Минең эссе

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

Эссе

Мин уҡытыусы

Өлөшөмә төшкән көмөшөм – һүҙ,

Мин белмәйем шунан башҡаны.

Ғүмергә мин- уяу тел һаҡсыһы,

Һүҙҙең ҡоло, һүҙҙең батшаһы.

Р.Бикбаев

Үҙемде белә белгәндән бирле  мин ғәҙеллек яҡлы булдым. Бәләкәйҙән үҙемде юрист итеп күрҙем. Донъяла ғәҙеллек булһын өсөн, кеше күңеленә был хисте бәләкәйҙән үк һеңдерегә кәрәклеген мин йылдар үткәс кенә аңлаясағымды ул саҡта белмәй инем эле.

Хыялдарым ниндәй булыуға ҡарамаҫтан,  яҙмыш үҙенсә хәл итте:  Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килде. Баланың керһеҙ күңеленә ғәҙеллек орлоҡтары сәсергә кәрәклеген мин ошонда аңланым. Һүҙҙең илаһи көсөн мин ошонда белдем.

Шул дәүерҙән  инде 26 йыл ваҡыт үтте. 14 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, яҙмыш елдәре мине Саҡмағош гимназияһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп алып килде.

...Көнөм минең дәрес менән башлана... Көнөм минең дәрес менән бөтә...  Ошо ваҡыт арауығында ҡаршымдан төрлө милләт балаһы үтә. Һәр береһенең үҙенең холҡо, үҙенең тормошо, үҙенең маҡсаты. Төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүсе башҡорт балалары айырыуса  ҙур иғтибар талап итә, сөнки улар  күбеһенсә татар мөхитендә тәрбиәләнә. Тәжрибәле уҡытыусы булыуыма ҡарамаҫтан, күңелемде меңләгән һорау борсой: уҡыусыларыма иң кәрәкле һүҙҙәрҙе табып, күңелдәренең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, үҙ халҡына, теленә   ихтирам тойғолары сәсә алырмынмы?

Класҡа инәм. 30 пар күҙ миңә баҡҡан. Улар төрлөсә ҡарай: ҡыҙыҡһынып  та , битараф та, ҡурҡып та... Мин дә ҡурҡам.

Ошо балалар  Рәсәйҙең киләсәге, ә беренсе сиратта, Башҡортостандың киләсәге. Шуның өсөн дә  республикабыҙға  исем биргән халыҡтың тарихы менән ғорурланыу хисе,  мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү- минең изге бурысым.

 Уҡытыусы ғүмере буйы эҙләнә. Сөнки парта артында ултырған уҡыусылар минән көн дә яңылыҡ көтә. Был өмөттө мин аҡларға тейеш. Шуға ла эшемдә төрлө заман технологияларын ҡулланырға тырышам. Мәғлүмәт- коммуникатив технологиялары миңә  уҡыусыларыма халҡымдың ынйы үрнәктәрен виртуаль ысынбарлыҡта күрһәтергә мөмкинлек бирһә, проект технологияһы белемде үҙҙәренә эҙләп табырға өйрәтә, ижади һәләт үҫтереү технологияһы илебеҙгә әүҙем шәхес тәрбиәләргә ярҙам итә.

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә барып етә. Уҡытыусының әйтелгән һәр бер  һүҙе баланың  шәхес булып тәрбиәләнеүенә йоғонто яһай. Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтеүенсә, “һүҙ бит аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул – гүзәллекте аңлатыр кеше рухының үлсәме, күрһәткесе”.

Минең эшем ата-әсәйҙәргә лә барып тоташа, баланың ғаиләһе менән тығыҙ бәйләнештә бара. Ата-әсәйҙәрҙең мәктәпкә, уҡытыусыға булған ышанысты юғалтмайынса нисек һаҡларға?  Бары тик һүҙ менән. Уҡытыусының күңелгә барып етерлек  урынлы әйтелгән  һүҙе-  професионаллектең   төп күрһәткесе.

Бөгөнгө көндә башҡорт теле, башҡорт йәштәре, башҡорт милләте ҙур һынауҙар алдында  тора. Интернет, телевидение йәш күңелдәргә үҙ йоғонтоһон яһай. 

 ЮНЕСКО тарафынан башҡорт теле юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр рәтенә кертелде. Халыҡ рухи байлығы булған телде яҡлап һүҙ әйтерме? Әлбиттә, әйтер. Ләкин  халыҡты әйҙәүсе кәрәк. Был бурысты тел уҡытыусылары үҙ иңдәренә алырға тейеш.

Ошондай уй-хистәр менән яңы эш көнөмдө башлайым...