Уҡыусылар өсөн

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

Уҡыусылар өсөн иғландар, мәғлүмәттәр, грамматик һәм тест эштәре...

Скачать:


Предварительный просмотр:

Иғлан!!!

21 февраль – Халыҡ-ара Туған тел көнөнә арналған сара була.

“Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән, Туған телем, рәхмәт һиңә!” темаһына ҡағылышлы мәғлүмәттәр йыйырға. Мәҡәлдәр, шиғырҙар, йырҙар… Ҡунаҡҡа ағинәйҙәрҙе саҡырабыҙ!



Предварительный просмотр:

Уңыш хаҡында

Бер заман улы атаһынан:
– Тормошта уңышҡа өлгәшер өсөн нимә эшләргә кәрәк? – тип һорай. 
– Белмәйем, – ти атаһы, – бик ауыр һорау, ана, әсәйеңдән һора.
Әсәһе лә был хаҡта белмәүен әйтә. Ана, тау башында боронғо матур һарайҙа йәшәгән аҡһаҡалдан һора, тип кәңәш бирә.
Һәм малай шунда барып, ҡартҡа һорауын бирергә була.
– Аҡыл эйәһе, – ти ул сал сәсле ҡартҡа, – әйт әле, кешегә уңыш юлдаш булһын өсөн нимә эшләргә?
– Ауыр һорау бирҙең, – ти ҡарт. – Мин уға яуап бирәсәкмен, әммә һуңғараҡ. Ә әлегә, бар, минең һарайҙы ҡарап сыҡ. Унда иҫ киткес нәмәләр бар! Коридорҙар буйлап йөрө, күҙҙең яуын алырлыҡ матур туҡымаларҙы күр, аш-һыу бүлмәһендәге бөтә тәмле ризыҡтан ауыҙ ит, баҡсалағы ҡоштарҙың моңло тауышын тыңла. Аҙаҡ минең эргәгә кил.
Малай быға шатланып риза була һәм һарайға инеп киттем тигәндә генә ҡарт уны туҡтата ла:
– Онота яҙғанмын. Ҡулыңа бына ошо ҡалаҡты тот, унда – ике тамсы май. Тик һарай буйлап йөрөгәндә майҙы түгә күрмә! – ти.
Бер аҙҙан малай әйләнеп килә, уның ҡулында теге майлы ҡалаҡ була.
– Шунан, – ти аҡыл эйәһе, – минең һарайҙа һиңә оҡшанымы?
– Майҙы түгермен тип ҡурҡып, бер нәмә лә күрмәнем, – тип яуаплай малай.
Аҡһаҡал уны яңынан ебәрә. Бер сәғәттән һуң малай әйләнеп килә. Һәм ул бик ҡәнәғәт булыуы, ундағы иҫ киткес нәмәләрҙе әле бер ваҡытта ла күрмәүе хаҡында һөйләй. Ә аҡһаҡал май хаҡында һорағас, малайҙың уны һарайға һоҡланып йөрөгән ваҡытта түгеүе асыҡлана.
– Һин минән нисек уңышҡа өлгәшергә, тип һорағайның, – ти аҡыл эйәһе, – мин яуап бирергә әҙер. Беҙ тыуғандан алып үҙебеҙҙе уратып алған донъяға – нимә ишетәбеҙ, тоябыҙ, күрәбеҙ, шуларға һоҡланып йәшәйбеҙ. Ваҡыт үткән һайын улар беҙҙең тормош ҡанундарыбыҙға әйләнеп, донъя көтөргә ярҙам итә. Әммә шулай уҡ тормош дауам иткән һайын беҙ, һин минең һарайҙы ҡарап йөрөгәндә түккән май тамсылары һымаҡ, тапҡаныбыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡабыҙ. Һәм был дөрөҫ. Уңыштың сере – һәр ваҡыт ҡалаҡтағы май тамсылары хаҡында иҫләүҙә. Нимәнелер барлыҡҡа килтереү, ай-һай, ауыр. Ә уны юғалтыу бер нәмә лә түгел…



Предварительный просмотр:

  1. Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма.
  2. Дуҫы ныҡты яу алмай.
  3. Дуҫтың дуҫ икәне бәлә килгәндә беленер.
  4. Дуҫ — дуҫтың көҙгөһө. 
  5. Дошмандан илең һаҡла, дуҫыңдан серең һаҡла.
  6. Дошманыңды танырға тырыш — дуҫ кейемендә булмаһын.
  7. Дуҫың тип серең һөйләмә, дуҫыңдың да ысын дуҫы булыр, ул да һөйләр дуҫына.
  8. .Ысын дуҫ артыңда маҡтар.
  9. Ялған дуҫ ялағай булыр.
  10.  Ике йөҙлө дуҫтан дошман яҡшы.
  11. : Ысын дуҫ көлгәндә түгел, ә бөлгәндә беленә.
  12. Алдаҡсы дуҫың булғансы, ғәҙел дошманың булһын.
  13. Дуҫҡа дуҫ бул, йөк булма.
  14. Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңдан ғәйбәт һатыр.
  15. Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.
  16. Кейемеңдең яңыһын маҡта, дуҫтың иҫкеһен маҡта.
  17. Бер иҫке дуҫ ике яңы дуҫтан яҡшы.