Уҡыусыларҙың ижади эштәре

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Уҡыусыларҙың төрлө йылдарҙағы ижади эштәре

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тыуған еребеҙҙе нисек яратаһығыҙ, уның киләсәген ниндәй итеп күрәһегеҙ, Яңы йыл төнөндә ҡулығыҙға тылсымлы таяҡ килеп эләкһә, ниндәй хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыр инегеҙ?

Мырҙағалина Әҙилә Илфат ҡыҙы,

Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 5 синыф уҡыусыһы

                          Нимә эшләр инем һуң?... Беҙҙең кеүек бәләкәстәргә хыял донъяһына инер өсөн, уның серле асҡысын ҡулға алыр өсөн, алғас ниндәйҙер эштәр эшләр өсөн, олонан да олораҡ һорау ҡуйылған икән, тип уйланым. Нимә эшләр инем мин ҡулымда серле таяҡ булһа? Илдә ниндәйҙер эштәр башҡарыу өсөн, бөтә илдең нисек йәшәүен, эшләүен, йәшәү шартын да белеү кәрәк бит- ҡулымдан килмәҫ.

    Мин был эште иң беренсе үҙем йәшәгән территориянан башлар инем, тип уйлайым. Әкиәттә генә бөтәһе лә тиҙ башҡарыла, ә бына тормошта улай түгел шул. Беҙ ҡаланың көньяҡ биҫтәһенә күсеп килгәнебеҙгә инде алты-ете йыл. Шулай ҙа ҡаланың был биҫтәһе күҙгә күренеп, йылдам матурайҙы, тип әйтмәҫ инем. Мин ҡулымда тылсымлы таяҡ булһа, иң беренсе бөтә урамдарға ла асфальт түшәтер инем. “ Минең бойороҡ менән, халҡым теләге менән шуны тиҙ арала башҡар!”-тигән фарманды башлап бирер инем. Икенсе эшләтергә теләгән уйым: 5-енсе һанлы мәктәп янына ял паркы эшләтеп, эргәһенә ҡыш хоккей уйнарлыҡ, йәй башҡа төрлө спорт менән шөғөлләнерлек асыҡ һауала спорт майҙансығы эшләтер инем. Теләктәрем үтә күп. Һәр урамға ла балалар ял ваҡыттарында уйнарлыҡ майҙансыҡтар эшләргә бойорор инем. Шулар менән бергә энергияны әҙ ала торған яҡтыртҡыстарҙы һәр бағанаға ҡуйырға ла, яҡтырыу менән үҙенән- үҙе һүнерлек итергә лә фарман бирергә онотмаҫ инем. Бының  өсөн тылсымлы таяғым булмаһа, күп сығымдар китә бит, ә минең тылсымлы таяғым аҡыллы  буласаҡ. Өфөлә мин “Ете ҡыҙ” фонтанын күргән инем, ә ул ете ҡыҙ легегдаһы, әсәйем һөйләүе буйынса, беҙҙең районда сыҡҡан легенда. Мин шулай уйлап ҡуйҙым: ниңә шул фонтанды беҙҙең көньяҡ биҫтәлә эшләтмәҫкә.Серле таяғыма был мөғжизәне лә башҡарырға ҡушыр инем. Шулай итергә бөтә уңайлы шарттар бар. Ҡаланың был өлөшө яңы төҙөлә- йәш . Беҙ күсеп килгәндә, эшләнеп бөткән, һәм кеше йәшәгән бер нисә генә өй бар ине, ә хәҙер ҙур бер ҡаласыҡ барлыҡҡа килде. Уны таҙа тотоу хәстәрлеген күреүҙә лә серле таяғыма мөрәжәғәт итер инем. Әйҙә уңайлы һәм таҙа ҡала ит, ҡыйҙы йый ҙа уны тейешле кимәлдә эшкәртеүгә ҡулайлама төҙө, тигән фарманды ла онотмаҫ инем. Ҡала урамдарында һәр ике яҡлап йәйәүле йөрөрлөк юлдар һалырға ҡушыр инем дә, шулар янында күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерер урындар әҙерләтер инем. Бының барыһын эшләү өсөн байтаҡ йылдар китер ине, ә серле таяҡ… Үҙегеҙ ҙә әкиәттән уның көсөн беләһегеҙ. Был яҡ биҫтәгә мин тағы ҡала үҙәгендәге “ Баһадир” кеүек спорт менән шөғөлләнерлек бина, ә эргәһенә йөҙөү майҙансығымы эшләтер инем. Хыялдарым минең ҙур. Был турала мин бер нисә тапҡыр инша яҙып конкурста ла ҡатнашҡаным бар.Тылсымлы таяғымдан юл ситтәренә бордюрҙарҙы ла эшләтергә онотмаҫ инем.

   Шулай ҙа мин тылсымлы таяғыма һәр етәксене аҡыллы ит, ғәҙеллекте яҡлар кеше булһын, тигән бойороҡ бирергә лә онотмаҫ инем. Эшләгән кешене, яҡшы уҡығанды күрә белһен, эште лә эшләтә алырлыҡ оҫта булһын, тигән теләгемде лә еткерер инем.

   …Күҙ алдына килтерәм: матур сәскәле аллея буйлап ял итергә паркка барам. Ялдан һуң спорт майҙансығында шөғөлләнәм, ә уна һуң ҡайтып, урамыбыҙ янындағы балалар майҙансығында уйнайым. Өй буйҙарындағы матур сәскә түтәлдәре, ваҡ сауҡалар күңелгә дәрт бирә.
  Тик тағы бер нәмәне онотҡанмын. Тылсымлы таяғымдан тиҙ арала ғына поликлиника, кинотеатр, йәки ҡала үҙәгендәге кеүек мәҙәниәт йорто төҙөттөрәм. Был биҫтәлә “ Магнит” йә  “Монетка” кеүек магазиндар селтәре лә халыҡҡа бик кәрәк. Уны ла тиҙ арала ғына төҙөттөрөр инем.

   Шулай ҙа хыялдарым күп тә, ҙур ҙа. Тик мин тылсымлы таяғымды үҙем генә теләгәнсе генә ҡулланмай, атай - әсәй менән кәңәшләшеп, үҙебеҙҙең район етәксеһенә тапшырыр инем. Әйҙә оло һәм аҡыллы кеше бит. У л бойороп матур фармандар менән беҙҙе көньяҡ биҫтәне матурлаһын. Теләге булһа, әйҙә бөтә районды шулай гөл сәскәле йәмле бер төйәк итһен!

           



Предварительный просмотр:

Һеҙ рәхмәтле була алаһығыҙмы?

Лилиә Иҫәндәүләтова, 9г

Ысынлап та, мин рәхмәтле була аламмы? Белмәйем дә... Минең өсөн был ауыр һорау, сөнки һәр бер кеше “рәхмәт” тигән төшөнсәне төрлөсә аңлай. Минең өсөн рәхмәтле булыу – ул рәхмәт әйтә белеү. Кеше һиңә ярһамлашҡанда ғына түгел, ә былай ҙа.

Айгизә Вәлиева, 9г

Рәхмәтле булыу – ул кешегә рәхмәт әйтеү. Мин рәхмәтлемен үҙемдең әсәйемә, атайыма. Улар миңә мер бирҙеләр, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Минең өсөн ҡурҡып торалар. Кеше был донъяла бөтә нәмәгә рәхмәтле булырға тәейештер.

Ғәзим Зәйнуллина, 9г

Минең уйлауымса, рәхмәтле булыу – ул кеше һиңә яҡшылыҡ эшләһә, һин уға яуап итеп яҡшылыҡ эшләйһең. Бөтәһе лә рәхмәтле булыуын төрлөсә белдерә. Кемдер яуап итеп яҡшылыҡ эшләй, ҡайһылары икенселәй рәхмәтен күрһәтә. Мин дә, күпселек осраҡта, яуапһыҙ ҡалдырмайым.

Инсаф Зәйнуллина, 9г

Әйе, мин рәхмәтле була алам, тип уйлайым. Башҡорт теле миңә әллә күпме дуҫтар, яңы асыштар бирҙе. Мин Башҡортостан республикаһында тыуғаныма бик шатмын. Ә ул мөмкинселекте миңә атай-әсәйем бүләк итте. Әгәр улар сит илгә китеп, мин шунда тыуһам, мин ошо парта артында ултырмаҫ инем, ошондай класташтарым, еңеүҙәрем булмаҫ ине. Мин иң беренсе  атай-әсәйемә, олатай-өләсәйемә рәхмәтлемен. Улар миңә был бәхетте – башҡорт телендә һөйләшеү мөмкинселеген бирҙеләр. Мәктәптәге уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Кешеләр рәхмәт һүҙҙәрен күберәк әйтһәләр, кешеләр ҙә яҡшыраҡ була.

Нәркәс Ишбаева, 9г

Бала саҡтан уҡ беҙҙе рәхмәтле булырға өйрәтәләр. Шуның өсөн мин бик рәхмәтлемен. Көн һайын ғүмер беҙгә яңы мөмкинселектәр бирә, шуның өсөн рәхмәтлемен. Рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәс, кешегә шунда уҡ рәхәт булып китә. Рәхмәтле кешеләр, ғәҙәттә, бәхетле булалар.

Миләүшә Сабанбаева, 9г

Рәхмәт әйтеү ул үҙе бер мөғжизә. Рәхмәт әйтһәң кешенең күңеле күтәрелеп китә. “Рәхмәт” һүҙен “һаумыһығыҙ” һүҙе кеүек үк бик йыш әйтер кәрәк, тип уйлайым.



Предварительный просмотр:

Айгизә, 9г

Бар кеше

Булыр сабыр

Күп эше

Уран табыр

Наҙгөл, 9г

Аҡыллы кеше

Булыр сабыр

Уның эше

Уран табыр

Әҙилә,9г

Һәр кеше

Булыр сабыр

Үҙ эше

Уны табыр

Миләүшә,9г

Ошо доняла һәр бер кеше

Бер береһенә булыр сабыр

Былар барһы ла Хоҙай эше

Бөтәһенә лә урын табыр

Ләйсән,9г

Яҡшы кеше

Ул гел сабыр

Һөйгән эше

Уны табыр

Нәркәс,9г

Һәркеше

Бик сабыр

Ҡаты эше

Уны табыр.

Ғәзим, 9г

Бар бер кеше

Ул гел сабыр

Яратҡан эше

Һәр саҡ табыр

Сабина,9г

Тырышҡан кеше

Һәр саҡ сабыр

Булһа ауыр эше

Ял яуап табыр

Инсаф, 9г

Аҡыллы кеше

Бик сабыр

Теләгән эше

Үҙе табыр

Айсар,9г

Аҡыллы кеше

Үҙенсә сабыр

Оҡшаған эше

Ваҡыт табыр.

Әҙилә,7г

Эш яратҡан кеше

Булыр сабыр

Ҡыйын булһа эше

Юлын табыр

Азамат, 7б

Күш эшләгән кеше

Һәр саҡ булыр сабыр

Булһа ла күп эше

Үҙенә ваҡыт табыр

Фәнзил, 7б

Тырыш, көслө кеше

Була ул бик сабыр

Бар эшләгән эше

Маҡтауын табыр

Илнур, 7б

Дәртле һәм дарманлы кеше

Юртаҡ аттарҙай сабыр.

Уның ҡылған изге эше

Бөтә донъяны табыр.

Гүзәл,7б

Һинән дә ғәзиз кеше

Ябай, үҙе сабыр

Изгелек эшләгән эше

Маҡтау һүҙҙәрен табыр

Искәндәр,7б

Илен яратҡан кеше

Үҙе бик тә сабыр

Бик ауыр уның эше

Бел мәлдә дуҫын табыр

Диана,7б

Эшлекле кеше

Була сабыр

Һәйбәт эше

Эҙләп табыр

Айзилә,7б

Эшлекле кеше

Көтә сабыр

Һәйбәт эше

Эҙләп табыр



Предварительный просмотр:

Мырҙағәлина Әҙилә Илфат ҡыҙы

13 йәш

Баймаҡ ҡалаһы

leila.murzagalina@yandex.ru

89610457018


                            Һуҡыр сысҡан ниңә ояһынан сыҡмай

                                                         (әкиәт)

         
         Бик борон да түгел, тик хәҙер ҙә түгел ваҡытта, ерҙе һәр төрлө кимереүселәр баҫып алған ваҡытта,ер өҫтөндә кешеләргә йөрөрлөк мөмкинлек булмаған, ти. Аҙым атлаған һайын, әле бер, әле икенсе урындан һәр төрлө сысҡандр, ҡомаҡтар, алйырҙандар сығып ҡасҡандар, ти. Кешеләргә был бик ҡамасаулай башлаған: балалар ҡурҡалар, ололар үҙҙәренең ашарға яраҡлы нәмәләрен ҡайҙа һаҡларға белмәгәндәр, сөнки бына шул зыян килтересе йәнлектәр һауытты нисек тә асып, ашап китәләр икән. Улар шул дәрәжәгә лә еткәндәр: йәйге аяҡ кейемдәрен ҡуйған урындарға оя яһап, аяҡ кейемдәрен дә кимерәләр, ти.Ҡышҡы аяҡ кейемдәрен дә һаҡлау ауыр булған.
Кешеләр уларға ҡаршы көрәшә башлағандар. Һәр урында уларға тимер ҡапҡандар һалғандар. Тегеләр ҡапҡанға эләгеп, бик яман ҡысҡырып илайҙар икән. Был тауышты ишеткән ҡәрҙәштәре ҡурҡып ҡайҙа булһа ла ҡасырға тырышҡандар. Улар яйлап-яйлап кешеләрҙән алыҫлашырға тырышҡандар. Иң әүәл һуҡыр сысҡан үҙенә йәшәргә урын тапҡан. Башта ул кешеләрҙең ашлығы тупланған урынға оя яһаған, тик ҡапҡандар бында ла килеп урынлаштырылған. Кешеләр уяуыраҡ ҡылана башлағандар. Ашлыҡтарын сәсеү өсөн әҙерләгәндә ағыу ҙа ҡулланғандар. Һуҡыр сысҡан яҙғыһын иген сәселгән ваҡытта баҫыуға ла барып сыҡҡан. Тик уға бында ла йәшәргә лә, ер өҫтөндә йөрөргә мөмкинлек булмай сыҡҡан. Шул ваҡыт ул бик оҙаҡ уйланған да шундай ҡарарға килгән - ер аҫтына оя ҡорорға ла, шунда йәшәргә. Шулай эшләгән дә, тик оҙаҡ ер аҫтында йәшәй алмаған, асыҡтыра бит. Ул хәҙер төндәрен сығып үҙенә ашарлыҡ ризыҡ туплай башлаған.Көндөҙҙәрен сығырға ҡурҡҡан сысҡандың өҫтөндәге тиреһенең төҫө бөтөнләй ҡараға әйләнгән. Гел генә хәрәкәтһеҙ, ер аҫтында күберәк ятып торғанға, кәүҙәһе ауыр булып, килбәтһеҙ йомроға әйләнгән.Иң ауыры ул хәҙер яҡшылап яҡтыла күрмәй башлаған.
        Ошолай йәшәгән ваҡытта алйырҙан барлыҡ сысҡандарҙы, ҡомаҡтарҙы, хатта ҡондоҙарҙы ла йыйынға саҡырған. Йыйында башлап үҙе һүҙ алған.
– Ер өҫтөндә йәшәү хәҙер ауырлашты: тормошто хәҙер нисегерәк хәстәрләү тураһында һөйләшәйек,– тигән.
Башлап был һүҙгә ҡондоҙ ҡушылған:

– Мин әле йәйге эҫелә ерҙә үтә ҡыҙҙырғас, һыуға төшкәйнем. Миңә шунда йәшәргә була. Мин бик матур урындарҙы һайлап, йылға буйында быуа быуҙым, балыҡтар ҙа үрсеп, миңә бик шәп ризыҡ булды. Йылға буйындағы ағастарҙың ҡайырыһы ла ашарға яраҡлы. Мин шулай йәшәргә булдым. Бына миңә ҡарағыҙ, мин хатта ҙурайып, көсләнеп киттем,– тигән.
– Мин һинеңсә йәшәй алмайым. Һыу буйына оя ҡороп ҡарағайным, кешеләр ояма һыу ҡойоп, балаларым сығып ҡасҡанда, тотоп үлтереп бөттөлөр. Шуға күрә мин һыуҙан алыҫҡараҡ, сәсеүлеккә яҡыныраҡ урында оя ҡорорға кәңәш итәм.
        Иң башта килеп еткән ҡомаҡ, үҙен аҙаҡҡа ҡалдырғанға асыуланып алған да, һүҙен былай тип бөтөргән.
–Мин нисек тә кешеләр янынан алыҫҡараҡ китмәҫкә булдым. Уларҙың малдары торған ҡура яндарындараҡ ер аҫтына тәрәнерәк итеп оя ҡорорға кәңәш итәм. Унда беҙҙең өсөн ашарға ризыҡ табылып тора.
Ҡомаҡтан ҡалышмай килеп еткән һоро сысҡан вәкиле:
– Мин Ҡомаҡтың һүҙенә ҡушылам. Кешеләрҙең мин хатта өйҙәренә инеп тә йәшәй алам,– тип маҡтанған,– бына ҡайһы берҙә ағыулы нәмә ташлап ҡына, ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ үлеп
ҡала, – тигән.
        Ул маҡтандымы, ҡайғырҙымы, уны аңламағандар.
Бик арып, һүҙҙең аҙағына ғына күрер-күрмәҫ күҙҙәре менән төртөңләп килеп еткән һуҡыр сысҡан һөйләргә торған. Ҡомаҡ уның ҡыланышын ҡарап:
– Айырылғанды айыу ашай, айырылғайның, хәҙер ҡартайып, күрмәҫ булғанһың бит,–тип, мыҫҡыллы рәүештә алдына бер сыбыҡ ташлаған,– Мә, таянып йөрөрһөң, йә йығылып үләрһең,– тип көлгән.
– Үлеүен үлмәм, тик бына минең йәшәү былай шаҡтай һәйбәт. Мин баҫыуҙа, төрлө боролоштар менән үҙемә, ҡәрҙәштәремә торлаҡ эшләргә өйрәндем. Анау шартылдап йөрөгән тимерҙәр хәрәкәт итә башлаһа, тиҙ генә икенсе урынға күсенеп була, сөнки беҙҙең оялар бик тәрәндә лә, боролоштары ла күп. Беҙҙе эҙләгәндәр тиҙ генә таба алмайҙар. Ризыҡты йәйгеһен туплайбыҙ, тик төнөн сығабыҙ. Көндөҙ сығып йөрөмәбеҙ,– тигән.
Бөтәһе лә шым ҡалған. Шул аҡыт алйырҙан:
– Бына нимәгә һеҙҙекеләр көндөҙ күренмәйҙәр икән, - тигән.

Ҡомаҡ тағы ла яйы сыҡты, тигән һымаҡ, уны мыҫҡыллаған.
– Әйтәм, бер күренмәйһең. Һин хәҙер үҙеңде лә, ҡәрҙәштәреңде лә тереләй күмеп ҡуйҙыңмы. Бына шуға һуҡырая башлағанһың да инде. Эле күҙеңә май бөрөп күреңкерәмәй ине. Хәҙер яҡты донъяны күрмәй һуҡырағанһың түгелме,– тип, уға ҡараңҡырап торғанда,– былай кәүҙәң йомороланған, май хәҙер күҙеңә түгел бөтә тәнең таралған бит. Һоро йөнөң ҡараға әйләнгән,–тигән.
        Һуҡыр сысҡан ер өҫтөндәге ҡушаматын иҫкә төшөргәнгә ҡомаҡҡа асыуланмаған. Ул гел генә үҙенең һоро сысҡандар менән бер төҫлө булғанына үкенес белдерә торған булған. Тик был юлы ҡомаҡ әйткән ҡара төҫлө тунын ул артыҡ күрерлек күҙле булмаған шул. Үпкәләгән дә Баяғы ҡомаҡ биргән сыбыҡты таянып, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ҡайтырға сыҡты, тик яуырыны аша борола биреп:
– Беҙҙең йәшәгән урын үҙебеҙгә оҡшай, ашарға ризыҡ етә. Икенсе күргәнгә тиклем, икенсе йылға, тип әйтәм, һау булығыҙ,– тигән дә, боролоп, әйткәнде лә көтмәй, юлын дауам иткән.
        Бына шунан бирле һуҡыр сысҡанды берәү ҙә артыҡ күрмәгән, сөнки ул ҡараңғыла ғына, күренмәй генә, ҡышҡылыҡ ризыҡты үҙе әйткән ана шул боролоштарҙағы һаҡлағыстарына тултырған. Иптәштәре, балалары ла шулай эшләгән. Шунан бирле гел генә ашлыҡ менән туҡланған. Кимереүҙе ташлаған тип әйтерлек .
        Шулай ояһына сығып йөрөгәнен күрмәгәндәр уны сыҡмай ғына йәшәй, тип уйлағандар. Ҡара тунлы, йомро кәүҙәле, күҙен кәпәсләндереп, ҡаштарын төйә биреп, һуҡырҙарҙай ҡарар күҙле, бәләкәй генә тәпейле сысҡанды шул ҡыланышына ҡарап һуҡыр сысҡан тиһәләр,бер ҙә сығып йөрөгәнен күрмәгәстәр, уны гел ояһында ғына сыҡмай йәшәй, тип уйлағандар.Унан инде күп ваҡыттар үткән Кешеләр ошондай ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкәндәр. Кимереүселәр хәҙер нисек йәшәйҙәрҙер...
        Уныһы инде икенсе әкиәт...



Предварительный просмотр:

   Мырҙағәлина Әмилә Илфат ҡыҙы

    6 йәш

Баймаҡ ҡалаһы

leila.murzagalina@yandex.ru

89610457018                        

                                               Батыр турғай

                                                      (Әкиәт)


         Борон-борон заманда, бәләкәй генә бер аҡланда тауыҡ себештәрен ашатып, ҡыйҙарҙы тибеп,аҫтынан ҡорттарын алып:
–Ҡыт-ҡыт-ҡыт,ҡыт-ҡыт-ҡыт,– тип, ҡытҡылдап саҡырып, уларҙы ашатып йөрөгән, ти.
         Себештәрҙең бөтәһе лә тип әйтерлек тауыҡ булған, тик бер генә себеше әтәс булған. Тик ул үтә бәләкәс, илаҡ, гел артта ҡалып мыжый торған булған. Яҡшылап ашамағас, сибек кенә булған.
– Әсәй, мин асыҡтым, – тип, илауҙан башҡаны белмәгән.
Шулай тауыҡ себештәрен тәрбиәләп йөрөгәндә, эргәләренә бер турғай осоп килеп төшкән дә, баяғы бәләкәс әтәскә:
– Ниңә артта ҡалаһың, һине хәҙер ҡарға килеп ала бит, – тигән.
– Ул нимә эшләй?
– Һине ашай.
– Мин әсәйемә ошаҡлайым.
– Һин өлгөрмәйһең.
Шул ваҡыт ҡарҡылдап ҡарғалар осоп бара икән. Берәүһе үҙенең балаһына:
– Ана артта ғына бер бәләкәй себеш йөрөй,төшөп ал,– тип, балаһына бойорған.
– Ҡайҙа? – тип һораған.
– Аҫҡа ҡара, артта бара, – тигән.
        Бала ҡарға аҫҡа осҡан. Турғай тиҙ генә күреп ҡалған да, себеште үҙенең артынан йүгерергә ҡушҡан. Шул ваҡыт турғайға башҡатурғайҙар сыр- сыу килеп янында осоп ярҙам итергә тырышҡандар.Үрҙән осоп төшкән турғай, тауыҡ себеше урынына турғайға ынтылған. Ул ҡарғаны еткермәй кәйелеп китеп күккә күтәрелгән.Бала ҡарға ҡайҙа ынтылырға белмәй, оҙаҡ уйланмай, турғай артынан күтәрелгән. Шул ваҡыт Тауыҡ себеше янына килгән дә:
– Мин һиңә беҙҙән ҡалырға ҡушманым. Бына үҙеңде ҡарға балаһы алып китә яҙҙы. Рәхмәт әйт ана кескәй турғайға. Һинән бәләкәй кәүҙәгә, ә һине үлемдән ҡотҡарҙы.
        Бәләкәй генә һоро турғай тауыҡтың мин батыр булам, тигән сибек кенә әтәс-себеште үлемдән ҡотҡарҙы. Шулайҙа уны һауала ҡарға балаһы бер-ике ҡауырһынын йолҡоп өлгөрҙө.
Бала ҡарғаны әсәһе әрләгән:
– Эшкинмәгән, турғай менән себеште айыра белмәйһең,– тигән.
        Бала ҡарға хәҙер уларҙы танырға өйрәнгән, ә теге батыр булам, тип маҡтанып йөрөгән илаҡ себеш ысынлап та ҡыйыу әтәскә әйләнеп, туғандарын һаҡлар булып киткән. Хәҙер уның илаған тауышы ла, әсәһенең шелтләгәне лә ишетелмәй, ти.



Предварительный просмотр:

“Щербаковские чтения”

Конкурс сочинений

МОАУ лицей №4 г.Баймак

Гаетбаева Гузель

Оло ҡартатайым

Минең оло ҡартатайым
Уткән һуғыш юлдарын.
Яуҙа улар булған батыр,
Ватанына еңеү яулап.
Яу ҡырҙары улар өсөн
Бер ҙә еңел булмағандыр,
Еңеү өсөн биреп көсөн
Дошманынан ҡурҡмағандар.
Йән аямай һуғышҡандар
Дошманына тура ҡарап.
Көтәләр тылда уларҙан
Еңеү хатын һағышланып.
Утҡа атлай ҡурҡыу белмәй,
Ҡартатайҙар - йәш һалдаттар.
Шул һуғышта ҡалыр күптәр
Көтһәләр ҙә улар ҡайтмаҫ.
Билдәһеҙ тип ҡай берҙәрен,
Тапшырырҙар ҡара ергә.
Хәбәрһеҙ, тип ҡай берҙәрен
Хаттар китер эҙләп илгә.
Ветерандар, рәхмәт һеҙгә,
Еңеү бүләк иткән өсөн.
Имен атҡан таңдар өсөн,
Бәхетле бала саҡ өсөн.



Предварительный просмотр:

 “Щербаковские чтения”

Конкурс сочинений

МОАУ лицей №4 г.Баймак

ученик 7 класса

      Ҡартатайым

Ҡартатайым минең бик шәп,
Изге уның күңеле.
Гармунында уйнай көйҙәр,
Уның менән күңелле.
Уның менән ғорурланам,
Булған һуғыш утында.
Әрмелә ул танкист булған,
Һоҡланам шуға уға.
Сынығырға ул өйрәтә,
Әрмелә бик кәрәк, ти,
Шуға саф һауала көн дә
Йөрөйбөҙ саңғы менән .
Сик буйында ҡартатайым
Дошмандан илде һаҡлай.
Шуға күрә мин маҡтайым
Маҡтамайса һис булмай.



Предварительный просмотр:

“Щербаковские чтения”

Конкурс сочинений

МОАУ лицей №4 г.Баймак

ченица 7 класса

Утарбаева Айзиля

   Ветеранға рәхмәт!

Рәхмәтлемен ветеранға,
Тыныс булған өсөн донъя.
Йәшел, иркен туғайҙарҙа
Игендәр ҙә шаулағанға.
Күктәге сағыу йондоҙҙар
Күҙәтәләр беҙҙе өҫтән.
Беҙҙең күңелдәге уйҙар
Рәхмәт ветеранға. тиҙәр.
Йәлләмәйсә ғүмерегеҙ
Беҙҙең өсөн ҡан түктегеҙ.
Беҙҙең өсөн йән бирҙегеҙ,
Тыныс тормош килтерҙегеҙ.
Һеҙҙең һуғыш батырлығы
Хәтерҙәрҙә мәңге ҡалыр
Күңел һеҙҙең батырлыҡты
Мәңге Васыят итеп алыр..