Минең ижадым

Баширова Зәлифә Риян ҡыҙының сайты

Илһамлы ҡәләм

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_izhadym._mogzhizlr_ile.docx13.78 КБ

Предварительный просмотр:

Мөғжизәләр иле!

Ғәзиз илем Башҡортостан ,
Урал батыр тыуған ер,
Салауатым ҡурай моңон 
Янғантауҙа һуҙған ер.

Ер йөҙөндә балы менән

Дан яулаған  изге ер!

Йәнгә, тәнгә шифа биргән

Кросноусол - берҙән - бер.

Шүлгәнташта ҡырағай ҡорттар

Солоҡ балы йыйған ер.

Илебеҙҙе  һәр саҡ данлар

Башҡорт тигән батыр ир.

Мөғжизәһе илгенәмдең -

Йәйғорҙоң ете төҫө!

Һәр береһе балҡып тора,

Ҡояштың үҙе төҫлө!        

                                                      Зәлифә Риян