Уҡыусыларымдың ижады

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

Уҡыусыларымдың ижады

Скачать:


Предварительный просмотр:

        Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм Рәсәй киноһы йылына арналған әҙәби-ижади республика конкурсы “Республикама дан йырлайым”

ИНША

Башҡарҙы:  БЕЛОРЕТ ҠАЛАҺЫ Я. ХАММАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ

  ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

 МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ

УЧРЕЖДЕНИЕҺЫНЫҢ VIII КЛАСС УҠЫУСЫҺЫ

ҮТӘБАЕВА ЛӘЙСӘН.

Етәксеһе: БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

ҠАҺАРМАНОВА СӘРИӘ МӨХӘМӘДЙӘН ҠЫҘЫ

Тәбиғәт матурлығын һаҡлау – беҙҙең бурыс

Кеше үҙенең булмышы менән ҡыҙыҡ ҡына ҡоролған: булғандың ҡәҙерен белмәй, ә шул нәмәне юғалтһа, уны юҡһына, һағынып һөйләй башлай. Быны мин үҙемдән дә сығып әйтә алам. Сөнки тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығына, сафлығына бәләкәйҙән шул тиклем күнегеп кителгән, хатта уға ҡарата, ниндәйҙер кимәлдә, битараф була башлайһың. Бары тик тәбиғәт матурлығының кеше ҡулы менән һаҡһыҙ ҡырылыуын күргәс кенә, ни тиклем матурлыҡ эсендә йәшәгәнебеҙҙе аңлайһың.

Тәбиғәткә иғтибарлылыҡ, үҙем тыумышым һәм йәшәйешем менән гүзәл тәбиғәтле Бөрйән һәм Белореттан булыуыма ҡарамаҫтан, бары тик йәш сәсәндәрҙең «Урал батыр» эпосын һөйләү конкурсында ҡатнаша башлағас ҡына тыуҙы. Был, бер яҡтан, республика конкурсының Бөрйән районының күккә олғашҡан мәғрүр ҡаялары, ҡаяларға бәрелә-бәрелә йырлап аҡҡан тулы һыулы Ағиҙеле, шомло ла, йәнһеҙ ҙә булып күренгән, әммә ылыҡтырғыс көскә эйә булған Йылҡысыҡҡаны булған ерҙә үткәнгәлер. Икенсе яҡтан, тәбиғәт темаһының мине йәлеп итеүе Урал батырҙың тәбиғәтте һаҡлауҙы ҡайғыртыуы тураһынды эпосты уҡып, мәғлүмәт алыуҙандыр.

Башҡорт әҙәбиәтендә лә тәбиғәт темаһын сағылдырған, уның юҡ ителеүенә борсолоу белдергән шиғырҙар булған һәм бар. Мәҫәлән, М.Өмөтбаев «Бында ерҙең ниғмәттәре» шиғырында бына нимә ти:

Бында  ерҙең  ниғмәттәре,

Хуш  еҫле  шиңмәҫ  гөлдәре,

Тынғы  белмәҫ  урман  шауы,

Алтындай  көн  һәм  төндәре.

Ысынлап та, ата–бабаларыбыҙ шундай матур тәбиғәтле, мәғрүр Урал тауҙарын төйәк итеп һайлай белгәне  өсөн беҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Сөнки беҙ тәбиғәттең  дүрт миҙгеле менән дә һоҡлана алыу бәхетенә эйәбеҙ. Йәйен рәхәтләнеп ҡоштар һайрауын тыңлайбыҙ, ҡышын ап-аҡ бәҫ менән ҡапланған әкиәти донъяның үҙендә ғүмер кисерәбеҙ. Яҙ менән көҙ ҙә үҙ ваҡытында килеп, шағир әйткәненсә, “күңелде  алйытып аулай”.

М.Өмөтбаев тәбиғәт матурлығы менән һоҡланып ҡына йөрөмәгән, ә уны һаҡлау сараһын да күргән.  «Йомран иле» тигән шиғырында ла ул тәбиғәт мәсьәләһенә ҡағыла:

        Ағастары бөгөн ваҡ-ваҡ,

        Улар ҙа һәм һирәкләнгән,-

тип бошоноп яҙа шағир. Унан “әгәр күл булһа ағасһыҙ” тип тә аңғарта. Тимәк, шағир йәшәгән IX быуатта уҡ тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау мәсьәләһе ҡырҡыу торған.

Ә бөгөнгө көндә тәбиғәттең сафлығын, Урал батыр теләгәнсә, мәңгелеген һаҡлауға беҙҙең мөнәсәбәтебеҙ нисек һуң?! Бәлки шағир бушҡа борсолғандыр?...

Ял көндәре олатай-өләсәйҙәрем йәшәгән Бөрйән районына барабыҙ. Бөрйән районы - матур тәбиғәтле яҡ. Урманға сыҡҡан һайын, бер яҡтан, тәбиғәткә ҡарап һоҡланам да, икенсе яҡтан, күңелем әрней. Элек шаулап ултырған зифа буйлы ҡайындар, сылтырап аҡҡан көмөштәй шишмәләр ҡайҙа? Үтеп сыҡҡыһыҙ урмандар урынына иҫәпһеҙ-һанғыҙ түңгәктәр генә ҡалған. Йылға-шишмәләр ҙә ҡороп бөтөп бара. Әлбиттә, быларҙың барыһына ла беҙ үҙебеҙ, ошо ерҙә йәшәгән кешеләр, ғәйепле! Урманға барған саҡта сүп-сарҙы алырға тейешбеҙ, әгәр ҙә алмаһаҡ, урманды ҡый менән тултырһаҡ, киләсәк быуынға беҙҙән нимә тороп ҡалыр? 

М. Өмәтбаев үҙе йәшәгән быуатта уҡ тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңғартҡан һәм шиғырҙарында шул мәсьәләне сағылдырған. Минеңсә, әҙип данлаған тәбиғәтте һаҡлауға һәр ҡайһыбыҙ өлөш индерергә һәм  ошо гүзәллекте юғалтмаҫҡа ,ә киреһенсә, яҡшыртырға тейешбеҙ.



Предварительный просмотр:

Республиканский конкурс сочинений «Пою мою Республику», посвященный Дню Республики, празднованию 100-летия образования Республики Башкортостан

Башкортостан – главный дом,

Сколько песен сложено о нем.

(СОЧИНЕНИЕ)

АВТОР:

ТУЛЕБАЕВА АЙГУЗЕЛЬ, УЧАЩАЯСЯ

VI КЛАССА  МУНИЦИПАЛЬНОГО

ОБРАЗОВАТЕЛЬНОГО БЮДЖЕТНОГО

УЧРЕЖДЕНИЯ  БАШКИРСКОЙ ГИМНАЗИИ

ИМЕНИ Я. ХАММАТОВА ГОРОДА

БЕЛОРЕЦК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

РУКОВОДИТЕЛЬ:

КАГАРМАНОВА САРИЯ МУХАМЕДЬЯНОВНА,

УЧИТЕЛЬ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И

ЛИТЕРАТУРЫ  МУНИЦИПАЛЬНОГО

ОБРАЗОВАТЕЛЬНОГО БЮДЖЕТНОГО

УЧРЕЖДЕНИЯ  БАШКИРСКОЙ ГИМНАЗИИ

ИМЕНИ Я. ХАММАТОВА ГОРОДА

БЕЛОРЕЦК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына арналған “Республикама дан йырлайым” республика иншалар конкурсы

«Башҡортостан – баш йортом,

Йыһандағы бишегем,

Ҙур донъяға алып сығыр

Яҙмышымдың ишеге»

(ИНША)

Автор:

 БЕЛОРЕТ ҠАЛАҺЫ Я. ХАММАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ

  ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

 МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ

УЧРЕЖДЕНИЕҺЫНЫҢ VI КЛАСС УҠЫУСЫҺЫ

ТҮЛЕБАЕВА АЙГҮЗӘЛ.

Етәксеһе:

ҠАҺАРМАНОВА СӘРИӘ МӨХӘМӘДЙӘН ҠЫҘЫ

БЕЛОРЕТ ҠАЛАҺЫ Я. ХАММАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ

  ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

 МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ

УЧРЕЖДЕНИЕҺЫНЫҢ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ

ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

«Башҡортостан – баш йортом,

Йыһандағы бишегем,

Ҙур донъяға алып сығыр

Яҙмышымдың ишеге».

        Рәсимә Ураҡсинаның шиғыр юлдарынан алынған был юлдар. Ошо шиғыры аша шағирә тыуған илебеҙҙе маҡтай, уға дан йырлай.

        Ысынлап та, Башҡортостан – бик ҙур республика. Уның байлығы, матурлығы тураһында һөйләп бөтөрлөк тә түгел. Минең уйлауымса, бөтә илдәр ҙә, республикалар ҙа бик матур, тик һәр кешегә үҙенең Ватаны яҡыныраҡ. Әммә ошоно ҡайһы берәүҙәр аңлап етмәй, сөнки кешеләр, үкенескә күрә, бер иш түгел. Мәҫәлән, йәй етһә, күп кенә кешеләр ғаиләләре менән сит илгә осалар, йә булмаһа, икенсе ергә йәшәргә күсеп китәләр. Бындай күренештәр күбәйгәндән-күбәйә бара. Сит ерҙәр матур, һәйбәт, имеш... Шул илдәрҙә йөрөгәнсе, кеше үҙенең илен яратырға, уға файҙа килтерергә тейеш. Уйлап ҡараһаң, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ғына ла күпме гүзәл ерҙәр бар. Ә икенсе илдәрҙә бөтөнләй ят халыҡтар йәшәй. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, йәшәү рәүештәре бөтөнләй башҡа.

        Тағы бер проблеманы телгә алмайынса булмай. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда вандализм көсәйҙе, икенсе милләт кешеләрен кәмһетеп ҡарау кеүек насар күренештәр артты. Минеңсә, шуның арҡаһында илебеҙҙең кимәле лә түбәнәйә. Яңыраҡ ҡына “Камеди клаб” тигән телевизион тапшырыуҙа Руслан Белый тигән бер әҙәм беҙҙең милли батырыбыҙҙы –Салауат Юлаевты бик ныҡ кәмһетте: ул беҙҙең Салауатты “бандит” тип атаны! Бындай боҙоҡлоҡтарға беҙҙең тормошта урын булырға тейеш түгел!

        Тыуған еребеҙҙең данын төрлөсә күтәрергә була. Мәҫәлән, төрлө шөғөлдәр бар: фольклорҙы үҫтереү, тарихты белеү, ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәре менән булышыу. Уларҙы тормошҡа ашырырға теләгең генә булһын.

        Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө. Унда республикабыҙҙың үҫешенә булышлыҡ иткән бөтә шарттар бар, һәр төрлө саралар үткәрелә.  Көн аша тиерлек байрамдар үткәрелә; уҡыу йорттары, торлаҡ өйҙәр, шифаханалар күп. Үкенескә күрә, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларына ундай бәхет эләкмәй, әммә киләсәк йылдарҙа был мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип ышанам.

        Шул уҡ ваҡытта, мин бер нәмәне әйтеп үткем килә: тыуған ерҙең матур һаҡланыуы беҙгә бәйләнгән. Республикабыҙ ни ҡәҙәр матур, ҙур булмаһын, беҙ уны һаҡламайбыҙ икән, ул юҡҡа сығасаҡ. Тыуған еребеҙҙең бөгөнгө йәшәйеше лә, киләсәге лә беҙҙән тора. Шуға күрә, быға тиклем һәйбәт йәшәгәс, артабан да һәйбәт йәшәйек! Башҡортостаныбыҙҙың матурлығын, данын арттырайыҡ!



Предварительный просмотр:

        Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм Рәсәй киноһы йылына арналған әҙәби-ижади республика конкурсы “Республикама дан йырлайым”

ИНША

Ғаиләләр йола менән ныҡлы

Башҡарҙы:  БЕЛОРЕТ ҠАЛАҺЫ Я. ХАММАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ

  ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

 МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ

УЧРЕЖДЕНИЕҺЫНЫҢ IV КЛАСС УҠЫУСЫҺЫ

ҒӘЛИЕВА РЕГИНА.

Етәксеһе: БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

ҠАҺАРМАНОВА СӘРИӘ МӨХӘМӘДЙӘН ҠЫҘЫ

Бына беҙ Сермән ауылына етеп киләбеҙ. Марат апамдың шылтыратыуы булды, атайым йыйына ла башланы. Ура, апамдар өмә үткәрә! Ниндәй өмә бит әле: бесән эшләү өмәһе!

        Беҙ йәһәт кенә йыйынып, ауылға киттек. Сермән Белореттан алыҫ түгел. Шуға юлда оҙаҡ бармайһың. Барып еткәнсе, Ағиҙел йылғаһының яры буйлап бараһың, унан йылға әҙерәк юғалып тора. Тик ауылдың осонда ғына кире күренеп, матур булып ағып ята. Сермән - Белорет районындағы иң ҙур ауыл. Атайым әйтә: “Бында билдәле кешеләр тыуған”, - ти. Мин Заһир Исмәғилевты, Сафуан Әлибаевты беләм. Ә минең өсөн иң билдәле кешеләр – ул Марат апам менән Әлфиә инәйем.

        Бына ауылға килеп индек. Туғандарыбыҙ ҡапҡа тышына сығып, әллә ҡайҙан ҡул болғап торалар. Сәй эсеп, әҙерәк ял итеп алдыҡ та сабынлыҡҡа барарға йыйындыҡ. Ағайҙар машинаға кәрәк-яраҡ һала, беҙ көсөбөҙ еткәнен ташышабыҙ. Атайым бәләкәстәрҙе алып барырға теләмәй, әммә Марат апам рөхсәт итте.

        Сабынлыҡҡа килгәс, бындағы матурлыҡтан мин саҡ-саҡ йығылып китмәнем. Был матурлыҡты аңлатып бирергә һүҙ ҙә таба алмайым. Сәскәләрҙең ниндәй генә төҫтәре юҡ! Ә күбәләктәр үҙҙәренең төҫтәренә тап килгән сәскәгә ултыралар ҙа бөтөнләй күренмәйҙәр. Уларҙы тик ҡанат елпеүенән генә белеп була сәскә түгел икәндәрен.

Бесәнгә барғанда, башҡа кешеләрҙең дә бесән эшләп йөрөгәнен күрҙек. Апамдарҙың күршеләре ҡул салғыһы менән сабып йөрөй. Уларҙың эргәһендәге бесәнселәр күбә эшләп ҡуйғандар. Эй матур булып ултыра инде улар яланда. Тик беҙҙекеләр күбә эшләмәй. Трактор йыйғанды шунда уҡ эҫкерт итәләр. Әсәйем, инәйемдәр ҡалған бесәнде бер урынға өйә. Беҙгә лә эш бар бында: һыу алып киләбеҙ, ағайҙар айран һораһа, айран эшләп бирәбеҙ.

Ҡайһы берҙә беҙ ҙә тырма менән бесән тырматабыҙ.

        Көн дә бесәнгә йөрөп, июль уртаһы етте. Бесәнде бөттөк. Марат апам әйтә: “Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Бергәләп эшләгәс, йәһәт бөттөк”, -ти. Беҙ икенсе йылға тиклем яландар менән хушлашып ҡайтып киттек.

        Беҙҙең бына ошолай бесән эшләүгә өмә үткәрәбеҙ. Хәҙер ул – беҙҙең ғаиләнең йолаһы. Минеңсә, һәр ғаиләлә йолалар булырға тейеш. Сөнки йолалар ғаиләләрҙе татыу итә. Беҙҙең ғаиләбеҙ ҙә ныҡ. Шуға лағаилә бөтә яҡтан да иң яҡшыһы. Сөнки беҙҙә йола бар.