Методическая копилка.

  Конспекты уроков,выступления и т.д..

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres-_urok.docx18.89 КБ
Файл prezentatsiya_k_uroku.pptx1.69 МБ
Microsoft Office document icon teoriya.doc49 КБ
Microsoft Office document icon koz._4_klass.doc835 КБ
Office presentation icon koz._4_klass.ppt2.54 МБ

Предварительный просмотр:

Тема :  Ғаилә көсө татыулыҡта.

Маҡсат: 1) cифат һәм ҡылымдарҙың  һөйләмдә  дөрөҫ ҡулланылышын ҡабатлау,

  2) уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен  һәм логик фекерләүен  үҫтереү

3) ғаиләгә ҡарата ихтирам, һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  дәреслек, магнитофон, проектор, компьютер, ҡояш һүрәте.

                                                       Дәрес барышы

Ойоштороу моменты : һаумыһығыҙ, ултырығыҙ.

  1.   1-се слайд.       Артикуляцион-фонетик күнегеү.

Ата-әсә атлап бара,

Уртала бала,

Гүйә ике яр эсендә

Тулҡын сайҡала.     ( Әсхәл Әхмәт Хужа)

1)  Шиғырҙы уҡыу.

2) Тәржемә итеү.

3)Үҙ аллы уҡыу.

4) 2-3 уҡыусынан уҡытыу.

5) Ҡысҡырып уҡыу.

Һорауҙар: Шиғыр нимә тураһында?    Уҡыусылар яуабы.

  1. Төп өлөш. Бөгөнгө дәресебеҙ ғаилә темаһына бағышланған.

Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу:беҙ һеҙҙең менән бөгөн ҡылым һәм сифаттарҙы ҡабатлап үтербеҙ,ғаилә тураһында әңгәмәләшербеҙ,картина буйынса эш үткәрербеҙ (һүҙбәйләнештәр,һөйләмдәр төҙөрбөҙ).

Хәҙер экранға иғтибар итегеҙ.  2-се слайдта ике төр гөлләмә бирелгән.

Беренсе һүрәтте тасуирлау: сәскә матур, асыҡ төҫтәр менән буялған, күҙ яуын алып тора, …...

 Икенсе һүрәт: гөлләмә һулыған,япраҡтары ҡойола башлаған,сәскәләре лә шиңгән…

Ошо гөлләмәләрҙе ғаилә тип күҙ алдына килтерәйек.

“ Ғаилә ниндәй булырға тейеш “- тигән һорауға яуап биреп китәйек.

-Татыу, берҙәм, бер-береһенә ярҙам итеүсе. Ысынлап та ауырлыҡтарҙы  бергә кисереп, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр генә ошо гөлләмә кеүек сәскә атырҙар.

-Был һүҙҙәр ҡайһы һүрәткә тап килә?

-Дөрөҫ әйтәһегеҙ.

“Ғаилә ул гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш ,гөлдө гел генә ҡарап-ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә.” (Т.Сәғитов)

3)    Картина буйынса эш.

Ә ғаиләлә кемдәр бар? Һүрәткә ҡарап ошо һорауға яуап бирәйек.

  • Атай,әсәй,өләсәй,олатай,балалар.
  • Был ниндәй ғаилә?
  • Ҙур, татыу.Улар бер-береһенә ярҙам итәләр. Һәр береһе үҙ эшен башҡара.
  • Тимәк бер-береңә ҡарата ихтирамлы,ярҙамсыл булырға кәрәк.
  • Сифаттың һорауын иҫкә төшөрөп китәйек.
  • Ниндәй?
  1. Ял минуты. Музыка яңғырай.

Беҙ, беҙ,беҙ генә,

Бармағыбыҙ төҙ генә.

Ҡул ҡанатын ҡағабыҙ,

Сәпәкәйләп алабыҙ.

Билдән артҡа бөгөләбеҙ,

Шунан инде сүгәләйбеҙ.

Тағы ҡанат ҡағабыҙ,

Тәрән һулыш алабыҙ.

Ултырабыҙ шым ғына,

Һәм уҡыйбыҙ тын ғына. (2 тапҡыр)

  1. Картина буйынса эште дауам итеп таблица тултырыу(үҙ аллы эш). Дәфтәргә яҙыу.

Атай                                                                                   ҡойма ҡуя,теҙә, эшләй,  төҙөй              

Әсәй                                                                һыйыр һауа

Олатай                       нимә эшләй?                               утын яра

Өләсәй                                                          ем бирә

-Уҡыусылар, ҡылым һөйләмдең ҡайһы өлөшөндә килгән ?Ни өсөн?

-Эйе, дөрөҫ, аҙағында. Ҡылым һәр ваҡыт эйәнән һуң, һөйләмдең аҙағында килә.

-Ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап була?

-Нимә эшләй? Нимә эшләне? Нимә эшләйҙәр? Һ.б.

Быны иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.

  1. Текст өҫтөндә эш.

Беҙҙең ғаилә ҙур. Ғаиләлә өс кеше. Беҙҙең ғаиләлә һәр кем үҙ эшен яратып башҡара. Атайым- төҙөүсе. Ҡалалағы һәр өсөнсө йортто төҙөүҙә ул ҡатнашҡан. Әсәйем- уҡытыусы. Ул балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Мин 5-се класта уҡыйым.Беҙҙең мәктәп өс ҡатлы,ҙур һәм яҡты.

  1. Үҙ аллы уҡыу.
  2. Сылбырлап уҡыу,
  3. тәржемә итеү.
  4. Ҡылымдарҙы табыу.
  5. Сифаттарҙы табыу.
  1. Йомғаҡлау.

Таҡтала ҡояш һүрәте бирелгән.

Ә уның нурҙарын уҡыусылар таҡтаға сығып ҡуялар,яҙылған һүҙҙәрҙе тәржемә итәләр.

Нурҙарҙа яҙылған һүҙҙәр: татыу,берҙәм,матур,бәхетле,ярҙамсыл,ныҡлы,сәләмәт.

Тимәк,ғаиләлә бөтәһе лә яҡшы булһын өсөн ошо сифаттарға эйә булырға кәрәк. Мин дә һәр ғаиләлә именлек булыуын теләйем.

  1. Баһалау.
  2. Өй эше: ғаилә тураһында өс мәҡәл яҙып килергә.

Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының

«12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

         

               Ғаилә көсө татыулыҡта

 

                                                       

                                                         Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                            Харисова Гөлнара Марс ҡыҙы


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Артикуляцион-фонетик күнегеү. Ата-әсә атлап бара, Уртала бала, Гүйә ике яр ситендә Тулҡын сайҡала. (Әсхәл Әхмәт Хужа)

Слайд 3

Ғаилә ул гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап-ҡурсалап тормаһаң,уға йә ҡырау төшә,йә күҙ тейә . ( Т.Сәғитов)

Слайд 4

Ғаиләлә кемдәр бар? Атай-папа әсәй-мама олатай-дедушка өләсәй- бабушка бала-ребенок

Слайд 5

Ял минуты. Беҙ,беҙ,беҙ генә, Бармағыбыҙ төҙ генә. Ҡул ҡанатын ҡағабыҙ, Сәпәкәйләп алабыҙ. Билдән артҡа бөгөләбеҙ, Шунан инде сүгәләйбеҙ. Тағы ҡанат ҡағабыҙ, Тәрән һулыш алабыҙ. Ултырабыҙ шым ғына, Һәм уҡыйбыҙ тын ғына.

Слайд 6

Татыу Бәхетле Берҙәм Ныҡлы Матур Сәләмәт Ярҙамсыл Тырыш



Предварительный просмотр:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙы лингвокультурологик үҫтереү сараһы булараҡ педагогик технологиялар. 

 Юғары категориялы башҡорт  теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Харисова Гөлнара Марс ҡыҙы

«12- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы .

                Проблеманың актуаллеге:

 Бөгөнгө көндә башҡорт телен һаҡлап алып ҡалыуҙы күҙ уңында тотоп, башҡорт телен иң беренсе үҙебеҙҙең милләт балаһы белһен тип, шул йәһәттән, рус телле уҡыусыла башҡорт теленә ихтирамлы ҡараш, башҡорт халҡының милләт булараҡ һаҡланып ҡалыу хоҡуғына теләктәшлек тәрбиәләү мотлаҡ.

             Эҙләнеү объекты:

  Педагогик эшмәкәрлек объекты – ул уҡыусы эшмәкәрлеге.

             Маҡсаттар:

Лингвокультурологик нигеҙҙә тәрбиәләү барышында, инновацион технологияларҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле ҡулланып, башҡорт телен тәү сиратта үҙебеҙҙең милләт балаһы белһен, тип уҡытыу.

Башҡорт балаһына Тыуған ил тарихын уның ғәзиз теле аша еткерә алыу, генетик хәтерен уятыу.

Рус телле башҡа уҡыусылар күңелендә башҡорт теленә ихтирам, башҡорт халҡының милләт булараҡ һаҡланып ҡалыу хоҡуғына теләктәшлек тәрбиәләү.

     Хәҙер бер нисә педагогик технологияға туҡталып китәйек:

                     Проект технологияһы

Проект технологияһы  – ҡуйылған проблема өҫтөндә ентекле эшләү барышында дидактик маҡсатҡа ирешеү алымы. Проект эше – ул ниндәйҙер идея, фекер өҫтөндә, ентекле планлаштырып, эҙмә-эҙлекле эшләү һәм аҙағында күҙгә күренерлек матур биҙәлешле хеҙмәт сығарыу, уны ҡулланыу. Уҡыусыға тел төҙөлөшөн өйрәтеү түгел, ә уны шул телдә һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү төп маҡсат булырға тейеш.                       

                    Проблемалы уҡытыу.

“Проблема ҡуйыу - уҡыусыны эҙләнеүгә йүнәлтеү ул. Бының өсөн рефлексияның (үҙ булмышын, мөмкинлеген, хәлен күңелдән кисереү) булыуы шарт.

                                  Адаптив система 

Беренсенән, был технология ғәҙәти дәрес сиктәрен киңәйтә, йәғни уҡыусыларҙың үҫеш мөмкинлектәрен арттыра, уларҙың уҡыуға, белем алыуға ҡыҙыҡһыныусанлығы бермә-бер арта, эшсәнлеге һәм әүҙемлеге юғары кимәлдә була. Икенсенән, был дәрестәрҙә уҡыусылар теманы еңел үҙләштерә, фекер йөрөтөргә, һығымта яһарға өйрәнә. Өсөнсөнән, адаптив система алымдары ҡулланып дәрес үткәреү уҡыусыларҙың белем сифатын күтәрә, үҙаллы эшләү һәләтен арттыра.

 Үҙ тәжрибәмдә проект төҙөү,шәхси йүнәлешле проектлы уҡытыу,һөйләү телмәрен үҫтереү,прблемалы анализ, уйын технологияларын ҡулланам. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәм.                          

           Ғәмәли эш тәжрибәһенән.  

 Рус телле балалар менән башҡорт телендә әллә ниндәй ҡатмарлы проекттар төҙөп булмай. Ә шулай ҙа ҡайһы бер темаларҙы ҡыҙыҡһынып төплө өйрәнеү өсөн дәрестәрҙә ябай ғына проект төҙөйбөҙ

           Шулай уҡ,уҡылған әкиәттәр,Башҡортостан тәбиғәте буйынса проекттар төҙөйбөҙ.

Шәхси йүнәлешле проектлы уҡытыу технологияһы

Шәхси йүнәлешле уҡытыу уҡыусы шәхесен формалаштырыуҙы маҡсатҡа ашырыр өсөн, берләштерелгән  эшмәкәрлек аша белем бирә:   аралашыу, үҙ алдыңа белем алыу, үҙтәрбиә, үҙ-үҙеңә баһа биреү, үҙ мөмкинлегеңә таянып проектты тормошҡа ашырыу – рефлексив процестың кире бәйләнеше. Бының өсөн төрлө социализация стимулдары: уйын, төркөм, хеҙмәт, уңыш – стимулдары ҡулланыла. Ижади шәхестең мотивация кимәле (“донъяға ҡараш”, “донъяның тел картинаһы”, шәхестең “тормошта тотҡан урыны”) формалаша.

 Шәхси йүнәлешле проектлы уҡытыу технологияһын ҡулланғанда түбәндәге эш алымдарына мөрәжәғәт итәм:

 тексты үҙ һүҙҙәре менән һөйләп биреү, иллюстрация, сюжетлы һүрәт буйынса, ниндәйҙер бер тәғәйен предмет тураһында һүҙҙәр теҙмәһен атап сығып, һуңғыларын һүҙбәйләнештәргә төйнәү, һөйләмгә әйләндереү. 

     Тексты уҡып сыҡҡандан һуң уның эстәлеген нисек аңлағандарын белер өсөн “фаразлы тәржемә” алымын ҡулланам.

     Текстың эстәлеге буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса яуап биреү, тәржемә, һүҙлек эше үткәреү.  Мәғәнәүи яҡтан теүәл текст төҙөү.Ижади эштәр башҡарыу.

                 Уйын технологиялары

Уйын технологияһын ҡулланыу ҙа отошло. Бының нигеҙендә уҡыусы менән уҡытыусы араһында тулыһынса аңлашыу мөнәсәбәте ятырға тейеш.

  • тәржемәсе уйыны (уҡытыусы русса, уҡыусылар башҡортса әйтә,йә киреһенсә.):Йә булмаһа таҡтаға һүҙҙәр яҙам,уҡыусылар ике командаға бүленеп,таҡта янына сығып уларҙың тәржемәһен яҙа.
  • артыҡ һүҙҙе тап уйыны. 
  • кроссворд төҙөү
  • һүрәткә ҡарап мәҡәлдәрҙе әйтеп бөтөрөү. 

            Төҫлө һүрәттәр, сюжетлы картиналар, мнемоһүрәттәр ҡулланам.

     “Һүҙҙәр пирамидаһы” уйыны

                 Уҡыусыларҙың телмәрен байыта, донъяны танып-белеү офоҡтарын киңәйтә. Башҡорт һүҙҙәренең дөрөҫ яҙылышын, әйтелешен үҙләштереү ысулы ла.

     Был күнегеүҙәр телмәр байытыуға ла, дөрөҫ яҙыу күнекмәләренә лә өйрәтә.

                     Йомғаҡлау.

Юғарыла әйтеп үтелгән педагогик технологиялар минең эш тәжрибәмдә башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса уҡыусыларҙың белемен үҫтереү, камиллаштырыуға ҙур ярҙам күрһәтә.Шуға күрә үҙ дәрестәремде инновацион технологик талаптарға ярарлыҡ ҡулланып,уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырып уңышҡа өлгәшеп булалыр тигән фекерҙәмен.



Предварительный просмотр:

Тема: Д.Юлтый Көҙ шиғыры. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Маҡсат:1) Көҙ темаһы буйынса һөйләшәүҙе дауам итеү, шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу;2) грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системаға килтереү;3) туған тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Алтын көҙ картинаһы,карточкалар, магнитофон,интерактив таҡта.

                                          Дәрес барышы

I Инеш һүҙ.

Дәрес К.Кинйәбулатованың һүҙҙәре, М.Бикбова музыкаһына яҙылған Көҙ еткәс йыры менән башлана.

Уҡытыусы: Ни өсөн дәресебеҙҙе ошо йырҙан башланыҡ?

Уҡыусы: Дәрестә көҙ миҙгеле тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Уҡытыусы: Бөгөн дәрестә көҙ темаһын дауам итербеҙ,йомаҡтар, шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөрбөҙ. Д.Юлтыйҙың шиғырҙары менән танышыуҙы дауам итербеҙ.

II Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1/ Хор менән шиғыр-йомаҡ уҡыйбыҙ.

Ҡырҙар буш ҡала,

Ямғырҙар яуа,

Ерҙәр дымлана,

Был ҡай саҡ була? (Ғ.Туҡай)

Был ҡай саҡ була? (Көҙ) Көҙгә арналған тағы ниндәй йомаҡтар беләбеҙ? Йомаҡтарҙы иҫкә төшөрөргә һары япраҡ һүрәттәре ярҙам итер. Улар таҡтаға эленгән, япраҡ артына йомаҡтар яҙылған.Йомаҡтарҙың яуаптарын кроссвордҡа яҙа барабыҙ.

1-се Көҙ сисенә,яҙ кейенә.(ағас)    

2-се Таяҡ,таяҡ осонда табаҡ,табаҡ эсендә мең егет.( көнбағыш)  

3-сө Ҡыҙыл төймәһен таҡҡан,ҡаршыма килеп баҫҡан.(миләш)

 4-се Ҡат-ҡат тунлы,ҡарыш буйлы.(кәбеҫтә)

5-се Үҙе илай,үҙе һыйлай.(көҙ)

6-сы Аяғы юҡ-ил гиҙә,

         Күҙҙәре юҡ- йәш түгә.(болот)

7-се Олоһо ла,кесеһе лә эшләпә кейгән.(бәшмәк)

а

ғ

а

с

к

ө

н

б

а

ғ

ы

ш

м

и

л

ә

ш

к

ә

б

е

ҫ

т

ә

к

ө

ҙ

б

о

л

о

т

к

ә

б

е

ҫ

т

ә

- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

-Сөмбөлә.

-Сөмбөлә ул борондан ҡалған байрам.Көҙгө уңыш йыйыу байрамы.Әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған байрам булған.

2.Карточкалар менән эш.

1-се    ҡ…л,ҡ…р,ҡ…ҙ,т…л,һ…ң.

2-се     к…л,к…ҙ,һ…ҙ,т…н,к…н.      Көҙ һүҙе менән һөйләмдәр төҙөү.Бер һөйләмде таҡтаға яҙыу. Алтын көҙ килде. Предметты һәм предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе табып,аҫтына һыҙыу.

3. “Телефон” уйыны.

Һөйләмде дәфтәргә яҙып бөтөүгә телефон шылтырай. Ике уҡыусының һөйләшеүе.

-Һаумы,Егор!

-Һаумы,Даша!

-Егор хәлең нисек?

-Яҡшы,рәхмәт.

-Бөгөн көн матур!Әйҙә уйнарға сығайыҡ.

-Даша,әйҙә урманға барайыҡ!

-Мин риза. Төрлө-төрлө япраҡтар йыйырбыҙ.

-Осрашҡанға тиклем.

4. Картина буйынсы эш.  Уҡыусылар ,әйҙәгеҙ,Егор менән Даша артынан беҙ ҙә урманға барайыҡ. Көҙгө урмандың матурлығын күҙәтеп,рәхәтләнеп йөрөп ҡайтырбыҙ.Беҙгә үҙебеҙҙе көҙгө урманда тип хис итергә “Алтын көҙ” картинаһы ярҙам итер. Картина буйынса һөйләмдәр төҙөү. (Бер нисә һөйләмде яҙып ҡуйыу).

 

        Ниндәй матур көҙгө урман! Ағастар һары,ҡыҙыл төҫкә ингәндәр.Әкрен генә иҫкән елгә лә япраҡтар ҡойола. Балалар япраҡтар йыя.

-Ә урманда ҡоштар тауышы ишетеләме?

- Юҡ

-Ә ни өсөн ишетелмәй?

- Сөнки ҡоштар йылы яҡҡа осоп китәләр.

5.”Туп” уйыны. Беҙ уйын уйнап ҡоштарҙы иҫкә төшөрөп китербеҙ.Уҡытыусы кемгәлер туп ташлай,уҡыусы уны кире биргәндә ҡош исемен әйтә.

Һандуғас-соловей, ҡарлуғас-ласточка,сыйырсыҡ-скворец,аҡҡош-лебедь,торна-журавль,кәкүк-кукушка.

6.Ял минуты. Йылы яҡҡа китеүсе ҡоштарҙы оҙатып ҡалайыҡ.

Ҡоштар китә,ҡоштар китә,

Улар осалар бейек.

Беҙ уларға ҡул болғайбыҙ,

Яҙға килегеҙ тейеп.

7. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.Ә хәҙер беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарҙы иҫкә төшөрәйек. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙырға.Ҡайһы һан аҫтындағы хәреф тап килә,шул һанды уҡыусылар күтәрә.

1                           2                                  3                                4

      а                           у                                 о                                  ү

Т…мыртҡа, һ…йыҫҡан,ҡ…р, ала ҡ…рға, һ…йыр,сә…кә,т…рғай, к…гәрсен.

(Ҡоштар исеме берлектә яҙылған,күплектә яҙып ҡуйырға.Ҡош,ҡоштар һүҙҙәре менән һөйләм уйларға. Ҡоштар- беҙҙең дуҫтарыбыҙ һөйләмен таҡтаға яҙырға)

Ысынлап та ҡоштар- беҙҙең дуҫтарыбыҙ.Беҙ уларҙы һаҡларға тейешбеҙ.Сөнки ҡоштарҙың ҡайһы төрө йылдан- йыл кәмей бара.Уларҙың ҡайһы берәүҙәре Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Мөҫөлөн:филин-ҡолаҡлы ябалаҡ,степной орел-ялан бөркөтө,серый журавль-һоро торна.

10 .Шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү. Бигерәк матур ҙа һуң Башҡортостанда көҙ.Ә көҙгө урманда йөрөүе,тәбиғәтте күҙәтеүе… Барыһы ла беҙгә көс,дәрт өҫтәй.Аңлата алмаҫлыҡ хистәр,уйҙар тыуа. Күңелдәргә шиғыр юлдары килә.

 - Шиғыр юлдарын бергәләп иҫкә төшөрәйек.

1. Тымыҡ күл буйҙарын оя иткән….

2.  Моңһоуланды урмандар,

Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө….

3.  Тирә яҡҡа көҙ апай

Һипте һары буяуын….  

Мостай Кәрим Көҙ, М.  Дилмөхәмәтов   Көҙ килде, М. Ғәли Көҙ килде.

III. Яңы тема. Дауыт Юлтыйҙың тағы бер шиғыры менән танышабыҙ. Ул “Көҙ” тип атала.

Слайдта авторҙың портреты.

              Д.Юлтый
                                                              6.04.1893-10.07.1938

а) Һүҙлек эше

монар- марево

б) уҡытыусы тарафынан шиғыр тасуири уҡыла

в) шиғыр өҫтөндә эш:

  • үҙаллы уҡыу;
  • хор менән уҡыу;
  • сылбырлап уҡыу;
  • ярышып уҡыу;

г) һорауҙарға яуап биреү:

  • Көҙ билдәләре шиғырҙа нисек тасуирланған?
  • Шиғырҙа көҙ айының ниндәй айы һүрәтләнгән?
  • Шиғырҙы тағы ла бер тапҡыр үҙаллы уҡып сығығыҙ.
  • Шиғыр һеҙгә оҡшанымы,юҡмы?

Шиғырҙан предметтың эшен белдергән һүҙҙәрҙе табыу.

11. Йомғаҡлау.

1.Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек?

  • Картина буйынса һөйләмдәр төҙөнөк,
  • йомаҡтар сисеп кроссворд тултырҙыҡ,
  • уйнаныҡ,
  • йылы яҡҡа китеүсе һәм беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарҙы иҫкә төшөрҙөк,
  • яңы шиғыр менән таныштыҡ,
  • һорауҙарға яуап бирҙек.

2. Дәфтәрҙәрҙе йыйыу,баһалау.

3.Өйгә эш: шиғырҙы ятларға.

Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының

«12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

                                             

                                                                         

                                                        Уҡытыусы: Харисова Гөлнара Марс ҡыҙы.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Ҡырҙар буш ҡала, Ямғырҙар яуа, Ерҙәр дымлана, Был ҡай саҡ була?

Слайд 2

а ғ а с к ө н б а ғ ы ш м и л ә ш к ә б е ҫ т ә к ө ҙ б о л о т б ә ш м ә к

Слайд 3

Алтын көҙ.

Слайд 5

Ҡоштар китә,ҡоштар китә, Улар осалар бейек. Беҙ уларға ҡул болғайбыҙ, Яҙға килегеҙ тейеп. Ял минуты

Слайд 6

1 2 3 4 а у о ү

Слайд 7

Тумыр тҡа,һайыҫҡан,ҡор, ала ҡарға,һуйыр,сәүкә, турғай,күгәрсен.