Мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән эш

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы

  Мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән эш

Бөгөнгө көндә мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән эшләү ҙур яуаплылыҡ һәм ныҡлы әҙерлек талап итә. Башҡа уҡыусыларҙан айырмалы эш төрҙәре, төплө уйланылған, ҡыҙыҡһындырырлыҡ дәрес алымдары - уҡытыусының үҙ предметына булған талаптарын тағы ла нығыраҡ көсәйтә. Йәмғиәттә үҙ урындарын табыр шәхестәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйып, уларҙың үҫешенә ҙур мөмкинселектәр булдырырға бурыслыбыҙ.

image   

Мөмкинлектәре  сикләнгән уҡыусылар менән эш планы
2018 / 2019 уҡыу йылы
Эш төрҙәре
Ваҡыт
1.
Яҙма эштәр (контроль күсереп яҙыу)
Йыл буйы
2.
Тестар үткәреү
Йыл буйы
3.
Ребустар төҙөргә өйрәтеү
Йыл буйы
4.
Әҫәрҙәргә иллюстрациялар төшөрөү
Йыл буйы
5.
Күрмә изложениелар яҙҙырыу
Йыл буйы
6.
Интернет селтәренән интерактив күнегеүҙәр эшләтеү
Йыл буйы
7.
Әҫәр йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләр ойоштороу
Йыл буйы
8.
Карточкалар менән эш
Йыл буйы

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау формалары.
Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:
Яҙма эштәр: бирелгән текстарҙы күсереп яҙыу: 40-50 һүҙ.
һүҙлек диктанты:15-20  һүҙ,
Күсереп яҙыу бер генә билдә менән баһалана.
«5»-хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.
«4»-2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион:  2/2,1/3,2/3
«3»- 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4,3/5,3/6,
          өс бер типтағы хата ебәрелһә,6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.
«2»- 9 орфографик, 9 пунктуацион:8/10,9/9
«1»- уҡытыусы ҡарамағында.
 
Телдән яуаптарҙы баһалау:
“5” билдәһе ҡуйыла:
-әгәр материалды  аңлап, тулы яуап ҡайтарһа;
- белемен практик ҡуллана алһа ,аңлата белһә;
 “4” билдәһе ҡуйыла: яуабында 1-2 хата яһап,үҙе төҙәтһә;
“3” билдәһе ҡуйыла: материалды аңлауын күрһәтһә, әммә
тулы асып бирә алмаһа, төшөнсәләрҙә хаталар ебәрһә;
үҙ фекерен миҫалдар менән нигеҙләй алмаһа.

 

Рәшит Ниғмәти тормошо һәм ижады буйынса тест 
1.Р.Ниғмәти ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?
  1. 1905-1954
  2. 1909-1959
  3. 1911-1939
  4. 1903-1938
  5. 1893-1938
2.Р.Ниғмәти ҡайһы ауылда тыуған?
  1. Әсән
  2. Үрге Илъяс
  3. Иҫке күл
  4. Диңгеҙбай
  5. Хәсән
3.Р.Ниғмәтигә ҡасан халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә?
  1. 1923
  2. 1959
  3. 1963
  4. 1969
  5. 1980
4.Р.Ниғмәти ҡайҙа йәшәгәндә тәүге поэмаһы донъя күрә?
  1. Диңгеҙбайҙа
  2. Өфөлә
  3. Туймазыла
  4. Украинала
  5. Һамарҙа
5.Р.Ниғмәтиҙең  ҡайһы поэмаһының төп геройы-Вася?
  1. Үлтер улым, фашисты!"
  2. "Һинең кәләшеңдең хаттары"
  3. "Герой тураһында поэма"
  4. "Баҫыу хөкөмө"
  5. "Осҡондан ялҡын"
6.Р.Ниғмәти ҡайҙа ерләнгән?
  1. Диңгеҙбайҙа
  2. Һамарҙа
  3. Туймазыла
  4. Өфөлә

 

Баязит Бикбай ижады, биографияһы буйынса тест 
1.Баязит Бикбай ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?
  1. 1909-1968
  2. 1909-1959
  3. 1905-1954
  4. 1911-1939
  5. 1903-1938
2.Баязит Бикбай ҡайһы ауылда тыуған?
  1. Әсән
  2. Үрге Илъяс
  3. Хәсән
  4. Диңгеҙбай
  5. Ҡалта
3.Баязит Бикбай  уҡыу йортон ҡайҙа тамамлай?
  1. Яңы Морапталда
  2. Профмәктәптә
  3. Ырымбурҙа
  4. Өфөлә
4.1812-1814 йылғы һуғыш ваҡиғаларын ҡайһы әҫәрендә һүрәтләй?
  1. "Ер"
  2. "Ҡаһым түрә"
  3. "Салауат"
  4. "Аҡселән"
  5. "Аҡселән ташҡанда"
5.Баязит Бикбай 1773-1775 йылғы крәҫтиәндәр ихтилалын ҡайһы әҫәрендә һүрәтләй?
     1. "Ер"
     2."Ҡаһым түрә"
     3."Салауат"
     4."Аҡселән"
     5."Аҡселән ташҡанда"
6."Салауат" драмаһында Әминәне кем үлтерә?
  1. Ҡолой Балтасов
  2. Бохайыр
  3. Твердышев
  4. Архип
  5. Моталлап
7."Ҡарлуғас"драмаһында һүрәтләнгән һатлыҡ йән кем ул?
  1. Шатморат
  2. Ырыҫҡол
  3. Яҡуп
  4. Ваһап
  5. Туҡтамышев

Күсереп яҙыу өсөн текстар
Ер майының тарихы.
     Ерҙең төрлө ҡатламдарында нефть бынан күп миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән. №уңынан ер геологик үҙгәрештәргә дусар ителеү арҡаһында, ул айырым урындарҙа, бигерек тә таулы райондарҙа, ер ярыҡтарынан һәм күҙәүле тау тоҡомдары араһынан һарҡып сыҡҡан. Ул шишмә кеүек ағып ятҡан һәм соҡор урындарға йыйылған. Шулай нефть күләүектәре, ә ҡайһы бер урындарҙа бик ҙур нефть күлдәре барлыҡҡа килгән. ҡояш был күлдәрҙе тора-бара киптергән, нефть ҡуйы йәки ҡаты массаға әйләнгән.
Нефть сығып ятҡан шундай урындар хәҙерге көндә лә осрай.
    Күп кенә ерҙәрҙә нефть менән бергә газ да сыҡҡан. Ут тоҡанып киткән хәлдә, бындай газ усаҡтары быуаттар буйына балҡып янып ултыра торған булған.
    Ул ваҡытта йәшәгән кешеләр ҡоро таш өҫтөндә быуаттар буйы һүнмәй янған уттарҙың серенә, әлбиттә, төшөнә алмаған. Бындай уттарҙан улар бик ҡурҡҡан һәм уларға табынған.Хәҙер беҙҙең илебеҙҙә нефть промышленносы бик ныҡ алға ките, ә нефть сығарыу һәм эшкәртеүҙә Башҡортостан ҙур урын тота.
АҒИҘЕЛ.
    Ағиҙел – республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп ваҡ йылғаларҙың һыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән.
   Ағиҙелдә иген, ағас, нефть һәм пассажирҙар тейәгән ҙур параходтар, теплоходтар, баржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына, унда үҫкән ҡалын урмандарына, йәшел туғайҙарына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел! (71 һүҙ.) ( Башҡортостан календарынан.)
БАШҠОРТОСТАН – ЙЫРҘАР ИЛЕ.
    Башҡортостан – йырҙар иле. Уға бары шундай ғына исем биррегә мөмкин. Башҡорт ерҙәренең шиғри исемдәре ниндәй генә йырға кермәгән дә, ҡайһы ғына яҡҡа барып етмәгән! Күкһелләнеп ятҡан Урал тауҙары, Ағиҙел, Ашҡаҙар, Дим, Һаҡмар, Танып, Ыҡ йылғалары йөҙҙәрсә башҡорт йырҙарында йырланалар. Хатта ғүмерендә Өфөнө, Ағиҙелде, Димде, Һаҡмарҙы,Уралды күрмәгән татар кешеһе лә шул исемдәр менән йырҙар ижад итә.
   Башҡортостан – ул ысын мәғәнәһендә йырҙар бишеге, көйҙәр ватаны, музыка шишмәһе, шиғыр баҡсаһы! (Ш.Мөдәррис, Л.Ихсанова.)
ҠЫШҠЫ СӘСКӘЛӘР.
    Беҙ урманға килеп индек. Ҡалай күркәм! Йәйен япраҡтарын леперләткән, ботаҡтарында аҫыл ҡоштар һайратҡан мәғрур имәндәр тынып ҡалғандар. Бөтә ерҙә йондоҙҙай аҡ ҡар бөртөктәре емелдәй.
    Аҡ йәймәләй ҙур аҡланға килеп сыҡтыҡ. Бында беҙ мышы эҙҙәрен күрҙек. Оҙаҡламай үҙҙәре лә килеп сыҡтылар. Уларға һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Ҡапыл минең өҫтөмә ынйы туҙанындай ҡар бөртөктәре ҡойола. Ҡояшлы көндә минең кейемем меүләгән йондоҙ булып ялтырай.(“Башҡортостан”)

 

 

9 класс уҡыусылары өсөн  изложениелар
Оҙон юл.
   Тирә-яҡта ҡалын урман.Октябрь башында уҡ ғәжәп бер төҫкә инә лә оҫта сигелгән келәмгә оҡшап ҡала икән ул.Әлморон менән миләш ҡыуаҡтары, һырға таҡҡан ҡыҙҙар кеүек, ҡыҙыл төймәләргә күмелеп ултыра. Яланғас ағастар һыҙатын, төрлө хәүефтәрҙән һаҡлағандай, көслө имәндәр уратып алған. Уларҙың ҡараһыу-ҡыҙылһыу япраҡтары аҡрын ғына ҡыштырлаша. Артабан инде йәй ҙә йәшел, ҡыш та йәшел шыршылар, күкшел ҡарағайҙар теҙелешеп китә. Был һылыуҙар, дәрәжә һаҡлағандай, тын ғына баҫып торалар.
   Урман да тау, тау ҙа урман.
   Юлдың осо ла, ҡырыйы ла күренмәй. Тау һәм урман диңгеҙендә яңғыҙ елкән шикелле йөҙәһең дә йөҙәһең. Япа-яңғыҙың сәғәттәр буйы бараһың. Ниһайәт, аҡһыл төтөн күҙгә салына. Тимәк, кешеләр йәшәй был тирәлә.
   Юл оҙон. Юл кеүек үк оҙон уйҙар. Хөрмәт саптарҙың лерт-лерт юртыуына һикерә- һикерә алға тәгәрәүсе кырандасҡа ҡырын төшөбөрәк ултырып алған да, береһен ишеп, икенсеһен һүтеп, уйҙарының осона сыға алмай килә. (Яр.Вәлиев.)
Ирмәк.
  Көҙ етте, ҡырпаҡ ҡар яуҙы. Тәүге буран ыжғыра башланы. Ирмәктәрҙең ишеге алдына, ғәҙәти урынға, йәнә көрт һалды. әле тау тәпәш кенә, ләкин ҡыш уртаһы еткәнсе ул Ирмәктәрҙең өй ҡыйығына саҡлы күтәреләсәк.
   Ҡар яуғас, Ирмәктең иң яратҡан эше - ҡыуыш ҡороп уйнау. Әле лә тау итәгенә Фрунзе менән икәү ҡоймалы боҙ аласыҡ яһаны. Быныһын да теүәлләгәс, ҡар малай әүәләргә тотондо. Эте, ярҙам иткән кеше кеүек, шаярып йөрөнө. Ирмәккә шул да еткән, әйҙә, уйнап ҡына йөрөһөн эте, ул үҙе лә егәрле. Бына ҡар малай әҙер булғас, уға, тал ҡырҡып килтереп, ҡулдар ҡуйҙы. Башына Сәмиғулланың йыртылған ҡолаҡсынлы бүреген кейҙерҙе. Күмер күҙҙәр яһаны, ауыҙ уйҙы. Танауы ла килешле генә килеп сыҡты. Аҙаҡ, ситкә китеп, Сәмиғуллаға һоҡланып ҡарап торҙо. Бына дуҫтар өсәү булды. Фрунзеға ла бик оҡшаны шикелле ҡар малай, тегене уратып йөрөнө-йөрөнө лә, аяғүрә баҫып, ҡосаҡлағандай итте.

 

 

Онлайн-изложениелар
Аудиоизложение "Барбос"
Аудиоизложение "Минең ҡолоном бар"

Скачать: