Ата-әсәләр менән эш
Опубликовано 22.12.2018 - 8:16 - Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы
Ата-әсәләр менән күңелле ялдар, бәйгеләр.
Мәктәптә ойошторолған ниндәй генә сараны алып ҡарамайыҡ, унда атай-әсәйҙәрҙең ярҙамы ҙур икәне көндәй асыҡ. Сөнки баланы мәктәптән генә эш ҡушып, сараға саҡырып алыу еңелдән түгел. Уны тағы ла өйҙән дәртләндереп, кәрәк-яраҡтарын теүәлләп йыйып әҙерләп ебәреүсе әсәй һәм атай кешенең дә роле бик ҙур. Ә инде атай-әсәйҙәр бындай сараларға үҙҙәре лә килһәләр, һәр класс етәксеһе өсөн үтә лә отошло буласаҡ.