Задина Шәүрә Рәсүл ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Һәр бала - буласаҡ шәхес.

Профессия: уҡытыусы

Профессиональные интересы: психология

Увлечения: Сәйәхәт итергә, фильмдар ҡарарға, бәйләм бәйләргә яратам.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Әбйәлил районы Озерный ауылы

Место работы: Озерный тәп дәйәм белем биреү мәктәбе

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/zadina-shaura-rasulovna
Сәғәтте алға бороп көн төн булмай...
Аҡмулла

О себе

        БАССР-ҙың Ғафури районы Һабай ауылында 1972 йылдың 4 майында тыуғанмын.

        1979 йылдың 1 сентябрендә Юлыҡ урта мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға барҙым. 1989 йылда 10-сы класты бөткәс, Һабай ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Ошо мәктәптә мин үҙемдең буласаҡ һөнәремдең беренсе тәжрибәһен алдым. Беренсе дәрес, беренсе уҡыусылар,  дәфтәр, конспект, класс, таҡта...

        1990 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының башҡорт -рус бүлегенә уҡырға индем. 

        Университетты тамамлағас, 1995 йылда Әбйәлил районына эшкә килдем. Тәүҙә Краснобашкирия урта мәктәбендә оҙайтылған көн группаһында тәрбиәсе булып эшләй башланым.. Икенсе ярты йыллыҡта башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп күсерҙеләр. Яңы уҡыу йылын ошо уҡ мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп киттем. 

       1998 йылда Озерный тулы булмаған урта  мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Әлеге көнгә тиклем ошо мәктәптә эшләп йөрөйөм.  

Дөйөм эш стажы  – 32 йыл (2021), башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләү стажы  – 24 йыл.

Юғары категориялы уҡытыусы.

Әлеге ваҡытта 1-9 -сы кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам,  класс етәксеһе.

Үҙ аллы белем алыу темаһы: “ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү" (2021/2022 уҡыу йылы). Унан алда 5 йыл : “Һәр дәрестә халыҡ мәҡәлдәрен ҡулланыуҙың телмәр үҫтереүгә йоғонтоһо” тигән тема өҫтөндә эшләп үҙемә бик күп кәрәкле мәғлүмәт алдым.

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

С.Айытматов. "Ярҡа" ( "Плаха").

Кеше һәм тәбиғәт. Аңлы рәүештә матурлыҡты, ҡиммәтте емереү һәм шул ҡылыҡтар өсөн хаҡ түләү. 

Һ.Дәүләтшина. "Айбикә".

Төп героиняның тарихи үҙгәрештәр йоғонтоһонда үҙаңының формалашыуы һәм үҫешенең ауыр юлы.

Мой взгляд на мир

Донъяға һөйөү менән баҡһаң, ул беҙгә иң яҡшы яҡтарын аса.

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: