Программы (КТП)

Тематик пландар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon programma_po_bash.gos_._yazyku.doc46.5 КБ
Microsoft Office document icon rup.doc58.5 КБ
Файл ktp_8_klass_gos_novyy.docx40.75 КБ
Файл ktp_9_klass_gosnovyy.docx43.77 КБ

Предварительный просмотр:

Программа.

Башланғыс кластарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.

        Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:

  • башланғыс класс уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
  • уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
  • башланғыс класс уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
  • башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.

«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны.

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2, 3, 4 кластарҙа 204 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт,  һәр класта 34 уҡыу аҙнаһы).

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
  • башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
  • уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

        Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

    Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;  

уҡыуҙа:

  • өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
  • өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

  • яҙыу техникаһына эйә булыу;
  • үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

  • башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
  • төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

  • географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

  • айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
  • башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
  • ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
  • үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

  • башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
  • балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
  • балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

  • уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
  • социомәҙәни компетенция;
  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе.

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.

Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.

Яратҡан шөғөлөм. Спорт төрҙәре һәм спорт уйындары. Яратҡан әкиәттәрем. Ял көнө (зоопаркта, циркта), каникулдар.

Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.

Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.

Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ квартирам/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәби персонаждар. Балалар фольклоры.

Коммуникатив оҫталыҡтар.

Һөйләү телмәре

  1. Диалогик форма:
  • типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;
  • һорау-яуап рәүешендәге диалог.
  1. Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

        - уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

  • өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

  • башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
  • өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

  • текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы;
  • яҙма телмәр нигеҙҙәре: байрам менән ҡотлау, ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

  1. Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

  1. Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.

  1. Телмәрҙең лексик яғы.

Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив) үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.

  1. Телмәрҙең грамматик яғы.

Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү. Һорау алмаштары. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Раҫлау һәм инҡар итеү һөйләмдәре. Хәбәре ҡылым, исем һәм ҡушма ҡушма ҡылым менән белдерелгән ябай һөйләм. Раҫлау йәки инҡар итеү мәғәнәһен белдергән өндәү һөйләмдәр. Эйәһеҙ һөйләм. Хәҙерге заман формаһы. Ябай тарҡау һөйләм. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Һәм, ләкин теркәүестәре менән бирелгән теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Сөнки бәйләүесе менән бирелгән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Инфинитив (уртаҡ ҡылым). Мөмкин, тейеш, кәрәк модаль һүҙҙәре. Исемдәрҙең һан һәм килеш менән үҙгәреше.

Сифат дәрәжәләре.

Алмаш һәм уның төрҙәре (зат, һорау, эйәлек, күрһәтеү).

Ваҡыт рәүештәре (кисә, бөгөн, иртәгә, йыш һ.б).

100-гә тиклем төп һандар, 30-ға тиклем рәт һандары.



Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

          Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  10-11-се  клас  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

          Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн 5 сәғәт.

Төҙөүсеһе:   

Дәреслек: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған мәктәптәрҙең 10-11  синыф уҡыусылары  өсөн  дәреслек.   Өфө : Китап, 2009.

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:  Уҡытыу рус телендә  алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар.     Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороү буйынса методик кәңәштәр.  Өфө: 2006;  Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт итеп өйрәнеүселәр өсөн.  Өфө: Китап, 2009;

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2005.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Г.  Ижевск: «Книгоград», 2008;   Башҡортостан  Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль  бюджет  дөйөм  белем биреү учреждениеhының «Уҡыу  планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;  Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;  «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;  Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
  • бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. 

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

  • Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.
  • 11-се кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  • Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш)

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

10 класс

 Тыуған илем – Башҡортостан - 6 сәғәт. Башҡортостан, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй кимәлендә тотҡан урыны, уның байлығы, күренекле шәхестәре, халҡы, батырҙары, сәнғәте хаҡында текстар уҡыу, әңгәмәләр, осрашыуҙар, экскурсиялар ойоштороү. 11-се класс уҡыусылары уҡығандары дөрөҫ, шыма итеп һөйләй белергә, әңгәмәлә еңел ҡатнаша, аралаша алырға тейеш. Диалогик, монологик телмәр менән эш итә белеүгә өлгәшергә кәрәк.

Грамматика: 10-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан сәнғәте – 3 сәғәт.  Башҡортостан Республикаһында сәнғәт үҫеше. Сәнғәт әһелдәре менән танышыү, улар хаҡында яҙылған текстар менән танышыү. Грамматика буйынса үҙләштерелгән материалды ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыуға өлгәшеү. Был тема буйынса уҡытыусынан һәм уҡыусыларҙан да ижади эш талап ителә.

Грамматика: Бер составлы һөйләм төрҙәре.

Кемдәр улар сәсәндәр? - 2 сәғәт. Сәсәндәрҙең йәмғиәт тормошонда тотҡан урындары, уларҙың халыҡ шағирҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы тураһында таныштырыу. Сәсәнлек сәнғәте. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәре хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр (Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Буранбай – Йәркәй сәсән). Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традициялары сағылышы.

Грамматика:  Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.  Баш һөйләм һәм эйәрсән һөйләм. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Башҡорт ырыуҙары,шәжәрәләр. – 1 сәғәт.  Башҡорт халҡының ырыуҙары менән танышыу. Башҡорт шәжәрәләренең яҙма ҡомартҡы булараҡ матур әҙәбиәткә мөнәсәбәте. Уҡыусыларҙың үҙ ырыу шәжәрәһен төҙөтөү, улар тураһында һөйләй белеү.

Грамматика: Ҡушма һөйләмдәр (ҡабатлау).

Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары – 22 сәғәт.  Башҡорт халыҡ шағир-яҙыусылары тураһында белешмә. Уларҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу. Уҡыусылар һәр шағир, яҙыусы хаҡында һөйләй белергә һәм уларҙың әҫәрҙәрен танып атай белергә тейеш. Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү; текст өҫтөндә эшләүгә иғтибар арттырыу.

Грамматика:  Эйә һөйләм. Эйәрсән хәбәр һөйләм.

                                                                            11 класс

1.Белем көнө.( 5 сәғәт) 1 сентябрь - Белем көнө, Ватан, тыныслыҡ, мәктәп, уҡыу һәм уға мөнәсәбәт тураһында текстар уҡыу дауам итә. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш даими дауам итә.

Мәктәп, Тыуған ил, тыуған төйәк хаҡында әңғәмәләр үткәреү.

Грамматика: 9-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: күңел, һағыныу, тойғо, ғәзиз, күңелле, моң, төркөм, кәңәш, онотолоу, иҫтән сығыу, ғүмер, ҡыңғырау, мәктәп йылдары, заман, имтихан, хөрмәт, рөхсәт, һуңынан, бәхет, йүләр, кәйеф, бөтһе, дөрөҫ юл һайлау.

2.Башҡортостан ҡоштары. (4 сәғәт)  Башҡортостан ҡоштары, уларҙың көн итеүҙәре , һәр ҡош төрөнөң үҙенсәлекле яҡтары менән таныштырыу. Яҙыусы, шағирҙарҙың ҡоштар тураһында яҙған әҫәрҙәрен уҡыу. Улар ярҙамында уҡыусыларҙың һүҙлек байлыҫын арттырыу, телмәр үҫтереү. Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоусы ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Грамматика: Исемдең 1-се зат ялғауҙары. Бер составлы һөйләмдәр. Сифат дәрәжәләре.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: ҡоштар, ҡанат, ҡауырый, ҡарлуғас, һандәғас, сәпсек, аҡ сәпсек, сәүкә, һайыҫҡан, һуйыр, ҡор, сел, ҡоҙғон. кәкүк, тумыртҡа, сыйырсыҡ, турғай, ҡарға, торна, бүҙәнә, бөркөт, ҡарсыға, төйлөгән, ҡарабаш турғай, һабантурғай, күгәрсен, файҙалы, ҡорт, зарарлы.

3.Башҡорт йолалары, ғөреф- ғәҙәтләре, әҙәп ҡәғиҙәләре. (4 сәғәт)  Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөреф-ғәһәттәре, әҙәп-ҡағиҙәләре менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Һәр йоланың үҙенсәлекле яҡтарын билдәләү, башҡорт халыҡ йолаларын башҡа халыҡ  йолаларынан айырмалы яҡтарын билдәләй белеү. Күренекле шәхестәрҙең фәһемле һүҙҙәре, яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән танышыу.

Грамматика:Бер һәм ике составлы һөйләмдәр. Алмаштың килеш менән үҙгәреүе. Ҡылымдың заман формалары. Алмаш төркөмсәләре.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: йола, ғөрөф-ғәҙәт, әҙәп ҡағиҙәләр, ғаилә, тәрбиә, донъяға ҡараш, тыйыуҙар, тәртип, ғәҙәт, аралашыу, ҡунаҡсыллыҡ, бойороҡ, йомарт, сабырлыҡ, ололау, тыйнаҡ, намыҫлы, ышаныслы, һаҡлау, әссәләмәғәләйкүм, хәйерле көн (иртә. кис) , оҙон ғүмерле булһын! Ҡотло булһын! Еңел аяғың менән! Ҡул-аяғың еңел булһын! Һабантуй, ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, өмә. Ҡаҙ өмәһе. Һаумыһығыҙ,ауылдаштар! Аулаҡ өй, кис ултырыу.

4.Башҡортостанда ҡыш. (3 сәғәт)  Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм байрамдары тураһында уҡыу. Тәбиғәтте күҙәтеү, ҡыш йәнлектәр һәм ҡоштар тормошо тураһында уҡыу, һөйләү, танышыу. Был турала уҡыусыларҙы дөрөҫ. Аныҡ. Тулы итеп һөйләрәгә өйрәтеү маҡсатын тормошҡа ашырыу өҫтөндә даими эш алып барыу.

Грамматика:Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре. Алмаштың килеш менән үҙгәреүе. Ҡылым формалары. Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: ынйы, ғәжәп, хайран ҡалыу, һуйыр,  илгәҙәк, ҡоралай, юллатыу, шәм, бәҫ, тылсымлы, селтәрле, әңгәмә, тамаша, тантана, шыршы, саңғы, көрт, һырғалаҡ өйөү, һунар, өң, эҙ, айыу, ҡышҡы йоҡо, мылтыҡ, һыуыҡ,буран, өйөрмә, ҡояш байыйый.

Диалог темалары: Тауҙа уйнағанда. Яңы йыл байрамы.  Ҡыш һауа торошо. Ҡыш тураһында һынамыштар, мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар.

5.Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам. ( 4 сәғәт)  Ҡатын- ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр тураһында һөйләшеү, уларға ҡарата  хөрмәт, уларға иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы тәрбиәләү.

Грамматика: Ҡылымдарҙың башланғыс формаһы. 

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: элек, хәҙер, тормош, илау, сәңгелдәк йыры, иртә, наҙлы, ҡайғы килтереү, яратҡан, ғәҙел, хыял, хыялланыу, лайыҡ, мохтаж, батырлыҡ, серләшеү.

6.Һөнәрҙәр. (2  сәғәт)

Грамматика: Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: һөнәр, кәсеп, теләк, һайлау, оҫта, ялҡау, егәрле, уңған, үҙ эшен ярата, эшһөйәр, ҡулы оҫта, алтын ҡуллы, етеҙ, бейеүсе, йырсы, сәхнә оҫтаһы, быҙау ҡараусы, һауынсы, үлсәү, һыйыр һауыу, иртә, йылмайыу.

7.Башҡортостандың иҫтәлекле урындары. (4  сәғәт)  Башҡортостандың күренекле урындары тураһында уҡыусыларҙы һөйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларҙан  Башҡортостан Республикаһындағы данлыҡлы урындар тураһында материалдар йыйҙырыу, улар буйынса башҡорт телендә уҡыусылар менән фекер  алышыу. Уҡыусыларҙа үҙ республикаһына , тыуған төйәккә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырыу.

Грамматика: Тура телмәрле һөйләмдәр. Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары. Телмәр ҡылымдары. Өн оҡшатыу ҡылымдары.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: мәмерйә, иҫтәлек, иҫтәлекле урын, тарих, һүрәт, баҫҡыс, быуат, таш кимтеге, тәрәнлек, боҙ, мәңгелек, осор, ҡарауылсы, музей, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, кәшәнә, ғалимдар, мираҫ, тәбиғи ҡомартҡы, раҫлау, бейеклек, төрөү, баҫҡыс тутыҡҡан, өҫкө ҡат, донъя күләмендә.

8.Башҡорт музыка ҡоралдары. (2 сәғәт)

Башҡорттарҙың рухи һәм материаль культураһында халыҡ музыка коралдарының әһәмиәтле урын алып тороуы менән таныштырыу.. Ул өлкәлә данлыҡлы кешеләрҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу. Улар тураһында уҡыусыларҙың дөрөҫ итеп һөйләүенә өлгәшеү.

Грамматика: Бәйләүестәр. Ҡушма исемдең яһалышы. Ҡылымдың киләсәк заманы.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: рухи донъя, музыка ҡоралдары, милли көй, башҡорт композиторҙары, боронғо ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, мәғлүмәт, элек, быуат, сәсән, юлдаш, ил батырҙары, дан, тыуған ер, батша, хөкүмәт, ижад, өйрәнеү, тырышыу, яратыу, йырларға яратыу, көй сығарыу, композитор, үҙешмәкәр, йыр буйынса ярыш уҙғарыу, бер аҙ, талантлы, үткән йыл, Өфө сәнғәт институты, халыҡ артистары.

9. Бигерәк йәмле йәй көндәре. (6 сәғәт)  Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса төрлө эш төрҙәре үткәреү. Йәй миҙгеле, байрамдар, һуңғы кыңғырау шылтырауы, йәйге ял темаһы буйынса әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.

Грамматика. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр: ҡыңғырау, оя, йорт, таныш исем, заман, ваҡыт, имтихан, бурыс, өлкән, юл, һанау, маҡсат, ашхана, таң, төндә, серҙәш, бөҙрә, яңғыҙ,бер үҙе, бер кем дә, кеҫә, ҡулъяулыҡ, ялҡын, ял итеү, бейек, юғары, бөйөк, тәлгәш, тапшырыу, намыҫ, васыят, хәтерҙә, иҫтә, өмөт, ышаныс, ғорур.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу.
  2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.
  3. Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.
  4. Үҙ аллы  уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү.
  5. Художестволы әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр һәм публицистика әҫәрҙәрен айыра белеү.
  6. Яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу; бирелгән тема, һүрәт, картина буйынса һөйләй белеү.
  7. Өйрәнелә торған  әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү, геройҙарға индивидуаль, сағыштырма, төркөмләп характеристика биреү.
  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү.
  9. Билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле, эйәһеҙ һөйләм, дөйөм эйәле һәм атама һөйләмдәрҙе айыра белеү;  кешенең эске донъяһын, тәбиғәттең төрлөсә торошон, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы ҡыҫҡа ғына һүрәтләү өсөн бер составлы һөйләмдәрҙе файҙалана белеү.

 Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.

      Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.  Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар  төҙөү.

     Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң  йомғаҡлау  кон-

троль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

     Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм  йыл  аҙағында  йомғаҡлау  контроль  эштәре  мәктәп  администрацияһы  менән  берлектә

 төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

        Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә         ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 11-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: диктант – 3, изложение – 1, инша – 1.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)



Предварительный просмотр:

Календарно-тематическое планирование, 8 класс

Тема, раздел курса

Программное содержание

Количество

часов

Электронные (цифровые) образовательные ресурсы

 

Целевой приоритет воспитания на уровне ООО

Всего

Контр. работы

Раздел 1. Я и мой мир

8

Трудом славен человек

Трудом красив и славен человек

Тексты:

К. Киньябулатова «Голоса Родины».

З. Биишева «Жизнь – труд».

Синтаксис как раздел лингвистики.  Словосочетание и предложение как

единицы синтаксиса

2

 

https://bashlang.ru

 

1,2

Труд – основа жизни

Тексты:

М. Гафури «В саду цветов».

А. Чанышева «Желаю благополучия».

Словосочетания. Типы синтаксической                          связи (сочинительная и подчинительная) (общее

представление).

Пунктуация. Функции знаков               препинания

2

https://bashlang.ru

 

1,2

Мы возвратимся

звездами

Месяц цветов

Тексты:

С. Алибаев «Месяц цветов».

«Солдат стоит на страже» (из газеты

«Вечерняя Уфа»).

С. Габидуллин «Поздравляю».

М. Харис «Письмо».

Словосочетание. Основные признаки словосочетания: наличие двух и более знаменательных слов и подчинительной связи между ними

3

earningapps.org

5,7

Мы возвратимся звездами

Тексты:

«Музей в Палдиски» (из журнала «Аманат»).

1

https://bashlang.ru

 

7

Раздел 2. Башкортостан – край родной

9

Уфа – столица

Башкортостана

Уфа – столица Башкортостана

Тексты:

И. Гвоздикова «Города имеют свою биографию».

Н. Наджми «Песня родному городу».

«Старинная Уфа!» (из книги «Уроки                жизни»).

Виды словосочетаний по морфологическим свойствам главного                       слова: глагольные, именные

3

 https://bashlang.ru

 

3,6

Я люблю тебя, Уфа!

Тексты:

«Уфа – столица Республики Башкортостан» (из «Школьного   календаря»).

Т. Гарипов «О происхождении                                                   названия «Уфа».

 «Улицы Уфы» (из журнала «Аманат»).

 А. Шаммасов «Приветствие».

Типы подчинительной связи слов в словосочетании. Грамматическая синонимия словосочетаний. Нормы  построения словосочетаний

2

learningapps.org

3

Ай, Урал мой, Урал…

Мой край родной

Тексты:

А. Игебаев «Башкортостан – мой край родной».

В. Исхаков «Клещи».

М. Карим «Думы о Родине».

Р. Нигматуллин «Башкортостан».

Р. Янбеков «Цвети, мой                 Башкортостан!».

Предложение. Основные признаки предложения: смысловая и интонационная законченность, грамматическая оформленность

4

https://bashlang.ru

 

3,8

Раздел 3. Природа родного края

17

Наступила золотая осень

Золотая осень

М. Сиражи «Учителю».

С. Муллабаев «Осенний лес».

Виды предложений по цели высказывания. Их интонационные и  смысловые особенности

2

https://bashlang.ru

 

4

Осенний лес

Тексты:

«Осенняя природа» (из журнала «Агидель»).

Р. Шаммас «Родная край».

К. Бальмонт «Осень» (перевод Д. Юлтыя).

В. Меос. Картина «Березы. Шигаево»

Виды предложений по количеству грамматических основ (простые, сложные)

3

learningapps.org

4,10

Наступила белоснежная зима

Зимние месяцы

Тексты:

С. Хажиев «Ноябрь».

А. Вахитова «Идет снег».

Н. Наджми «Зима».

Предложения полные и неполные.

Неполные предложения в диалогической речи, интонация                   неполного предложения

2

learningapps.org

4

Зимний лес

Тексты:

С. Алибаев «Зимний лес».

Е. Кучеров «И метель, и капели».

Простое предложение. Подлежащее и сказуемое как главные члены предложения

2

https://bashlang.ru

 

4

Проектная работа

«Зимующие птицы»

1

4

Прекрасная весна

Наступила весна

Тексты:

Г. Якупова «Весна надежды».

И. Насыри «Весна идет».

З. Валитов «Начало марта».

Е. Кучеров «Весенние воды».

Способы выражения подлежащего. Виды сказуемого (простое глагольное,   составное глагольное, составное именное) и способы его выражения

3

https://bashlang.ru

 

4

День Победы

Тексты:

К. Киньябулатова «Победа, которую завоевали».

«Первый космановт» (из газеты

«Башкортостан».

Тире между подлежащим и сказуемым

2

https://bashlang.ru 

 

3,9

Контроль знаний и

повторение изученного  за год

Контроль знаний

1

1

Повторение изученного за год

1

 

        

 

Тема урока

 

Количество часов

 Дата изучения

План

Факт

Всего

Контр.

работы

1

Наступила золотая осень. М. Сиражи «Учителю». Синтаксис как раздел лингвистики

1

0

1 неделя

 

2

С. Муллабаев «Осенний лес». Словосочетание и предложение как единицы синтаксиса

1

0

2 неделя

3

«Осенняя природа» (из журнала «Агидель»). Словосочетания. Типы синтаксической связи

1

0

3 неделя

4

К. Бальмонт «Осень». Пунктуация

1

0

4 неделя

5

В. Меос картина «Березы. Шигаево» Функции знаков препинания

1

0

5 неделя

6

Уфа – столица Башкортостана. Словосочетание. Основные признаки словосочетания

1

0

6 неделя

7

И. Гвоздикова «Города имеют свою биографию». Виды словосочетаний по морфологическим свойствам главного слова: глагольные

1

0

7 неделя

8

М. Буракаева «Древняя Уфа». Именные словосочетания

1

0

8 неделя

9

Т. Гарипов «О происхождении названия «Уфа». К. Даян «Красивый город»

1

0

9 неделя

 

10

«Улицы Уфы» (из журнала «Аманат»). А. Шаммасов «Приветствие».

1

0

10 неделя

 

11

Трудом славен человек.

К. Киньябулатова «Голоса Родины». Типы подчинительной связи слов в словосочетании

1

0

11 неделя

12

 З. Биишева «Жизнь – труд».

Нормы построения словосочетаний

1

0

12 неделя

13

М. Гафури «В саду цветов». Повторение пройденного по теме «Словосочетания»

1

0

13 неделя

14

 День геолога. Предложение.

1

1

14 неделя

15

  А. Чанышева «Желаю благополучия». Предложение. Основные признаки предложения

1

0

15 неделя

16

С. Хажиев «Ноябрь». Виды предложений по цели высказывания

1

0

16 неделя

 

17

 Н. Наджми «Зима». А. Вахитова «Идет снег»

1

0

17 неделя

18

 С. Алибаев «Зимний лес».

Виды предложений по количеству грамматических основ. Простые предложения

1

0

18 неделя

19

Е. Кучеров «И метель, и капели». Сложные предложения

1

0

19 неделя

20

Проектная работа на тему «Зимующие птицы»

1

0

20 неделя

21

Прекрасная весна. И. Насыри «Весна идет». Г. Якупова «Весна надежды»

1

0

21 неделя

22

З. Валитов «Начало марта».  Предложения полные и неполные

1

0

22 неделя

23

Е. Кучеров «Весенние воды». Подлежащее и сказуемое как главные члены предложения

1

0

23 неделя

24

К. Киньябулатова «Победа, которую завоевали». Способы выражения подлежащего

1

0

24 неделя

25

«Первый космановт» (из газеты «Башкортостан»). Виды сказуемого и способы его выражения

1

0

25 неделя

26

Мы возвратимся звездами. С. Алибаев «Месяц цветов». «Солдат стоит на страже» (из газеты «Вечерняя Уфа»)

1

0

26 неделя

 

27

С. Габидуллин «Поздравляю». Тире между подлежащим и сказуемым          

1

0

27 неделя

28

М. Харис «Письмо». Синтаксический разбор простого предложения

1

0

28 неделя

29

Салават Юлаев. «Музей в Палдиски» (из журнала «Аманат»).

1

0

29 неделя

30

Ай, Урал мой, Урал... А. Игебаев «Башкортостан – мой край родной».

М. Карим «Думы о Родине»

1

0

30 неделя

31

Р. Нигматуллин «Башкортостан». Повторение пройденного по теме «Простое предложение»

1

0

31 неделя

32

Годовая контрольная работа

1

1

32 неделя

33

Работа над ошибками.  Р. Янбеков «Цвети, мой Башкортостан!»

1

0

33 неделя

34

Лето. В. Исхаков «Клещи».

Повторение изученного в 8 классе

1

0

34 неделя



Предварительный просмотр:

Календарно-тематическое планирование, 9 класс

Тема, раздел курса

Программное содержание

Количество

часов

Электронные образовательные ресурсы

Целевой приоритет воспитания на уровне ООО

Всего

Контр.

работы

Раздел 1. Я и мой мир

11

Здравствуй, школа!

Школьная пора

Тексты:

А. Игебаев «Верный друг и             соратник!».

М. Горький «Любите книгу».

М. Карим «Дорога в школу».

А. Ферсман «Нет ничего дороже                       времени».

М. Акмулла «Осень».

Второстепенные члены предложения,   их виды.

2

https://bashlang.ru

6

Наступила золотая осень

Тексты:

К. Ушинский «Осенний день».

Э. Ишбирдин «Лебедь».

Определение как второстепенный член предложения

1

earningapps.org

4

Народное творчество –

достояние народа

Мое родословное

Тексты:

А. Сулейманов «Народное                              творчество».

«Слезы аиста» (из газеты «Вечерняя                             Уфа»).

Ш. Шакурова, А. Сулейманов «Об эпосе

«Урал батыр».

С. Галин «Шежере» (родословная).

А. Шамаев «Башкирский кумыс».

Р. Янгужин «Шежере».

Приложение как особый вид определения. Дополнение как второстепенный член предложения

3

https://bashlang.ru

1,3

Устное народное творчество

Тексты:

«На берегу прекрасной Агидели» (народная песня).

С. Агиш «Угощение для гостей».

М. Юхма «Дорога лебедей».

Л. Арсланова «Три подруги».

Обстоятельство как второстепенный член предложения. Виды обстоятельств (обстоятельства образа   действия, степени, места, времени, причины, цели, условия, уступки)

2

earningapps.org

3

Конь мой – мой верный

друг

Вперед, мой конь!

Тексты:

«Башкирская лошадь» (из газеты «Сакмар»).

Н. Идельбаев «Вперед, мой конь».

Ш. Янбаев «Скачки».

В. Архангельский «Реки».

А. Аминев «Турат (конь)».

А. Куприн «Лошади».

С. Агиш «Турыкай».

Х. Юлдашев «Ҡара юрға (конь черной масти)».

Виды простых предложений по  наличию главных членов (двусоставные, односоставные)

3

earningapps.org

2,3

Раздел 2. Башкортостан – край родной

3

Культура Башкортостана

Театры Башкортостана

Тексты:

Ф. Фаткуллин «Уфимские театры».

Г. Галина. Опера «Салават Юлаев».

«Музеи» (из «Школьного календаря»).

 А. Абушахманов «Арслан Мубаряков».

Ф. Латипова «Сияй, “Нур!”».

И. Кинзябулатов «Файзи Гаскаров».

Г. Галина «Амин Зубаиров».

«Хусаин Кудашев» (из календаря «Башкортостан»).

Грамматические различия односоставных предложений и двусоставных неполных предложений

3

https://bashlang.ru

7

Раздел 3. Природа родного края

20

Природа Башкортостана

Природа родного края

Тексты:

Г. Хусаинов «Природа родного края».

 Р. Бикбаев «Уралу».

Н. Мусин «Лес мой», «Украшение  жизни».

Т. Ганиева «Большое поле».

Р. Гарипов «Человек».

Односоставные предложения. Виды односоставных предложений. Односоставные предложения, их грамматические признаки. Грамматические различия односоставных предложений и двусоставных неполных предложений

3

earningapps.org

2,4

Родная земля

Тексты:

Р. Адигамова «Родина – родная             земля».

Д. Буляков «Родной край».

Ф. Мухамедьянов «Человек – достояние страны».

«Зеленое украшение земли» (из                                 «Школьного календаря»).

М. Багаев «Башкортостан».

Виды односоставных предложений: назывные, определенно-личные, неопределенно-личные, безличные, назывные предложения

3

https://bashlang.ru

5,8

Мы любим и зиму

Белоснежная зима

Тексты:

Р. Гарипов «Первый снег».

Н. Исламгулова «Зимние узоры».

 Ш. Бабич «Для кого?», «Зимняя дорога».

Виды предложений по наличию второстепенных членов (распространенные, нераспространенные)

2

https://bashlang.ru

4

Зимний лес

Тексты:

Н. Мусин «Холодная зима на Урале».

 К. Костров «Здравствуй, мир!».

Р. Ахмадиев «Солдаты».

Р. Шакур «Новый год».

С. Алибаев «Зимний лес».

Предложения с однородными членами

2

earningapps.org

4,9

Весна идет

Подарок весны

Тексты:

А. Игебаев «Подарок весны».

Л. Фархшатова «Почки вербы».

Г. Давлетов «Весенний мир».

Б. Ишемгул «Весна».

Знаки препинания в предложениях с однородными членами

2

https://bashlang.ru

4

Весеняя природа

Тексты:

Р. Ишмуратова «Март».

Г. Юнысова «Матери как весна».

Г. Рамазанов «Песня матери».

А. Игебаев «Желание».

З. Кутлугильдина «Могила                       неизвестного солдата».

А. Магазов «Сила воли в себе можно воспитать».

Предложения с обобщающими словами при однородных членах

2

earningapps.org

1,4

Прекрасное летнее

время

Наступило лето

Тексты:

«Июнь» (из «Школьного календаря»).

 Р. Гарипов «Уходит детство».

Сложное предложение.

Понятие о сложном предложении. Классификация типов сложных предложений

2

https://bashlang.ru

4,10

Люблю лето

Тексты:

Г. Файзи «Люблю лето».

«Лето» (из «Школьного календаря»).

Д. Мурдакаева «Прощальный месяц  лета».

А. Багуманов «Лето».

Т. Васильева «Сабантуй».

Г. Хусаинов «Земля – наше  богатство».

А.Багуманов «Середина лета».

Смысловое, структурное и интонационное единство частей сложного предложения

2

https://bashlang.ru

4,7

Контроль знаний и

повторение изученного за год

Повторение пройденного за год

2

Проектная работа

1

Контроль знаний

1

1

Наименование разделов и тем

Кол-во часов

Дата

проведения

Всего

Контр.

работы

План

Факт

1

А. Игебаев.   Верный друг и соратник!

Второстепенные члены предложения

1

0

1 неделя

2

М.Кәрим. Дорога в школу.  Второстепенные члены предложения, их виды

1

0

2 неделя

3

 М.Акмулла.  Осень.    Определение как второстепенный член предложения

1

0

3 неделя

4

Г. Хусаинов. Что такое счастье?   Приложение как особый вид определения  

1

0

4 неделя

5

Н. Мусин. Лес мой.    Дополнение как второстепенный член предложения

1

0

5 неделя

6

Т. Ганиева. Большое поле. Обстоятельство как второстепенный член предложения

1

0

6 неделя

7

Ф. Мухамедьянов «Человек – достояние страны». Виды обстоятельства.  Обстоятельства образа действия

1

0

7 неделя

8

«Зеленое украшение земли» (из журнала «Аманат»).  Обстоятельства степени

1

0

8 неделя

9

Ф.Фаткуллин "Уфимские театры.   Г.Галина опера «Салават Юлаев».  Обстоятельства места, времени

1

0

9 неделя

10

Музеи" (из журнала "Аманат").   Обстоятельства причины, цели

1

0

10 неделя

11

А. Абушахманов «А. Мубаряков».  Обстоятельства условия, уступки

1

0

11 неделя

12

Ф. Латипова «Сияй, “Нур!”». Простое предложение

1

0

12 неделя

13

И. Кинзябулатов "Файзи Гаскаров.    Виды простых предложений по наличию главных членов (двусоставные, односоставные)

1

0

13 неделя

14

А. Сулейманов «Народное творчество» «Слезы аиста» (из газеты «Вечерняя Уфа») Грамматические различия односоставных предложений и двусоставных неполных предложений

1

0

14 неделя

15

Ш. Шакурова, А. Сулейманов «Эпос “Урал батыр”» Односоставные предложения, грамматические признаки

1

0

15 неделя

16

С. Галин «Шежере».  Виды односоставных предложений

1

0

16 неделя

17

Д. Магадеев «Подарок племени», «На берегу прекрасной Агидели» (народная песня).  Виды односоставных предложений: определённо-личные

1

0

17 неделя

18

М. Юхма «Дорога лебедей».  Неопределённо-личные предложения

1

0

18 неделя

19

Р. Гарипов "Первый снег.    Безличные предложения

1

0

19 неделя

20

Ш. Бабич «Для кого?»,  «Зимняя дорога». Назывные  предложения

1

0

20 неделя

21

Н. Мусин "Холодная зима на Урале.  С. Алибаев "Зимний лес.   Виды предложений по наличию второстепенных членов (распространенные, нераспространенные)

1

0

21 неделя

22

Р. Ахмадиев "Солдаты.   Предложения с однородными членами. Предложения с обобщающими словами при однородных членах

1

0

22 неделя

23

Н. Идельбаев "Вперед, мой конь" Ш.Янбаев "Скачки. Сложное предложение

1

0

23 неделя

24

А. Аминев "Турат (конь)"  С. Агиш "Турыкай.   Понятие о сложном предложении

1

0

24 неделя

25

А. Куприн «Лошади» Р. Нурмухаметов «Чехов в Башкортостане»

1

0

25 неделя

26

А. Игебаев "Подарок весны.  Классификация типов сложных предложений

1

0

26 неделя

27

 Г. Давлетов "Весенний мир.   Смысловое, структурное и интонационное единство частей сложного предложения

1

0

27 неделя

28

Р. Ишмуратова «Март». Пунктуация.

1

0

28 неделя

29

З. Кутлугильдина «Могила неизвестного солдата».Знаки препинания в сложном предложении

1

0

29 неделя

30

Годовая контрольная работа

1

1

30 неделя

31

Работа над ошибками. "Июнь" (из "Школьного календаря"). Знаки препинания в предложениях с однородными членами

1

0

31 неделя

32

Проектная работа “Сабантуй”

1

0

32 неделя

33

Г. Файзи «Люблю лето», «Лето» (из журнала «Агидель»)

1

0

33 неделя

34

Д. Мырдакаева «Прощальный месяц лета». Повторение изученного материала за 9 класс

1

0

34 неделя