Ата-әсәләр өсөн

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

Мәктәптә һәм ғаиләлә

 сәләмәт 

тормош” темаһына ата-әсәләр йыйылышы

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Атә-әсәләргә кәңәштәр23.33 КБ
Файл at-slrg_knshtr2.docx18.17 КБ

Предварительный просмотр:

Ата - әсәләр йыйылышы

Мәктәптә һәм ғаиләлә сәләмәт йәшәү рәүешен

тормошҡа ашырыу”

“Әгәр бер йыл алдан уйлайһың икән - орлоҡ сәс, 10 йыл алдан уйлаһаң - ағас ултырт, әгәр бер быуат алдан уйлаһаң - кеше тәрбиәлә”. Сәләмәтлек әйтергә бик ябай ғына төшөнсә. Ә тормош өсөн иң аҫыл ҡиммәттәрҙең береһе. Ул һәр кемгә һауа, һыу, яҡтылыҡ кеүек кәрәк.

Халыҡ «Һаулығың—байлығың» тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Һау-сәләмәт кешенең генә тормошто бѳтә матурлығында, йәшәүҙе бар гүзәллегендә күреүе бәхәсһеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булып, спорт менән шѳғѳлләнгәндә, шулай уҡ дѳрѳҫ туҡланғанда һаулығыңа зарланырға урын ҡалмай.

Тәрбиә процесы - баланың тулыһынса шәхес булараҡ формалашыуы ул. Ошо тулы бер процеста төп һәм әһәмиәтле урынды- бала сәләмәтлеге биләй. Ләкин баланың сәләмәтлеге тураһында һөйләшәбеҙ икән - түбәндәге факттарға туҡталмайса ҡала алмайбыҙ.

Уҡыусыларҙа булған ауырыуҙарҙың сәбәптәренә күҙ һалайык.

1.Күп уҡыусылар аҙ хәрәкәтләнә, спорт менән шөғөлләнмәй тиерлек. Мәктәптә парта артында ултырған бала өйөнә ҡайтҡас та телевизор һәм компьютер ҡаршында ултыра.

2. Ҡайһы берәүҙәрҙең өйөндә тынысланып ял итергә мөмкинлеге, әйтәйек, айырым бүлмәһе йәиһә уңайлы психологик шарттар юҡ.

3. Малайҙар, хатта ҡыҙҙар ҙа мәктәптә уҡығанда уҡ тәмәке тарта башлай. Республика күләмендә тәмәке тартыусы уҡыусылар һаны - 50% -ты тәшкил итә.

4. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу һуңғы ун йылда-ике тапҡыр, ә наркотиктар ҡулланыусылар һаны биш тапҡыр артҡан. Токсикомания күренеше лә артҡандан-арта бара.

Һүҙ ҙә юҡ, hауаның бысраҡлығы, сифатhыҙ hыу, төрлө стрестар ҙа hаулыҡҡа насар йоғонто яhай. Өҫтәүенә, яҡшы шарттарҙа, йылыла ғына йәшәп, йәйәү йөрөргә бөтөнләй оноттоҡ. Ә ялды ятҡан килеш телевизор ҡарау тип аңлайбыҙ. Ысынында иhә, әҙ хәрәкәтләнгән кеше тиҙ арый, хәлhеҙләнә, йоҡомhорай, йыш ҡына башы ауырта, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола, тыны ҡыҫыла, быуындары hыҙлай.

Алда әйтеп үтелгән барлыҡ күңелһеҙ факттар балалар араһында күҙәтелә. Ә беҙ, хөрмәтле ата-әсәләр, мәктәп менән берлектә был факттарҙы һис шикһеҙ киҫәтергә тейешбеҙ.

Бала - бауыр емеше.Ул ата-әсә өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз. Ата-әсә уның өсөн утҡа ла, һыуға ла керергә әҙер. Балалары өсөн үҙҙәренә бала ваҡытта булмаған мөмкинлекләрҙе тыуҙыра. Күп ваҡытта кәрәгенән артып та китә. Туҡланыуҙарына килһәк, иртә менән бутҡа ашатаһы урынға конфет бирә, йәшелсә, емеш-еләк урынына - чипсылар, кириешкалар ашата. Ялдары саф һауала түгел, компьютер, телевизор артында уҙа. Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтәһе урында, бар эшкә дә әсәйҙәр өлгөрә. Бына шулай итеп баланың дөрөҫ туҡланыу рационын боҙабыҙ, иң актив ваҡыттарында хәрәкәттәрен сикләйбеҙ, сәләмәтлектәренә зыян килтерәбеҙ.

“ Сәләмәтлек- берҙән- бер ҡиммәтле аҫыл таш; уның өсөн ваҡытты ла, көстө лә, хеҙмәтте лә ҡыҙғанмаҫҡа кәрәк”. Йыш хәрәкәтләнеү hаулыҡ өсөн бик мөhим. Физзарядка яhаған кешенең йөрәге ныҡ була, ҡан әйләнеше көйләнә. Ҡанда холестерин кәмей, быуындар нығына, тын алыу яҡшыра. Билдәле булыуынса, спортсмендар ете литр hауа hулай, ә әҙ хәрәкәтләнгән кеше ни бары – өс-биш. Ә инде физик эш эшләгән йәки спорт менән шөғөлләнгән кешенең етеҙ, hәр саҡ кәйефе шәп булыуы, башы шәп эшләүе hәр кемгә лә мәғлүм.Заман медицинаhы сирҙе дауалауға йәнең теләгән дарыуҙы тәҡдим итhә лә, hәр саҡ хәрәкәттең иң ҙур дауа икәнен иҫкәртә. Сөнки физик күнегеү ул-  hау-сәләмәт кеше өсөн тренер ғына түгел, ә табип та.

Уҡыу баланан, уның организмынан ҙур көс, энергия талап итә. Шуға күрә баланың сәләмәтлеген һаҡлау - иң төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Дәрестәрҙә балаларҙың дөрөҫ ултырыуҙарына иғтибар бирәбеҙ, ял моменттарын даими файҙаланабыҙ. Бала күп ваҡытын мәктәптә уҙғара. Шуға күрә мәктәптең уңайлылыҡ дәрәжәһе балаларҙың анатомик, физиологик үҙенсәлектәренә тура килгәндә генә йәш быуын сәләмәт һәм камил үҫә ала. Был яҡтан мәктәптең йылылығы, яҡтылығы СанПИН талаптарына һәм нормаларына тура килә.

Дөйөм итеп алғанда, беҙ һәр яҡлап “Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, сәләмәтлекте һаҡлау еңелерәк”         булыуын уҡыусыларыбыҙ аңына һеңдерергә тырышабыҙ.

Сәләмәт тәндә генә сәләмәт аҡыл була алыуын һәр беребеҙ белә. Ләкин сәләмәт тән һәм сәләмәт аҡыл кешегә үҙенән-үҙе генә бирелмәй.

Сәләмәтлекте, тышҡы һәм эске матурлыҡты яулап алырға һәм уның өсөн көрәшергә кәрәк.Сәләмәт тормош рәүеше компоненттарын теүәл белеү һәм үтәү балаларға ла, үҙегеҙгә лә ярҙам итер:

  • көндәлек режим;
  • даими физик күнегеүҙәр;
  • сынығыу;
  • дөрөҫ туҡланыу;
  • ғаиләлә уңай, дуҫтарса мөнәсәбәттәр – ышаныс, бер-береңде аңлау.

Беҙ, ололар, үҫеп килеүсе йәш быуындың һәр бер көнө рухланып торһон өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ә рухи көс- сәләмәт кешелә генә була ала. Сәләмәт кеше- хөрмәтле, ҡәҙерле, ҡиммәтле. Был иң ҙур бәхет, һәм был донъяла һәр кемдең бәхетле йәшәргә хаҡы бар.

 

 

 



Предварительный просмотр:

Өй эштәрен әҙерләүҙе нисек ойошторорға?

     Өй эштәрен еренә еткереп эшләү уҡыусыларҙың мәктәптә дәрес ваҡытында алған белемдәрен нығытырға һәм тәрәнәйтергә ярҙам итә, эшләй белеү күнекмәләрен үҫтерә һәм камиллаштыра.Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй.Системалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәрен хеҙмәтләндереүҙең билдәләнгән бер ваҡытын булдырыуҙан башлана. Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай.Билдәле булыуынса, өй эштәрен бер үк сәғәттә әҙерләргә ғәҙәтләнгән уҡыусыларҙың организмдары ошо ваҡытҡа кире аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә әҙер булып тора. Күп кенә ваҡыт шуны күҙәтергә була, уҡыусы дәрес әҙерләргә ултырғас та, иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була:йә уның ҡәләме булмай,йә линейкаһы янында булмай, йә юйғыс кәрәк.Быға ваҡыт китә, ә иң мөһиме- был уҡыусының иғтибарын сит эштәргә йүнәлтә.Ваҡытты файҙалы ҡулланыҙың бер юлы-эш урынында тәртип булдыррыға кәрәк. Унда иғтибарҙы ситкә йүнәлтә торған бер генә артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Баланың өй эшен эшләү урыны уңайлы булырға тейеш.

  Ата-әсәләрҙән йыш ҡына:” Өй эштәрен ниндәй тәртиптә эшләргә һуң: башта телдән үтәп,һуңынан яҙма эштәрҙәнме,еңелдән башларғамы, әллә ауырҙанмы?”- тигән һорауҙарын ишетергә тура килә. Юыға универсаль яуап биреп булмай, сөнки яңы материалды ҡабул иткәндә лә, иғтибарлыҡтың тотороҡлоғонда ла, бер эштән икенсе эшкә күскәндә лә балаларҙың һәр береһенең индивидуаль айырмаһы була.

  Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2 кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә.Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.

Ата-әсәләр ҡолағына

*Барыһынан да бигерәк, балағыҙға бер ҡасан да, бер ниндәй хәлдә лә таныш булмаған кешеләрҙән тәм-том әйберҙәре, аҡса ниндәй ҙә булһа бүләк алырға, шулай уҡ үҙе, ғаиләһе һәм өйө тураһында һүҙ башларға ярамағанлығын аңлатығыҙ.Балаларҙың иғтибарын йәлеп итергә тырышыусы енәйәтселәрҙең “эш методы” бер үк:эт йәки башҡа хайуанды күрһәтеү йәки табырға ярҙам итеү, кәнфит, шоколад, һағыҙ, уйынсыҡ биреү кеүек мауыҡтырғыс тәҡдимдәр.

* Биш йәштән бәләкәйерәк балаларҙың өҫ кейеме эсенә фамилияһын, исемен һәм йәшен күрһәтеп яҙылған туҡыма киҫәге тегеп ҡуйырға кәрәк.

* Балағыҙҙы ишектәге “күҙ”ҙән файҙаланыу ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ.Әгәр “күҙ” аша тышҡы яҡта бер кеше лә күренмәһә, ишекте асмаҫҡа кәрәк.

     Насар компания үҫмерҙәр өсөн генә тип уйлаһағыҙ- яңылышаһығыҙ. Беренсе класс уҡыусылары өсөн дә насар дуҫтар шулай уҡ ҡурҡыныс.

    Шулай итеп, тәртипле, аҡыллы тип йөрөгән малай сығырҙан сыҡҡан хулиганға, ә тыйнаҡ, оялсан ҡыҙ тупаҫ, оятһыҙ “әхирәт” кә тап булырға мөмкин.Әлеге “дуҫлыҡ” ҡа ҡаршы сығып ҡына нәтижәгә ирешеп булмаясаҡ. Шуға күрә, баланың үҙен кешеләрҙе танырға өйрәтеп ҡарарға кәрәк:

Балағыҙҙың дуҫтары менән танышығыҙ.Бының өсөн уларҙы өйөгөҙгә саҡырығыҙ.