Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

Ситдикова Раиса Салимьяновна

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү телмәрен биҙәү, уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн арттырыу өсөн ҡулланылалар.

Тел  тураһында

Теле ямандың көнө яман. 
Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел. 
Телдең күрке - һүҙ. 
Татлы тел таш ярыр. 
Теле барҙың иле бар. 
Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа. 
Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай. 
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт 
Тел һөйләй, ҡул эшләй. 
Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен. 
Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен. 
Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш. 
Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян. 
Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт. 
Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр. 
Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен. 
Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ. 
Яман кешенең теле әсе. 
Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел ,бөлдөргән дә - тел. 
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә. 
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт. 

Белем тураһында

Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.
Белмәгәндең беләге тыныс
Белмәгән беләгең тыныс булһа ла йөрәгең тыныс булмай.
Белмәү ғәйеп түгел, белергә тырышмау - ғәйеп
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә.
Белгәнгә — ер, белмәгәнгә — гүр.
Белмәгән белер, белмәгәндән көлөр.
Белмәгән эшкә ҡатышма.
Белмәгән эштән шайтан көлгән.
Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.

Тыуған ил тураһында 

Ил барҙа сәпсек үлмәҫ. 
Ил барҙа, ир хур булмаҫ, ир барҙа, ил хур булмаҫ. 
Иле барҙың теле бар, теле барҙың иле бар. 
Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр. 
Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн. 
Ил ҡәҙерен белмәгән – башын юғалтҡан, 
Ер ҡәҙерен белмәгән – ашын юғалтҡан. 
Ил намыҫы хур итмәҫ. 
Ил терәге – ир, ир терәге – ил. 

Әсә тураһында

Әсә хаҡы – тәңре хаҡы. 
Әсә ҡулы – им. 
Әсәhеҙ ғаилә - hүнгән усаҡ . 
Әсә янында бала етем булмай. 
Әсәhен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр. 
Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек. 
Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер. 
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта. 
Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә. 
Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын. 
Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ. 
Әсә күңеле балала, бала күңеле далала. 
Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.
Бала ҡəҙерен əсə белер. 
Телһеҙҙең телен əсəһе белер. 

Бала тураһында

Бала бар ерҙә батша юҡ. 
Бала - ата-инәгә алтын бағана. 
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.    
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер, 
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер. 
Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ. 
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс. 
Ир бала – йортҡа терәк. 
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, 
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең. 
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, 
Апаһын күреп, һеңле үҫер. 
Ир бала атаһына таяу, 
Ҡыҙ бала өй эсендә буяу.