Олимпиадаға әҙерлек

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

Предварительный просмотр:

1. 1892 йылда ”Башҡорттар өсөн әлифба” китабы тәүләп Ырымбур ҡалаһында авторы күрһәтелмәй нәшер ителә. – Катаринскийҙыҡы тип иҫәпләйҙәр тюркологтар

2. 1907 йылда Ҡазанда А.Г. Бесонов тигән ғалимдың “Башҡорттар өсөн әлифба” һы баҫыла.

3. 1919 йылда М.А. Ҡулаев “Әлепей” (“Әлифба”) китабын баҫтырып сығара.

4. 1923 йылда Муса Смактың “Йәш быуын” әлифбаһы баҫыла, ул 1928 йылға тиклем файҙаланыла.

5. 1929 йылда З.Н. Айыуханов һәм Ғ.Й. Дәүләтшин төҙөгән әлифба “Йәш быуын. Әлепей” исемендә латин хәрефтәре менән баҫылып сыға.

6. 1940-1963 йылдарҙа З.Н. Айыуханов урыҫ хәрефтәре менән “Әлифба” баҫтыра.

7. 1963-1968 йылдарҙа башҡорт мәктәптәрендә З.Н. Айыуханов һәм А.А. Ғәлләмов, ә 1969 йылдан алып А.А. Ғәлләмов төҙөгән “Әлифба менән уҡыталар.”



Предварительный просмотр:

Һуғышта һәләк булған шағир-яҙыусылар

1

Мазһар Абдуллин

1912-1942

Теләк. Ватан.

2

Ғамир Дәүләтшин

1923-1944

Уралыма.Теләк.

3

Нур Исмәғилев

1919-1942

Пилот ҡыҙ әсәһе.

4

Ғайса Йосопов

1905-1941

Һөйгән Уралым.

5

Али Карнай

1904-1943

Беҙ Ҡайтырбыҙ.

6

Сабир Кинйәкәй

1919-1945

Бүләк. Йәшә, илкәйем.

7

Зиннәт Ҡотип

1918-1944

Испан балаһына.

8

Хөсәйен Ҡунаҡбай

1912-1943

Минең антым.Васыят.

9

Низам Ҡәрип

1905-1942

10

Зөфәр Мансуров

1909-1941

Атлылар.

11

Сәғит Мифтахов

1907-1942

12

Бәҙрүш Моҡамай

1909-1944

Связист. Дөмөк һин әйҙә.

13

Төхфәт Морат

1906-1944

Хуш бул. Дуҫ ҡәбере янында.

14

Хәй Мөхәмәтйәров

1911-1941

Ҡыҙыл армия тураһында йыр.

15

Сыңғыҙ Ханов

1915-1941

16

Мәлих Харис

1915-1944

Хат.

17

Фазыл Хәбир

1918-1941

Вахтала.

18

Мөжәй Хәйретдинов

1901-1944

19

Хөрмәт Хәйри

1920-1941

Алғы көрәшкә.

20

Әхмәт Шакири

1920-1941

Ул ҡаршылар мине.



Предварительный просмотр:

Башҡорт АССР-ның халыҡ шағирҙары

  1. Мәжит Ғафури — 1923 йыл
  2. Рәшит Ниғмәти — 1959 йыл
  3. Мостай Кәрим — 1963 йыл
  4. Сәйфи Ҡудаш — 1964 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары

  1. Рәми Ғарипов — 1992 йыл
  2. Рауил Бикбаев — 1993 йыл
  3. Назар Нәжми — 1993 йыл
  4. Әнғәм Атнабаев — 1997 йыл
  5. Тимер Йосопов — 2003 йыл
  6. Марат Кәримов — 2003 йыл
  7. Александр Филиппов — 2004 йыл
  8. Абдулхаҡ Игебаев — 2010 йыл
  9. Ҡәҙим Аралбаев — 2011 йыл
  10. Факиһа Туғыҙбаева — 2014 йыл
  11. Гөлфиә Юнысова — 2015 йыл.
  12. Хәсән Назар — 2017 йыл

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары

  1. Зәйнәб Биишева (1990)
  2. Әхиәр Хәкимов (2001)
  3. Ноғман Мусин (2001)
  4. Нәжиб Асанбаев (2006)
  5. Ғайса Хөсәйенов (2008)
  6. Талха Ғиниәтуллин (2010)
  7. Суфиян Поварисов (2011)
  8. Флорид Бүләков (2013)
  9. Азат Абдуллин (2014)

Башҡортостандың халыҡ сәсәндәре:

  1. Фәррәх Дәүләтшин (1944)
  2. Мөхәммәтша Буранғолов (1944)
  3. Сәйет Исмәғилев (1944



Предварительный просмотр:

Алйот – тиле, иҫәр, ауһар, иҫәр, аңра, дүрәк.

Көс – ғәйрәт, ҡеүәт,

Иғтибар – илтифат, күңел һалыу,

Ағыу - ыу

Ашау – тамаҡланыу, үҙәк ялғау, тамаҡ ялғау, эйәк бейетеү, тығыныу.

Үлеү – вафат булыу, һәләк булыу, китеп барыу, теге донъяға китеү, баҡыйлыҡҡа

              күсеү, гүр эйәһе булыу, аяҡ һуҙыу, дөмөгөү.

Йәшәй -  ғүмер итә, ғүмер кисерә, ғүмер һөрә, тормош көтә, көн күрә.

Уйлау – фекер йөрөтөү, фекер төйнәү

Моңһоу – күңелһеҙ, яманһыу,

Ҙур - өлкән, оло, дәү;

Бөйөк – мөһабәт, мәшһүр, данлыҡлы, билдәле.

Кесе – бәләкәй, кескәй

Яуыз – яһил, уҫал, зәһәр

Булдыҡлы – егәрле, уңған., тырыш, йүнсел, эшкингән

Ҡыйыу – батыр, ҡаһарман, бил бирмәҫ

Анһат – рәхәт, еңел.

Боронғо – элекке, әүәлге

Синонимик рәттәге доминанта синоним:  Мәҫәлән: тәртипле, тәрбиәле, әҙәпле, тәүфиҡлы – доминанта сифат – тәрбиәле.



Предварительный просмотр:

Ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр:

Башҡорт теленә ғәрәп  һүҙҙәре боронғо башҡорттарҙа ислам дине һәм ғәрәп яҙмаһы таралыу арҡаһһында килеп ингән. Башҡорт теленең һүҙлек составында элегерәк ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр күберәк булған. Ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр күберәк уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эштәренә ҡараған абстракт мәғәнәле һүҙҙәр, сөнки улар бөтәһе лә китап теле һәм мәҙрәсләрҙә уҡыған уҡымышлы кешеләр теле аша килеп ингән. Шуға күрә ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр араһында йорт ҡаралтыларының исемдәрен белдергән йәки игенселек, төҙөлөш, умартасылыҡ кәсебенә ҡараған һүҙҙәр юҡ тиерлек. Мәҫәлән:рәсем, рәсми, риза, ризыҡ, рәүеш, рыя, нәҫел, нөктә, нур, нәфис, нәфсе, саф, сабый, сәбәп, сәхнә, сәфәр, сәйәхәт, сәләм, сер, сәғәт, синыф, синфи, сифат, сәнғәт, сәғәт, сихыр, йыһан, йыһаз, енес, йәмғиәт, йәмәғәт, талап, тантана, таж, тәбиғәт, тәбрик, тамам,тәртип, табут, тәртип, тәҡдим, тәләф, тәшкил, тасуир, тасуири, тәжрибә, тәрбиә, тәрбиәүи, тәьмин, тәьҫир, аҡыл, аҫыл, аҫаба, ахыр, аманат, ант, аман,ахыры, маҡсат, матбуғат, махсус, мөмкин, мәктәп, мәҙрәсә, милли, милләт, мәҫәл, мөғжизә, моғайын, миҫал, мөрәжәғәт, мотлаҡ,мәшәҡәт, мохтаж, мәғлүмәт, мәғәнә, мәлғүн, мәғариф, мәсхәрә, мәсьәлә, мәймүн, мәхлүк, йәрәхәт, мәшһүр, мәғрүр, мәшәҡәт, милек, мәшғүл, мөлкәт, мәҡәл, мәҡәлә, мәкер, мәжлес, мөһөр, бәхәс, бәлә, бәғзе, боғаҙ, бәйет, биғәйбә, ләззәт, ләғнәт, ләм-мим, ләкин, ваҡыт, ваҡиға, ватан, вафат, васыят, вәкил, выждан, вариҫ, ваз, әҙәбиәт,әҙәби, әҙәп, әҙәм, әлифба, әмәл, әсбап, әжәл, әхлаҡ, әмер, әммә, әүәле, әлбиттә, ғазап, ғариза, ғәләм, ғашиҡ,ғалим, ғилем, ғилми, ғәйеп, ғәзиз, ғәҙәт, ғәйрәт, ғәйбәт, ғәскәр, ғәфү, ғәжәп, ғибрәт, ғүмер, ғорур, ғәмһеҙ, ғиллә, ғәйәт, шағир, шиғыр, шаһит, шәрбәт, шәхес, шәхси, шәфҡәт, шайтан, шөһрәт, шелтә, шөкөр, файҙа, фараз, фажиғә, фаш, фекер, фетнә, фән, фәнни, фәҡир, фәтүә, форсат, фил, фиҙа, иҙәҡәр, фәһем, фәрештә, дауам, дәүер, дәлил, дәрес, дәфтәр, донъя, дин, дини, дәрәжә, дәүләт, дәрүиш, ҡарар, ҡағиҙә, ҡәтғи, ҡабул, ҡәләм, ҡәбилә, ҡәбер, ҡәһәр, ҡәнәғәт, кинәйә, ҡиммәт, ҡеүәт, ҡәҙер, ҡөҙрәт, кәйеф, хаҡ, халыҡ, хайран, хат, хата, хатта, харап, хазина, хәтер, хәтәр, хәйлә, хәреф, хәл, хикмәт,хисап, хилаф, хыял, хәрби, хәрәкәт, хөрәфәт, хөкөм, хөкүмәт, хилеүәт, холоҡ, харап, хәбәр, хыянат, хәҡиҡәт, хөсөт, иғлан, иғтибар, ижад, ижади, идара, илһам, илтифат, инҡар, инсаф, инша, иҫбат, ишара, ихлас, ихтимал, ихтирам, исраф, ихтыяр, ихтыяж, исем, ифрат, һәләк, һөжүм, һәләкәт, һөйкәл, һандыҡ, заман, зат, зарар, золом, залим, зәғиф, зәхмәт, зыян, зиһен,зирәк, һ.б.

Фарсы теленән ингән һүҙҙәр:

Фарсы теленән ингән һүҙҙәр боронғораҡ осорҙа сауҙа аша килеп ингәнгә күрә, улар, рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр кеүек үк, тормош, көкүрештә ҡулланылған төрлө әйбер исемдәрен белдерәләр. Башҡорт телендә фарсы һүҙҙәре ғәрәп һүҙҙәренә ҡарағанда әҙерәк. Миҫалдар: сүмес, таҫтамал, таҫтар, һике, көмбәҙ, тәҙрә, яға, келәм, сынйыр,  гөл, былбыл, сабаҡ, сел, көкөрт, булат(ҡорос), гәүһәр, һөрмә, сыра, таҡта, барса, тамға, хәнйәр, дүшәмбе (аҙна исемдәре), быяла, пак, абруй, баһа, баҙар, ҡашҡа, пиала(һауыт), шау-шыу, бәхет, баһадир, вайран, диван, диуана, дуҫ, дошман,йыуаш, дарман,  дәрт, дәһшәт, дөрөҫ, гәрсә, зыян, зәһәр, зауыҡ, зинһар, ҡағыҙ, каруан, хәҙер, кеҫә, майҙан, нағыш, наҙ, намыҫ, батша, бөхтә, бәһлеүән, рәнйеү, һарай, тамаша, таҙа, һурпа, өмөт, януар, һөнәр, һаман, сара, дәррәү, һәм, гүйә, һис, йомарт, тағы, ғауға, сал, сатыр, сирек, йән, бәдбәхәт,таҡта, баҡса, сыуал, сарыҡ, бол һ.б..

Латин телененән ингән һүҙҙәр:

Арена, ангина, антенна, инспектор, институт, сенат, юстиция, вадрат, градус. Глобус, мотор, директор, доктор, негатив, нотариус һ.б.

Грек телененән ингән һүҙҙәр:

канат, костер, парус, фонарь. Алфавит, гипс,ирония, трагедия, комедия, театр, лексика, магнит, гигант, планета, пирамида, металл, хор, диафрагма һ.б.

Немец телененән ингән һүҙҙәр:

Абзац, аншлаг, плацкарт, рюкзак, шлагбаум, орден, мундир, ефрейтор. Штурм, фельдшер, бутерброд, рейд, патронташ, мастер, слесарь һ.б.

Инглиз телененән ингән һүҙҙәр:

Блок, мичман, вокзал, рельс, трамвай, клуб, митинг, футбол, волейбол, бокс, докер, лидер, диспетчер һ.б.

Француз телененән ингән һүҙҙәр:

Абажур. Аванс, баланс, бандероль, база, блокнот, депо, деталь, десант, багаж, пейзаж, жанр, жюри, купе, сюжет, кабира, драп, каюта, пальто һ.б.

Итальян телененән ингән һүҙҙәр:

Ария, опера, либретто, тенор, бас, кантата, фортопьяно, балерина, карнавал, арка, валюта, балкон, малярия һ.б.

Рус телененән ингән һүҙҙәр:

Торба, бүрәнә, эскәмйә, өҫтәл, арыш, мейес, эшләпә, самауыр, тас, биҙрә, йәшник, мискә, дегет. Эләүкә, тәрилкә, көршәк, ыҫмала, сәйнүк, мунса,кирбес, бырау, шәл, бирсәткә, сәй, кәнфит, ҡалас, әсмүхә. Һалам, эҫкерт, бураҙна, һалдат, крәҫтиән, кәбеҫтә, толоп, гармун.