• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

"Император" әкиәте.

Опубликовано Задина Шәүрә Рәсүл ҡыҙы вкл 21.11.2021 - 20:43
Автор: 
Валиева Юлиә

:6-сы класс уҡыусыһы Валиева Юлиәнең "Аҫылташ" район конкурсында ҡатнашҡан ижади эше, 2-се урын.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл imperator._kit._ozernyy.docx15.52 КБ

Предварительный просмотр:

         “Аҫылташ” халыҡ ижадын өйрәнеүселәр район конкурсына

                “Йәш әкиәтсе” – йәш ижадсылар конкурсына

                               Император

                                 (әкиәт)

                                                                                     Әкиәтте яҙҙы: Валиева Юлиә,

                                                                                                 6-сы класс уҡыусыһы

                                                                                                        Озерный мәктәбе

                                                                                       Уҡытыусы: Задина Ш.Р.

                                                     2021, Озерный

  Борон-борон заманда йәшәгән бер император.Уның өс ҡатыны булған. Бер ваҡыт императорға төньяҡҡа китергә кәрәк булған. Ул унда ниндәйҙер һәйкәл асырға тейеш булған. Юлға йыйынып бөткәс, ҡатындарын саҡырып алған да беренсе ҡатынынан һораған:

  • Мин ҡайтыуға һин нимә әҙерләйһең?
  • Мин һин ҡайтыуға еләктән яратҡан  бәлешеңде бешереп ҡуйырмын, - тигән.

Император икенсе ҡатынынан һораған:

  • Ә һин миңә нимә әҙерләп ҡуйырһың?
  • Мин бөтә һарайыңды һин ҡайтыуға ялтыратып таҙартып ҡуйырмын!
  • Ә мин, - тигән өсөнсө ҡатыны, -  һинең иҫән-һау ҡайтыуыңды теләп ишек төбөндә ҡаршы алырмын.

       Император ҡәнәғәт йылмайып юлға сығып киткән. Уның ҡасан ҡайтырын үҙенән башҡа бер кем дә белмәгән. Ул сығып китеү менән тәүге ике ҡатыны иртәгә эшләп  өлгөрөрбөҙ әле тип уйлап ял итергә булғандар. Көн һайын төшкә тиклем йоҡлағандар. Ә өсөнсө ҡатыны көнө, төнө буйы иренең иҫән-һау йөрөп ҡайтуына теләктәр теләгән. Бер көндө ул иртә таңдан тороп ҡыңғырау һуға башлаған. Теге икәү йоҡоларынан һикереп тороп ҡыңғырау янына йүгереп килгәндәр.

  • Нимә булды? Ниңә беҙҙе таң менән уятаһың? - тип һорағандар.

Йәш ҡатын әйткән:

  • Императорҙан хат килде. Ул ҡайтып килә!

       Эшләнмәгән эштәрен иҫкә төшөрөп ике ҡатын шәпләп эшкә тотонғандар. Тик шул тиклем ҡабаланып эшләгәс , эштәре килеп сыҡмай ҙа ҡуя икән. Береһенең бәлеше янып күмергә әйләнгән, икенсеһе таҙарта, йыуа, өлгөрмәй ҙә ҡуя икән. Уларҙы йәлләп өсөнсө ҡатын ярҙам итергә булған. Тәмле бәлеш бешергән, кер йыуған, иҙән йыуған.  Императорҙың ҡайтыуына һарайҙа таҙалыҡ булған, өҫтәлгә мул ризыҡ, тәмле бәлеш ҡуйылған.Тик көнө буйы тырышып эшләп, өсөнсө ҡатын арып йоҡлап киткән.

      Бына Хужа ҡайтып төшкән. Ике ҡатыны таҙа йортта, мул өҫтәл менән ирҙәрен ҡаршы алғандар. Беренсе ҡатынының тәмле бәлешен күргәс, уны маҡтап, ынйы муйынсаҡ бүләк иткән. Икенсе ҡатынына - алтын һырға.  Ә өсөнсө ҡатынын һүҙендә тормаған өсөн өйҙән ҡыуып сығарырға булған. Шул ваҡыт беренсе ҡатыны йүгереп барып аш бүлмәһенән ҡара күмер булып янған бәлешен тотоп сыға. Икенсе ҡатыны ла йәш ҡатын ярҙам итмәһә, өйҙә Хужа ҡайтыуға тәртип булмаҫ  ине тип әйткән. Шунан император ике ҡатынын ауылға йәшәргә ебәргән. Үҙе өсөнсө ҡатыны менән бәхетле тормош көтә башлаған.


Поделиться:

Шелковая горка

Астрономический календарь. Декабрь, 2018

Самый богатый воробей на свете

Три орешка для Золушки

Басня "Две подруги"