Внеклассная работа

Мотиғуллина Зимфера Әхнәф ҡыҙы

Прилагаю разработки внеклассных мероприятий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 1_bashk.docx18.01 КБ
Файл 2bashk.docx21.4 КБ
Файл bashk.docx16.38 КБ

Предварительный просмотр:

Кластан тыш дәрес

Тема : Туған телем - иркә гөлөм.

Класс: 5

Маҡсат :

1) Башҡорт телендә алған белемдәрен тикшереү ;

2) Дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу ;

3) Уҡыусыларҙа коллективта ойошҡанлыҡ тойғоһо, уларҙың күңелендә иптәшлек, дуҫлыҡ нәфислек тойғолары тәрбиәләү;

4) Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: Карточкалар, интерактив доска.

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1). И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. - Өфө : «Китап», 2002.

2). Толомбаев Х. А. Тылсымлы бүләк. - Өфө: «Китап», 1995.

3). Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре. Өфө: «Китап», 1998.

  1. Ойоштороу.

Уҡытыусы:

Кем башҡорт телен ярата,

Кем теләй күп белергә.

Шулар бөгөн беҙгә килһен,

Рәхим итһен «Бәйге»гә.

- Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ бөгөн грамматика байрамына йыйылдыҡ. 5 класс уҡыусылары башҡорт теле буйынса көс һынашасаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы тәбрик итәйек! Бөгөнгө уйынды хөрмәтле жюри хөкөм итә. (Класс ике командаға бүленә).

  1. Төп өлөш.

Уҡытыусы: Хөрмәтле уҡыусылар! Үҙегеҙҙең командағыҙға булған һөйөүегеҙҙе көслө алҡыштар менән күрһәтегеҙ. Хәҙер һәр бер команда үҙе менән таныштырып үтәсәк. (балаларға командаға исем, девиз, йыр уйларға алдан уҡ бирелгән була.)

Уҡытыусы: Һүҙҙе «Ҡарлуғас»тарға бирәбеҙ.

Ҡарлуғастар.

Девиз: Ҡарлуғас бәләкәй булһа ла оса ул бик юғары.

Йыр: Осайым тиһәм, ҡанатым бар,

Мин бит ҡара ҡарлуғас.

Осоп килдем яндарыңа

Бер күреүгә зар булғас.

Мин бит ҡара ҡарлуғас

Ҡанатым ҡыйғас-ҡыйғас

Ҡанатһыҙ ҡалырмын әле

Мин һинән айырылғас.

Сәләм: Ҡайнар сәләм ебәрәбеҙ,

Моңло, матур һандуғастар.

Уңыштар ғына килтерһен

Бүләк иткән беҙҙең шар.

Уҡытыусы: Һүҙҙе « Һандуғас»тарға бирәйек.

Һандуғастар.

Девиз: Һандуғас керҙе күңелгә, йырламай мөмкин түгел.

Йыр: Һайра әле, һары һандуғасым,

Аҡһын әле һыуҙар кирегә.

Онотайыҡ тормош мәшәҡәтен,

Төшәйексе, дуҫым, бейергә.

Сәләм: Күңелдәр иреп китте

Ҡайнар сәләм тыңлағас.

Тел асҡысын алығыҙ,

Яҡшы уйҙарҙа булғас.

I тур.

Һорауҙарға яуап бир.

Ҡарлуғастар.

1. Өфөнөң уртаһында нимә бар? ( "ф" хәрефе)

2. Республиканың ниндәй районы оса ала? (Күгәрсен районы)

3. Башҡортостандағы иң бейек тау. (Ямантау, 1640 м.)

Һандуғастар.

  1. Дәрес аҙағы нимә менән бөтә? ("с" хәрефе менән)
  2. Башҡортостандағы иң ҙур күл. (Асылыкүл)
  3. Яҙғы сәсеү бөткәс, башҡорттарҙың ниндәй байрамы үткәрелә? (Һабантуй байрамы).

II тур.

Мәҡәлдең яртыһын тап.

Мәҡәлдең яртыһы һеҙҙә, яртыһы - минең өҫтәлдә. Мәҡәлде дөрөҫләп уҡып күрһәтергә кәрәк.

  1. Тырышлыҡ бәхет килтерер,ялҡаулыҡ астан үлтерер.
  2. Эшсән бәхетте эштән эҙләр, ялҡау бәхетте ситтән эҙләр.
  3. Ялған һөйләгән - тотолор, дөрөҫ һөйләгән - ҡотолор.
  4. Үҙеңде үҙең маҡтама, кеше һине маҡтаһын.
  5. Яҡшынан үрнәк ал, ямандан ғибрәт ал.
  6. Йәшлегең тырыш булһа, ҡартлығың тыныс булыр.
  7. Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде.
  8. Уңған эшләшергә килер, ялҡау ашашырға килер.
  9. Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.
  10. Ата-әсәне тыңлаған әҙәм булыр, тыңламаған -- әрәм булыр.

III тур.

Рус һүҙҙәрен башҡортсаға тәржемә ит. Кем тиҙерәк!?

Гора - тау, окончание - ялғау, лось- мышы, грибы - бәшмәк, угол - мөйөш, ящерица - кеҫәртке, загадка - йомаҡ, простой - ябай, ведро - биҙрә, предложение - һөйләм, чисто - таҙа, утка - өйрәк, одуванчик- бәпембә, радуга -йәйғор, ягода - еләк.

IV тур.

Үҙ аллы эш: «Һандуғас»тарға - ил, «Ҡарлуғас»тарға - гөл һүҙҙәре менән кеше исемдәре уйларға. Кем күберәк?

Мәҫәлән: Илһам, Илшат, Илнур, Гөлназ, Гөлсәсәк, Гөлшат.

V тур.

  1. башҡортса аҙна исемдәрен әйтеп сығығыҙ; ( дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе).
  2. килеш һорауҙарын әйтергә; төп килеш - кем? нимә?; эйәлек килеш - кемдең? нимәнең?; төбәү килеш - кемгә? нимәгә?; төшөм килеш - кемде? нимәне?; урын-ваҡыт килеш - кемдә? нимәлә?; сығанаҡ килеш - кемдән? нимәнән?;
  3. сифаттарҙың дәрәжәләрен әйтегеҙ; (төп дәрәжә, артыҡлыҡ дәрәжәһе, аҙһытыу дәрәжәһе, сағыштырыу дәрәжәһе).

VI тур. Карточкаларҙа эш : дөрөҫләп яҙ.

  1. Ке…е холҡон күҙәт, үҙеңдекен тө…әт. 2. Үҙеңде ҙ..рлама, кешене хурлама. Ололаһаң о...оно, ололарҙар үҙе...де. 3. Кешегә шәфҡәт ит, уҙаманға х..рмәт ит. 4. Бауҙың оҙоно, һүҙ...ең ҡыҫ...аһы яҡшы. 5. Дөйәләй алтының бул...ансы, төймәләй а...ылың булһын. 6. Ҡаты һүҙ...ән тал һына, йом...аҡ һүҙҙән таш ирей.

VII тур. Фразеологик берәмектәрҙе беләһегеҙме?

Һеҙгә рәсемдәр бирелә. Кем күпмеһен табыр (кәкере ҡайынға терәтеү, баш ватыу, ауыҙы менән ҡош тота, бер аяғын алғансы икенсеһен эт ашар һ.б.)

VIII. Антонимдарын әйт:

ваҡ -эре, аҫ - өҫ, бысраҡ - таҙа, еүеш - ҡоро, егә - туғара, ауыр - еңел, инә - сыға, көйөнөс - һөйөнөс, көн - төн, иркен - тар, асыҡ - ябыҡ һ.б.

IX. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы:

Йыйылғандар икән бында

Яратҡандар туған телен.

Башҡорт теле дәресендә

Алыусылар төплө белем.

Белемгә ҡушып «Бәйге»лә

Етеҙлек, сослоҡ кәрәк.

Кемдәр алда икәнлеген

Белге килә тиҙерәк.

Һүҙҙе жюри рәйесенә бирәбеҙ.

Уҡытыусы: Шуның менән кластан тыш дәресе тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!



Предварительный просмотр:

Внеклассное мероприятие «Тыуған ерем – Башҡортостан»

Цель: познакомить обучающихся с достопримечательностями Башкортостана

Задачи: углубить знания об истории и культуре республики;

способствовать развитию чувства патриотизма, любви к родному краю;

воспитание уважения к нашим истокам, родной земле, языку, чувства гордости за свою малую Родину.

Необходимое оборудование: проектор, экран, ноутбук (или компьютер), буклеты «Семь чудес Башкортостана», для воспроизведения презентации (Приложение 1)

Фильм о РБ. (на проекторе) Звучит музыка. Мелодия курая.

Звучит музыка «Туган тел».

Ведущий 1.

И туган тел, и матур тел

Әткәм-әнкәмнең теле.

Дөньяда  күп нәрсә белдем

Син туган тел аркылы.

Ведущий 2.

Дөньяла иң-иң матур ил,

 Ул-минең тыуған илем.

Дөньяла иң-иң матур тел,

 Ул минең туған телем.

Ведущий 1.

Добрый день! Уважаемые учителя, и дорогие наши ученики!

Сегодня мы собрались не случайно. Исполнительный комитет Международного союза общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир» предлагает образовательным организациям 14 декабря, день рождения поэта-просветителя Мифтахетдина Акмуллы, объявить Днем башкирского языка.

Ведущий 2. Акмулла башкирский поэт-просветитель, выдающийся поэт-философ, поэт-мыслитель. Псевдоним, настоящее фамилия, имя, отчество Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдинович.

Ведущий 1. Заслуга Акмуллы перед Башкирской литературой очень велика. Многие его называют реформатором башкирского стиха, который под его пером освободился от тяжеловесных конструкций и застывших канонов восточного стихотворчества.

Давно его нет, но время не в силах отдалить от нас сиянье таланта – яркая звезда, на то она и яркая, чтобы светить всегда, везде и всем.

Ведущий 2. Имя Акмуллы живет среди башкир, татар, казахов. Его меткое слово, мудрые мысли живы и употребительны до сих пор. Акмуллу знали и почитали повсюду, читали на память стихи, которые так и кочевали по миру, не записанные на бумагу.

В 1: Хөрмәтле уҡыусылар, башҡорт теле көнөнә арналған «Тыуған ерем – Башҡортостан”тигән   сараны башлайбыҙ..

В2:  мероприятие «Башкортостан – мой край родной”, посвященное ко дню башкирского языка, считается открытым.

В1: Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, илем бар.

В 2 Матурлығың һинең, бар сафлығың

Йөрәгемә инеп үрелгән.

Улар миңә әсә һөтө менән бирелгән.

Алып барыусы 1 Хәҙерге башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Ул төрлө ырыу-ҡабилә телдәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Алып барыусы: Башкирский язык является государственным языком Республики Башкортостан. Юридический статус башкирского языка в качестве государственного (наравне с русским языком) впервые определён положением Башревкома от 24 марта 1920 года. В настоящее время данное положение закреплено в Конституции Республики Башкортостан.

В2 Он является средством обучения и предметом изучения в начальной и средней школе, в вузах используется как средство обучения гуманитарным предметам и изучается как предмет. На башкирском языке издаётся учебная, художественная и публицистическая литература, выходят газеты и журналы, осуществляется телевизионное и радиовещание, функционируют театры и т. д.

Стих Б.Бикбая «Башҡорт теле”  Фазлетдинова Азалия

Ведущий 1:

Дети, скажите, в какой республике мы живём?

Дети:

В Башкортостане.

Ведущий 2:

Люди какой национальности живут в нашей Республике.

Дети:

Русские, татары, башкиры, чуваши, марийцы, удмурты, таджики, турки,

азербайджанцы и многие другие.

Ведущий 2:

Наш Башкортостан

Дружбой славится

Нам жить в Башкортостане

Очень нравится.

1 алып барыусы: Башҡортостан – тыуған ерем

Һиндә тыуҙым, һиндә үҫәмен.

Һинән яҡын, һинән гүзәлерәк

Юҡтыр бер ил – шуны беләмен.

2 алып барыусы: Башкортостан горжусь тобою

Сияньем радостных твоих огней.

Твоею славою, твоей судьбою,

Тобой, прекрасной родиной моей!

1 ведущий: Башҡортостан беҙҙең азатлыҡтың,

Берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны.

Уралдағы барлыҡ милләттәргә

Һин атайсал, дуҫлыҡ Ватаны! (Слайд 2)

2 ведущий: Наш дом родной – Башкортостан –

Народов разных дружная семья.

Здесь наших предков первобытный стан –

У эпохальных вех история своя.

Приветствую тебя, страна благословенная,

Страна обилия и всех земных богатств.

Давлетова Линара со стих-ем собственного сочинения «Башкортостан»

Викторина

  1. В каком году была основана Уфа? (Уфа была основана в 1574) 
    2. Эта пещера славится далеко за пределами Республики Башкортостан. Находится она в Бурзянском районе. Как она называется и чем она прославилась? (Капова пещера)
    3. Что является символом Башкортостана? (Курай)
    4. Какой праздник мы празднуем 11 октября ежегодно? День Республики 
    5. Какими лесами славится Башкортостан? (липовыми)
    6. Какой национальный напиток изготовляют из молока кобылиц? (кумыс)
    7. Этот продукт ароматен и его вкус и целебная сила объясняются редкостным сочетанием растительности Башкортостана? (мед)
    8. Уникальная гора в переводе с башкирского означает «горящая»?(Янгантау)
    9. Сколько городов в Республике Башкортостан? (21)
    10. В каком году РБ стала суверенной? (1990 год)
    11. Назовите первого президента РБ? (Рахимов Муртаза Губайдулович)
    12. Территория Башкортостана равна? 143,6 кв.м. (назвать примерно)
    13. На каком материке находится РБ ? (Евразия) 
    14. Кто автор герба РБ? (Ислахов Фазлетдин Фаррахович)
    15. Это самый сильный из зверей, недаром его называют хозяином леса? (Медведь)
    16. Его именем названы проспект в Уфе, город, хоккейный клуб. (Салават Юлаев)

    17. Эта гора отнесена к памятникам природы Башкортостана, в настоящее время решается вопрос о присвоении ей статуса природного парка (Иремель)

    18. основное жилище кочевников? (Юрта) 

    19. Знаменитый танцовщик-премьер, балетмейстер XX века? (Рудольф Нуриев)

    20. Народный поэт Башкирии, классик советской башкирской и татарской литературы, поэзии, фольклорист, драматург, в его честь названы улицы в городах Башкирии, в том числе и нашем (М.Гафури)
    21. Какое животное играло важную роль в хозяйстве башкир? (лошадь)

1 ведущий:

Аҡһаҡалдар аҡылындай хаҡлыҡ телем,

Сабыйҙарҙың сафлығындай намыҫ телем,

Атам теле, әсәм теле, сәсән теле –

Уралымдай йәшә мәңге башҡорт теле.

2 ведущий: Известен был башкирский на весь мир,

В Париже праздновал победный мир.

Рукою палачей казнен не раз язык –

Воскрес опять из пепла наших книг.

В тебе младенцев первый в жизни крик,

Ты аксакал, что истины достиг.

Ты на Урале и в степи возник –

Живи в веках, башкирский государственный язык.

1 ведущий:

Уйна, ҡурай, ата-бабаларҙың

Йән мираҫы – гимн Уралдың.

Ирек даулап яҡты көнөң өсөн

Башҡорт башы күпме туралды.(Слайд 9)

2 ведущий:

Башкирия!

Моя земля и небо, моя любовь,

Мой соловьиный край!

Мне жаль того, кто здесь ни разу не был,

Мне жаль того, кому не пел курай!

1 ведущий: Дан һиңә, Башҡортостан!

Илен һөйгән азат халҡыңа дан!

Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә

Сәскә ат, Башҡортостан!

2 ведущий: Славься, наш Башкортостан!

Судьбой народу ты для счастья дан!

С Россией мы едины -  и всегда

Процветай, Башкортостан!

Песня “Башҡортостан” (на башкирском языке).



Предварительный просмотр:

Внеклассное мероприятие «Праздник "День родного языка"»,

ТУҒАН ТЕЛДӘР БАЙРАМЫ



Матур итеп биҙәлгән сәхнәлә уҡыусылар теҙелгән. Таҡтала тел тураһында эпиграф яҙылған : “Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде тотҡан телем, илем бар”. Стена газетлары эленгән.

Башҡорт ҡыҙы: Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, илем бар.
1-се бала: Матурлығың һинең, бар сафлығың
Йөрәгемә инеп үрелгән.
Улар миңә әсә һөтө менән бирелгән.
Алып барыусы: Хәҙерге башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Ул төрлө ырыу-ҡабилә телдәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Алып барыусы: Грамматик төҙөлөшө, һүҙ байлығы буйынса ул татар, ҡумыҡ, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай, үзбәк телдәренә яҡын ҡәрҙәш һанала.
2-се бала: Сит телгә балам маһир тип,
Шатлығынан берәү һикерә.
3-сө бала: Тик ни мәғәнә үҙ әсәңден теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?
4-се бала: Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр...
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?
Бөтәһе бергә: Туған теленән яҙған – мең йәтим!
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
Алып барыусы: Башҡорт әҙәби теле үҙ тарихында өс яҙма алыштырҙы. Борон-борондан ғәрәп ҡулланылып килгән. 1928-1929 йылдарҙа латин яҙыуы ҡабул ителә. Ә 1940 йылда урыҫ графикаһына нигеҙләнәгән алфавит төҙөлә.

1-се бала: Был телдә беҙ ҙә уҡыйбыҙ.
2-се бала: Моң шишмәләй һандуғастай моңло ла һин,
3-сө бала: Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
4-се бала: Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин
Барыһы бергә: Эй һөйкөмлө, эй хөрмәтле башҡорт теле.
Башҡорт ҡыҙы: Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем-
Тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем-
Гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем-
Бөйөкһең һин.
Барыһы бергә: Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле.
Атам теле,әсәм теле, минең телем!
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар, клгән ҡунаҡтар. Һеҙҙе күреүебеҙгә шатбыҙ.
Алып барыусы: Туған телдәр байрамына арналған сарабыҙҙы асыҡ тип иғлан итәбеҙ.
Алып барыусы: “Зирәктәр” һәм “Тапҡырҙар” командаларын ҡаршы алығыҙ. Улар бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә алған белемдәрен һеҙгә күрһәтәсәк.

Алып барыусы: Командаларҙың үҙҙәре менән таныштырып китеүе һорала.
• Беренсе тур.
Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа башватҡыс. Был һүрәттә өс мәҡәл йәшеренгән. Һеҙ ошо мәҡәлдәрҙе дөрөҫ итеп табырға тейешһеҙ. Ҡайһы команда беренсерәк.
Мәҡәлдәр:
1. Һүҙҙе әйтмә, әйтһәң, ҡайтма.
2. Баҡырҙы күпме ағартһаң да, көмөш булмаҫ.
3. Кәрәк саҡта алтындан балсыҡ артыҡ.
• Икенсе тур.
Уҡыусылар, Тыртыр өләсәһенә хат яҙған, әммә унда хаталар бар. Әйҙәгеҙ беҙ уға булышайыҡ.
Һаумы өләсәй!
Мин Өфөгә һәйбәт килеп етем. Рәшиҙә апайым ҡаршы алды. Уфа миңә бик оҡшаны. Матур ҡала икән. Урамдарҙы ҡарҙан көндә таҙарталар. Өфө байрамса кейенгән. Совет майҙанына зур матур шыршы куйғандар, тирә йағына боҙҙан төрлө уйынсыҡтар, тау эшләгәндәр. Ҙурайғас, уҡырға өфөгә киләм. Минең күршеләргә, дуҫтарға сәләм. Һау бул өләсәй, сәләм менән Тыртыр.
• Өсөнсө тур.
Япраҡтар аҫтарына мәҡлдәр йәшеренгән. Һәр команда берешәр япрағын алып, ундағы мәҡәлдәрҙе ымлап икенсе командаға аңлатырға тейеш. Икенсе команда яуабын дөрөҫ әйтһә, уларға бер мәрәй өҫтәлә.
1. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ.
2. Ике уйла, бер һөйлә.
3. Тел ҡылыстан үткер.
4. Уҡығандың теле икәү.
Ә беҙ амашасылар менән реустар шишеп алабыҙ.
Музыкаль пауза. Һеҙҙең алда Хайбрахманова Регина сығыш яһай.
• Дүртенсе тур.
Моңло ла ул, нәфис тә улбашҡорт теле. Шул уҡ ваҡытта серле лә ул. Таҡтала һүҙ яҙылған:
БАШҠОРТОСТАН
Ошо һүҙҙән һеҙ башҡа һүҙҙәр табығыҙ. Кем күберәк таба. Был турҙа, командаларҙан тыш, тамашасылар ҙа ҡатнаша ала.

• Бишенсе тур. Викторина.
1. Ата-әсәһе уның скрипкала уйнарға, сатраш уйнарға өйрәнеүен хупламай. Ниндәй әкәттән? (“Әминбәк”)
2. Әкиәттәрҙең дүрт төрөн атағыҙ (тылсымлы, хайуандар тураһында, батырҙар тураһында, тормош-көнкүреш)
3. Әлфиә менән беҙ ниндәй әкиәттә таныштыҡ? (“Сыйырсыҡ балаһы”)
4. Матур һүҙенә синоним әйтегеҙ. (һылыу, күркәм)
5. Хикәйә ни өсөн “Хәмит күпере” тип атала?
6. Тау батыр, Урман батыр. Өсөнсө батырҙың исесе нисек? (Аҡъял батыр)

Алып барыусы: Ә хәҙер һүҙҙе жюриға бирәбеҙ. (Жюри еңеүсене билдәләй)

Алып барыусы: Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең – тауҙары, икенселәре – далалары, өсөнсөләре – һыуҙары, дүртенсеһе – урмандары менән мәшһүр.

Алып барыусы: Урал... был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан-ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле аҡландар килеп баҫа.

Алып барыусы: Ләкин бөтә матурлыҡтарҙан да өҫтөн, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле – беҙҙең халҡыбыҙ, үҙебеҙҙең башҡот телебеҙ.
Башҡорт ҡыҙы: Телең барҙа – илең бар,
Илең барҙа – иркең бар,
Иркең барҙа-күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар.
Алып барыусы: Байрам менән һеҙҙе. Ҙур рәхмәт!