конспект урока по родной речи в 4классе

Сурагулова Аниса Фаритовна

Туган телдэн  дүртенсе синыф өсөн план - конспект. Дәрестең темаһы: Сафуан Әлибаевтың  "Ҡыш " шиғыры.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dokument_microsoft_word.docx21.05 КБ

Предварительный просмотр:

                4синыфта әҙәби уҡыу дәресенә план- конспект.

Тема: Тыуған яғым  - гүзәл төйәгем.

Дәрес материалы:  С. Әлибаев. “ Ҡышҡы урман ”.

Маҡсат:   Балаларҙы шағир С. Әлибаевтың ижады менән таныштырыу. Ижади һәләттәрен үҫтереү. Тасури уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: ҡыш тураһында картина, С. Ә либаевтың портреты, китаптары күргәҙмәһе.

                             Дәрес барышы:

  1. Психологик инеш.

Сәстәрҙән иркәләп,

Саф елдәр иҫһендәр,

 Һәр ерҙә гөлдәр үҫһендәр.

Аяҙ булһын күгебеҙ ҙә,

Шатлыҡ булһын көнөбөҙ.

  1. “  Уңыш” ситуацияһын тыуҙырыу.

 Йомаҡ:        Һеҙҙең ҡайһы берегеҙҙе

                        Өйгә керетә ҡыуып,

                        Ҡайһығыҙҙың танауынан

                    Семетеп ала  ... (һыуыҡ)

  1. “Иетеллектуаль ҡаршылыҡ ”ситуацияһы тыуҙырыу.
  • Был йомаҡты күренекле шағир яҙған. Кем ул!
  • Әгәр был шағирҙың бөтә йомаҡтарын да дөрөҫ сисһәгеҙ( кроссворд), уның кем икәнлеген белерһегеҙ.    

     

 С

 А        

 Ф

 У

 А

 Н

Ә

 Л

 И

 Б

 А

 Й

1 Сикһеҙ зәңгәр быялаға

Һоҡланып ҡарап торам.

 Ошо  быяланы ярып

Үтте бер ҡорос ҡанат

2. Оло йәшел сәхнә артында

Йәшел шаршау эленгән.

Шул сәхнәлә ап-аҡ һынлы

Берәү бейей ел менән.

3.Нәҙек оҙон бер ағай

Тимер юлды гел ҡарай.

Йәшел, ҡыҙыл, һап- һары

Ут яндыра ул бары.

4.Һеҙҙең  ҡайһы  берегеҙҙе

Өйгә индерә ҡыуып,

Ҡайһығыҙҙың танауынан

Семетеп ала ...!һыуыҡ!

5.Үҙе - нәҙек бер таяҡ, эшләпәһе – ҙур табаҡ.

6. Яҙ еткәс тә йәшелләнде,

Күп ҙош оя ҡорған,

Һәр ҡыуағы һайрап торғас,

Ҡыуана инде ...( урман)

  • С. Әлибайҙың ниндәй китаптарын беләһегеҙ?  1,2,3 кластарҙа ниндәй

әҫәрҙәрен уҡынығыҙ?

                                             Уҡытыусы өсөн белешмә.

 Әлибай 19941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. Т юл эшсеһе, китапханасы, райо !Башҡортостан пионеры, Ағиҙел !журналдарында  гәзитендә,әҙәби хеҙмәткәр, Ә.  Вәлиди исемендәге Милли китапхана директор вазифаһын башҡара. 1968 йылда тәүге “Беҙҙең юлдаш-яҡты ҡояш” исемле китабы донъя күрә. 1996 йылда “Тылсымлы ша” исемле китабы өсөн Г. Аедерсен исемендәге халыҡ- ара маҡтаулы дипломға лайыҡ була.

     4.Маҡсатты хәл итеү.

Әҫәр  өҫтөндә эш.

а) “ Ҡышҡы урман”  шиғырын уҡытыусының уҡыуы.

 б) Әҫәрҙе уҡыуға әҙерлек эше!  Тауыш, паузаларҙы билдәләү.

Һүҙлек эше.

серле –  тылсымлы

түбәләс – ҡалҡыу ер

үҙән – һыу аҡҡан йырын

сафлыҡ – тәбиғи, таҙа хәл, торош

Өркөтөп – ҡапыл ҡурҡытып

в) Уҡыусыларҙың шиғырҙы уҡыуы.

Ял минуты. “ Тышта ҡар яуа”.

Шиғырҙа ниндәй һүҙбәйләнештәр оҡшаны?

-Иң сағыу сағыштырыуҙарҙы һанап сыҡ.

-Шиғырҙы уҡығанда ниндәй моң ишетелә?

- Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Тышта ҡар яуа!  Ҡар бөртөктәре ашыҡмай ғына ергә ҡойола.  Әйҙәгеҙ уларҙы усыбыҙға ҡундырайыҡ. Иғтибар ит әле, -һулыш алып, уларға өрәйек.

-Ҡар бөртөктәре шундай матур! Улар осҡанда нимәне хәтерләтә?

- Йондоҙҙо, күбәләкте.

- Ә улар ниндәй була?

 -Йомшаҡ, күпереп тора, епшек, шаян, аҡ, ап-аҡ һ.б.

 д) Музыка аҫтында   уҡыу.

е) Төркөмдәрҙә эш: диалог төҙөү.

1-се төркөм. Ботаҡтағы ҡар бөртөктәренең һөйләшеүе.

2- се төркөм. Ергә ҡағылғас. Ҡар бөртөктәренең ҡурҡыуы.

3-сө төркөм. Ҡар бөртөктәренең йоҡоға талыуы.

 ж) Ижади эш: “ Ҡыш ”исемле  шиғыр яҙабыҙ.

................................................................... ҡар.

................................................................... бар.

................................................................... санабыҙ,

................................................................... ҡалабыҙ.

5.Рефлексив анализ.

          -Бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек?

         - Шиғырҙың ҡайһы юлдары күңелегеҙгә оҡшаны?

         -Һин үҙеңде нисек баһалайһың?

6. Йомғаҡлау. Баһалау.

7. Өйгә эш: 1) “ Ҡышҡы урман” шиғырын тасуири уҡырғаөйрәнергә, 2)шиғырға һүрәт эшләргә.