2. Яңылыҡтар
Опубликовано 21.05.2022 - 15:22 - Денисламова Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы
Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.
Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.


