Мое творчество

Уразбаева Айгуль Фатиховна

 

 Тел тураһында әкиәт

Йәшәгән ти, күңелле тел ( ирендәр йылмайған)

Элмәккә бикләнгән гел ( телде өҫкә бөкләү).

Бер үҙе йәшәгән ул,

Быға һис бошмағн был.

Иртән иртүк уянған,

Кирелергә тотонған:

Өҫкә менгән, аҫҡа төшкән ( “Әүһәләк”)

Тағы шулай эшләгән.

Арҡаһын ул ҡабартҡан ( өҫкө иренгә тейеү),

Шунан йүгерә башлаған,

Тегеләй – былай ҡараған, ( аңҡау буйлап телде алға – артҡа йөрөтөү),

Бара торғас арыған ( “Көрәк”)

Ял итергә уйлаған.

Йыуынырға теләгән,

Теш щеткаһын эҙләгән,

Тешен яҡшы таҙартҡан, ( “Теш таҙалау”),

Ирендәрен ялаған, ( ирендәрҙе бер яҡтан икенсе яҡҡа ялау)

Ауыҙын да сайҡаған ( имитация)

Бына шулай тел – наҙлы!

 

                  Дөрөҫ һөйләшәбеҙ

                  Көн һайын бөтә ерҙә,

                  Дәрестә һәм уйында

                  Таҙа, асыҡ һөйләшәбеҙ,

                  Телмәрҙе күҙәтәбеҙ.

 

Логоритмика “Күңелле сәйәхәт”

Етеҙ ат сабып килә, ( Балалар бармаҡтары менән

                                         тубыҡтарҙа көй аҫтында “сабалар”)

Самолет бейек оса, (Күтәреләләр, ҡулдарын ситкә йәйәләр)

Мотор геүелдәп эшләй, (Ҡулдарын терһәктән бөгөп,

                                             алдарында әйләндерәләр)

Тәгәрмәс бик тиҙ бушай, ( Усты усҡа ыуалар)

Бына паровоз килде ( Йоҙроҡтары менән иҙәнгә һуғалар)

Вагондар алып килде.

Ту-ту-ту, ту-ту-ту,  ( Бармаҡтарын йоҙроҡҡа төйәләр һәм

                                                                   асалар)

 

Туҡтарға ваҡыт етте.   

 

Логоритмика

Сағандарға ни булған? ( ҡулдарҙы йәйеү)

Олондарын борғандар.( башты бороу)

Ә йөҙйәшәр имәндәр ( ҡулдарҙы өҫкә күтәреү)

Әллә үрә торғандар. ( ҡулдар өҫтә, аяҡ осона күтәрелеү)

Сәтләүеклек үҙенә күрә

Шау япрағын бәүелтә. ( устарҙы ыуыу, “ф-ф-ф” тип әйтеү)

Уҫаҡ саҡ-саҡ шыбырлай (“ш-ш-ш”тип әйтеү)

- Улай ярамай! Улай ярамай! ( башты уңға-һулға бороу)

Ағастар серләшәме?

Юҡ, ел бит иҫә башланы.(“у-у-у”тип әйтеү)

Ботаҡтар бик ныҡ шаулай,

 

Көҙгө ел шулай уйнай.( бәүелеү, “у-у-у”тип әйтеү)

 

     Ниҙә хата?

Самолет, саңғы, шана

Кем бында хата таба?

 

Бысаҡ, замауыр, ҡайсы –

Хатаһы бармы, әйтсе?

 

Поста, почтальон, чехол –

Ҡайһы һүҙ дөрөҫ түгел?

 

Чабан, врач, обруч, ощки

Ҡайҙа хата? Яуап бир?

 

Шуба, шапка, карф һәм шәл –

Тағы хата? Бик йәл!

 

Кукра, лампа, фил, балыҡ –

Ә хәҙер нимә яҙыҡ?

 

Быҙау, көҙгө, ҡыз, ҡуҙы –

Хатаны кем тиҙ тапты?

 

Ҡар, ҡарға, кыяр, ҡустым –

Ә хәҙер ҡайҙа яңылыштым?

 

Күҙҙәргә гимнастика “Йәшенмәк”

Күҙҙәрҙе асабыҙ – бер,

Һәм  йомабыҙ – була ике.

Бер, ике, өс,

Күҙҙәрҙе һин ҙур ас.

Тағы күҙҙәр йомолдо,

 

Шулай улар ял итте.

 

Һуҙынҡыларҙың йыры

Алланып беште алма,

Балдары тама-тама: а – а- а.

Өҙөлөп ергә төштө

Сиңерткәне өркөттө: ө - ө- ө.

Йүгереп килде терпе,

Алманы алып китте: э – э – э.

Әсәй сығып аптыраны:

“Кем алып китте алманы: ы – ы – ы?”

Тәмле була алма һуты,

Һыйла һин дуҫтарыңды: ы – ы –ы.

Бармаҡ уйыны “Әкиәттә ҡунаҡта”

Был бармаҡ – “Башбармаҡ”әкиәте,

Һуҡ бармаҡ – “Сыбар тауыҡ”әкиәте,

Урта бармаҡ – “Урал батыр” әкиәте,

Исемһеҙ бармаҡ – “Ирәндек”әкиәте,

Ә сәтәкәй – “Тирмәкәй”,

Ул бит әле бәләкәй

Әкиәт йорто тирәләй.

 

Бармаҡ уйыны “Сысҡан

Сысҡан әйтә: “Пип – пип”, -тип,

“Мин бесәйҙән ҡурҡам”, - тип

 

Йомаҡтар

Ул ҡанатлы толпар ат,

Осоп илтер был шәп ат.

Уны теҙләр етеҙ, көслө,

Ғәйрәтле һәм батыр ир-ат. (Аҡбуҙат)

Айҙа ул тыуып үҫкән,

Осоп ергә төшкән,

Алһыу ғына ҡунаҡты

Йә, әйт инде, һин туған. (Лунтик)

Бик тә ҡыҙыҡ шар,

Ҡолаҡтары уның бар,

Мөгөҙө лә уның бар,

Кемдең уны күргәне бар? (Смешариктар)

Ҡыштырлап шыуып килә,

Үләнде йырып килә.

Быны ул шулай ыҫылдай:

“Ш – ш - ш”- тиеп миңә ҡарай.

(Йылан.)