4. Методик ҡумта

Денисламова Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы

Методик ҡумта

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekty_urokov.docx1.5 МБ
Файл sintaksis_buyynsa_test.docx21.02 КБ
Файл dresk_analiz.docx27.62 КБ
Файл z._biisheva_izhady_dres_konspekty.docx30.26 КБ

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Синтаксис бүлеге буйынса уҡыусылырҙың белемен

тикшереү өсөн тест биремдәре

  1. Һөйләмдәрҙе мәғәнәләренә ҡарап урынлаштыр.
  1. Кеше телмәрендә ҡулланылған һөйләмдәрҙең төҙөлөшөн өйрәнә.
  2. Һүҙҙәрҙең, һөйләм барлыҡҡа килгәндә, үҙ-ара төрлө бәйләнештәргә инеүен тикшерә.
  3. Һөйләмдәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең төҙөлөшөн өйрәнә.
  4. Яҙыуҙа, уй-фекеребеҙҙе асығыраҡ, анығыраҡ белдереү өсөн, төрлө тыныш билдәләренең ҡуйылыуын өйрәнә.

5. Тыныш билдәләренең ҡулланыу ҡағиҙәләренең йыйылмаһы.
Яуап.  а)Пунктуация;    б)Синтаксис.

II. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм булыуҙарын иҫбатла.

  1. Һүҙҙәр төркөмөнән төҙөлә.
  2. Һүҙбәйләнештәрҙән төҙөлә.
  3. Тамамланған бер уйҙы белдерә.
  4. Тамамланған интонацияһы булмай.
  5. Айырым һүҙҙәр кеүек, һөйләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашалар.

III. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдарын дөрөҫлә.

  1. Һүҙбәйләнештәрҙә төп һәм эйәреүсе һүҙҙәр булмай.
  1. Һүҙбәйләнештәр, бер-береһенә тиң булып, бер-береһенә буйһонмайҙар.
  1. Һүҙбәйләнештәр, бер үк һорауға яуап бирәләр.
  2. Һүҙҙәр теҙеү интонацияһы менән бәйләнәләр.
  3. Һүҙҙәр теҙеү теркәүестәре ярҙамында бәйләнәләр.
  4. Һүҙҙәр бер-береһенә тиң булмайҙар.
  5. Һүҙҙәр, береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап килә.

8.  Һүҙбәйләнештәрҙә бер һүҙҙән сығып икенсеһенә һорау бирелә.
Яуаптар, а) Эйәртеүле бәйләнеш.  б) Теҙмә бәйләнеш.

IV. Түбәндәге миҫалдарҙы эйәртеүле бәйләнеш төрҙәре буйынса ҡуйьып сыҡ һәм һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдарын билдәлә.

  1. Мин уҡыным; минең китабым; уның дәфтәре.
  2. Ҡалаға барҙыҡ; хат көтөү; һиңә бүләк итеү; Өфөнән ҡайтыу.
  3. Ҡыҙыл байраҡ; алтын тештәр; беренсе йыл; тырышып эшләү; йәйәү ҡайтыу.
  4. Фәриттең китабы;  башҡорт ере.

Яуаптар, а) Эйүсе һүҙҙәр, эйәртеүсе һүҙҙәргә бәйләнеү өсөн, билдәле килеш ялғауҙарын ҡабул итәләр.

б)  Эйәреүсе һүҙҙәр үҙҙәренең эйәртеүсе һүҙҙәренә бер төрлө
затта һәм һанда ярашып бәйләнәләр.

в)  Эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә тора, ә эйәртеүсе һүҙ (III зат)
эйәлек заты ялғауын ҡабул итә.

г)  Эйәртеүсе һүҙҙәр үҙгәргән саҡта ла, эйәреүсе һүҙ, бер
ниндәй үҙгәрешһеҙ ҡала.

V. Һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен (яһалыу юлдарын билдәлә).

1. Ауылға барыу; 2. Ауыр күтәреү; З.Халҡындың улы. 4. Күрергә килеү; 5. Аҡҡан һыу; 6.Әсәй тураһында уйланыу.

Яуаптар: а) ярашыу, б) башҡарылыу, в) йәнәшәлек, г) һөйкәлеү.

VI. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылыу осрағын дөрөҫлә.

1.  Ғилем - ҡош, аҡыл - ҡанат;

2.  Ул - артист, беҙ - инженер.

3.    Яуап. а)Эйә алмаштан, ә хәбәр исемдән йәки башҡа һүҙ төркөмдәренән килеп, эйәнән һуң пауза яһалғанда.

б)  Эйә менән хәбәр икеһе лә бер һүҙ төркөмөнән булһа.

VII. Грамматик төшөнсәләрҙе билдәлә.

1.  Хәбәр,          4. тултырыусы.             7. өҫтәлмәлек.

2.   исем.             5. аныҡлаусы.               8.хәлдәр.                    10. эйә.

3.   алмаш.          6. рәүеш.                      9.һан

 а) һүҙ төркөмдәре (морфология)

б) һөйләмдең баш киҫәктәре (синтаксис)

в) һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре (синтаксис)

VIII. Түбәндәге һөйләмдәрҙе дөрөҫ урынлаштыр.

1.  Йәмле Еҙем йылғаһы тауышһыҙ аға. Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡа.

2.  Ноябрь иртәһе. Ҡояшлы йылы көн.

3.  Таң ата. Һалҡын көсәйә.

 Яуаптар, а) ике составлы йыйнаҡ һөйләмдәр,

б) ике составлы тарҡау һөйләмдәр, в)бер составлы һөйләмдәр.

IX.  Бер составлы һөйләмдәрҙе мәғәнәләре буйынса дөрөҫлә.

1.  Һөйләмдә эйә бөтөнләй булмай. Уны бөтөнләй билдәләп булмай.

2.  Һөйләмдең эйәһен I һәм II зат ҡылымдарынан килгән хәбәрҙән билдәләп була.

3.   Эйә составы ғына, йәғни эйә һәм уға эйәргән башҡа һүҙҙәр генә була.

4.  Һөйләмдең хәбәре һәр ваҡыт III зат ҡылымдан килә, эш башҡарыусыны аныҡ ҡына билдәләп булмай.

Яуаптар, а) билдәле эйәле һөйләм           б) Атама һөйләм

в) билдәһеҙ эйәле һөйләм                         г) эйәһеҙ һөйләм

X.  Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәрҙе дөрөҫлә.

1.   Төп килештәге исемдән килеп, телмәрҙең кемгә төбәлгәнен белдереүсе һүҙҙәр.

2.  Һөйләүсенең йәки яҙыусының әйтелгән уй-фекергә ҡарашын, тойғоһон, мөнәсәбәтен белдерә.

Яуаптар, а) Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр, б) Өндәш һүҙҙәр.



Предварительный просмотр:

Дәрескә үҙанализ һәм анализ яһау

(Ҡулланылған әҙәбиәт : Хәҙерге заман башҡорт теле дәрестәрен проектлау. Төҙөүсеһе - Илмөхәмәтов Ә.Ғ., ф.ф.к., БР МҮИның башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты)

Төплө анализ дәрестең уңышлы йәки уңышһыҙ үтеүен, ҡулланылған эш төрҙәренең һәм методтарҙың эффективлығын билдәләргә ярҙам итә, уҡыусыларҙың потенциалын асыҡлай, перспективаларҙы аса һ.б. Уҡытыусы үҙенең дәресенә анализ яһағанда:

  • ҡуйылған маҡсаттарға характеристика бирә һәм уларға ирешеү­ирешмәүҙе анализлай;
  • материалдың күләме һәм уларҙы уҡыусыларҙың үҙләштереү сифаты тураһында мәғлүмәт бирә;
  • дәрестә ҡулланылған методтарға характеристика бирә һәм уларҙы уңышлылығы яғынан баһалай;
  • уҡыусыларҙың әүҙемлеген баһалай һәм уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ҡулланылған алымдарҙың эффективлығын дәлилләй;
  • үҙ эшмәкәрлегенең айырым аспекттарына баһа бирә (телмәр, логика, уҡыусылар менән мөнәсәбәт булдырыу һ.б.);
  • йомғаҡлауҙа уҡытыусы дәрестең сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтә һәм үҙ педагогик оҫталығын камиллаштырыу буйынса саралар билдәләй.

Коллегалары алдында үҙ дәресенә баһа биргәндә түбәндәге алгоритмға нигеҙләнеп үҙанализ яһай.

                            Дәрескә үҙанализ схемаһы

Класс        

Ҡатнашыусылар һаны        

Дәрестең темаһы                        

  1. Дәрестең төрө һәм структураһы.
  2. Дәрестең тема эсендәге роле нисек? Был дәрес үткәне менән нисек бәйләнгән?
  3. Класҡа ҡыҫҡаса педагогик­психологик характеристика (уҡыусылар һаны, ҡатнашыусылар һаны, “көслө” һәм “көсһөҙ” уҡыусылар һаны, уҡыусыларҙың дәрестә әүҙемлеге, дәрескә әҙерлектәре, ойошҡанлыҡтары).
  4. Дәрескә комплекслы маҡсат ниндәй (белем биреүсе, үҫтереүсе, тәрбиәүи)? Был маҡсаттарҙың тормошҡа ашырылыуына баһа бирергә, дәрестең һөҙөмтәлелеген нигеҙләргә.
  5. Дәрестең маҡсатына ярашлы йөкмәткеһен, белем биреү (уҡытыу) формаларын һәм методтарын һайлап алыуҙы иҫбат итергә. Дәрестә белем биреүҙең һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп, дәрестең төп этабын билдәләргә һәм уға тулы анализ яһарға.
  6. Дәрес этаптарына материалдар һәм эштәр рациональ бүленгәйнеме? Этаптар араһындағы бәйләнештәр логик һаҡланамы? Дәрестең башҡа этаптарының төп этапҡа нисек эшләгәндәрен күрһәтергә.
  7. Дәрес маҡсатына ярашлы дидактик материалдарҙың, техник уҡытыу сараларының, күргәҙмә әсбаптарҙың, таратма материалдарҙың һайлап алыныуын нигеҙләргә.
  8. Уҡыусыларҙың белемдәрҙе үҙләштереүен тикшереү нисек ойошторолдо? Дәрестең ҡайһы этабында? Ниндәй формаларҙа һәм ниндәй методтар ярҙамында тормошҡа ашырылды? Уҡыусыларҙың белемен көйләү һәм төҙәтеү нисек ойошторолдо?
  9. Дәрестәге психологик атмосфера.
  10. Дәрес һөҙөмтәләрен нисек баһалайһығыҙ? Ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырылдымы? Әгәр үтәлмәһә, ни өсөн?
  11. Үҙ эшмәкәрлегенең перспективаларын билдәләргә.

Коллегаларыбыҙҙың дәрестәрен ҡарағандан һуң, уға анализ яһағанда ниндәй күҙлектән сығып дәрес төҙөлөшөн һәм барышын, уҡытыусы менән уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеген баһаларға?

ФГОС талаптарына ярашлы ойошторолған дәрескә анализ яһағанда иҫәпкә алына:

  1. Дәрестең төп маҡсаты: белем биреүсе, үҫтереүсе, тәрбиәүи. Уҡытыусы тарафынан ҡуйылған маҡсаттарҙың ғәмәлгә ашырылыуы күҙәтеләме?
  2. Дәресте ойоштороу: дәрес төрө, структураһы, этаптары һәм уларҙың логик эҙмә­эҙлеклеге һәм ваҡыт буйынса дөрөҫ бүленеше, дәрестең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ярашлы дөрөҫ төҙөлөшө.
  3. Дәрестең ФГОС талаптарына тап килеүе.
  1. Дәрестең яңы белемдәр алыу (үҙләштереү) һөҙөмтәләренә йүнәлтелгән булыуы.
  2. Дәрес барышындағы эшмәкәрлектең уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу маҡсатында ойошторолоуы.
  3. Белем   биреү   процесында   заманса   технологияларҙың

ҡулланылыуы (проект, тикшеренеү, ИКТ һ.б.).

  1. Дәрестең йөкмәткеһе.
  1. Материалдың уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап һайлап алыныуы. Уның балаларҙың психо­физиологик мөмкинлектәренә тап килеүе.
  2. Дәрес йөкмәткеһенең программа талаптарына тап килеүе.
  3. Теорияның практика менән бәйләнеше, уҡыусыларҙың тормош тәжрибәһен, уларҙың танып белеү әүҙемлеген һәм үҙаллылығын үҫтереү маҡсатында файҙаланыу.
  4. Өйрәнелеүсе материалдың үтелгәндәр менән бәйләнеше, предмет­ара бәйләнештәр.
  1. Дәресте үткәреү методикаһы.
  1. Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм эшмәкәрлек алымдарын актуалләштереү. Уҡытыусы тарафынан проблемалы һорауҙар ҡуйылыуы, проблемалы ситуациялар тыуҙырылыуы.
  2. Уҡытыусы ниндәй методтар ҡулланды? Репродуктив һәм эҙләнеү (тикшеренеү) эшмәкәрлек төрҙәре күпме өлөш тәшкил итте? Сағыштырып ҡарағыҙ (“уҡы”, “һөйлә”, “ҡабатла”, “иҫеңә төшөр” – репродуктив характер, “иҫбат ит”, “аңлат”, “баһала”, “сағыштыр”, “хатаһын тап“ – эҙләнеү характерында.
  3. Уҡытыусы эшмәкәрлеге менән уҡыусы эшмәкәрлегенең нисбәте. Үҙ аллы эштәрҙең күләме һәм характеры.
  4. Уҡытыусы түбәндә һанап үтелгән ниндәй танып белеү методтарын ҡуллана (күҙәтеү, тәжрибә, мәғлүмәт эҙләү, сағыштырыу, уҡыу)?
  5. Аралашыуҙа диалог формалары ҡулланыламы?
  6. Уҡыусыларҙың белемен файҙаланғанда стандарт булмаған ситуациялар тыуҙырылыуы.
  7. Кире бәйләнеш булдырыуы.
  8. Фронталь, төркөмләп, парлап һәм индивидуаль эшләү эш төрҙәрен аралаштырыу.
  9. Дифференциаль уҡытыуҙы тормошҡа ашырыу. Төрлө кимәл уҡыусыларға айырым эш биремдәре булыуы.
  10. Белем биреү саралары. Темаға һәм дәрес этабына ярашлы уларҙың маҡсатлы файҙаланыуы.
  11. Күргәҙмә материалдарҙы файҙаланыу: күргәҙмә материал сифатында, эмоциональ мөхит тыуҙырыу өсөн, уҡытыу (белем биреү, белем алыу) белем биреү мәсьәләләрен хәл итеү өсөн (етерлек, артыҡ күп, урынлы, етерлек кимәлдә түгел).
  1. Дәрестең психологик нигеҙҙәре.
  1. Уҡытыусы тарафынан уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәре, мөмкинлектәре, ҡыҙыҡһыныуҙары иҫәпкә алыныуы.
  2. Белем биреүҙең үҫтереүсе функцияһының тормошҡа ашырылыуы. Ҡабул итеү, иғтибар, күҙ алдына килтереү, фекерләү, хәтер, телмәр сифаттарын үҫтереү.
  3. Дәрестең ритмы: төрлө дәрәжә ауырлыҡтағы материалдың алмашлап килеүе, уҡыу эшмәкәрлегенең төрлөлөгө.
  4. Психологик паузаларҙың, көсөргәнеште сисеү алымдарының булыуы. Дәрестең эмоциональ атмосфераһы.
  1. Өйгә эш: күләме, аңлайышлы инструктаж, дифференциация, һайлап алыу мөмкинлеге.
  2. Уҡытыусының ижади ҡарашы, педагогик яңылыҡ индереүе.

Дәресте комплекслы анализлау

Комплекслы анализ йөкмәткеһе төрлө булырға мөмкин, традицион рәүештә түбәндәге йүнәлештәр айырып ҡарала:

  1. Уҡытыусы хәл иткән бурыстарҙы анализлау.
  1. Йөкмәткелә һәм уҡытыусының эш методикаһында белем биреү принциптары нисек сағылыш таба һәм иҫәпкә алына;
  2. Дәрестең        дидактик        һәм        тәрбиәүи        бурыстары        ни        дәрәжәлә ирешелде;
  3. Дәрестең        төрлө        этаптарында        уҡыусыларҙың        танып        белеү эшмәкәрлеге ни кимәлдә әүҙемләштерелде;
  4. Уҡыусыларҙың белем алыуға яуаплы ҡараштарын тыуҙырыуға нимә булышлыҡ итте;
  5. Уҡыусыларҙың белеме ни кимәлдә объектив баһаланды;
  6. Теория менән практика бәйләнеше нисек ғәмәлгә ашырылды;
  7. Йөкмәтке менән уҡытыу методтары уңышлы үрелеп барҙымы;
  8. Дәрестә техник уҡытыу саралары ҡулланылдымы;
  9. Уҡытыусы тарафынан уҡыусыларҙың йәш һәм индивидуаль үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен һәм һәләттәрен иҫәпкә алыу өсөн нимәләр эшләнде.
  1. Дәрестең тәрбиәүи әһәмиәтен анализлау.
  1. Дәрестә алынған белемдәр ни кимәлдә тормошто аңларға булышлыҡ итте;
  2. Дәрестә уҡыусыларҙы тәрбиәләүгә (эстетик, аң, хеҙмәт, физик) нимә булышлыҡ итте;
  3. Уҡыусылар,  уҡыусылар  һәм  уҡытыусы  араһында  ниндәй

мөнәсәбәттәр урынлашты.

  1. Уҡытыусы эшмәкәрлегенең мөмөкинлектәре һәм үҙенсәлектәре. Уҡытыусы шәхесенең һәм эшмәкәрлегенең һәләттәре һәм мөмкинлектәре нисек асылды.
  1. Педагогик этика;
  2. Тышҡы ҡиәфәт;
  3. Класты күрә белеүе, уҡыусылар эшмәкәрлеген активлаштырыу һәм эшмәкәрлеккә мотивация тыуҙырыуы;
  4. Уҡыусылар эшмәкәрлегендә типик хаталарҙы билдәләү һәм уларҙы төҙәтеү;
  5. Уҡыусыларҙың һәм үҙенең эш һөҙөмтәләрен баһалауы;
  6. Дәрес барышын тиҙ арала көйләп ебәрә белеүе.
  1. Дәрестә уҡыусылар эшмәкәрлеген анализлау.
  1. Уҡытыусы тарафынан уҡыусыларҙың тәрбиә, белем кимәлен, алдағы дәрестәр һөҙөмтәләрен иҫәпкә алыныуы;
  2. Уҡыусының дәрестә эшмәкәрлеге;
  3. Уҡыусыларҙың эшсәнлеге (фекерләй белеүе, үҙ аллы эшләй белеү, иптәштәренә ярҙам итеү, ҡыҙыҡһыныуҙары һүрелмәүе һ.б.);
  4. Уҡыусыларҙың телмәр культураһы;
  5. Уҡытыусың теорияны пратикала ҡуллана белеүе.

Үткәрелгән дәрескә анализ яһағанда икенсе төр критерийҙар системаһын да ҡулланырға мөмкин. Әммә һәр осраҡта ла анализ критерийҙары бөгөнгө дәрескә талаптар менән ауаздаш булырға, дәрестәрҙең юғары кимәлдә һөҙөмтәле итеп ойошторолоуына булышлыҡ итергә тейеш.



Предварительный просмотр:

Яҡтылыҡты йырлап йәшәне

(башҡорт әҙәбиәте  дәресе)

Денисламова Г.Ә.,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Маҡсаттар:

  1. З.Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында белемдәрҙе нығытыу.
  2. «Дуҫ булайыҡ» повесының «Балыҡсылар»бүлеге йөкмәткеһен үҙләштереү.
  3. Әҫәрҙең тел сараларын тикшереү һәм телмәрҙе байытыу.
  4. Уҡыусыларҙа бер-береһенә дуҫлыҡ тойғоһо, тоғролоҡ тәрбиәләү.

Йыһазлау: экран, проектор, компьютер; индивидуаль карточкалар.

Дәрес барышы

      1. Ойоштороу мәле.

2.  Уҡыусыларҙың белемдәрен актуалләштереү.

(Таҡтаға ап-аҡ ҡағыҙ  бите эленгән)

  • Һаумыһығыҙ, балалар!

һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн мин таҡтаға аҡ ҡағыҙ  элгәнмен икән?  Уға ҡарап, һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуа?  

 Яуаптар: сөнки тышта ҡыш, ап-аҡ ҡар, саф һауа, аҡ болоттар; аҡ ҡағыҙ битенә һүрәттәр төшөрөргә,  фекер йөрөтөргә, инша яҙырға, мөмкин; аҡ төҫ – сафлыҡ төҫө.

  • Афарин! Дәресте матур итеп үткәрһәк, ошо ҡағыҙ бите   минең тәьҫораттарым менән тулыр. Һеҙҙең турала гәзиткә мәҡәлә яҙырмын.

Дәрестең маҡсатын билдәләү.

  • Эйе, күңелегеҙ саф булһа,  аҡ ҡағыҙҙа ла  тормошто бөтә сағыу буяуҙары менән һәм күберәк яҡшы яҡтарын күрергә мөмкин. Һеҙ әйтеп үткәнсә, аҡ ҡағыҙ битендә ижад менән шөғөлләнергә була. Белеүегеҙсә, мин уҡытыусы ғына түгел, гәзит мөхәррире вазифаһын да башҡарам, башҡорт телендә  «Аҡ ҡалам”  гәзитен баҫтырыу өҫтөндә эшләйем.  Бөгөн дәрестә беҙ ҙә бергәләп гәзит сығарып  ҡарайыҡ.
  • Ә гәзит сығарыр өсөн нимәләр эшләргә кәрәк һуң?  (материал тупларға, фотолар әҙерләргә, гәзиттең рубрикаларын билдәләргә һәм башҡалар) .

- Мин һеҙгә гәзиттең макетын таратып бирәм. Гәзитте сығарыу өсөн материал тупларбыҙ, төркөмдәрҙә эшләрбеҙ, бер- беребеҙ менән хеҙмәттәшлек итербеҙ.  

3. Дәрестең бурыстарын билдәләү.

  • Был маҡсатты үтәр өсөн, әйҙәгеҙ дәрестең бурыстарын әйтеп үтәйек. Әҙәбиәт дәресендә нимәләр менән шөғөлләнәбеҙ? Яуаптар: яҙыусылар менән танышабыҙ; әҫәрҙәр уҡыйбыҙ, уларҙың йөкмәткеһен өйрәнәбеҙ; тасуири уҡырға өйрәнәбеҙ, һорауҙарға яуаптар бирәбеҙ.

Уҡыусылар З. Биишеваның портретына ҡарап дәрестең маҡсатын, бурыстарын билдәләйҙәр.

Слайдты уҡытыу.

  • З.Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында белемдәрҙе нығытыу.
  • «Дуҫ булайыҡ» повесының «Балыҡсылар»бүлеге йөкмәткеһен үҙләштереү.
  • Әҫәрҙең тел сараларын тикшереү һәм телмәрҙе байытыу.
  • Аудиозапись  тыңлау (тыңлар алдынан маҡсат ҡуйыла). Зәйнәб Биишеваның  тауышы.
  • Бына шундай көр, ғорур тауышлы яҙыусыбыҙ тураһында һеҙ нимәләр әйтә алаһығыҙ? (балаларҙың яуаптарҙы)
  • Белгән мәғлүмәттәрҙе барлап алайыҡ, йомғаҡлап алайыҡ.
  • Презентация.

        Уҡыусылар презентацияны ҡысҡырып уҡый.

  • Бына шулай итеп гәзиткә материал йыйыла.

 “Шәхес”  рубрикаһын мин  өлгө итеп, үҙем әҙерләнем.

  1. «Дуҫ булайыҡ» повесы өҫтөндә эш.
  • Дуҫлыҡ тураһында әңгәмә.
  • Һеҙ уҡыусылар, дуҫлыҡты нисек аңлайһығыҙ. (яуаптар). “Халыҡ ижады” рубрикаһында урынлашҡан дуҫлыҡ тураһындағы мәҡәлдәр буйынса әңгәмә (уҡыусыларҙың яуаптары).
  • Был һеҙгә өлгө.   Ә хәҙер һәр төркөм дуҫлыҡ тураһында бер мәҡәл уйлай  һәм  уның мәғәнәһен аңлатырға тырыша. Ләкин мәҡәлдәр  ҡабатланырға тейеш түгел.
  1. Йөҙ һум аҡсаң булһансы, йөҙ дуҫың булһын.
  2. Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңда ғәйбәт һатыр.
  3. Иҫәр дуҫтан аҡыллы дошман яҡшы.
  4. Дуҫ-дуҫтың көҙгөһө.
  • Бөгөнгө көндә балалар нисек дуҫтар табалар ? Яҡшы дуҫтар табыуы ауырмы, еңелме?

Яуаптар: Интернет селтәре аша ғына аралашалар. Кеше күҙгә күҙ ҡарап һөйләшмәгәс, дуҫлыҡтың ысынлығын айырып булмай.

  • Әгәр яҡын дуҫтарығыҙ бар икән, уларҙы һаҡлағыҙ.Эргәгеҙҙәге дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ.
  • Текст өҫтөндә эш.

З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесының беренсе бүлеген уҡыу. «Балыҡсылар».

  • Һүҙлек эше.

Маҡсат ҡуйыу.

  • Уҡығанда ауырыраҡ һүҙҙәр осрар, уларҙың мәғәнәһен һүҙлектәр ярҙамында  үҙ аллы аңлатып ҡарарбыҙ. Һәр бер төркөмгә бер һүҙ. Ҡайһы төркөм төплөрәк, тулыраҡ яуап бирер, синонимдар табыр икән.

1-се төркөм. Йәтеш –уңайлы, яйлы, йәпле, ҡулайлы, ипкә генә килеп торған, уңайлы, урынлы, яйлы  ғына ята, ул таштың үҙенең урыны кеүек.

2-се төркөм. Яҫмыҡ таш - яҫы, яҫыҡ, ялпаҡ, йәйенке, йәйпәк(һауыт-һаба) яҫы таулыҡ,ялпаҡ ҡамыш, ялпаҡ таулыҡ, яҫы ҡайыш

3-сө төркөм.Ҡарыны асҡайны - асығыу, йотоғоу, сөрләү, ҡорһаҡ асыу, билбау аҫты бушау, эстә ас бүре олоу, бүре башы ашарҙай булыу(фразеологизм)

4-се төркөм. Ороша  (тыйып, өгөт биреп әрләү) - әрләй, тиргәй, битәрләй, шелтәләй, һүгә, 192-се бит.

Әҙер булдығыҙмы.

Экранға ҡарайыҡ, беҙҙең Башҡортостан йылғаларында ниндәй балыҡтар осрай икән. Уҡып алайыҡ.

Ҡыҙылғанат- красноперка

Алабуға – окунь

Сабаҡ- плотва, сорога

Суртан - щука

Тексты уҡыу. Маҡсат куйыу.

  • Тексты уҡығанда иғтибарлы булырға тырышығыҙ.Шундай һорауҙарға яуап бирерһегеҙ.
  1. Бүлек ни өсөн  «Балыҡсылар» тип атала?
  2. Беҙҙең алда ҡарап  үткән мәҡәлдәребеҙ был бүлеккә тура киләме икән?

Һәр бер төркөм  тасуири  уҡыған уҡыусыһын һайлай, ә ҡалғандар иғтибар менән күҙәтеп, тыңлап ултыра.

  • Уҡыуҙы баһалау.
  1. Повестың йөкмәткеһен үҙләштереү.
  • Йөкмәтке буйынса һорауҙар.
  • Ә хәҙер кем ҡуйылған һорауға яуап бирә. Ни өсөн бүлек балыҡсылар тип атала.

Яуаптар: Балыҡсылар – Ҡыҙырас менән Юлдаш балыҡ тоторға килгәндәр, уларҙы ысынлап та балыҡсы тип атарға мөмкин. Улар ике дуҫ, бер-береһе менән әңгәмәләшәләр.

  • Төркөмдәрҙә эш. Йөкмәтке буйынса һорауҙар яҙылған карточкалар таратып биреү.

Слайд. Музыка

1-се төркөм. Малайҙар балыҡ тотҡан күлде автор нисек тасуирлай, шул өлөштө табып уҡығыҙ. Ни өсөн яҙыусы балыҡтар тураһында «уларҙың әле ҡармаҡ ҡабып, ауыҙҙары бешмәгән”ти. (Был урында кеше балыҡ тотмаған әле).

2-се төркөм. Төш яҡынлашҡас, малайҙарҙың  кәйефе нисек үҙгәрҙе? Шул урынды табып уҡығыҙ. Ни өсөн Юлдаш бер нимә лә өндәшмәй?

3-сө  төркөм. Ҡыҙырастың Зөләйха инәй менән күҙаллаған  әңгәмәһен табып уҡығыҙ. Зөләйха инәй малайҙарға ниндәй мөнәсәбәттә, аңлатығыҙ.

 4-се төркөм. Юлдаш менән Ҡыҙырастың  һөйләшкәнен ролдәргә бүлеп уҡығыҙ. Диалогты уҡығас, төп геройҙарҙың холоҡ-фиғелдәре    тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Ҡыҙырас күп һөйләшергә ярата, Юлдаш аҙ һүҙле, Ҡыҙырастың холҡо үҙгәреүсән. Бер күңеле тиҙ ҡырыла, йәки тиҙ күтәрелә.

  • Уҡыусылар, һеҙгә был бүлек оҡшанымы? Ни өсөн? Һеҙҙең балыҡ тотҡанығыҙ бармы? Үҙегеҙ тураһында һөйләп алығыҙ әле.                                                             Экология. Ҡасан  балыҡтар тоторға ярамай. Май айында ыуылдырыҡ сәсәләр.

Физкульминутка

  • Төркөмдәр хеҙмәттәшлеге.
  • Ә хәҙер уҡыусылар, үҙебеҙҙе тикшеренеүселәр итеп хис итеп, үҙ аллы эш башҡарабыҙ.
  1. Әҙәбиәт һөйөүселәр.

Текстың сюжетына  ҡарап  план төҙөйҙәр.

  1. Натуралистар. Энциклопедиянан, топонимик һүҙлектән  Талҡаҫ күле тураһында мәғлүмәт табып, ҡыҫҡа ғына хикәйә  төҙөй.
  2. Психологтар. Геройҙарҙың сифаттарын һанап сығып, таблицаны тултырығыҙ. Өсөнсө бағанаға үҙегеҙгә тура килгән сифаттарҙы һайлап яҙығыҙ. Юлдаш менән Ҡыҙырасҡа, был сифаттарҙы ҡулланып,  ҡылыҡһырлама бирегеҙ.

Юлдаш

Ҡыҙырас

Мин

Аҙ һүҙле

Күп һөйләй

Балыҡ тоторға ярата

Балыҡ тоторға ярата

Етди

Кәйефе йыш үҙгәрә

Эшсән

Хыялланырға ярата

Ҡайғыртыусан

Ҡош булып һайрарға ярата

Уйсан

Хәбәрсел

Түҙемле

Түҙемһеҙ

  1. Тел белгестәре.

Өҙөктән төрлө  тел саралары табып,  тикшереп,  бирелгән таблицаны тултырырға.

Синонимдар

  • һыуы көҙгө кеүек яҡты, үтә күренмәле,

асығып китте, ҡарыны  асты, орошор, асыуланыр

Үҙләштерелгән һүҙҙәр

котелок

Фразеологизм

ауыҙҙары бешмәгән

Сағыштырыу

өҫтәл кеүек киң, көҙгө кеүек яҡты, ҡыҙырас кеүек хәбәрсел , ҡарт балыҡсыларса

Метафора

алтын таш

Өноҡшаш һүҙҙәр

фью-фью, фить-фить

Парлы һүҙҙәр

сыбыҡ-сытыр, тауыш-тынһыҙ, ара-тирә

Яҙыусының теле – уның үҙенең уй-ҡараштарын уҡыусыға  художестволы  формала еткереү  сараһы. Яҙыусы ошо ябай, ғәҙәти тел менән  геройҙарҙы, хәл-ваҡиғаларҙы  иҫтә ҡалдырырлыҡ дөрөҫ  һәм тапҡыр  итеп һүрәтләү оҫталығына, образлы фекерләү  талантына эйә. Һеҙҙә үҙегеҙҙең образлы фекерләй алыуығыҙҙы иҫбат иттегеҙ.

Өйгә эш (Слайд).

Әҙәбиәт һөйөүселәр. «Әҙәбиәт» рубрикаһына «Балыҡсылар» бүлегенең йөкмәткеһен план буйынса ҡыҫҡартып яҙырға.

Натуралистар. “Тәбиғәт мөйөшө” тигән рубрикаға Талҡаҫ күле тураһында мәҡәлә яҙып килергә.

Психологтар. «Психолог кәңәше» рубрикаһына “Дуҫ була беләһеңме ” темаһына  кәңәштәр яҙырға.

Тел белгестәре. «Ҡаурый ҡәләм» рубрикаһына «Минең дуҫым» тигән темаға үтелгән тел  сараларын ҡулланып мәҡәлә яҙырға.

  1. Баһалау.
  2. Рефлексия.

         Дәресебеҙ аҙағына етте, һеҙҙең миңә нимәләр әйткегеҙ  килә. Ниндәй теләктәрҙә ҡалаһығыҙ? Бәлки, дәрес тураһында фекерҙәрегеҙ  менән уртаҡлашырһығыҙ. (яуаптар)