Сәхибгәрәева Әлиә Зөфәр ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының сайты

,,Ал да нур сәс халҡыңа,,

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы яңы технологияларҙы үҙләштереү һәм уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороу .

Увлечения: Һүҙ сәнғәте, әҙәби уҡыу,бәйләм бәйләү,ҡамыр аштары бешереү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылы

Место работы: Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/sahibgareeva-aliya-zufarovna
Мин халҡымдын сәскә күңеленән, Бал ҡортондай ынйы йыямын. Йыямын да - йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Рәми Ғарипов

Һаумыһығыҙ,хөрмәтле коллегалар,дуҫтар,телебеҙҙең бәҫен күтәреүсе,халҡыбыҙҙың милли хазинаһы булған әҙәбиәтебеҙҙе киләсәк быуынға аҡ аманат итеп ҡалдырыусы ҡан -ҡәрҙәштәр!!!

Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын.Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам.

Рәхим итегеҙ!!!

О себе

        Мин, Сәхибгәрәева Әлиә Зөфәр ҡыҙы, 1983 йылдың 24 декабрендә Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман станцияһында( Олокүл ауылы) тыуғанмын.1988 йылда ғаиләбеҙ атайымдың тыуған яғы Ғафури районы Түбәнге Ташбүкән ауылына күсеп ҡайта. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә алдым, аҙаҡ район үҙәгендә асылған Красноусол башҡорт гимназияһында дауам иттем.Телгә,әҙәбиәткә һөйөү мине төрлө олимпиадаларҙа еңеүгә ҡанатландырҙы һәм артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына һынау тоторға этәрҙе.

        Уҡыуҙы тамамлағас, 2006 йылда хеҙмәт юлымды Ғафури районы Мораҡ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башланым.Ғаилә ҡорғандан һуң,минең мәктәп менән юлдар айырылды.Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында урынлашҡан ауыр холоҡло бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙең психологик-педагогик реабилитация үҙәгендә тәрбиәсе булып эш башланым.Бында мин яҙмыш ҡыйырһытыуҙарына дусар булған балаларҙың бикле доньяһына бары тик үҙеңдең йөрәк йылыңды,күңел наҙыңды йәлләмәй бүлеп биргәндә генә асҡыс яратырға мөмкин икәнлеген аңланым.

         Үҙемдең сабыйҙарым мәнфәғәттәрен яҡлап,2016 йылда Олокүл ауылы ,,Малышок,, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып килдем.М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү буйынса әҙерлек курстары үттем.Төркөмөбөҙ менән балалар баҡсаһында барған,район кимәлендә булған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып торҙоҡ. ,,Йыл тәрбиәсеһе-2018,, бәйгеһендә үҙ көсөмдө һынап ҡараным, финалда ,,Йөрәгемде балаларға илтәм,, номинацияһына лайыҡ булдым.Тәрбиәләнеүселәрем йыл һайын шиғыр уҡыусылар бәйгеһендә район кимәлендә алдынғылыҡты бирмәнеләр.             Мөмкинселек тыуғас, балалар тәрбиәләү,белем биреү булмышымды кире тел һәм әҙәбиәт уҡытыу өлкәһендә һынап ҡарарға йөрьәт иттем.Быға күңелемдә быҫҡып ятҡан аҫабалыҡ тойғоһо сәбәпсе булғандыр тип уйлайым. Урау юлдар аша уҡытыусылыҡ эшенә ҡабат  ҡайтҡаныма үкенмәйем, был миңә бик ҙур тормош тәжрибәһе тупларға ярҙам итте.Бөгөнгө көндә Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып белемемде камиллаштырам,хеҙмәтемдең яңы үрҙәренә артылам.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Китапхана минең өсөн бәләкәй саҡтан үҙе бер сихри донья булды... Китап уҡырға яраттым һәм бөгөн дә яратам...

Мине шәхес итеп тәрбиәләгән китаптар 

 

З.Биишеваның  ,,Яҡтыға,, трилогияһы

М. Кәримдең ,,Оҙон-оҙаҡ бала саҡ,, ,,Өс таған,, повестары

Н.Мусиндың әҫәрҙәре

Т.Ғарипованың ,, Бөйрәкәй,, романы

Г.Яҡупованың ,,Ҡатындар,, романы

А.Баймөхәмәтовтың ,,Ҡалдырма,әсәй,, повесы 

                                                                                                                         

 

Мой взгляд на мир

Тормошҡа балаларса ихласлыҡ менән бағам, һәр үткән көнөмдән дәрт һәм йәшәү йәме табырға тырышам...Күңелемә ятҡан эшем, ғаиләлә терәк булырҙай тормош иптәшем, доньям биҙәге-ике ҡыҙым бар...

Ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыусы туғандарым, эс серемде бүлешерҙәй дуҫтарым булыуы менән бәхетлемен...

Арҡаланырҙай алтын бағанам-әсәйем иҫән...Көтмәгәндә беҙҙе ҡалдырып киткән атайымдың юҡлығын бик ауыр кисерҙем,йәшәү менән үлем араһының нескә генә ҡылда тотолоп торғанын аңланым...Сәхифәмдә күңел иңрәүенән был темаға бер нисә яҙмам да баҫылды

Ер юрғанын ябынып өҫтәренә
Мәңгелектә йоҡлай атайым...
Йөрәк әрнеүенә түҙмәйенсә
Иҫән сағын барлап уйлайым...

Ғүмер буйы кир(е)леп бесән сапты
Атайыбыҙ Дуғын юлында...
Белдеме икән ике аҙым ерҙә
Төпләнерен һалҡын гүрендә...

Бер кәртәлә-ике донъя сиге-
Шаулы тормош, сәхрә, гүзәллек.
Икенсеһе- тупраҡ өйөмөндә
Йәнде иҙер һағыш мәңгелек...

Бөтә нимә туҡтап ҡала бында
Ваҡыт үҙе көсһөҙ был ерҙә...
Иҫкән елдә ҡалды тауыштарың
Һин ҡайтмаҫһың инде бер ҙә...

Һинең рухың миндә, баш эймәйсә
Тормош юлдарынан атлайым...
Ер юрғанын ябынып өҫтәренә
Мәңгелектә йоҡлай атайым...

Мои достижения

Минең ижтимағи эшмәкәрлегем

2018 йылда мин Олокүл моделле китапхана янында ойошторолган ,,Ағинәйҙәр,, төбәк -ара региональ йәмғиәт ойошмаһының ағзаһы итеп алындым.

Был ойошма беҙҙең ауылда 2015 йылдан бирле хаҡлы ялдағы уҡытыусы,Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайының ағзаһы Сәмикова Флүрә  Ғәлиулла ҡыҙы етәкселегендә уңышлы ғына эшләп килә.Ауыл Советы,мәҙәниәт йорто тарафынан үткәрелгән һәр сарала беҙ әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ.

image

Моё портфолио

                                                                                                                                       

Мои публикации:
Разное
Региональный компонент
Родной язык и литература
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: