҫтереү;

3.бер-береңә, дуҫтарға ҡарата  һөйөү,  ихтирам, яҡшы мөнәсәбәттәр тәрбиәләү.

Дәрес этаптары

Уҡытыусының эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1. Сәләмләү.

(1 мин)

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Мин Өфө ҡалаһы 122-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы Лоҡманова Гөлшат Мирас ҡыҙы булам.

- Бөгөнгө эшебеҙ бик уңышлы булыр тигән теләктә дәресте башлайыҡ.

Уҡытыусыны сәләмләйҙәр.

2. Психологик комфорт тыуҙырыу. Шиғыр уҡыу.

(3 мин)

3.Артикуляцион

күнегеү

- Һалҡын һыуыҡ ҡышҡы көндә һеҙгә йылылыҡ өләшһен тип үҙем менән ҡояш алып килдем.Ә ҡояш ул йылылыҡ билдәһе. Мин һеҙгә ошо ҡояштың нурҙарын таратҡым килә. (ҡояш һүрәте) Әйҙәгеҙ әле ошо йылылыҡты, дуҫлыҡты һеҙҙең менән дәрес аҙағынаса һаҡлайыҡ. Ә ҡояш беҙгә үҙе менән шиғыр алып килгән. Әйҙәгеҙ уҡыйыҡ әле.

Сәләмләйем һауаны,

Именлек булһын өсөн!

Сәләмләйем Ер-әсәне,

Беҙҙе туйҙырған өсөн.

Сәләмләйем дуҫымды,

Гел дуҫым булһын өсөн!

-  Ә хәҙер иғтибар менән шиғырҙы тыңлағыҙ.

- Афарин, уҡыусылар.

- Уҡыусылар, был шиғырҙа башҡорт теленә генә хас булған хәрефтәрҙе  әйтеп китәйек әле.

Һуҙынҡы: ә, ө

Тартынҡы: һ, ҙ, ҫ

Әйҙәгеҙ башҡорт өндәрен ҡабатлап китәйек.

Һуҙынҡылар: ә, ө, ү

Тартынҡылар: ҡ, ҙ, ғ, һ, ң, ҫ

Шиғырҙы уҡыу һәм тыңлау.

Уҡыусыларҙан уҡытыу.

Уҡып ишеттерү.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Бергәләп ҡабатлайҙар.

4. Теманы билдәләү.

6. Һүҙлек эше

Диалог төҙөү.

5. Яңы тема

Тескт менән эш

.

 

7. Яңы теманы нығытыу

8. Ял минуты

9. Яңы белемде нығытыу.

- Ҡәҙерле уҡыусылар, ошо һүрәткә  ҡарап, бөгөнгө дәрестең темаһын әйтеп ҡарайыҡ әле. Нимә тураһында һөйләшербеҙ икән?

- Эйе, дөрөҫ. Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең дуҫлыҡ темаһын ҡабатларбыҙ, ошо темаға ҡағылышлы тағын бик күп мәғлүмәт белербеҙ. Ошо темаға ҡағылған һүҙҙәрҙең тәржемәһен ҡарап китәйек әле.

Һүҙлек эше

Дуҫ-друг

Дуҫтар-друзья

Дуҫлыҡ-дружба

Әхирәт – подруга

түңәрәк - кружок

тоғро –верный

ғәҙел – честный

иптәш – товарищ

-Уҡыусылар, хәҙер беҙ парлашып танышып алыр өсөн, дуҫлыҡ тураһында диалог төҙөйөк. Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, һеҙ яуап бирегеҙ. (Диалог төҙөү).

- Һинең исемең кем?

- Минең исемем ...

- Һиңә нисә йәш?

- Һинең дуҫың бармы?

- Эйе, минең дуҫым бар.

- Уның исеме нисек?

- Уның исеме ….

- Ул нисәнсе класта уҡый?

... ... класта уҡый?

- Һеҙҙең дуҫтарығыҙ булыуға мин бик шатмын.

(тағын ҡабатларға, бер нисә уҡыусы менән)

- Афарин! Бик яҡшы!

- Ә хәҙер ошо текстҡа күҙ һалайыҡ.

Минең әхирәтем.

Минең исемем Айгөл.

Минең дуҫтарым бик күп. Әммә иң яҡын әхирәтем – Гүзәл. Беҙ уның менән балалар баҡсаһынан дуҫ. Уның менән бер класта уҡыйбыҙ, бер парта артында ултырабыҙ. Дәрестән һуң бергә бейеү  түңәрәгенә йөрөйбөҙ. Гүзәл – бик яҡшы, тоғро, ғәҙел иптәш. Ул миңә һәр саҡ ярҙам итә, мин уға ышанам.

( үҙем уҡырға, сылбыр менән уҡытырға, тәржемә итергә)

-Уҡыусылар, бына текст менән таныштыҡ. Хәҙер һорауҙарға яуап биреп китәек.

1. Айгөлдөң әхирәтенең исеме кем?

2. Ике әхирәт ҡайҙа танышҡан?

3. Улар ниндәй түңәрәккә йөрөйҙәр?

4. Гүзәл ниндәй иптәш?

Афарин!

-  Һеҙҙеңсә кем ул дуҫ, кемгә дуҫ тип әйтәбеҙ? (парталашың, бергә уйнаған иптәшең, класташың, дәфтәренән күсерткән, лагерҙа бергә ял иткән, магазинға бергә барған һ.б.)

- Ә нимә ул дуҫлыҡ нисек уйлайһығыҙ?

- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә дуҫлыҡҡа бына нисек аңлатма бирелгән.Дуҫлыҡ – ул ике кеше араһында яҡын, йылы, ышаныслы мөнәсәбәт.(108-се бит)

- ысын дуҫ ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш икән әйҙә ҡарап китәйек әле. (слайд 12)

- Дуҫлыҡ яҡын кешеләр араһында ғына түгел, төрлө милләт кешеләре араһында ла була. Был - халыҡтар дуҫлығы тип атала. Беҙҙең республикала төрлө милләт халҡы бик дуҫ йәшәй. Дуҫлыҡ монументы ла рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра. Бер яҡта-рус, икенсе яҡта башҡорт ҡатын-ҡыҙы ултыра. (слайд 13,14)

- Һеҙ дуҫлыҡ монументында булғанығыҙ бармы?

 С.Юлаев һәйкәле янында Дуҫлыҡ йорто төҙөлдө. (Слайды15,16)

Ял минуты.

Ә хәҙер, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән әҙ генә ял итеп алайыҡ. Күҙҙәр өсөн гимнастика эшләйек.

Алыҫҡа ҡарайбыҙ

Яҡынға ҡарайбыҙ

Өҫкә ҡарайбыҙ

Аҫҡа ҡарайбыҙ

Уң яҡҡа ҡарайыҡ

Һул яҡҡа ла ҡарайыҡ.

-Яҡшы!

Уҡыусылар, экранға иғтибар итегеҙ әле. Унда һүҙҙәр яҙылған. Ошо һүҙҙәр араһынан тик дуҫлыҡҡа ғына ҡағылышлы булған һүҙҙәрҙе һайлап алып  һөйләм төҙөгөҙ. (слайд17)

Башҡорт халыҡ ижадында дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәрҙә күп. Әйҙәгеҙ мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек әле. (слайд18)

  • Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.
  • Дуҫтың дуҫ икәне бәлә килгәндә беленә.

- Был мәҡәлдәр нимә тураһында?

Уҡыусылар яуабы:

- дуҫлыҡ тураһында..

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштерәләр

(фекерҙәрен тыңлау)

(ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы, ҡыйыу, ғәҙел, талапсан, көнләшмәҫкә тейеш, насар һүҙҙәр һөйләмәҫкә. Ышаныслы һ.б)

Класташтар, ата-әсә менән, хайуандар менән, милләттәр менән...

Һөйләмдәрҙе әйтеү.

Йыр тыңлау.

- Әйҙәгеҙ хәҙер дуҫлыҡ тураһында йыр тыңлап алайыҡ.

(слайд 19)

11. Рефлексия.

(5 мин)

- Уҡыусылар!Шулай итеп бөгөнгө дәресебеҙҙә алған белемдәрҙе тикшереп, минең һорауҙарға яуап биреп китәйек.

1. Нимә ул дуҫлыҡ?

2. Дуҫ ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

3. Дуҫлыҡ монументы нимәне аңлата?

4. Ни өсөн дуҫ бәлә килгәндә һанала тип әйтәләр?

- Афарин, уҡыусылар.

Уҡыусылар яуаптары.

Һорауға яуап бирәләр

12. Йомғаҡлау.

- Эйе, дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Класташың, ата-әсәйең, һиңә ышанған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең. Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана.

 Уҡыусылар! Дәрестә бик актив булдығыҙ! Тырышып эшләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Борынгыдан килгән йола-каз өмәсе" темасына класстан тыш чара

Җиһазлар:  Катнашучылар милли киемнәрдән, каз реквизитлары  (каз формасында поролон кисеп оекка кидерергә мөмкин), көянтә, каз канатлары.   Алып баручы...

Электив курс; "Башҡорт телен өйрәнәм", региондарҙан килгән уҡыуысыларға өҫтәлмә белем биреү маҡсатында төҙөлгән курс программаһы.

Билдәле булыуынса, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия - интернатта Башҡортостандан һәм күрше өлкәләрҙән килгән уҡыусылар уҡыйҙар.Әлбиттә, араларында башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән уҡыусылар бар. Ула...

6 сыйныф, Татар теле, "Англиядән килгән кунаклар" тексты

Мәктәптә узган Республикакүләм семинар-киңәшмәдә катнашучылар алдында әлеге тема буенча 6нчы сыйныфта ачык дәрес күрсәттем. Бу дәрес эшкәртмәсе Алабуга муниципаль районы Башкарма комитетының Мәгариф и...

Югалтулар аша килгән җиңү

Югалтулар аша килгән җиңү...