• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Фәнни тикшереү эше."Ни өсөн урамым Һибәт Ишкильдин исемен йөрөтә?"

Опубликовано Аетбаева Тамара Халфитдиновна вкл 02.02.2014 - 16:05
Автор: 
Шакирова Амина, Тенькова Екатерина

Научно-исследовательская работа на тему :"Ни өсөн урамым Һибәт Ишкильдин исемен йөрөтә?"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon amina.doc56 КБ

Предварительный просмотр:

                  “Ни өсөн урамым

             Һибәт Ишкильдин

                     исемен йөрөтә?”

           исемле  тикшеренеү  эше

                                                                                           

                                                                                       Әҙерләнеләр

                                                              Шәкирова Әминә, Тенькова Екатерина

                                                                                         Етәксеһе

                                                              Айытбаева Тамара Хәлфитдин ҡыҙы

                                                 

                                       

                                        Иҫке Собханғол

                                                  Йөкмәткеһе

1.Инеш һүҙ.

2.Төп өлөш. Кем ул Һибәт Ишкильдин?

3.Урам тураһында.

4.Һорау алыу һөҙөмтәһе.

5.Һығымта.

6.Ҡулланылған әҙәбиәт.

Инеш   һүҙ

  • Мин ошо урамда тыуғанмын, ошо урамда йәшәйем, минең туғандарым, дуҫтарым ошонда йәшәй.Ошо данлыҡлы урамда тағы ла кемдәр йәшәй һуң?
  • Иҫке Собханғол ауылы бик ҙур. Матур урамдары бар, һәр урамы бер исемде йөрөтә Салауат, Мөхтәр Сәғитов, Ленин , Матросов, Һибәт Ишкильдин  һәм башҡалар. Тикшеренеү эшендә мин йәшәгән урам ни өсөн Һибәт Ишкильдин урамын йөрөтә, ул кем булған?

Маҡсатыбыҙ:

 

      осрашыуҙар, фотографиялар, эҙләнеүһәр нигеҙендә урамдың тарихын белеү, өйрәнеү.

Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстарҙы билдәләнек

1.     Үҙәк китапханаға барыу;

2.     Тыуған  яҡты өйрәнеү музейына барыу;

3.     Башҡортостан энциклопедияһынан, Таң газетаһынан  материалдар туплау;

4.     Һибәт Ишкильдин урамында йәшәүселәр менән осрашыу.

5.     Һибәт Ишкильдиндың туғандары менән осрашыу.

6.   Һибәт Ишкильдиндың 100 йәш тулыу уңайынан тупланған материалдарҙы тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыу.

7.     Һығымта яһау.

Эҙләнеү объекты: Һибәт Ишкильдин урамы.

Гипотеза

Беҙҙе урам исемдәре ҡыҙыҡһындырҙы. Урамыбыҙға бушҡа ғына Һибәт Ишкильдин исеме бирелмәүен асыҡлағыбыҙ килде.


Ишкильдин Һибәт Ваһап улы   1914 йылда Мәндәғол ауылында тыуған. .

      Уның атаһы урта хәлле уҡымышлы кеше булған.

  •  Тәүге белемде Һибәт өй:ә ағаһынан ала., ағаһы мәҙрәсә бөткән була.
  •  1923 году  ҺибӘт Ишкильдин крәҫтиән йәштәр мәктәбендә уҡый. Бик сос уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы көслө була.
  • Уҡымышлы , белемле Һибәтте Әтек ауыл советына секретарь итеп тәғәйәнләйҙәр, ул унда 2 йыл  (1932-1934)
  •  1934 йылдан  1937 йылға тиклем район мәғариф бүлегендә белемһеҙлекте бөтөрөү буйынса инспектор була.
  •  1937 йылдан 1939 йылға тиклем Һибәт Ишкильдин  совет армияһында хеҙмәт итә, япон самурайҙарына ҡаршы һуғыша.
  • 1940-1941 йылдарҙа   «Марс»колхозының етәксеһе, Иҫке Собханғол ауылының секретары була..
  • Һуғыштың тәүге мәлдәрендә Мәскәүҙә фельдшерлыҡ курстарында уҡый, лейтенант дәрәжәһендә Ленинград фронтына ебәрелә.    
  •   Ҡыйыу һуғыша, полк командиры була. Тыуған илебеҙ уны оло батырлыҡтары өсөн Ленин ордены, 2 тапҡыр Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләй. Һибәт  Ишкильдин Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡтим ителә, ләкин ни сәбәптәндер ул бирелмәй ҡала. Фотоға ихтибар итһәк, уның күкрәгендә бер генә Ҡыҙыл йондоҙ ордены. Бөгөнгө көндә туғандары уның  наградаһын юллап алыу өҫтөндә  эшләйҙәр, ләкин  ниндәй награда икәне әлегә  билдәһеҙ.
  •  Һуғыштан һуң 1946 йылда район һаулыҡ һаҡлау етәксеһе булып тәғәйәнләнә.
  •  Һаулығы насарайыу сәбәпле  1947 йылда эшен ташларға мәжбүр була. Һуғышта алған яраларынан, 3 йыл ҡаты ауырығандан һуң, 1951 йылда донъяны ташлап китә.  

         Уның ҡәбәренә стела ҡуйылған.

  • Урамда бөтәһе 53 хужалыҡ.
  •  Һибәт Ишкильдин  урамында уның исемен аҡларҙай кешеләр йәшәгән һәм йәшәй.Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Ирек Фәсхетдин улы Зарипов,хаҡлы ялдағы уҡытыусылар   Валиева Асия Йәмил ҡыҙы, Сәгитова  Фәнүзә Әхәт ҡыҙы, уның ҡыҙы йырсы Венера Юлгильдина, актер, мәрхүм Ғаяз Алтыншин, оҙаҡ йылдар типографияла эшләп хаҡлы ялдағы Һөйөшөва Мөкәрәмә инәй  һәм башҡалар.
  • Һибәт Ишкильдин урамы йылдан –йыл матурлана, ҙурая. Урамдарын сәскәләр биҙәй, кешеләре матур  йәшәй, беҙ яҡшы уҡырға тырышабыҙ.

  • 2014  йыл, Һибәт Ишкильдиндең  тыуыуына 100 йыл. Ошо датаны лайыҡлы ҡаршыларбыҙ тип уйлайбыҙ.

Тикшеренеү  барышында  класташтарым һәм Һибәт Ишкильдин  урамында йәшәүселәрҙән һорау алдыҡ.

1.
Ни өсөн урам Һибәт Ишкильдин исемен йөрөтә?   Һорауына  кластағы  уҡыусыларҙың береһе лә яуапты белмәй, ошо урамда йәшәгән 43 оло кеше белә.

2.Ни өсөн урамға Һибәт Ишкильдин исемен биргәндәр?  һорауына яуапты кластағы уҡыусылар белмәй, 37 оло кеше тулы яуапты белә, 13 кеше аҙ ғына белә.

Һығымта

  1. Һибәт Ишкильдин урамы - үҙен  йәлләмәй, күп һуғыштарҙа  ҡатнашҡан батыр исемен йөрөтә.
  2. Иҫке Собханғол ауылының  күпселеге урам тарихын белмәй.
  3. Тыуған яҡты өйрәнеү нигеҙендә, дәрестәрҙә, район газетаһы аша Һибәт Ишкильдиндең кем икәнен, урам тарихын халыҡҡа еткерергә, уның 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршыларға.

Һибәт Ишкильдин урамында йәшәүселәр урам тарихын белергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ.

Тикшеренеү эшебеҙ кәрәкле  Һәм файҙалы  тип уйлайбыҙ. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.”Таң” газетаһы материалдары.

2.Тыуған яҡты өйрәнеү музейы материалдары.



Поделиться:

Плавает ли канцелярская скрепка?

Этот древний-древний-древний мир!

Шелковая горка

Барсучья кладовая. Александр Барков

Старинная английская баллада “Greensleeves” («Зеленые рукава»)