Башҡорт теле дәресе
Изучение башкирского языка в основной школе направлено на достижение следующей цели:способствовать практическому овладению башкирским языком, усвоить основные правила произношения и грамматики, приобрести необходимый словарный запас, научиться читать и понимать тексты средней трудности, а также выработать навыки речевого поведения в пределах изученной тематики.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 73 КБ |
Предварительный просмотр:
Гильманшина Г.Р.
МБОУ СОШ №4 г. Бирска, Республика Башкортостан
Минең гардеробым. Ниндәй?
(3-сө класта яңы тема)
Класс: 3 |
Предмет: Дәүләт башҡорт теле |
Тема: Минең гардеробым. Ниндәй? (Мостай Кәримдән алынған өҙөк ярҙамында үҙләштереү) |
Маҡсат: 1) Яңы теманы өйрәнеү; М.Кәримдең тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштырыу; текст менән эшләү активлығын үҫтереү. 2) дөрөҫ һөйләү һәләтен үҫтереү, яңы һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу,бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүҙе формалаштырыу. 3)Матурлыҡты һәм яңыны күрә белеү, өҫ-кейеменә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. |
Предмет буйынса һөҙөмтәләр: яңы мәғлүмәттәр туплау, яңы һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыу, үҙ-ара аралашыу һәм телдән диалог төҙөй белеү. |
Эш төрҙәре: фронталь, индивидуаль, төркөмдәрҙә һәм парлы эш. |
Дәреслек: Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн ҡулланмаһы.-Өфө: Китап, 2017.-90-91-се бит. |
Йыһаҙландырыу: дәреслек, Мостай Кәримгә арналған 3-4 минутлыҡ презентация, интерактив мультимедиа күнегеүе, эш дәфтәрҙәре. |
Предмет-ара бәйләнеш: рус теле,башҡорт теле, литературное чтение. |
Дәрес этабы | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге |
I. Ойоштороу Психологик ыңғай һәләт тыуҙырыу. Эшкә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. а) Өй эшен тикшереү б) күҙҙәргә ял минуты. | Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бер-беребеҙгә ҡарап күҙҙәр менән генә йылмайҙыҡ та, уңышлы дәрес теләйбеҙ:-“һиңә уңыштар”,-“һиңә лә уңыштар!”- Рәхмәт! Бергә: тырышабыҙ, өйрәнәбеҙ, булдырабыҙ! Артикуляцион күнегеү. Әсәйҙәр күҙе –Иң матур күҙҙәр,Әсәйҙәр һүҙе-иң наҙлы һүҙҙәр. (К.Шафиҡова) а) эстән уҡып сығыу; б) хор менән уҡыу; в) башҡорт теленең үҙенсәлекле өнө булмаған һүҙҙе табыу. Инеш әңгәмә. Беҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштек ? Һеҙгә өйҙә нимә эшләргә ҡушылғайны? Хәҙер ошо теманы йомғаҡлап бер нисә уҡыусының яҙмаһын тыңлап үтәйек. Артабан интерактив таҡтала үткән дәрестән алынған һүҙҙәрҙең тәржемәсен табыу. (Ҡыш, лето, миҙгел, Весна, көҙ,ҡом, ҡояшта ҡыҙыныу, любимое-люблю, балыҡ тотоу, палатка, море, Һыу инеү, жарко, һыуыҡ, күңелле ял, урман)
Күҙҙәрҙе йомоғоҙ ҙа үҙегеҙҙе йәйге еләкле яланда, урманда тип хис итегеҙ. Ҡояш ҡыҙҙыра, йылы елдәр иркәләй, ҡайын япраҡтары шыбырлай, леп-леп итеп күбәләктәр оса, төрлө-төрлө ҡоштар һайрай. (Әкрен генә ҡурай моңо йәки йәйге моң ағыла) | Уҡыусылар эстән уҡып сығалар, хор менән ҡабатлау. Уҡыусылар үткән дәрестә “Минең яратҡан миҙгелем”- темаһына әңгәмә ҡороуҙарын һәм өйҙә бер нисә һөйләм яҙып килеүҙәрен , яңы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырыуҙарын әйтәләр. Уҡыусылар алдан әҙерләнгән һүҙҙәр өҫтөндә эшләйҙәр. (Был эш даими рәүештә алып барыла. Уҡыусыларҙың хәтерен яҡшырта, етеҙлеккә ынтылыш уята) Уҡыусылар ял итәләр. | Шәхсән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Үҙ фекереңде дөрөҫ әйтә белеү. Төркөмдәрҙә эшләй белеү. Үҙ фекереңде раҫлай белеү. Танып –белеү, хәтерҙе үҫтереү эшмәкәрлеге Үткән дәрестең яңы һүҙҙәрен хәтерҙә ҡалдырыу һәм тәржемәсен әйтә алыу. Урыҫсанан- башҡортсаға, башҡортсанан –урыҫсаға мәғлүмәт ҡабул итеү һәм аңлау. Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Тейешле мәғлүмәтте аңлай белеү. |
II.Актуалләштереү. Яңы материалды үҙләштереүгә мохтажлыҡ тыуҙырыу. Маҡсат: 1-се класта өйрәнгән “Өҫ кейемдәре” темаһы буйынса белемдәрен яңартыу , үҙ аллы иҫкә төшөрөү мөмкинлеге булдырыу. | -Хәҙер виртуаль таҡтаға иғтибар итәйек. Унда һеҙгә төҫлө һүрәттәр бирелгән . Йәгеҙ, кем күпме һүҙҙе хәтерендә ҡалдырған. (Һүрәттә: күлдәк, пальто,салбар,бүрек, галош, ойоҡ, бишмәт) | Теманы бергәләп асыҡлау. -Былар бөтәһелә бергә нимә тип атала? Кейемдәр: өҫ кейеме,аяҡ кейеме. Был кейемдәрҙе башҡа төрлө нисек атарға була? Мәҫәлән: Кейемде яңартыу, тағы нимәне яңартырға мөмкин... –Гардероб , гардеробты яңартабыҙ. | Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Башҡаларҙың телмәрен ишетеү һәм тыңлау. |
III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Маҡсат:яңы белемде үҙләштереүҙе ойоштороу;дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләй белеү. | Уҡытыусы. -Эйе, Гардероб. Шулай итеп, дәресебеҙҙең темаһын асыҡланыҡ: Минең гардеробым-тип атала. | Аңлап, тасуири уҡырға өйрәнергә, уҡыған текстан “Ниндәй?” һорауына яуап булырлыҡ һүҙҙәрҙе таба белеү. Гардеробты таҙа, матур тотоу кәрәклегенә төшөнөү. | Шәхсән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Үҙ фекереңде дөрөҫ әйтә белеү. Төркөмдәрҙә эшләй белеү. Үҙ фекереңде раҫлай белеү. |
IV.Танып белеү эшмәкәрлеге. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Маҡсат: иҫкә төшөрөүҙә ярҙам итеү; миҫалдар килтереп раҫлай белеү; дәреслектәге һүҙлек менән эш итә белеү. | - Һүҙлек эше үткәреү. (дәреслек буйынса 91 –се бит) -Кеҫә, күлдәк, бәрхәт, ыштан һүҙҙәрен ҡулланып телдән һүҙбәйләнештәр һәм һәйләмдәр төҙәү. -Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы. Шул ваҡытта уҡыусылар текстан ниндәй ? һорауына яуап бирерлек һүҙҙәрҙе билдәләп бара. | 1.Яңы һүҙҙәр менән тексты уҡығанға тиклем танышыу. а) Яңы һүҙҙәрҙе үҙ аллы уҡыу. б) Парлы уҡыу ( береһе башҡортса, икенсеһе урыҫса уҡый) 2. Эҙләнеү эше-бирелгән һорауға текстан яуап табыу. | Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Тейешле мәғлүмәтте табыу һәм айырып ала белеү. Уҡығанды анализлау, һорауҙарға дөрөҫ яуап таба белеү. |
Ял минуты | Ял минуты Бәләкәй (ниндәй?) себештәр Бөтәһе лә һары (ниндәй?) майка кейгәндәр Зарядка эшләргә тип, Йәшел (ниндәй?) болонға килгәндәр. | Төрлө хәрәкәттәр ярҙамында ял минуты. | |
V.Яңы белемдәрҙе нығытыу,үҙ аллы ҡуллана белеү. Маҡсат: Яңы белемдәрҙе камиллаштырыу. Өҫтәлмә мәғлүмәт туплау. | Текст өҫтөндә эш: -үҙ аллы йүгерек уҡыу; ниндәй ? һорауына яуап бирерлек һүҙҙәрҙе табып уҡыу. Уҡытыусы һүҙе. Уҡыусылар, кем иғтибар итте, был өҙөктөң, текстың авторы кем? Кем ул Мостай Кәрим? Мостай Кәрим (1919-2005) –Башҡортостандың халыҡ шағиры.Ул Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Уның “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” повестарын һәм хикәйәләрен уҡыусылар яратып уҡый. Бөтә Башҡортостан халҡы ,шулай уҡ сит өлкәләр ҙә быйыл уның тыуыуына йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләй. Башҡортостандың бер ынйыһына тиң шәхесте беҙ иҫкә алырға , онотмасҡа бурыслыбыҙ! | 1. Дәфтәрҙә эш. Число Класс эше Матур яҙыу минуты “ Минең” һүҙен бер эш юлы бөткәнсе яҙыу. 2.Китап+дәфтәр ҙә эш Аҡ, ҡыҙыл, зәңгәр, яңы, матур ( текстан табып яҙыу) 3.Телдән дәфтәргә яҙған һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөү. | Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Тейешле мәғлүмәтте табыу һәм айырып ала белеү. Бирелгән мәғлүмәтте ҡабул итеү. Уҡытыусының телмәрен ишетеү һәм ҡабул итеү. |
VI.Рефлексия. Уҡыу эшмәкәрлегенә йомғаҡ. Маҡсат: дәрестәге эшмәкәрлекте анализлау, белемдәрҙе баһалау һәм киләсәккә билдәләү; үҙ фекереңде дәлилләү, дәрестә алған белемдәрҙең әһәмиәтен аңлатыу, уларҙы киләсәктә ҡуллана белеү. | -Дәрес һеҙгә оҡшанымы? -Беҙҙең гардеробта ниндәй кейемдәр бар һәм улар ниндәй булырға тейештәр? -Ниндәй яңылыҡ һәм кем тураһында белдегеҙ? -Ниндәй эш төрҙәре һеҙгә оҡшаны ? - Киләсе дәрестә ниндәй эш төрҙәрен күрер һәм башҡарыр инегеҙ? –Ә хәҙер, һәр берегеҙ һауала бармаҡ ярҙамында бөгөнгө дәрестә алған белемегеҙ өсөн үҙегеҙгә баһа ҡуйғыҙ. Уҡытыусы: Беҙ һеҙҙең менән халыҡ шағирҙарын , яҙыусыларҙы һәм дә куренекле шәхестәрҙе онотмаҫҡа бурыслыбыҙ. Матур, тулы яуаптарығыҙ,төплө фекерҙәрегеҙ, тырышлығығыҙ өсөн рәхмәт. | Һәр уҡыусы үҙ бармаҡтары менән һауала яҙып үҙен баһалай. Уҡыусылар, гардеробта бөтә нимә лә үҙ урынында булырға, улар таҙа һәм матур, уңайлы, модалы булырға тейешлеген әйтә. | Шәхсән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: үҙ уңыштарың/уңышһыҙлыҡтарыңдың сәбәптәрен асыҡлау. Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: үҙ эшмәкәрлегеңде контрольгә алыу. |
VII.Йомғаҡлау Баһалау. | Уҡытыусы: -Бөгөнгө дәрестә ниндәй яңы һүҙҙәр менән телмәребеҙҙе байыттыҡ икен? Һеҙ уларҙы иҫегеҙҙә ҡалдырҙығыҙмы? -Дәрес барышында мине “Минең яратҡан миҙгелем” темаһы буйнса алған белемегеҙҙе күрһәтеп шатландырҙығыҙ. (билгеләр ҡуйыу) Кешенең эшен баһалай белеү оло хөрмәткә лайыҡ эш. Кешене хөрмәтләсәң-үҙең дә хөрмәт күрерһең. | Уҡыусылар: дәреслектең 91-се б. Хәтерҙә ҡалдырыу өсөн материалды уҡып күркәм волнала йомғаҡлау ( унда кейем ҡотлау теләктәре) Уҡыусыларҙың эшен баһалау. | Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: башҡаларҙың телмәрен ишетеү һәм тыңлау; үҙ фекереңде әйтеп ышандыра белеү. |
VIII.Өй эше. Маҡсат: өй эшен хәбәр итеү, уны башғарыу ысулын аңлатыу. | Уҡытыусы өй эшен аңлата:2-се күнегеү,90 –сы бит.Дәреслектәге диалогка таянып диалог төҙөргә. (Дәреслектәге диалогты уҡыу, ентекле аңлатыу эше алып барыу) | Өй эшен яҙып алалар. Тыңлайҙар. | Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:үҙ эшмәкәрлегеңде контрольгә алыу. |
Литература
1. Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн ҡулланмаһы.-Өфө: Китап, 2017.-90-91-се бит.
2. Интернет селтәренән презентация өсөн һүрәттәр.
